» Материалы за Июнь 2014 года

Хәйерле юл һеҙгә!26.06.2014

Хәйерле юл һеҙгә!Йәш саҡ - матур саҡ. Күҙҙәренән осҡон бөркөлгән, береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙарға, һөйкөмлө егеттәргә ҡарап, һоҡланып туйғыһыҙ. Улар ун бер йыл эсендә икенсе тыуған йорттарына әйләнгән мәктәптәре, уҡытыусылары, класташтары, класы, партаһы менән хушлаша. Ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алып, үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫалар.

Мәктәп менән хушлашыу кисәһенә сығарылыш кластары уҡыусыларын ҡотларға БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән Фазлетдинова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килгәйне.
- Мәктәптә алған төплө белемегеҙ, ижади һәләтегеҙ, ғилми эштәрегеҙ киләсәккә ныҡлы нигеҙ булып торор. Уҡымышлы, эшһөйәр, эшен яҡшы белгән белгестәр һәр ваҡыт юғары баһалана.
(№ 74)

Форум үтте26.06.2014

Форум үтте19-20 июндә Учалыға туғандаш Шадринск ҡалаһында «Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары - 2014» исеме аҫтында 5-се инвестициялар форумы үтте.

Илдең 15 төбәгенән делегациялар килә, күп һанда банк, финанс, лизинг компаниялары вәкилдәре ҡатнаша. Төбәктәргә инвестициялар йәлеп итеү мәсьәләһе һәр яҡлап тикшерелә. Доклад менән Учалы районы хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев та сығыш яһай, потенциаль инвесторҙарға төбәгебеҙҙең мөмкинлектәре тураһында ентекләп бәйән итә. Шуны ла билдәләйек, «Төбәктә, муниципаль берәмектә власть һәм бизнестың иң яҡшы хеҙмәттәшлек ғәмәле өсөн» номинацияһында наградаға Ямал-Ненец округы губернаторы Дмитрий Кобылкин менән беҙҙең район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!
(№ 74)

Һөжүм итә26.06.2014

Учалы район-ара прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 38 йәшлек ир ҡулға алынды. Июнь башында автомобилендә китеп барған була. Ҡала биҫтәһендә туҡталышта 16 йәшлек ҡыҙҙы күрә, ултыртып алып барырға тәҡдим итә. ªммә юл ыңғайы автомобилде урманға, кеше күрмәгән ергә бороп керетеп, юлдашын көсләп маташа. Ҡыҙ ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтеп, сығып ҡаса ала. Яман маҡсатына ирешә алмаһа ла, был гражданға тулы кимәлдә ҡаты яуап тоторға тура киләсәк. РФ Енәйәт кодексының 30-сы статьяһына ярашлы, ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәр тураһында һүҙ барғанда, яза биреү өсөн яман ҡылмыштың аҙағынаса башҡарылыуы шарт итеп ҡуйылмай. Ә бында балиғ булмаған ҡыҙға һөжүм тураһында һүҙ бара! РФ Енәйәт кодексының иң хурлыҡлы 131-се статьяһы (көсләү) буйынса ғәйепләнә - 8 йылдан 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин.
(№ 74)

Украиндар онотҡандыр…26.06.2014

Украиндар онотҡандыр…Пермь ҡалаһында «Рәсәй ҡалҡаны» исеме аҫтында хәрби-патриотик тапшырыуҙар фестивале үтте. Бөтә ил ҡатнашҡан әһәмиәтле ижади бәйгенең «Телевизион программа» номинацияһында яҡташыбыҙ Луиза Фархшатованың «Һуңғы мал ҡыуыусы йәки Танылмаған герой» фильмы лауреат дәрәжәһен яуланы. Видеояҙмала яҡташыбыҙ Әхмәт Закировтың үҫмер көйөнсә тиңдәштәре менән фашист баҫҡынсыларынан һуң йот кисергән Украинаға мал ҡыуып, 9 ай йәйәү сәйәхәт итеүҙәре тураһында бәйән ителә. Бөгөн үҙҙәре фашистарса ҡыланған украин милләтселәренә ошо таҫманы күрһәтергә ине, юғиһә хәтерҙәре үтә ҡыҫҡаҡ булып сыҡты…
(№ 74)

