» Материалы за Апрель 2014 года

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»29.04.2014

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»Эльвина ХӘЙРЕТДИНОВА

1998 йылдың 30 сентябрендә Илсе ауылында тыуған.

Илсе урта мәктәбенең 9-сы класында уҡый.

Бейергә, шиғыр ятларға, китап уҡырға, фото төшөрөргә ярата.

Киләсәктә психолог булырға хыяллана.

Маҡсаты - кешеләргә ярҙам итеү.
(№ 50)

Иҫтә ҡалырлыҡ сара29.04.2014

Иҫтә ҡалырлыҡ сараМәҙәниәт йылына арнап, Ҡобағош ауылында Белорет ҡалаһында йәшәүсе 80 йәшкә аяҡ баҫҡан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәррәм Сәлимов менән осрашыу ойошторолдо.

Кисәгә мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы йыйылды. Мөхәррәм ағай үҙе менән скрипка, думбыра, ҡумыҙ һәм ҡурай ҙа килтергән. Ошо музыка ҡоралдарында уйнап, балаларҙы ла, ололарҙы ла таң ҡалдырҙы. Китапхана йортонда сылт иткән дә тауыш сыҡманы, моңло ла, серле лә музыканы кисәгә килеүселәр бирелеп тыңланы. Баҡһаң, Мөхәррәм ағай балалар өсөн йөҙләгән йырҙар авторы ла икән. Ноталарға һалынған йыр китабы менән дискты ла онотмаған.
(№ 50)

Ҡурсаҡ уйнаусы балалар29.04.2014

Ҡурсаҡ уйнаусы балаларТуған телгә иғтибар һәм ихтирам тәрбиәләүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының роле ҙур. Бигерәк тә ҡала мәктәптәрендә уҡыусылар менән дөрөҫ эш алып барыу балаларҙа үҙ телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, теләк уятырға һәләтле. 3-сө лицейҙың башланғыс кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әнисә Ялалова ойошторған балалар ҡурсаҡ театры ошондай уңышлы алымдарҙың береһе.

Ҡурсаҡ театрында 2 «а» класынан туғыҙ уҡыусы шөғөлләнә. Уларҙа актерлыҡ һәләттәрен асыу эшен Әнисә Әүәл ҡыҙы икенсе йыл алып бара. Бөгөн ҡурсаҡ театры рус халыҡ әкиәте «Тирмәкәй»ҙе сәхнәләштергән. Бынан тыш, Заһир Зариповтың яңғыҙ башҡарыуында «Кем минең әсәйем?» әкиәте лә ҡуйылған. Әйткәндәй, Заһир «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында ҡатнашып, үткән йылда өсөнсө урын яулаһа, быйыл номинацияға лайыҡ булған.
(№ 50)

Ауылдар тарихы29.04.2014

Был мәҡәләмде оло быуын кешеләренең иҫтәлектәренә таянып яҙҙым. Олатайым Шакир Ғәбитов 1865-1870 йылдарҙа Башҡортостан тарихын өйрәнеүсе П.И. Рычковҡа беҙҙең шәжәрә тураһында мәғлүмәттәр биргән. Был хаҡта Белорет ҡалаһының музейына нигеҙ һалыусы М.Ф. Чурконың «Исторический очерк Тамьян-Катайского кантона АБССР» китабында әйтелә. Олатайым 1829-1933 йылдарҙа, бабайым Харин Шакир улы 1872-1958 йылдарҙа, атайым Ғәли Шакир улы 1875-1958 йылдарҙа йәшәгәндәр.

