» Материалы за Декабрь 2013 года

Мөғжизәһеҙ ҡалмайыҡ24.12.2013

Яңы йыл - күптәрҙең иң яратҡан байрамы. Бала саҡтан унан ниндәйҙер мөғжизә көтәбеҙ. Ә бит мөғжизәле мөхитте үҙебеҙ ҙә булдырырға һәләтлебеҙ. Бының өсөн тылсымға эйә булыу талап ителмәй, ни бары теләк, дәрт һәм фантазия етә.

Ахун ауылының табип амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре тап ошо принциптарҙан сығып эш иткәндәр ҙә инде. Учреждение алдында, бар ауыл халҡын байрам менән сәләмләп, Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай урынлашҡан. Матур ҡар һындарын ауылдың оҫтаһы Альберт Ҡәлимов яһаған. Альберт Роберт улы Өфө сәнғәт колледжен тамамлай, әммә һөнәре буйынса эшләргә тура килмәй. Шулай ҙа ысын һәләтте йәшереп булмай тиҙәр. БелАЗ водителе булып эшләүсе Альберт Ҡәлимовтың был оҫталығы кешеләргә шатлыҡ килтереүҙә файҙаланыла. Ул амбулатория мөдиренең һындар яһап биреү тәҡдимен ихлас ҡабул итә. Әлбиттә, һәр эштә лә учреждение хеҙмәткәрҙәре уға ярҙам итеп тора. Һындарҙы, тейешле сағыулыҡ өҫтәп, төҫлө буяуҙар менән биҙәп тә ҡуйғандар. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай араһында Яңы йылдың төп символы - ҡупшы шыршы баҙлап ултыра. Тәҙрәләр ҙә буш ҡалмаған, унда кемуҙарҙан ҡағыҙ аттар сабыша. Амбулаторияға килеүселәр тышҡы матурлыҡтан тыш, Яңы йылды эстән дә тоя ала. Бында бүлмәләр сағыу мишуралар менән биҙәлгән, шыршылары ла бар.
(№ 3)

Ахунды һыу баҫты21.12.2013

Һөйләһәң, кеше ышынмаҫлыҡ хәбәр - ҡыш уртаһында Ахун ауылын һыу баҫты. Баҡһаң, Үрге Урал районының Карагайка ҡасабаһында 18 декабрҙә 19.00 сәғәттә дамба йырыла. Тулҡын беҙгә лә килеп етә, Ҡыйҙыш йылғаһының кимәле бер метр самаһы күтәрелә. Яр буйындағы йорттарҙың баҡсаларын боҙ ҡаплай, кәбәндәргә килеп етә… Күп кешеләр, һыу артабан күтәрелер, тип ҡурҡып, төнө буйы йоҡламай сыға.
Күршеләр таңғы 4 тирәләрендә генә ремонтты тамамлай, һыу кимәле төшә башлай. Белгестәр әйтеүенсә, яҙғы ташҡынға әҙерлек юғары кимәлдә үтмәгән булһа (торбаларҙы, канауҙарҙы таҙартыу һәм башҡа) ауылға байтаҡҡа күберәк зыян килер ине.
(№ 3)

Сетерекле мәсьәлә21.12.2013

Муниципаль район хакимиәтендә ветерандар эштәре буйынса Координация советы ултырышы үтте. Кәңәшмәлә хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙың районыбыҙҙағы йәмәғәт ярҙамсыһы Руслан айсин, тау-байыҡтырыу комбинатының профком рәйесе Амур Зәйнуллин, пенсия фонды, халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәге, социаль яҡлау бүлеге вәкилдәре һәм башҡа вазифалы кешеләр ҡатнашты.
(№ 3)

Ветерандар кубогына19.12.2013

15 декабрҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 25 йыллығы яҡынлашыу айҡанлы яугир-интернационалистар кубогына дзю-до буйынса турнир үткәрелде.

