» Материалы за Октябрь 2014 года

«Ауыл кешеһемен мин!...»31.10.2014

«Ауыл кешеһемен мин!...»Иғтибарығыҙға район Советы депутаты (Аграр һорауҙар, ерҙәрҙе файҙаланыу, төҙөкләндереү, экология һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса даими комиссия рәйесе), БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре әлимйән Хилажев менән әң гәмә тәҡдим итәбеҙ. Төбәк өсөн әһәмиәтле ауыл хужалығы предприятиеһын етәкләп һәм мәҙәниәт тормошонда актив ҡатнашып, бар учалыларға электән яҡшы таныш булһа, «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында гран-при һәм ике беренсе урын алып (2009, 2011 йылдарҙа), республика кимәлендә лә билдәлелек алған кеше. Әле лә яуаплы вазифа биләй - Учалы муниципаль филармонияһы директоры.

- Һеҙҙе паспортығыҙҙағы исем-шәрифегеҙ менән атаған кеше һирәк буғай, әйҙәгеҙ әң гәмәне ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙән башлайыҡ.
- Ҡыҫҡартып Жан Жаныч тигәндәренә өйрәнеп тә бөттөм инде. Документ буйынса алимжан абдуллажан улы булам, тамам әҙәбисә әйткәндә - әлимйән әбдуллайән улы. Яҡшы ниәт менән өндәшәләр икән, исемемде ҡаҙаҡса ла, французса ла үҙгәртеүҙәренә бер ҙә ҡаршы түгелмен.
- Хеҙмәт һәм ижад биографияһы менән таныштырып үтмәҫһегеҙме?
- 1959 йылдың 11 октябрендә тыуғанмын. Республика көнө менән тура килеүендә үҙемдең бер ҡаҙанышым юҡ, шулай ҙа ғорурлыҡ кисерелә. Атайым водитель, йәшелсәселек тармағында бригадир булып эшләне, бөгөн беҙҙең арала юҡ. Әсәйем, Мәрйәм Фазлый ҡыҙы, шөкөр, иҫән. Икеһе лә йырға ла, бейеүгә лә әүәҫ булдылар. аиләлә өс бала үҫтек. Гүзәлиә туғаным әле ҡалала тәрбиәсе булып хеҙмәт итә, Минзәлә - Кирәбелә шәфҡәт туташы. Уҙем 4-се класты тамамлағансы тыуған ауылымда уҡыным.
(№ 126-127)

Йоҡоң тәмле булһын!31.10.2014

Йоҡоң тәмле булһын!Төнгө йоҡо тәбиғи булырға тейеш, әммә күптәр өсөн был хыялға әйләнеп бара. Ни өсөн? Дарыу эсмәйенсә генә йоҡоно көйләп буламы? Боронғолар уны бәләкәй үлем тип йөрөткән. Әммә 1953 йылда Чикаго университеты ғалимдары ентекле тикшереүҙәр үткәргәндән һуң, мейебеҙҙең серем иткән ваҡытта ла эшмәкәрлеген туҡтатмауын асыҡлаған. Икенсе төрлө әйткәндә, йоҡлаған ваҡытта тарамыштарыбыҙ ғына ял итә, ә йәшәүебеҙҙе тәьмин итеүсе организмыбыҙҙың башҡа ағзалары эшләй. Тик көндөҙгөнән айырмалы, төнгө тәртиптә.

