» Материалы за Март 2014 года

Яҙ килде!31.03.2014

Ошо көндәрҙә Ҡәйепҡол ауылында ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамы үтте. Күркәм биҙәлгән, музыка уйнап торған клуб алдына олоһо ла, кесеһе лә дәртләнеп ағылды. Клуб мөдире шиғыр яңғыратып байрамды асыҡ тип иғлан итте.

Байрамға эстафета таяғын тапшырыу өсөн Ҡыш бабай килде (Рафиҡ Рәхимов). Һәр ваҡыттағыса ул буш ҡул менән килмәгән, төрлө уйындар әҙерләгән. Айырыуса Ҡар бабай һынын яһау конкурсында ауылдың абруйлы инәйҙәре әүҙем ҡатнашты. Ҡыш бабай: «Ошо Ҡар бабай өс көндән иреп бөтөр, мин шул арала төньяҡҡа барып етермен. Ә һеҙгә яҙ килер», - тине. Тап шулай булырына ышанып ҡалабыҙ. Уйын барышында күп яҙҙарҙы күргән ағинәйҙәр араһынан Яҙһылыу һайлау туры үтте, ул образға Рәнизә Мәғәсүмова лайыҡ булды. Яҙһылыу ҙа буш килмәгән, ул яҙҙың тәүге сәскәләре кеүек сағыу кәнфиттәр һипте, балалар кемуҙарҙан шау-гөр килеп «сәскә» йыйҙы.
Уйындарҙың төрлөһө уйнатылды, әйтерһең дә, кесе һабантуй! Ҡарасҡы яндырыу - сараның иң күңелле мәле булды. Балаларға айырыуса оҡшаны, уларҙың шат тауыштары бар урамды яңғыратты. Ҡарасҡы янған арала теләктәр теләнде: күк йөҙө аяҙ, донъялар имен торһон, уңыштар мул булһын, һәр кеше бәхетле йәшәһен. Ҡыш бабай балаларҙы ауыл буйлап ат санаһында йөрөттө, аҙаҡтан хушлашып, төньяҡҡа юл алды. Сараны йомғаҡлап бөтә ҡунаҡтар ҙа йома сәйенә йүнәлде. Байрамды ойоштороусы клуб мөдире Гөлнур Рәшит ҡыҙына рәхмәт әйтеп таралыштылар.
(№ 37)

Ҡәҙерле кешем31.03.2014

Өләсәйем Нурҙиҙә Москова яҙҙың иң матур мәлендә Әй-Көсөк ауылында донъяға килгән. Ул изгелекле, игелекле, теремек ҡыҙ була. Үҫеп еткәс, Һөләймән ауылының иң батыр, иң көслө егете - Әфҡәт Московҡа тормошҡа сыға. Улар дүрт ҡыҙ, бер малайға ғүмер бирәләр.

Донъяла мал яратҡан, мал өсөн өҙөлөп торған кешеләр була. Малҡайҙарға ваҡытында һыу эсереп, бесән һалып, аҫтарын таҙа тотоуҙы улар изге бурыс тип ҡарайҙар. Бындай кешеләрҙе «мал йәнле» тиҙәр. Өләсәйем дә шундайҙарҙың береһе. 6-сы класта уҡығанда уҡ малсылыҡ эшенә ылыға һәм 34 йыл «Илсеғол» ауыл хужалығы предприятиеһында һауынсы булып эшләй. Хеҙмәт дәүерендә ул иң яҡшы һауынсыларҙың береһе булып иҫәпләнә.
Өләсәйем бик тә уңған кеше. Уның бешергән бәлештәре телде йоторлоҡ. Ғөмүмән, ниндәй генә аш-һыу бешерһә лә, ул һәр ваҡыт күңел йылыһын һалып әҙерләй. Өләсәйем көләс йөҙлө, шаян да. Иҫ киткес матур бейей үҙе, еңел генә баҫып, тыпырлатып ебәрһә, үҙеңдең дә күңелең күтәрелә. Ауылда үткәрелгән саралар, байрамдар уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй.
Өләсәйем, ҡәҙерлем, һиңә барыһы өсөн дә мең-мең рәхмәт. Оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйем.
(№ 37)

Бесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлем31.03.2014

Бесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлем1 апрель - Көлкө, йә Иҫәрҙәр көнө. Бер аҡыл эйәһе әйткән бит, донъяла иң ғәҙел өләшелгән нәмә - аҡыл. Сөнки бер кем дә уның үҙенә етешмәүенә бәлә һалмай. Ысынлап та, шулай бит, аҡса юҡлыҡҡа, тирә-йүндәгеләр ҡәҙереңде белмәүгә, сәләмәтлек ҡаҡшауға, ил йә төбәк властарының «йүнһеҙлегенә», заманалар ауыр булыуына һәм башҡаһына барыбыҙ ҙа тиерлек рәхәтләнеп зарланабыҙ. Ә бит фәҡәт аҡыл етһә, был проблемаларҙың күпселеген хәл итергә йә уларға яраҡлашырға һәм ҡәнәғәт көйөнсә, үҙеңде-үҙең ашамай йәшәргә мөмкин! Шулай итеп, кемебеҙ һыҡтау-мыжыуҙарҙан бушамай, 1 апрель - шуларҙың «һөнәри» байрамы, тип ауыҙ тултырып әйтергә хаҡ бар. Байрам менән!
Әйткәндәй, социологтар фаразы буйынса, 70 процент халыҡ 1 апрель көнө кемделер алдарға, ирмәк итергә йыйына. Уяу булығыҙ!


Көн менән төн
тигеҙләшкәс

Байрамдың ҡайҙан һәм нисек килеп сығыуы аныҡ ҡына билдәле түгел. Бер версия буйынса Наурыз байрамына, йәғни көн менән төндөң тигеҙләшеүенә бәйле. (Әйткәндәй, Берләштерелгән Милләттәр Ойошмаһының резолюцияһына ярашлы, 2010 йылдан халыҡ-ара байрам статусына эйә). Йәһүд менән христиандарҙың Пасхаһы ла ошо тирәгәрәккә тура килә. Ҡыҫҡаһы, көндөң төндән оҙонораҡ була башлауын билдәләү бик элекке йола. Боронғо гректар, был көндө күп көлгән кешегә ырыҫ ҡуна, тип ышанғандар. Ҡайҙа ла күңелле итеп үткәргәндәр, шуға Көлкө көнө тип аталалыр.
Икенсе версия буйынса, Европала Яңы йылды 1 апрель көнө ҡаршылағандар. 1564 йылда Франция короле Карл IX 1 ғинуарға күсертә, әммә элекке Яңы йыл көнөндә күңел асыу ғәҙәте барыбер ҡала.
(№ 37)

Баҙар хаҡтары раҫланды31.03.2014

Баҙар хаҡтары раҫландыБашҡортостан ҡалаларында, муниципаль райондарында 2014 йылдың беренсе кварталына дөйөм торлаҡ майҙанының бер квадрат метрына уртаса баҙар хаҡы күрһәткестәре раҫланған.

Ҡалаларҙа торлаҡ «квадратының» баҙар хаҡы 23600 һумдан алып (Ағиҙел һәм Межгорье) 32395 һумға тиклем (Өфө) үҙгәрә, ҡала биләмәләрендә - 28 меңдән алып (Дәүләкән) 31 мең һумға тиклем (Белорет һәм Учалы), муниципаль райондарҙа - 23600 алып (Белорет, Благовеùен, Дәүләкән, Ишембай, Мәләүез һәм Учалы райондары) 32 меңгә тиклем (Өфө районы). Раҫланған күрһәткестәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждарға субсидиялар күләмен иҫәпләгәндә файҙаланыла.
(№ 37)

Баҫыу эштәре өсөн31.03.2014

Баҫыу эштәре өсөнЯҙғы баҫыу эштәрен финанслауға Башҡортостанда республика һәм федераль бюджеттарҙан 1,6 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. Был средстволарҙың 840 миллион һумы үҫемлекселек өлкәһендә ҡатнашмаған ярҙамға тура киләсәк.

