» Материалы за Февраль 2014 года

Батыр разведчиктар27.02.2014

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Өргөн һәм Илсе мәҙәниәт йорттарының бергәләп «Йәгеҙ әле, егеттәр!» ярыштары үткәреүҙәре инде 10 йылға яҡын дауам итеп, матур йолаға әйләнгән.
Тәүҙә - Илсе, һуңынан Өргөн сәхнәләрендә һалдатҡа алынасаҡ егеттәрҙең «Батырҙар» һәм «Разведчиктар» командалары осрашып, сослоҡта, зирәклектә, оҫталыҡта һәм ныҡышмалылыҡта көс һынашты.

Почтальон27.02.2014

Нисәмә йыл үтһә лә, һаман күҙ алдында торған һымаҡ - оҙон буйлы, сандыр кәүҙәле, почтальон муҡсаһы тағып өйҙән-өйгә йөрөй, бер генә битлек «Ударсы» район гәзитен һәм хаттарҙы тарата. Барый Мөсәғит улы Мөсәғитов был эшкә ҡасан тотонғандыр, әммә һуғыштан алда ла, һуң да (1952 йылға тиклем) почта таратты. Ауылдан фронтҡа киткән 162 яугирҙың хат аша ебәргән сәләмдәрен дә еткереүсе ул булды, башын һалған 92 ауылдашыбыҙҙан «ҡара ҡағыҙҙар» ҙа килтерҙе. Яҡшы хәбәр килтерһә, өйгә ашҡынып барып инә, насар яңылыҡ икән - кеше эйәртеп кенә тупһа аша атлай торғайны…
Барый ағай гәзит-хаттарҙы 12 саҡрымдағы Учалы ауылынан үҙе барып алып ҡайта ине. Теге яҡҡа буш бармай, «Иманғол» колхозының эш тураһындағы мәғлүмәт ҡағыҙҙарын, башҡа документтарҙы юл ыңғайы район комитетына һәм Советына, милицияға, прокуратураға, ауыл хужалығы бүлегенә тапшырып сыға.
(№ 23)

Ни күрһәң дә, сабыр ит!27.02.2014

Әҙәм балаһының ғүмере төрлө мәшәҡәттәр, хәстәрлектәр, ауырлыҡтарға ҡаршы тороуҙар менән тулы. Донъя тормошо аҙым һайын сабырлыҡҡа һынауҙар үткәрә. Улар алдында аптырап ҡалғандар, ғәҙәттә, юлдан яҙа, сабыр итә белгәндәр, әкренләп булһа ла, моратына өлгәшә. Ата-бабаларыбыҙ сабырлыҡтың төбө - һары алтын, тиһә, хәҙис-шәрифтәрҙә был сифат яҡшы арғымаҡ менән сағыштырыла.
Сабырлыҡты Алла-һы Тәғәлә үҙенең бәндәһенә яҡшыны ямандан, иманды иманһыҙлыҡтан айырыу өсөн биргән. Сабырлыҡ - ул нәфсене аҡыл һәм шәриғәт талаптарына буйһондороп, күңелде һәм рухты тәртип ҡыҫалаһында тотоп тороусы бер сифат. Сабыр кеше генә ғәҙеллектең, изгелектең, именлектең ҡәҙерен белә ала. Изгелек һәм ғәҙеллеккә саҡырыу - Ҡөрьән хөкөмдәренең иң олоһо. Сабыр кеше имандың да, тормоштоң да ҡәҙерен белә.
(№ 23)

Моң һүнмәһен27.02.2014

Милли сәнғәтебеҙҙең быуындан-быуынға еткерелеүендә БСТ каналы тапшырыуҙары ҙур роль уйнай. Уның «Байыҡ», «Башҡорт йыры» һәм башҡа проекттары буйынса боронғо башҡорт ижады тураһында һүҙ йөрөтөргә була. Канал күрһәткән шәп тапшырыуҙарҙы ҡарап, йәш саҡтың хәтирәләре менән бүлешкем килеп китте.
1941-1944 йылдарҙа тыуған Белорет районының Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында йәшлек дуҫым Хәйҙәр Хәмзин менән күберәк бергә уйнап, уның олатаһы Хәмзә еҙнәнең ҡурайҙа өҙҙөрөүен, өләсәһе Һандуғас апайҙың «Таштуғай», «Сәлимәкәй» йырҙарын моңло итеп башҡарыуын тыңлай торғайныҡ. Ул ҡурайҙың моңо, йырҙар бөгөн дә ҡолаҡ төбөндә яңғыраған кеүек. Беҙҙең боронғо башҡорт көйҙәре йөрәккә үтеп инеп, кешене уйландырһа, бейеү көйҙәре дәрт өҫтәп ебәрә бит ул.
(№ 23)