Йоҡоноң бер нисә стадияһы бар. Тәүгеһендә кеше уяулыҡтан йоҡоға тала. Был ваҡытта уны уятһаң, ул йоҡламауын, ятып ҡына тороуын йә аҙ ғына уйланып ятыуын иҫбатларға маташасаҡ. Икенсе осор 20 минуттан һуң килә. Ул дөйөм йоҡо ваҡытының яртыһын тиерлек биләй. Әлегә ғалимдар был осорҙа мейенең ниндәй кисерештәргә бирелеүен тулыһынса асыҡлап бөтмәгән. Шуныһы: кешене ошо ваҡытта уятһаң, ул кире йоҡлап киткәндән һуң был стадияны ҡабат үтә.
Өсөнсө стадия - «әкрен» йәки ортодоксаль йоҡо тип атала. Дөйөм йоҡо ваҡытының дүрттән бер өлөшөн ала һәм тап ошо мәлдә мейе ял итеп ҡала. Ял итеү - мейенең эшен туҡтата тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Сөнки ул «серем итһә» лә, организмдың бөтә системалары эшмәкәрлегенә «күҙ-ҡолаҡ» булып ята. Организм иһә был осорҙа киләһе көнгә кәрәкле матдәләрҙе һәм элементтарҙы тергеҙеү менән мәшғүл. Икенсе төрлө әйткәндә, ҡаҡшаған туҡымалар тергеҙелә, иммун системаһы активлаша, күҙәнәктәр синтезы өсөн кәрәк булған аҡһымдар, башҡа мөһим матдәләр туплана. Мәҫәлән, көн яҡтыһында бигерәк тә тиренең сәләмәтлеген тәьмин итеүсе А һәм Н витаминдары ҡаҡшай. Төнөн улар бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ тирегә үтеп инеп, шифа бирә.
(№ 126-127)

Халыҡ һаулығы һағында31.10.2014

Халыҡ һаулығы һағындаИлдең ныҡлы киләсәге халыҡтың рухи һәм физик сәләмәтлегенә ҡайтып ҡала. Был кешеләрҙең үҙ һаулығына яуаплы ҡарашына, медицина ярҙамының сифатына бәйле. Ошо факторҙарҙы иҫәпкә алып, район хакимиәтенең бәләкәй залында халыҡтың һаулығын һаҡлау, алкоголизм, тәмәке тартыу, туберкулез һәм ВИЧ-инфекцияларҙы профилактикалау буйынса сираттағы ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Унда район һәм ҡала хакимиәте, ауыл Советы башлыҡтары, мәғариф өлкәһе вәкилдәре, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Тәүгеләрҙән булып диспансеризацияға бәйле һорауҙар ҡаралды. Баш табиптың амбулатор-поликлиника хеҙмәте буйынса урынбаҫары Жанна Балясова үткән йылдың диспансеризациялау һөҙөмтәләрен быйылғы йылдың 9 айы менән сағыштырып үтте. 2013 йылда план буйынса 10600 кеше диспансеризация үтергә тейеш булһа, быйыл был һандар 13489-ға арттырылған. Белеүебеҙсә, халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү ике этаптан тора. Беренсе этапты әлеге көнгә 10600 кеше үткән, йәғни үтергә тейешлеләрҙең 78,6%. Икенсе этапты тамамлаусылар 2013 йылда 7326 кеше (69,1%) булһа, быйылғы 9 айҙа - 7895 кеше (74,5%).
(№ 126-127)

«…теләгән әмәл эҙләй»31.10.2014

«…теләгән әмәл эҙләй»Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әдип Әғләм улы Ҡарамышев менән осраштыҡ. Һеҙҙең иғтибарға ауыл ерлеге өсөн үтә әһәмиәтле тармаҡтың бөгөнгө хәле тураһында әң гәмә тәҡдим итәбеҙ.

- 2014 йылдың 9 айында район ауыл хужалығы 1 миллиард 40,7 миллион һумлыҡ продукция етештерҙе. Былтырғыға ҡарағанда 85 процент. Тулайым продукция етештереүҙә былтыр ауыл хужалығы предприятиеларының өлөшө 25,9 процент булһа, быйыл - 23,9 процент. Йәғни продукцияның төп өлөшө, 68,9 процент йәки 716,9 млн һум - шәхси йорт хужалыҡтарына тура килә. Районда 15 мең самаһы бындай хужалыҡ иҫәпләнә. Артабан үҫешеү резервы ҙур, тик бына продукцияны лайыҡлы хаҡҡа тапшырыу системаһының юҡлығы кәртә ҡуя. Бер яҡтан районыбыҙҙа ҡулланыусылар йәмғиәте, әҙерләүҙәр хеҙмәте йүнле эшләмәһә, икенсе яҡтан хаҡтар диспаритеты аяҡ сала. Оҡшаш хәл бөтә илдә тиерлек күҙәтелә.
(№ 126-127)

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте31.10.2014

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәтеАуыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы бер төркөм алдынғылар намыҫлы хеҙмәт, тармаҡ үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн юғары наградаларға лайыҡ булдылар.