Яҙылған тарихи ваҡиғаларҙы бала саҡтан уҡ ололарҙың төрлө табындарҙа үҙ-ара һөйләшкәндәрендә ишетеп, ҡолаҡҡа элеп бара торған инем. 1947-1949 йылдарҙа атайым менән Һүренйәк, Тайһуған, Ҡөйәҙе исемле Урал тауы һырттарының көньяҡ итәгендәге яландарҙа бесән саптыҡ. Был яландар Ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан 15-20 саҡрымлыҡта ята. Үләндәрҙең бейеклеге, ҡуйылығы иҫте килтерерлек. Тик шуныһы насар - айыу күп, атты иркен ебәреп булмай, һәр ваҡыт бәйле тоторға кәрәк. Айыу үҙенең барлығын, ғәйрәтен күрһәтеп, яңғыҙ ултырған йөҙйәшәр ҡарағайҙарға менеп, ҡайырыһын һыҙырып төшөрә. Кистәрен атты арбаға бәйләп, ут яғып йоҡларға ятабыҙ. Ата-йым үҙенең 20 йылға яҡын (1895-1916 йылдар) ил сиген һаҡлауы тураһында һөйләй. Үҙенең хеҙмәттәш дуҫы, Рафиҡ ауылы егете Мөхәммәтте гел иҫкә ала торған ине. «Мөхәммәт менән Беренсе рус революцияһын Польшаның Варшава ҡалаһында ҡаршы алдыҡ. Беҙгә ул ваҡытта 30-ар йәш ине…» Атайымдан ауылыбыҙҙың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләүен һораным.
(№ 50)

Беҙгә оҡшаш төбәк29.04.2014

Беҙгә оҡшаш төбәкГәзиттең алдағы һанында яҙҙыҡ, Башҡортостан Ҡырым Республикаһының Белогорск районына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү маҡсатында беркетелде. Шефлыҡҡа алынған төбәк тураһында тулы мәғлүмәт биреү артыҡ булмаҫтыр. «Беҙҙең» район ярымутрауҙың уртаһындараҡ, Ҡырым тауҙарының итәгендә урынлашҡан. Үкенес, биләмәләренә диңгеҙ буйҙары инмәй, ә бына йылғалар байтаҡ - Зуя, Бурульча, Биюк-Карасу, Кучук-Карасу, Индол.

Белогорск районының майҙаны - 189,3 мең гектар (сағыштырыу өсөн, Учалы - 451 мең гектар).
Ауыл хужалығы ерҙәре - 115,6 мең гектар.
Урман майҙаны - 55 мең гектар ( беҙҙә - 230 мең гектар).
81 ултыраҡ иҫәпләнә - Белогорск, Зуя ҡасабаһы һәм 19 Советҡа берләштерелгән 79 ауыл. 65-66 мең кеше йәшәй (25 меңе - ҡалала). Рустар - 48%, татарҙар - 34%, украиндар - 16%. Шулай уҡ белорустар, гректар, румындар, чехтар, грузиндар, поляктар һәм башҡалар бар.
(№ 50)

Был донъяла ниҙәр бар?29.04.2014

Был донъяла ниҙәр бар?* Жириновский иҫәрләнеп, Дәүләт Думаһында хеҙмәт бурыстарын башҡарған журналистарҙы, шул иҫәптән, ауырлы ҡатынды мәсхәрәләп йәберләгәйне. Ул әйткән бортаҡ һүҙҙәрҙе гәзиткә яҙыуы ла уңайһыҙ… Был тапҡырҙа ҡоро ҡалмаҫ, буғай - «Бөгөнгө Рәсәй» мәғлүмәт агентлығы тупаҫ сәйәсмән шәрәмәтен судҡа бирҙе. Барыһының да яман данын таратһа ла, ЛДПР ағзалары юлбашсыларына һүҙ әйтергә ҡурҡа. Красноярск ҡалаһынан Мальчиков фамилиялы кеше генә хурланып, ағзалыҡ билетын почта аша Жириновскийға ебәрә, һинең кеүектәр менән бер ойошмала булаһым килмәй, тип ҡырт киҫә. Фамилияһына ҡарамаҫтан, ысын ир икән!

