» Материалы за Сентябрь 2014 года

Ил-көн тыныслығы өсөн30.09.2014

Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдә: «Раббыңдың ризалығы өсөн намаҙ уҡы һәм ҡорбан сал», - тип бойора. Ислам – мәрхәмәтлек дине. Ибраһим ғәләйһис-сәләм һәм уның улы Исмәғил (с.ғ.с.) Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һынауҙың нигеҙе лә бына шул мәғәнәлә.

Байрам айҡанлы изге хаж ерҙәрендә, Ер йөҙөнөң бөтөн мәсеттәрендә изге ғибәҙәт үтәлә һәм ҡорбандар салына. Ҡорбан ғәйете беҙҙе күңел сафлығына, милләт-ара татыулыҡҡа, ер йөҙөндә Аллаһы Тәғәләнең генә бәндәһе булып йәшәргә, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, хеҙмәткә, ғибәҙәткә, ата-әсәләрҙе хөрмәт итергә, етем һәм фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтергә, рәхимле һәм шәфҡәтле булырға өйрәтә.
Ошо изге Ҡорбан байрамында Аллаһы Тәғәлә барыбыҙға ла ғаилә бәхете, ил-көн тыныслығы, үҙ-ара татыулыҡ, һаулыҡ, сәләмәтлек, рухи яңырыу юлында алға барырға, ижад һәм хеҙмәт уңыштары, бәрәкәттәр насип итһен.
«Аллаһ биргәндәргә, бәлки, шөкөр итә лә белерһегеҙ, тип ҡорбан малдарын Беҙ һеҙҙең үҙ файҙағыҙ өсөн бирҙек», - тиелә Ҡөрьәндә.
(№ 114)

Йылы һүҙ - йән аҙығы30.09.2014

Йылы һүҙ - йән аҙығыБөгөн ауылдарҙа ярҙамға мохтаж оло йәштәгеләрҙең һаны көндән-көн арта. Әлбиттә, етенсе-һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлағандарҙың барыһының да балалары бар тиерлек, әммә улар ситтә төпләнгән. Көн һайын ҡайтып, яҡындарына ярҙам итерлек мөмкинлектәре юҡ.

Ғәзиздәрен сит яҡтарға оҙатҡан ололарға көнкүреш эштәрен башҡарыу ҙа ҡатмарлаша. Ҡараусыһыҙ ҡалған, ярҙамға мохтаж ошондай оло кешеләрҙе ҡала-районыбыҙҙың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәгенең йортҡа килеп ярҙам күрһәтеү хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ярҙамынан ташламай.
Бындай хеҙмәт районыбыҙҙың һәр ауылында бар. Социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә көн һайын ярҙамға, аралашыуға мохтаж яңғыҙаҡтар янына барып, уларҙы тәрбиәләү, ярҙамлашыу кеүек бурыстар йөкмәтелгән.
(№ 114)

Хәстәрлекле булайыҡ30.09.2014

Хәстәрлекле булайыҡХеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы эшмәкәрлегендә оло кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙән иҫәпләнә һәм был эш «Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы көстәр ветерандары тураһында»ғы законға ярашлы атҡарыла.

Бөгөн муниципаль район биләмәһендә йәшәгән 15 меңдән ашыу граждан льготалар менән тәьмин ителә. 2013 йылда һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына социаль ярҙам итеү саралары күрһәтеү маҡсатында - 120, 2014 йылдың 1 сентябренә 105 млн һум аҡса тотонолған.
2009 йылдың ғинуарынан льгота менән файҙаланыусы граждандарға ай һайын торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереү сығымына аҡсалата компенсация түләнә. 2013 йылда был сумма 29 млн һум тәшкил итте, ә быйыл 18 млн һумдан ашып китте.
(№ 114)

Хеҙмәттә үткән ғүмер30.09.2014

Хеҙмәттә үткән ғүмерИр беләк, ҡатын терәк, ти халыҡ мәҡәле. Боронғоларҙан килгән был аҡыл Фәттәховтар ғаиләһенә тулыһынса тап килә. Илсе ауылында бына инде ярты быуат бергә ғүмер кисергән ошо парҙың береһе донъя тапһа, икенсеһе ғаилә усағын ныҡлап һаҡлай белгән. Беҙ барып төшкәндә Фәттәховтарҙың йорто балалар ауаздары менән тулы ине.