Ил төкөрһә, күл булыр!26.06.2014

Ил төкөрһә, күл булыр!11 июнь көнө «Аҡҡужа» дауылының ҡотороуы арҡаһында 3 бәләкәй бала тәрбиәләүсе Аида һәм Денис Ямаловтарҙың өр-яңы, туйлап та өлгөрмәгән йорттары нигеҙенә тиклем емерелеүе хаҡында яҙғайныҡ. Район хакимиәте сайтынан алып, ярҙам күрһәтеү реквизиттарын баҫабыҙ, моғайын изге күңелле кешеләр табылыр. Ил төкөрһә, күл була бит!
Банк получателя Доп.офис №8598/0321, кор/счет банка 30101810300000000601, БИК банка 048073601, счет получателя 40817810706498810492, Ф.И.О. получателя Ямалова Аида Данилевна.
(№ 74)

«Һары яу» баҫа26.06.2014

«Һары яу» баҫаСәскәлек, болон-көтөүлектәрҙә саранча масса рәүешендә таралыу сәбәпле район хакимиәте башлығы ҡарары менән 23 июндән алып ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде. Беҙҙән саҡ ҡына алдараҡ, 17 июнь көнө бындай режим Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында индерелгәйне. Ауыл хужалығы бүлеге белгестәре биргән кәңәште тағы ла ҡабатлайбыҙ - сабынлыҡ тирәһендә ҡоротҡос сиңерткәләр күбәйә башлай икән, улар ашап бөткәнсе үләнде сабып өлгөрөргә кәрәк.
(№ 74)

Аҡһаҡал-ағинәйҙәр кәңәше26.06.2014

Аҡһаҡал-ағинәйҙәр кәңәшеАлдан хәбәр итеүебеҙсә, БР матбуғаты көнө айҡанлы мөхәрририәттә 2013 йыл һөҙөмтәләре буйынса лауреаттар билдәләнде.

Күп кандидаттар араһынан кемделер айырып алыу, әлбиттә, анһат бирелмәне. Шөкөр, мәҡәлә-хәбәрнамәләрен ебәреп тороусылар байтаҡ. Яҙмаларҙың эксклюзивлығына, актуаллегенә, стиленә, гәзит уҡыусылар араһында резонанс барлыҡҡа килтереүенә иғтибар бирелде.
Ошо көндәрҙә лауреаттарға премия тапшырыу һәм редакция коллективы менән осрашыу тантанаһы үткәрҙек.
Гәзиттең баш мөхәррире Римма Солтанова ҡунаҡтарҙы тәбрикләп телмәр тотто, йөҙәрләгән-йөҙәрләгән яҡташтарыбыҙҙың илһам һәм көсөргәнешле хеҙмәт емеше булған «Яйыҡ»ты тағы ла уҡымлыраҡ, тағы ла фәһемлерәк итеү өсөн әһәмиәтле өлөш индергән лауреаттарға ихлас күңелдән рәхмәт әйтте.
(№ 74)

Ураҙа мөбәрәк булһын!26.06.2014

Ураҙа мөбәрәк булһын! 27 июнь көнө Ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана.

Рамаҙан - исламдағы ун ике айҙың солтаны, йәннәт ҡапҡалары асылған ай. Аллаһы Тәғәлә был айҙа һәр мосолманға ураҙа тотоуҙы фарыз иткән. Һау-сәләмәт мосолманға, ябығыр өсөн түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығына, уның рәхмәтенә ирешер өсөн, был ғибәҙәтте үтәргә кәрәк.
Ураҙаға ниәт һәм ифтар доғалары
Сәхәр ашағандан һуң
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:
«Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.
Нәүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисәл-лилләһи тәғәләә. Аллаһу әкбәр».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн тип, таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ - Бөйөк».
(№ 74)

«Аҡ үлем» шәүләһе һағалай26.06.2014

«Аҡ үлем» шәүләһе һағалайНаркомания ҡотолғоһоҙ һәм ҡот осҡос үлем икәнлеген күптәр белә. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 5,8 меңдән ашыу наркоман теркәлгән, улар араһында мәктәп йәшендәге уҡыусылар, урта һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ла бар.