240 миллионы - техникаға субсидиялар, 300 миллионы - һөткә, 80 миллионы - ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыуға һәм 110 миллион һумын орлоҡ алыуға бүләсәктәр, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Аграр ведомствола билдәләүҙәренсә, яҙғы баҫыу эштәрен финанслауҙың төп сығанаҡтары элеккесә үҫемлекселек өлкәһендә ҡатнашмаған ярҙамға тура киләсәк, йәғни икенселәй әйткәндә гектарлап субсидиялау. Был маҡсатҡа ҡаралған 840 миллион һумдан 530 миллионы - федераль, 310 миллионы - республика бюджеттарынан.
Март башынан алып Башҡортостан аграрийҙарына ҡатнашмаған ярҙам буйынса бөтәһе 600 миллион һум тирәһе күсерелгән.
(№ 37)

Алда ҡәҙимге эш31.03.2014

Алда ҡәҙимге эшЙәшерәһе-батыраһы юҡ, Сочи Олимпиадаһы тамамланғансы күңелдә шом торҙо. Интернетта туҡтауһыҙ хөсөт сәселде бит. Мәҫәлән, Мәскәүҙең Карнеги үҙәге хеҙмәткәре Алексей Малашенко: «…хоккейҙа кем еңәсәге ул тиклем ҡыҙыҡһындырмай, шартлатасаҡтармы-юҡмы - бына төп һорау», - тип «ҡарҡылдаһа», АҠШ-тың Милли террорҙарға ҡаршы үҙәге директоры Метью Олсен туранан-тура: «…Олимпиада алдынан йә уны үткәргәндә террор акттары ихтималы юғары», - тип иҫкәртте. Хәҙер, шөкөр, тип ауыҙ тултырып әйтә алабыҙ - донъяла иң әһәмиәтле спорт тантанаһы тыныс һәм имен шарттарҙа үтте.

Рәсми сығанаҡтарҙан алған мәғлүмәттәр буйынса, именлекте тәьмин итеү өсөн 40 мең хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре, 30 мең хәрби, 23 мең әҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәре йәлеп ителә. Улар араһында - 653 Башҡортостан полицейы. Барыһы ла ентекле тикшереүҙәрҙән һуң һайлап алына.
Учалы эске эштәр бүлеген 9 кеше вәкилләне. Шуларҙың береһе - Шамил Жәмил улы Ҡаһиров. 1978 йылғы, Сәфәр ауылынан.
2002 йылдан эске эштәр системаһында. Башта ведомствонан тыш һаҡта, ваҡытлыса тотоу изоляторында хеҙмәт итһә, 2010 йылдан - полицияның участка уполномоченныйы.
(№ 37)

Кешеләр һәм йыландар28.03.2014

(поэма)

Һиндостан халҡы ерҙә иң
тәүҙә йыландар килеп
сыҡҡан, тип иҫәпләй.
Тау халыҡтары бөркөттәр
Ә минең уйымса, тәүҙә ке-
шеләр килеп сыҡҡан,
һуңыраҡ ҡына уларҙың күп кенәһе бөркөт булып киткән,
ә ҡайһы берҙәре йыланға әйләнгән.

Рәсүл Ғамзатов.