Сәлимйән Ғәлимйән улы менән Фәнжиә Сабир ҡыҙының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡәҙерле кешеләренең янына йыйылған. Ошондай татыу, алсаҡ ғаилә менән беҙгә лә танышыу бәхете тейҙе.
Сәлимйән Ғәлимйән улы сығышы менән Илсе ауылынан, 1943 йылда ишле ғаиләлә тыуа. Фәнжиә Сабир ҡыҙы ла илебеҙ дошман менән аяуһыҙ алышҡан 1942 йылда донъяға ауаз һала. Билдәле, һуғыштан һуңғы аслыҡ-юҡлыҡ заманында был быуын кешеләренең бала сағы еңелдән булмай.
(№ 114)

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»29.09.2014

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»Лидиә ҒАРИПОВА

1998 йылдың 7 сентябрендә Уральск ҡасабаһында тыуған.

«Ирәмәл» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә.

Волейбол уйнарға ярата.

Киләсәктә Лондон ҡалаһын барып күрергә хыяллана.

Әсәһен бар яҡтан да үҙенә үрнәк тип иҫәпләй.
(№ 106-107)

Тырыштың эше уң29.09.2014

Тырыштың эше уңҺуңғы арала көндәр йылы тора. Ауыл халҡы уның һәр минуты менән файҙаланып ҡалырға ашыға. Берәүҙәр һаман бесән эшләү менән мәшғүл, икенселәр баҡсаларында тырыша.

Илсе, Сәфәр ауылдарында йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән фермерҙар байтаҡ. Ошо арала шул тарафтарға юл төштө.
Сәфәр ауылы эргәһендә туҡтап, картуф сүпләүселәрҙең хәл-әхүәлен белешергә булдыҡ. Был - фермер Радик Ниғмәтуллиндың баҫыуы икән. Хужа үҙе тракторы менән картуф ҡаҙый, ул килгәнсе эшселәр менән әңгәмәләшәбеҙ. Рәүиә Юламанова Шартымка ауылынан. Картуф йыйырға бөгөн бишенсе көн килгән.
- Ауылдан күптәр йөрөй, быйыл мин дә уларға эйәрергә булдым. Өйҙә ултырғансы, исмаһам аҡса эшләйһең. Эштең ҡыйынлығы юҡ, ҡаҙылған картуфты йыйып тоҡтарға һалыу артыҡ мәшәҡәт түгел. Бер тоҡ өсөн 30 һум түләйҙәр, көнөнә 20-21 тоҡ тултырам, шуға ла 500-700 һумдан ҡалғаным юҡ, - ти ҡатын.
(№ 112-113)

