» Материалы за Май 2014 года

Милләт рухы һағында29.05.2014

Уҙған йылдың декабрендә Учалы районында «Ағинәйҙәр ҡоро» ойошторолғайны. Был идеяны ауылдар ҙа дәррәү күтәреп алды. Мәҫкәү ауылында «Ағинәйҙәр ҡоро» февралдә барлыҡҡа килде һәм унда ауылдың иң абруйлы инәйҙәре тупланған. Мәүжидә айсина - 6 бала әсәһе. Дин юлында булған инәй аят кисәләрендә тәрбиә тәғлимәттәрен халыҡҡа еткерергә тырыша. Алсаҡ йөҙлө Зәкиә Шәһәрғазина 4 бала тәрбиәләп үҫтергән. Уның улдары башҡорт рухлылар. Флүрә Садиҡова ла 4 ҡыҙ һәм 1 улға ғүмер биргән. Һәр балаһы тормошта үҙ урынын тапҡан. Зөләйха Мөхтәрова - 4 бала әсәһе. Уны ауылдаштары кешелекле һәм кеселекле итеп беләләр.

Рух һағында тороусы ағинәйҙәр эште милли костюм тегеүҙән башлаған, яға һәм ҡашмауҙарҙы ла үҙ ҡулдары менән нағышлағандар. «Күҙҙәребеҙ насар күрә. Энәгә еп үткәрә алмай аҙапландыҡ. Ярай әле ғаилә ағзалары ярҙамлашты. Тәңкәләрҙе лә улар тишеп бирҙе», - ти ағинәйҙәр. Шулай ҙа атҡарып сыҡҡандар. Хатта яғаның ауырлығын да үлсәп ҡарағандар. Мәҫәлән, Зөләйха Шәрипҡол ҡыҙының түшелдереге 3,5 кг тартҡан. Ынйы-мәрйендәр, тәңкәләр, ҡортбаштар менән биҙәлгән яғалар бик матур. Улар милли костюм өлгөләренә ҡарап тегелгән, боронғо әйберҙәрҙән алынған аҡсалар ҙа бар. Инәйҙәрҙең ҡара ситектәре лә үҙҙәренә бик килешә. Уларҙы урындағы эшҡыуар Әлмира Кәримова бүләк иткән икән. Афариндан башҡа нимә әйтәһең, үҙенә ҙур сауап алған.
(№ 62)

Бурысһыҙ бурыслылар29.05.2014

Бурысһыҙ бурыслылар«Былтыр машинамдан бәләкәй ҡул сумкаһын урланылар, - тип һөйләгәйне бер танышым. - Унда паспортым, фатир асҡыстары, бер аҙ аҡсам бар ине...» Шул көнө үк ул фатир йоҙаҡтарын яңыға алмаштырып ҡуя һәм эске эштәр бүлегенә барып, ғариза яҙа, яңы паспорт юллап ала.

Дөрөҫ, паспорт өҫтәлендә, оҙаҡ көтөргә тура киләсәк, тигәс, танышым паспортын «урланылар» тип түгел, ә «юғалттым» тип яҙа. Ике ай самаһы ваҡыт үткәс, Рәфис дүрт төрлө банктан бурыстарын кисектермәй түләүҙе талап иткән шылтыратыуҙар һәм хаттар ала башлай. Һис ҡасан булмаған был «бурыстарҙың» дөйөм суммаһы 500 меңдән ашып китә! Асыҡланыуынса, бурҙар уның урланған паспортын файҙаланып, төрлө банктарҙан кредиттар алған булып сыға. Кредиттар тарихы бюроһы хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, уларға ай һайын тиҫтәләгән ана шундай сигналдар алырға тура килә икән.
Бындай уҫал һәм аяуһыҙ мутлашыуҙарҙың бер нисә төрлө юлы бар. Иң йыш осрай торғаны - урланған документтарҙы файҙаланып, кредит алыу. Бында бурҙар документҡа фотоһүрәтте генә алмаштырып йәбештерә лә - эш тә бөтә. Ә бына ксерокопиялар буйынса бирелеүсе кредит эштәре банк хеҙмәткәрҙәренең енәйәтселәр менән бергәләп хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләй.
(№ 62)