Ярыштарҙы тантаналы рәүештә асҡанда «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Союзы» рәйесе Салауат Лоҡманов йәш спортсылар алдында тәрбиәүи йәһәттән бик тә әһәмиәтле телмәр тотто. Һәр ир баланың көслө, сыҙамлы, батыр булып үҫергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, Афған һуғышы ветераны Салауат Нәжип улы үҙе лә ваҡытында фәҡәт дзю-до менән шөғөлләнгән кеше.
Шәхси беренселектә түбәндәге көрәшселәр иң юғары наградаларға лайыҡ булды: Әмир Шәрипов (тренеры А. Воронцов), Никита Исаев (Ш. Хәйбуллин), Зариф Сөләймәнов (Ф. Шакиров), Вәсил Мөхәмәтйәнов, Артур Сәлимов, Альберт Ғайсин (А. Гончаров), Данил Таһиров (И. Харисова).
Командалар араһында беренсе урында балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, унан ҡала «Патриот» һәм «Өмөт» клубтары.
(№ 3)

Кейемле булдылар19.12.2013

Уҙған аҙнала ҡала-район мәктәптәренең 1-се класс уҡыусылары ҡыуаныслы ваҡиғаның шаһиты булды. Ниһайәт, 900-гә яҡын бала күптән көтөлгән өҫтәмә мәктәп формаһы комплектын алып шатланды.

1-се класс уҡыусыларын өҫтәмә комплект менән тәьмин итеү тураһындағы указға республика президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйғайны. Документҡа ярашлы, быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда йәшәүсе 44 мең беренсе класс уҡыусыларына бушлай өҫтәмә комплект бирелергә тейеш ине. Кейемдәрҙе тектереү һәм таратыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 43,5 миллион һум аҡса бүленде. Жилет һәм жакеттарҙы тегеүҙе «Өфө трикотаж фабрикаһы» йәмғиәте үҙ өҫтөнә алды. Балаларҙың үлсәмдәрен уларға йәйҙән яҙып биргәндәр ине. Әлбиттә, оҙайлы конкурс процедуралары арҡаһында комплекттарҙы уҡыусылар 1 сентябрҙә түгел, бөгөн генә алдылар. Бер комплекттың хаҡы (жилет һәм жакет) яҡынса 990 һум тора. Әйтергә кәрәк, уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә яңы кейемдән ҡәнәғәт. Әйберҙәрҙең сифатлы тегелеүен һәм зауыҡлы булыуын билдәләйҙәр.
(№ 3)

Иң яҡшылар - Учалынан!19.12.2013

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы БР Журналистар Союзы менән берлектә Контактта социаль селтәрендә онлайн тауыш биреү юлы менән Йыл журналисын билдәләүе тураһында яҙғайныҡ инде. Һәм бына, ниһайәт, 16 декабрҙә Өфөлә уҙғарылған Матбуғат балында еңеүсе билдәләнде. Иң күп тауыш йыйып «Йыл журналисы» исеменә «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе, яҡташыбыҙ Гүзәл Ситдиҡова лайыҡ булды. Уның йәшәйешебеҙҙең төрлө яҡтарын яҡтыртҡан, уйланырға мәжбүр иткән «Махсус репортаж» һәм башҡа тапшырыуҙарын күптәр яратып тыңлаһа ла, Гүзәл Алмас ҡыҙының Ураҙ ауылынан икәнлеген белмәйҙер ҙә әле. Әйткәндәй, журналистикаға тәүге аҙымдарын Гүзәл Ситдиҡова тап «Яйыҡ» гәзитендә яһай.
(№ 3)

Моңға ғашиҡ Ангелина19.12.2013

«Сулпылар» тапшырыуын белмәгән кеше юҡтыр. Ҡунаҡбай сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Ангелина Әхмәҙиева быйыл ошо республика телевизион конкурсында үҙ көсөн һынаны. 250-гә яҡын ҡатнашыусы булыуы ла 11 йәшлек ҡыҙсыҡты баҙатмай. Финалға уларҙың ни бары 12-һе етә. Улар араһында беҙҙең кескәй һандуғасыбыҙҙың исеме лә теркәлә. Һәм, ата-әсәһен, апаһын, яҡындарын, уҡытыусыһын ҡыуандырып, ул «Сулпылар-2013» республика телевизион конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ була.
(№ 3)

Дәртле башланғыстар17.12.2013

Районыбыҙҙа төрлө төркөмдәр, ғаилә, үҙешмәкәр ансамблдәре барлыҡҡа килеүе - шатлыҡлы күренеш. Илтабан ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Хафиза Вәлиуллина ла хаҡлы ялға сыҡҡан апайҙар менән берлектә фольклор төркөмө төҙөп, «Тик һеҙгә генә» исемле концерт программаһы әҙерләгән. Дәртле апайҙар ауылдаштарын да, Ҡотой, Ҡолош, Ишмәкәй, Ҡунаҡбай, Аҡҡужа, Һәйтәк ауылдары халҡын да ҡыуандыра. Башҡа ерҙәргә юлды транспорттың булмауы ғына тотҡарлап тора.