Ғәфү ит, балам!29.09.2014

(Хикәйә)
Йәнтимерҙең аяҡтары үҙәгенә үтеп һыҙлай башланы. Аяҡтар… аяҡ шәрәмәттәре… Көн боҙолор булһа, шулай интектерә улар егетте. Бынан алдағы көндәрҙә лә һыҙланылар, ләкин түҙерлек ине. Ә бөгөн «үлтереп» ауырта, ахыры, ул такси саҡыртып дауаханаға барырға булды.
- Алло! Һаумыһығыҙ. Был диспетчермы?
Телефондан моңло йыр ишеткәндәй булып, һиҫкәнеп китте ҡыҙ, бер аҙға өнһөҙ ҡалды, ләкин үҙен тиҙ генә ҡулға алды.
- Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе диспетчер тыңлай.
- Миңә тиҙ генә такси ебәрә алырһығыҙмы?
Егеттең тауышы шундай яғымлы! Ҡыҙҙың йөрәге беренсе һүҙҙәрҙән үк ярһып тибергә тотондо. Күкрәгенә һыймай осорға талпынған ҡошмо ни! Шундай ҙа бәрхәт кеүек тауышты Аҡсәскәнең ошоғаса ишеткәне булманы, уның нисек тә егет менән оҙағыраҡ һөйләшкеһе килде.
- Тиҙ генә булмаҫ, ун-ун биш минут көтә алырһығыҙмы?
- Улай ғына көтөргә була. Рәхмәт.
- Адресығыҙҙы әйтегеҙ.
Егет адресын әйтеп, һаубуллашты ла телефонын һүндерҙе.
Ошо минуттан алып Аҡсәскә билдәһеҙ егеттең шылтыратыуын көтә башланы. Тағы такси саҡырырмы? Ҡасан шылтыратыр икән? Бер тапҡыр күрмәйенсә лә, тауышын ғына ишетеп ғашиҡ булып буламы икән ни?
Телефон шылтыраған һайын: «Ул! Билдәһеҙ егет!» - тип уны ғына уйлай.
Һәм бына, ниһайәт, ул көткән тауыш! Егеттең тауышын мең төрлө тауыштар араһынан да айыра ҡыҙ! Шул уҡ яғымлы, бәрхәт, моңло тауыш!
Ул тағы такси саҡырҙы. Аҡсәскә үҙенең әҙәпһеҙ ҡыланғанын белһә лә:
- Һеҙҙең һөйгәнегеҙ бик бәхетлелер, - тине.
- Ниңә улай тиһегеҙ?
- Һөйгәнегеҙ янына таксила бараһығыҙҙыр…
Егет яғымлы тауышы менән көлөп ебәрҙе:
- Яңылышаһығыҙ, һылыуҡай, мин да-уаханаға йөрөйөм. Минең өсөн әле ҡыҙ тыумаған, - тип шаяртты.
Һүҙҙән һүҙ ялғанды, таныштылар. Һәм көн дә телефон аша аралаша башланылар, бигерәк тә ҡыҙ егеттең хәлен белешер булды.
Йәнтимер үҙен йәлләгәндәрен яратмай, бер кемгә лә һыҙланыуҙарын һөйләмәй. Зарланыу менән ҡул-аяҡтарының һыҙлауы баҫылмаясағын белә ул. Хәйер, һөйләр кешеһе лә юҡ. Телефон аша танышҡан билдәһеҙ ҡыҙға эс-серҙәрен сисә алмай бит инде. Йәнтимерҙе үҫтергән, тәрбиәләгән, өйөнә уҡытыусылар саҡырып уҡытҡан, аҙаҡ ярым-ярты аяҡтарына протез ҡуйҙырып атларға өйрәткән әсәкәйе ике йыл элек мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
- Йәнең йәннәттә булһын инде! – тип, өҙгөләнеп иланы егет. Тәүҙә әсәһен юҡһынып көндәр буйы фотоһын ҡарап ултырҙы. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды.
(№ 112-113)

Матбуғат-2015 Яҙылығыҙ! Отоғоҙ!29.09.2014

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

2015 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яылыу кампанияһы башланыуы тураһында ай башында уҡ хәбәр иткәйнек инде. Һәр йылдағыса, «Яйыҡ» үҙенең тоғро дуҫтарын иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Ошо маҡсатта гәзит коллективы инде традицияға ингән акцияларын йәнә иғлан итә.
«Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһы. Приздарҙы уйнатыу ноябрҙән башлап матбуғатҡа яҙылыу тамамланғансы, йәғни декабрь аҙағынаса, бер нисә этапта башҡарыласаҡ. Кем «Яйыҡ»ҡа ярты йылға яҙылыуын иҫбатлаусы квитанцияһын йәки уның күсермәһен тиҙ арала редакцияға ебәрә, шулар йыл аҙағынаса барлыҡ уйындарҙа ла ҡатнашасаҡ. Акциябыҙға ни тиклем тиҙерәк ҡушылһағыҙ, шәп бүләк отоу мөмкинлеге лә шул тиклем арта ғына.
«Бөтә класс менән «Яйыҡ»ҡа акцияһында ҡатнашыу өсөн класс менән ярты йылға гәзиткә яҙылып, квитанцияны йәки уның күсермәһен редакцияға килтерергә йәки шылтыратып хәбәр итергә кәрәк. Класта балалар һаны 12-нән кәм булһа, ике класс ҡушылып ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашҡан кластарҙың һәм класс етәкселәренең фотолары, улар тураһында яҙмалар гәзитебеҙҙә урын аласаҡ, уларға бүләктәр тапшырыласаҡ.
«Өлгөр почтальон» - өсөнсө акциябыҙ шулай тип атала. әҙәттәгесә, редакция коллективы почтальондарҙы дәртләндереү маҡсатында «Яйыҡ» гәзитенә яҙылыу кимәлен арттырған почта бүлексәләренә приздар әҙерләйәсәк. Шулай уҡ подписканы былтырғы кимәлгә еткергән бүлексәләр ҙә буш ҡалмаясаҡ.