Өлгөрөп ҡалығыҙ29.05.2014

Өлгөрөп ҡалығыҙҺәр кем телевидениенан йыш ишетә, әммә аныҡ ҡына белеүселәр һирәк. Нимә ул «дача амнистияһы»? Теүәл әйткәндә, 2006 йылда ҡабул ителгән «Айырым төр күсемһеҙ милеккә граждандарҙың хоҡуҡтарын ябайлаштырылған тәртиптә рәсмиләштереү мәсьәләһе буйынса ҡайһы бер РФ закон йыйылмалары акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы федераль закон (№93-ФЗ, 30.06.2006 йыл). Ошо хоҡуҡи акттың асылы тураһында БР буйынса Росреестр идаралығының Учалы бүлеге начальнигы урынбаҫары - ерҙәрҙе файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса баш дәүләт инспекторы урынбаҫары Мансур Таймас улы Мортазин менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Ауыл халҡына ҡағылышы бармы, юғиһә, үҙәк телеканалдарҙан күберәген дача участкалары тураһында хәбәр сыға?
- Әлбиттә! Тәү сиратта фәҡәт ауыл халҡына актуаль, тип иҫәпләйем. Теүәл әйткәндә, ерҙе законға ярашлы ике рәүештә генә биләргә мөмкин - йә эйә булыу (хоҡуҡты дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ - мотлаҡ шарт), йә килешеү нигеҙендә эйәнән ҡуртымға (арендаға) алыу. Беҙҙә ни, бәғзе ауыл кешеләре, йортом ни заман был участкала тора, ер һалымы түләйем, тимәк, ер ҙә минеке, тип яңылыша. Хоҡуҡ дәүләт тарафынан рәсмиләштерелмәгән икән, кеше хужа булып иҫәпләнә алмай. Йорт-участканы һатырға, бүләк итергә, мираҫҡа ҡалдырырға булып китһә, был мәсьәлә бар киҫкенлегендә ҡалҡып сығасаҡ. «Дача амнистияһы» граждандар электән биләгән ер участкаларына, унда урынлашҡан торлаҡ йорттарға, гараждарға һәм баҡса өйҙәренә хоҡуҡты еңел рәсмиләштерә алһын өсөн индерелде лә инде.
(№ 62)

Өлгөлө магазин29.05.2014

Заманалар үҙгәргән һайын тормош талаптары ла үҙгәреп тора. Элек ауылыбыҙҙа бер генә рабкооп магазины эшләһә, хәҙер эшҡыуарҙарҙыҡы менән бергә биш магазин булып китте.

Шулар араһында иң яҡшыһы - Зөһрә һәм Рим Төхвәтуллиндарҙыҡы. Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигән мәҡәл бар. Зөһрә менән Рим йәшләй генә өйләнештеләр, иң тәүҙә заманса йыһазландырылған йорт һалып сыҡтылар. Аҙаҡ бәләкәй генә магазин асып ебәрҙеләр. Хәҙерге көндә уларҙың сауҙа нөктәһе ҙур, яҡты һәм бай. Аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем, төҙөлөш материалдары, бойҙай, ҡатнаш аҙыҡ һ.б. бар. Әйткәндәй, ауылыбыҙ халҡының яртыһынан күбеһе уларҙың магазинына йөрөргә тырыша. Ике һатыусылары сауҙа итә. Шуларҙың береһе Зөлфиә Бикҡужина магазин асылғандан бирле эшләй. Һәр ваҡыт мөләйем йөҙлө, алсаҡ күңелле ул. Шуға күрәлер ҙә ҡасан барма магазин эсе тулы кеше.
Кәрәкле әйбер һорап тирә-яҡ ауылдарҙан, хатта Силәбе өлкәһенән дә киләләр. Был хөрмәт уларҙың тырышлығы һәм талапсанлығы менән бәйле.
(№ 62)

Кескәйҙәр өсөн29.05.2014

Комсомольск ҡасабаһындағы балалар баҡсаһына кескәйҙәр күрше ауылдарҙан йөрөйҙәр.