Хатта 14 студентҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатын-ҡыҙҙың да был сафта йылдан-йыл арта барыуы социаль сирҙең тамырҙары тәрәнгә китеүе тураһында һөйләй.
Наркоманияны иҫкәртеүҙә тест системаһын ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә, ләкин Башҡортостандағы 65 меңләп студенттың ни бары бер мең самаһы ғына бындай тикшереү аша үтеүе проблеманы хәл итеүгә ынтылыштың яҡлау тапмауын аңлата. Юғары уҡыу йорттары етәкселәре, ғәҙәттә, тест үткәреү өсөн финанстың етерлек булмауына һылтана.
Наркоманияның күпләп таралыуына Афғанстанда етештерелгән әфиүн булышлыҡ итә.
(№ 74)

Урланған һыйыр эҙенән26.06.2014

Был хәл 1943 йылдың сентябрендә, йәғни уңыш йыйып алыу ваҡытында булды. Оҙонгүл ауылында йәшәүсе Хәҙисә менән Түлебай Ғиззәтуллиндарҙың берҙән-бер һауын һыйырын урланылар. Түлебай бабай һыйыры урланғанын һуғыштан яраланып ҡайтҡан яугир Хәҙис Насретдиновҡа һөйләй. Ул колхоз рәйесе булып эшләгән ваҡыт. Уның ҡушыуы буйынса Түлебай бабай һуғыштан яраланып ҡайтҡан бригадир Хәлфетдин Әйүповҡа мөрәжәғәт итә. Ул тиҙ арала бер егеткә биш ир-егетте саҡырырға ҡуша. Йыйылған ир-атҡа нисек тә булһа бурҙарҙы тоторға тигән әмер бирелә. Шулай итеп, алты һыбайлы һыйыр һәм арба тәгәрмәстәре эҙҙәренән ҡыуа төшәләр. Баттал ауылына инмәйенсә эҙ Әбйәлил районының Өс күл ауылынан килеп, Рәхмәт ауылына ҡарай дауам итә. Ул ауылдан өс километр юл үткәс, Тайһары һаҙлығына кергән юл менән баралар. Һаҙлыҡ эсендә бурҙарҙың береһе ат туғара, икенсеһе һыйырҙы ағасҡа бәйләп торған була. Һуңғыһы һыбайлыларҙы күреп һаҙ эсенә ҡаса, уны ҡыуып етә алмайҙар. Тәүгеһен тотоп алып, һыйырҙы арбаға бәйләп, кире ҡайталар. Ауылда бурҙы бер иген һаҡлай торған келәткә бикләп ҡуялар. Һуғыштан яраланып ҡайтҡан яугир Йомабай Түлебаевҡа уны һаҡларға ҡушалар. Бурҙың атын тышап, түбә битенә ебәрәләр. Ҡотсәләм менән Хәлиулла тигән егеттәргә ҡасып ҡалған бурҙың килеүен күҙәтергә ҡушалар. Ике сәғәтләп көткәндән һуң бур һаҙлыҡтан сығып ат янына йүгерә. Егеттәр тиҙ арала быны һыбайлыларға хәбәр итә. Йүгәнһеҙ ат бер һулға, бер уңға табан борола. Алты һыбайлы ҡараҡты уратып, ат өҫтөнән төшөрөп, ауылдағы иптәше янына бикләп ҡуялар. Бурҙар хаҡында Миндәк ҡасабаһында йәшәүсе участка инспекторына хәбәр ебәрелә. Уларҙы иртәнге сәғәт 6-ға тиклем һаҡларға кәрәк, тигән яуап килә. Дүрт комсомолецты саҡырып, тотҡондарҙы һаҡларға ҡушалар. Мостафа Сөләймәнов, Ҡотсәләм Лоҡманов, Хәлиулла Ғәйнуллин, Хәлиф Алтынбаев алмашлап ҡараҡтарҙы һаҡлай. Иртәнсәк дүрт милиционер килеп, бурҙарҙы алып китә. Уларҙың кем, ҡайҙан булғанлығын белмәнек. Ун биш көн үткәс, райондың эске эштәр бүлегенән Хәлфетдин Әйүповҡа хат килде: «Бурҙарҙы тотоп килтереүселәргә һәм шәхсән һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ һаҡта тороусы комсомолецтарға халыҡ алдында ошо хатты уҡып рәхмәт әйтегеҙ. Бурҙар ҡыҙыу һуғыш яланынан ҡасып ҡайтҡандар, урманда йәшәргә өмөтләнгәндәр. Эшкә урынлашырға документтары булмаған».
Был ике ҡасҡын бур күрше Үрге Урал районынан булып сыҡты. Һәр береһе һигеҙ йылға хөкөм ителде.
(№ 74)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Июнь 2014    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.