Ә концертта «Гөлъямал» йыры менән Рәйлә Ғатауллина таң ҡалдырһа, Зәлиә Сәғитова менән Вәсилә Ғөбәйҙуллина бейеүҙәре менән дәртләндерҙе. Һүҙ оҫталары Әлфиә Йәлилова, Тәбисә Сабитова, Флүрә Хисамова, Гүзәл Моратова, Хафиза Вәлиуллина кәйефтәрҙе күтәрҙе. Алып барыусы, Илтабан ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Людмила Александровна ла һөйөндөрҙө. Илтабан ауылының дәртле апайҙарына афарин әйтеп, башланғыстарында тик уңыштар ғына теләп ҡалабыҙ.
(№ 3)

Йыл журналисын билдәләйек17.12.2013

Башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре кеүек үк журналистар ҙа йыл аҙағында эшләнгән эштәрен барлай, иң яҡшыларҙы асыҡлай. Ошо маҡсатта быйыл да 16 декабрҙә Өфөлә инде йолаға әүерелгән Матбуғат балы уҙғарыласаҡ. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм БР Журналистар Союзы ойошторған сарала «Йыл журналисы» билдәләнәсәк. Гәзитебеҙ коллективы был номинацияға гәзит асылғандан башлап хеҙмәт итеүсе, коллективта ла, гәзит уҡыусылар араһында ла абруй ҡаҙанған, үткер һүҙле, тос фекерле коллегабыҙ Илфат Янбаевты күрһәтте. Еңеүсене асыҡлау Контактта социаль селтәренең «Матбуғат балы» төркөмөндә он-лайн тауыш биреү буйынса билдәләнәсәк.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Һеҙ ҙә 13 декабргә тиклем Илфат Әғләм улы өсөн тауыш биреп, төбәгебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер башҡорт баҫмаһының абруйын күтәрә алаһығыҙ.
(№ 3)

Сораманда таҙа һыу17.12.2013

Сораманда эсәр һыу менән файҙаланыу үҙе бер тарих һымаҡ. Элек халыҡ йылға буйында ҡаҙылған ҡоҙоҡтарға, яҙын алыҫтағы Шәкәр ҡойоһона йәки тауҙан аҡҡан ҡар һыуына барырға мәжбүр булды.

1980 йылдар башында, Ғамир Ғәләүетдинов управляющий булған саҡта, хужалыҡ көсө менән тәрән скважиналы һәм башнялы һыу системаһы төҙөлгәйне. Өс кенә һыу алыу нөктәһе булһа ла, ул 30 йылдан ашыу хеҙмәт итте. Ниһайәт, быйыл «Таҙа һыу» республика программаһы буйынса Сораман ауылы урамдарында 15 һыу колонкаһы һәм 6 янғын һүндереү гидранты булған 50-шәр кубометр һыу һыйҙырышлы ике башня ҡалҡып сыҡты. 120 йорттан торған ауыл халҡы өсөн был - республика Хөкүмәте, район хакимиәте һәм ауыл Советы тарафынан эшләнгән ҙур бүләк. 8 млн һум аҡса һалынған эште Сибайҙан «Техноресурс» йәмғиәте йәй эсендә башҡарып сыҡты. Был ойошма киләһе яҙға теләгәндәргә (ә улар 30-ға яҡын) йорттарына һыу ҙа үткәрәсәк. Яңы колонкаларға һалынған яңы һуҡмаҡтан биҙрә тотоп һыуға барғанда беҙҙе хәҙер бер генә уй борсой - ҡаты һыуыҡтарҙа ла шулай ғына эшләп торһа ярар ине.
(№ 3)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2013    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.