«Таусы» беренсе27.02.2014

8-22 февралдә Учалы ҡалаһының «Таусы» боҙ аренаһында йәш хоккейсылар араһында «Алтын шайба» республика ярышының финалы үтте. Был ярыштар А. Тарасов исемендәге Бөтә Рәсәй «Алтын шайба» клубы барлыҡҡа килеүенең 50 йыллығына арналған.
(№ 23)

Штрафтар артты27.02.2014

Учалы эске эштәр бүлегенең административ практика бүлексәһенең өлкән инспекторы Олеся Борисова хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 10 ғинуарынан закондарға үҙгәрештәр ғәмәлгә инеп, алкоголгә бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡ уғата артҡан. Ентекләп яҙыу артыҡ булмаҫ, аҙағынан үкенергә тура килмәһен!
(№ 23)

Күҙ йомоп ҡарамайыҡ27.02.2014

Күҙ йомоп ҡарамайыҡТормошта үҙ урыныңды, үҙ юлыңды табыуы еңелдән түгел. Айырыуса йәш быуындың иңенә был мәсьәлә ауыр йөк булып ята. Советтар Союзы осоронда һәр кеше алдан билдәләнгән юҫыҡ буйынса алға табан барҙы, маҡсатына иреште. Бар халыҡ башлыса яҡты киләсәк төҙөү хаҡына көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәне. Хәҙер иһә һәр кемебеҙ үҙ алдына ғына яңғыҙы тороп ҡалған төҫлө. Элекке рухи маҡсаттарҙың береһе лә юҡ тиерлек, кешеләр маяҡһыҙ ҡалды. Бындай шарттарҙа йәштәр өсөн бөгөнгө тормошто танып белеү, нимә яҡшы һәм нимә насар икәнлегенә төшөнөү бик сетерекле мәсьәләгә әйләнде.

Егет-ҡыҙҙар үҙҙәрен уратып алған донъяны өйрәнгәндә, ниндәйҙер һығымталар яһағанда һәм киләсәккә пландар ҡорғанда төп өлөштә Интернетҡа, телевидениеға, ваҡытлы матбуғат сараларына таяна.
Тик бына ундағы мәғлүмәттәр һәр ваҡытта ла тормошто ыңғай яҡтан баһаларға мөмкинлек бирмәй. Эшләп байып булмай, донъяла иң ҙур ниғмәт - аҡса, шәхси маҡсатыңа ынтылғанда намыҫ-выжданды аяҡ аҫтына һалып тапау бер ни түгел кеүек яҙыҡ фекерҙәр унда саманан тыш күп. Сер түгел, шундай йоғонто аҫтында хәҙер йәштәрҙең ҙур өлөшө илебеҙ алып барған сәйәсәт, дәүләтебеҙҙең киләсәге менән бигүк ҡыҙыҡһынмай. Улай ғына ла түгел, тыуған төбәгенең, үҙ милләтенең, хатта, тыуып үҫкән ғаиләһенең яҙмышына битарафҡа әйләнә.
(№ 23)

«Ауылпиада» үтте27.02.2014

Яңы Байрамғол мәктәбендә Олимпиада уйындарына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ҙур сара - «Ауылпиада-2014» үтте. Тәүҙә Олимпия уты сырағын кереттеләр, быны беҙҙең билдәле көрәшсебеҙ Радик Ғафаров һәм 6 йәшлек Ләйсән Золотарева башҡарҙы. Ярыш флагын гимн аҫтында ярышҡа килгән командаларҙың капитандары күтәрҙе.
(№ 23)

Учалы - Ҡолош27.02.2014

Ҡолош ауылында «Сочи-Ҡолош 2014» тигән ярыш үтте. Ҡатнашыусылар керлинг, саңғыла йүгереү, скелетон, шорт-трек, бобслей буйынса көс һынашты.
(№ 23)

Әҙәби сара27.02.2014

Учалы яҙыусылар ойошмаһы туған телгә арналған сара уҙғарҙы. Ә. Сафина, Б. Янбулатов, Р. Шаһиев, Ф. Хәсәнов, Д. Мәхмүтдинова, Л. Юлбирҙина, И. Ғимранов, Ә. Нуретдинов ҡарамағына яңы ғына ҡәләм тибрәтеүселәрҙең ижади эштәре сығарылды. Роза Нуретдинова, Тәнзилә Йыһаншина, Рәмилә Ҡадирова шиғыр, мәҡәлә, хикәйәләрен уҡып ишеттерҙе. Уларға ижади башланғыстарында эшлекле кәңәштәр әйтелде, йүнәлеш бирелде. Мансур мәктәбе уҡыусыларының шиғырҙары тикшерелеп, китапҡа тәҡдим ителде.
(№ 23)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2014    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
2425262728 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.