Хәҙер тәрбиәләнеүселәребеҙҙең бәхете икеләтә артты. Туңғатар ауылы эшҡыуары Ураҙай Ғиззәтуллин үҙ сығымдарына балалар өсөн уйын майҙансығын яһап бирҙе. Әйткәндәй, эшҡыуарҙың үҙ ейәне лә был бәхетте татый. Ошондай ярҙамы өсөн Ураҙай Ғиззәтуллинға ауылдаштар, ата-әсәләр исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Үҙ төбәгенә битараф булмаусы эшҡыуарҙар күберәк булһын ине.
(№ 62)

Стенд асылды29.05.2014

Көсөк ауылында Муса Мортазин музейы эшләп килә. Күптән түгел музейыбыҙҙа мәртәбәле ваҡиға булып үтте.

Ауылыбыҙҙың батыр улы, районыбыҙҙың ғорурлығы яугир Зыяф Таяп улы Таһировҡа арналған стенд асылды. Унда был шәхескә ҡағылышлы төрлө материалдар тупланған, хатта хәрби кителе лә бар. Зыяф Таяп улының кесе ҡыҙы атаһының шәхси әйберҙәрен дә килтерергә вәғәҙә итте. Мортазин нәҫелен дауам итеүсе мәшһүр шәхесебеҙ эшмәкәрлеге һәм тормошо менән танышырға теләүселәргә музейыбыҙ ишектәре асыҡ.
(№ 62)

Бүләк - хужаһында29.05.2014

Бүләк - хужаһында Баҫмабыҙға ағымдағы йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы тамамланыуға табан бара. Был юлы ла гәзитебеҙҙе алдырып уҡыусы дуҫтарыбыҙҙың күбеһе беҙгә тоғро ҡалыр, тип уйлайбыҙ. Яҙылғандарға «Афарин!» тибеҙ.

Дуҫтар, үҙегеҙ яҙылғас, күршеләрегеҙҙе, туған-таныштарығыҙҙы ла «Яйыҡ»ҡа яҙҙырмай ҡалдырмағыҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзитебеҙҙе ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле мәҡәләләр менән байытырға тырышырбыҙ. Шулай уҡ «Яйыҡ»ҡа яҙылыусыларҙың бүләк отоу мөмкинлеге барлығын да онотмағыҙ.
Редакция коллективы ойошторған «Еңеүсегә елле бүләк» акцияһы дауам итә. Ошо көндәрҙә, йолаға ингәнсә, икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында беренсе лотереябыҙ уйнатылды. Уйын шарттары ла элеккесә ҡалды, гәзитебеҙгә яҙылған квитанция күсермәһен редакция адресына хат аша ебәрергә йәки үҙегеҙгә алып килергә кәрәк ине.
(№ 62)

Учалыла Еңеү байрағы27.05.2014

Учалыла Еңеү байрағы«Гагарин көндәре» акцияһы сиктәрендә 6-23 майҙа республикабыҙҙа «Еңеү байрағын ҡаршылау» тип исемләнгән сара үтте.

Еңеү байрағы, теүәл әйткәндә, 150-се уҡсылар дивизияһы флагы. 1945 йылдың 1 майында Ҡыҙыл армия хәрбиҙәре Алексей Берест, Михаил Егоров һәм Мелитон Кантарий тарафынан Берлин ҡалаһының Рейхстаг көмбәҙенә ҡаҙалған. Рәсәй ҡануниәте менән «1942-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Совет халҡының һәм уның Хәрби көстәренең фашист Германияһын еңеүе символы, Рәсәйҙең дәүләт реликвияһы» тип танылған.
Байраҡтың төп нөсхәһе Хәрби көстәрҙең үҙәк музейында һаҡлана, 9 Май, 23 февраль байрамдары айҡанлы ғына күтәрелә һәм Мәскәүҙән сығарылмай. Акция сиктәрендә Рәсәй субъекттары ҡабул иткән байраҡ күсермәһе төп нөсхәгә тиң хоҡуҡтарға эйә. Байраҡты ҡабул иткән һәр ҡалаға сертификат бирелә, был ҡала-район өсөн ҙур баһа һанала.
Акцияла ҡатнашыу өсөн райондар үҙ төбәгенең еңеү яулауға индергән өлөшөн туплап, байраҡты үҙендә ҡабул итергә лайыҡлы булыуын раҫларға тейеш ине.
(№ 61)