Иҫән саҡта йөрөп ҡал29.09.2014

Иҫән саҡта йөрөп ҡал27 сентябрь - Бөтә донъя туризм көнө билдәләнде. Турбизнес иң әһәмиәтле иҡтисад тармаҡтарының береһенә әйләнде. Тулайым табыш буйынса нефть сәнәғәте менән тиңләшеп килә, донъя буйынса 130-150 миллион кеше туристарҙы хеҙмәтләндереп тамаҡ аҫрай. Йылына донъяла 1 миллиард самаһы туристик сәйәхәт ҡылына. Иң күбе - Европаға, унан ҡала Азия региондарына һәм Америкаға.

Туризмдың йылдам үҫешен үҙебеҙҙең тормошҡа ҡарап та күҙалларға мөмкин. Оло быуындың хәтирәләренә ҡолаҡ һалһаң, бәғзе яҡташтарыбыҙ тыуғандан вафат булғанға тиклем бер ултыраҡта йәшәп, күрше ауылда ла булмай ҡалған. Әле 15-20 йыл элек, берәй райондашыбыҙ сит илдә булып килһә, урындағы журналистар интервью алырға йүгерешер инек. Хәҙер ни, Африкала йә Таиландта йөрөп килдем, тип кенә аптыратырлыҡ түгел.
Урманға рюкзак аҫып сыҡҡан кешеләрҙе генә турист тип атай торғайныҡ. Хәҙер төшөнсә ҡатмарлашты. Мәҫәлән, ниңә сиғандарҙы йә Тажикстандың гастар-байтерҙарын турист тип атамайҙар? Заман билдәләмәһе буйынса, турист - 1 тәүлектән алып 6 айға тиклем ваҡытҡа урындағы сығанаҡтарҙан килем алыуҙы маҡсат итеп ҡуймайынса икенсе ил йә төбәктән килгән кеше. Төрҙәре ныҡ күп, бер юлы 2-3 төр туризм башҡарылыу йыш осрай. Ҡайһы-берҙәрен генә ҡарап китәйек.
(№ 112-113)

Күңелдәр ҡата барғанда29.09.2014

Күңелдәр ҡата барғандаСтатистиканың йәне юҡ. Әммә ул беҙгә тормошобоҙҙағы етешһеҙ яҡтарҙы, хәл-торошто сағыу буяуҙарға манмайынса бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Хайран ҡалырлыҡ бит: беҙ бөгөн балалар араһында суицид һаны буйынса Европала беренсе урында торабыҙ. Рәсәйҙә үҙ-үҙенә ҡул һалған балалар һаны һуңғы йылдарҙа 37 процентҡа артты, һәм 100 мең үҫмергә 20 суицид осрағы тура килә. Был - донъялағы күрһәткестән өс тапҡырға ҙурыраҡ һан.

Белгестәр әйтеүенсә, быға тиклем Рәсәй балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары буйынса мәсхәрәле беренсе урынға сыҡмаған. Нимә тураһында һөй­ләй был хәл? Ни өсөн донъяны танып белергә лә өлгөрмәгән ҡыҙ һәм малайҙар ошондай хәтәр аҙымға бара? «Ярҙам итегеҙ! Ишетегеҙ мине!» - тип оран һала түгелме бәләкәстәр? Ғәмәлдә проблема беҙ күргән-белгәндән дә хәүефлерәк, сөнки әле үлем осраҡтары хаҡында ғына һүҙ йөрөтәбеҙ, ә «теге» донъяға төрлө юлдар менән китергә уҡталғандар, әммә ҡотҡарып ҡалынғандар 10-20 тапҡырға күберәк. Совет осоронда донъяла иң бәхетле иҫәпләнгән балалар ни өсөн башын элмәккә тыға, ағыу эсә, йорт башынан үлемгә ырғый?
(№ 112-113)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Сентябрь 2014    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
2930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.