* Украинала көс менән власҡа килгән әҙәмдәрҙең аҡыл теүәллеге шик уятырлыҡ. Үҙен президент тип атаған Турчиновтың бойороғона ярашлы, Рәсәй менән сиктең буйынан-буйына танктарға ҡаршы траншея ҡаҙыла башланы. Сумск өлкәһендә, мәҫәлән, 20 километр ҡаҙығандар, киңлеге - 4, тәрәнлеге - 2 метр. Бөтә проектты тормошҡа ашырыу өсөн 16 миллион кубометр ер соҡоп сығарыу талап ителә - Беломорканал күләменән саҡ ҡына ҡалыша… Башлаясаҡтар ҙа, ташлаясаҡтар икәнлеге алдан билдәле, аҡса ла, яғыулыҡ та, техника яғы ла үтә наҡыҫ бит үҙҙәрендә. Йырындарҙа һыу йыйылып, һаҙланып һаҫып ятыр инде - хакимдарҙың һантыйлығына һәйкәл рәүешендә.
Хәрби эште аңлаған кешеләр әйтеүенсә, берәй мөғжизә менән ниәт бойомға ашҡан осраҡта ла, файҙаһы булмаҫ ине - Рәсәйҙең Т-90 танкы 6 метрға тиклем канауҙарҙы осоп үтә ала. Бульдозер килтереп, сығыу урынын күмдереү өсөн дә күп аҡыл кәрәкмәй инде… Тик эш уға барып етмәһен инде!
(№ 50)

Байрамдар имен үтһен29.04.2014

Байрамдар имен үтһен27 апрелдә көндөҙгө 3 тирәләрендә ҡаланың Көньяҡ микрорайонында янғын сыға. Ваҡытлыса йәшәү өсөн файҙаланылған йәйге йортто ут солғай. Эстә дүрт кеше ҡала. Бер ир еңел ҡотолһа, икенсеһе 3-4 дәрәжәлә утҡа бешеп йәрәхәтләнә.

Ә бына 1978 һәм 1987 йылғы йәш ҡатындар һәләк була. Тикшереү бара, фажиғәнең сәбәбе асыҡлана.
Оҙайлы байрам көндәрендә айырыуса һаҡ булығыҙ, йәмәғәт! Былай ҙа фажиғәләр йышайып китте. Кинәт һыуытҡандан һуң кинәт көн йылыныуы ла көтөлә. Тәбиғәткә сыҡҡанда айырыуса уяу булырға кәрәк, йәшел үлән ҡалҡҡансы урманда ут таралыу ихтималлығы бик юғары була торған. Берәйһе ихатағыҙға яҡын тирәлә сүп-сарын яндырырға булып китһә, күҙ-ҡолаҡ булыу ҡамасауламаҫ - оло бәлә сығарыу өсөн бер осҡон да етә бит. Ә иң мөһиме - ниндәй генә байрам булмаһын, эскәндә сама белеү зарур. Ут фажиғәләренең төп өлөшөнә теге йәки был рәүештә фәҡәт хәмер сәбәпсе.
(№ 50)

Халыҡты берләштергән көн29.04.2014

Халыҡты берләштергән көнЕребеҙгә, ниһайәт, бар тереклекте уятып, йәнә яҙ килде. Тәбиғәтебеҙҙең ошо миҙгеле айырыуса байрамдарға бай. Йылдар үтһә лә, уларҙың әһәмиәте юғалмай, хәтерҙән юйылмай.
1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы хаҡында ла шуны әйтергә мөмкин. Май айының тәүге көнөн байрам булараҡ ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ һәм уны барыбыҙ ҙа көтөп ала. Ә бына уның ҡайҙа һәм ҡасан байрам ителә башлауын ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә, моғайын. Шуға ла тарихҡа бер аҙ байҡау яһағанда зыяны булмаҫ.