Күҙ йәшенә йыуынма27.05.2014

Күҙ йәшенә йыуынмаҠоро, эҫе, көслө елдәр иҫә. Янғын йәһәтенән үтә хәүефле осор. Барыбыҙҙан да айырыуса һаҡлыҡ талап ителә. Бәләкәй генә булып күренгән ҡайтышлыҡ та оло бәләгә еткереүе мөмкин. Район буйынса надзор бүлеге етәксеһе Рим Йәриев хәбәр итеүенсә, йылына йөҙләп объектты ентекләп тикшереп торалар икән. Тикшереүҙәр исем өсөн генә башҡарылмай. Һәм «ҡоро бәйләнеү» өсөн түгел.

Хәтерегеҙҙәлер, 2009 йылда ҡаланың төп мәҙәни объекты - филармония фәҡәт янғын хәүефһеҙлеге күҙәтелмәү сәбәпле ябылғайны. 23 ҡағиҙә боҙола! Күпмелер ваҡыт уңайһыҙлыҡтар кисереп алдыҡ, әммә бөгөн капиталь ремонт үтеп, сигнализация ла ҡуйылған, төтөн һурыу һәм һыу һибеү системалары ла эшләй, биҙәлеш конструкциялары ла ут тиҙ тоҡанмаған материалдан һәм башҡа. Күҙәтеү алып барыусылар күрмәмеш булып ҡалһалар, һаман мәҙәниәт һарайы хәүефле хәлдә ҡалыр ине, ә кеше күп йыйылғанда ут сығыу ихтималы тураһында һүҙ ҙә ҡуҙғатыу ҡурҡыныс… Шулай икән, бөтә күрһәтмәләрҙе теүәл үтәү хәйерле, аҙағынан терһәк тешләргә тура килмәҫ.
(№ 61)

Донъя хәлдәре27.05.2014

Донъя хәлдәре* РФ Энергетика министры Александр Новак хәбәр итеүенсә, бер нисә йылдан яңы төҙөләсәк 4,8 мең километр оҙонлоғондағы «Себер көсө» тип аталған селтәр аша Ҡытайға күпләп газ һата башлаясаҡбыҙ. Өс тиҫтә йыл ағымында йылына 38 миллиард кубометр һатыу тураһында һүҙ алып барыла. Контракт хаҡы - 400 миллиард доллар. Күршеләр 25 миллиардын алдан бирергә лә әҙер. Әлегә иҫәпләшеү долларҙарҙа барһа, аҙағынан милли валюталарға ла күсеүебеҙ ихтимал.
Көнбайыш илдәре төрлө санкциялары менән артыҡ ҡурҡытмаһындар, тәбиғәт байлыҡтарыбыҙҙы алырға теләүселәр донъяла уларҙан башҡа ла күп.

* РФ Дәүләт Думаһы яҡшы инициатива менән сыҡты - дәүләт постары биләгән чиновниктарға сит илдәрҙә дауаланыуҙы тыйырға ниәтләнәләр. Ошо осраҡта, бәлки, үҙебеҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһына иғтибарҙары артыр. Юғиһә, әлеге мәлдә йүнһеҙҙән-йүнһеҙ хужабикәне хәтерләтәләр бит: өйҙәгеләргә аш-һыу бешереп, ә үҙе әтмәләгәнде үҙе ашарға сикәнеп, ресторанға эйәләшкән ашнаҡсы һымаҡ. Совет юлбашсылары принципиаль рәүештә ситтә дауаланмаған булалар. Шуның һөҙөмтәһелер инде - 1978 йылда Бөтә донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы СССР медицинаһын иң яҡшы система тип танығайны. Хәҙер бындай баһа тураһында хыяллана ла алмайбыҙ.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһынан киткән Георгий Шебаев 2010 йылдан Өфөлә эшләне, ә ғаиләһе Мәскәүҙә йәшәй, тип яҙалар. Ваҡытлы кешенең психологияһы йоғонто яһамай ҡалмай инде ул…
(№ 61)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Май 2014    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.