Ниңә донъя шулай ҡоролған?
Шулай булғанмы ул борондан?
Әллә бөтмәҫ көрсөк арҡаһында
Һуңғы ваҡытта ул боҙолған?
Хас боронғо мифтарҙағы кеүек
Зәһәр йыландар менән тулған.
Йыландарҙың билдәле өс төрө.
Һәр береһе үҙенсәлекле.
Һәр ҡайһының үҙ көнкүреше,
Үҙенә генә хас йәшәү рәүеше.

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ» КОНКУРСЫНА27.03.2014

«ЯЙЫҠ  ҺЫЛЫУЫ» КОНКУРСЫНА
Лена ИЛЬЯСОВА


1998 йылдың 30 майында Илсе ауылында тыуған.

Әле Илсе урта мәктәбенең 9-сы класында белем ала.

Мәктәп һәм ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Музыка, бейеү, театр түңәрәге лә Ленаға ят түгел.

Киләсәктә имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары уҡыу йортона

уҡырға инергә хыяллана. Хыялы - юрист булыу.
(№ 36)

Әсә теләктәре27.03.2014

Яҡты донъяға ауаз һалдың,
Ғүмер юлыңды һин башланың.
Аҡ йүргәккә һине төрнәнем дә
Аҡ теләктәр һиңә бағланым:
«Ғүмерле бул, балам!
Бәхетле бул, балам!
Хызыр, Ильяс юлдаш булһын һиңә,
Тура юлдан һин һис тайпылма».
Изге теләк теләнем дә,
Хоҙайыма һине тиңләнем.
Балаҡайым - күҙ нурым һин,
Балаҡайым - йөрәк итем һин!
Бәғеркәйең ҡаты булмаһын,
Кешелекле, кеселекле бул һин!
Кешеләр һиңә рәхмәт уҡыһын,
Һиңә ҡарап улар һоҡланһын.
Изге әсә балаһы был, тип,
Әсәңде лә улар ҙурлаһын.
Тормош юлы баҫҡыс-баҫҡыс китә,
Аҫтан юғарыға үрмәлә.
Бейеклектәр көтөр һине,
Тырышлығың булһа эргәлә!
(№ 36)

Оло бәхет27.03.2014

Оло бәхетҠатын-ҡыҙ өсөн әсә булыу иң ҙур бәхет. Ике яратҡан йәрҙең мөхәббәт емеше, көтөп алған сабый донъяны йәм, наҙ менән тултыра. Шуның менән бер рәттән ул йәштәргә яуаплылыҡ та өҫтәй: ғаиләнең яңы ағзаһы күп көс, түҙемлек, тормош белемен талап итәсәк. Әсә булырға йыйынған ҡатын-ҡыҙҙарға ыңғай тәьҫораттар, тәжрибә өҫтәү маҡсатында ғаилә, балалар һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге бер нисә йыл рәттән «Әсә булам» конкурсын ойоштора. Быйыл да был ярыш гөрләп үтте.

Әсә булырға йыйынған биш гүзәл ҡатын-ҡыҙ үҙ көсөн һынап ҡарарға тәүәккәлләгән. Тәүҙә ҡатнашыусылар жюри ағзаларын үҙҙәре, таланттары, ғаиләләре менән таныштырып үтте. Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылының мәҙәниәт йорто директоры Аида Йомабаева әсә булыуҙың тәмен татып өлгөргән, ул икенсе сабыйын көтә. Тәү сығышынан уҡ йыр-моңға әүәҫлеген танытты. Регина Ғиләзева ла төшөп ҡалғандарҙан түгел: аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта. Баймаҡ районы килене Айһылыу Лотфуллина бейеүгә әүәҫ булып сыҡты, ә сибек кенә күренгән Лидиә Ғилманованың айкидо буйынса ҡара билбау эйәһе булыуын берәү ҙә көтмәгән ине. Һөнәре буйынса уҡытыусы Вилә Юлаева нәфис һүҙгә тоғролоғон һаҡланы - үҙе хаҡында мәғлүмәтте шиғри юлдар аша тәҡдим итте.
(№ 36)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Март 2014    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.