1 Майҙы байрам итеү тарихы Америкаға барып тоташа. 1886 йылда Америка эшселәре 15 сәғәтлек эш көнөн 8 сәғәтлеккә ҡалдырыуҙы талап итеп забастовкаға сыға. Ә 1889 йылда II интернационалдың Париж конгресы Чикаго эшселәре иҫтәлегенә 1 майҙа йыл һайын демонстрация үткәреү хаҡында ҡарар сығара. 1890 йылда инде 1 Май - Хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө булараҡ Австро-Венгрия, Бельгия, Германия, Дания, Испания, Италия, АҠШ, Норвегия, Франция, Швеция һ.б. илдәрҙә билдәләнә. Рәсәйҙә лә 1 Майҙы билдәләү 1890 йылдан башлана.
(№ 50)

Айырылғыһыҙ «дуҫ»28.04.2014

Айырылғыһыҙ «дуҫ»А. Герцендың: «Кешелек тормошо эҙмә-эҙлекле китаптарҙа тороп ҡалған: ырыуҙар, кешеләр, дәүләттәр юғалған, ә китаптар һаҡланған», - тигән һүҙҙәре бар. Тимәк, үткәндәр менән танышыуҙа, тормошто танып белеүҙә, борсоған һорауҙарға яуап табыуҙа китап төпһөҙ хазина һанала. С. Смайлстың (шотланд яҙыусыһы) «Китаптар - ҡартайғанда иң яҡшы дуҫ, ә йәшлектә - иң яҡшы етәксе», - тигән һүҙҙәре лә был хазинаның аңыбыҙҙы, күңелебеҙҙе үҫтереүҙә, тормош мәғәнәһен тулыландырыуҙа белем сығанағы булыуын дәлилләй. Ҡасандыр китап уҡыуҙы үҙенә тик бай кешеләр генә рөхсәт итә алған, сөнки улар һирәк, хаҡы ла ҡиммәт булған. Ҡыҙғаныс, әммә бөгөн китаптар күп, ә уҡыусылар һирәк. Был аҙнала Бөтә донъя китап көнө билдәләнде. Шуға ла сираттағы «Шәмбе бите»н китап донъяһына бағышлайбыҙ.

Борон-борон заманда…
Әле хәреф, яҙыу ҡауырһыны уйлап сығарылмаҫ элек үк һәләтле кешеләр әҙәбиәткә ынтылған. Уларҙың ижадтары китап кәштәләрендә түгел, ә әҙәм хәтерендә һаҡланған. Үҙебеҙҙең башҡорт халҡын алғанда ғына ла әллә күпме күләмле эпос, ҡобайыр, риүәйәт-легендалар яттан һөйләнеп, яңы быуынға тапшырыла килгән.
(№ 49)

Күңелле үтһен байрамдар28.04.2014

Күңелле үтһен байрамдарЯҙ һәм Хеҙмәт байрамы, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы уңайынан ҡала-районыбыҙҙа байтаҡ саралар ойоштороласаҡ.

1 май 10.30 сәғәттә барыһын да «Хеҙмәт коллективтары маршы» тип исемләнгән байрам демонстрацияһы көтә (ойошма-предприятие коллективтары ҡатнаша). Был көндө Дан стелаһы майҙанында сауҙа нөктәләре эшләйәсәк, ошонда уҡ гәзит-журналдарға яҙылыу ойоштороласаҡ, төрлө приздар уйнатыласаҡ. Мәҙәниәт һәм ял паркында аттракциондарҙа йөрөргә мөмкин буласаҡ. 11.30 сәғәттә митинг һәм байрам концерты. 17.00 сәғәттә «Горняк» боҙ аренаһында «Боҙҙа бейеү» фигуралы шыуыу шоуы уҙасаҡ. 9 май 10.00 сәғәттә Еңеү Парады һәм тантаналы митинг. 11.15 сәғәттә Дан стелаһы майҙанында «Еңеү вальсы» конкурсы үтәсәк. 13.00 сәғәттә Мәҙәниәт һәм ял паркында «Һуғыш - балалар күҙлегенән» тип исемләнгән балалар өсөн байрам сараһы. 15.00 сәғәттә Дан скверында һүрәт төшөрөү, шиғыр һөйләү буйынса конкурстар уҙасаҡ. 18.00 сәғәттә Дан стелаһы майҙанына «Йәш быуын иҫләй» тип исемләнгән байрам программаһына саҡырабыҙ.
(№ 49)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2014    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.