РФ Ауыл хужалығы министры Н.Федоров һәм Мәскәү мэры С. Собянин ҡул ҡуйған Диплом һәм «Алтын көҙ» Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең бронза миҙалы менән крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Мират Хисмәтулла улы Ильясов бүләкләнде.
РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты оҙаҡ йылдар ауыл хужалығы бүлегендә хеҙмәт иткән Рәсимә Фуат ҡыҙы Кәримоваға тапшырылды.
БР Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән Учалы ветеринар станцияһы начальнигы урынбаҫары Самат Туҡай улы Әлхәмов билдәләнде.
(№ 126-127)

Килемле шөғөл31.10.2014

Килемле шөғөлҠартлыҡҡа бирешмәй, ихаталарында иртәнән кискә тиклем ни менәндер мәшғүл булғандар районыбыҙҙа бихисап. Улар һәр ваҡыт хәрәкәттә, ҡайҙалыр ашыға, нимәлер эшләй, тәрбиәләй, ундайҙарға үҙ йәшен биреүе лә ҡыйын.

Бурансы ҡасабаһында йәшәүсе Суфияровтарҙы шундайҙар иҫәбенә индерергә мөмкин. Вәлиәхмәт Ғәлиәхмәт улы һәм Венера Ғимаз ҡыҙының Бурансыға килеп төпләнеүҙәренә 14 йыл үтеп киткән. Заманында БАМ-да, Үзбәкстанда ла йәшәргә тура килә үҙҙәренә. Вәлиәхмәт ағай 44 йылға яҡын тау-байыҡтырыу комбинатында водитель, ә тормош иптәше тегеү фабрикаһында эшләгәндән һуң, хаҡлы ялға сыға. Пенсияла булһалар ҙа, һис буш тормайҙар. Йор-ҡураларын, 20 сутый баҡсаларын да ҡарарға өлгөрәләр. Емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары үҫтерәләр. Вәлиәхмәт әлиәхмәт улының иң яратҡан шөғөлө - ҡуян үрсетеү.
(№ 126-127)

Изгелек ул - мәғрур ҡая-таш29.10.2014

«Тыуып-үҫкән ғәзиз ерем!
Нимә булды һиңә тағы?» -
Тип һорар хатта ғәмһеҙе лә.
Аңлайым хәлкәйеңде, ах!
Ҡоролоҡ ҡура бит йәнкәйеңде.
Тупрағың әрнеп өнһөҙ илай.
Һыуһыҙлыҡтан яфа сигә.
Ҡасан яуыр дауа - ямғыр?
Зинһар, әйтегеҙсе!?
Нисек кенә ярҙам итәйем?
Һыуһауҙан ерем сатнай…


Яңы ғына күркәм яҙ килтергән, күпереп ятҡан йәшел хәтфәле, хуш еҫле болондар ҡорғаҡһый, үләндәр көйрәй. Быйыл емеш-еләктең дә булмауы ихтимал. Хәйер, йәшәйешебеҙҙә лә ундай хәлдәр юҡ түгел. Кеше мохтаж мәрхәмәтлеккә. Йыш ҡына күңел изгелеккә ҡорғаҡһый. Ниңә бер-береңде утҡа һалыу, ағыулау, бер-береңә соҡор ҡаҙыу… Шулай буламы ни ғәҙеллек? Ҡайһы берәүҙәрҙең зәһәр уғынан, ауыр һүҙ яраларынан сәстәренә сал йүгерә, маңлайҙарын һырҙар баҫа. Хатта тетрәнеүҙән ваҡытынан алда йөрәктәре шартлай. Кисә генә яҡын дуҫымды ерләнек. Тос ине бит уның фекерҙәре. Ике йөҙлөнө, дан өсөн намыҫын һатҡанын аямай фаш итте.
(№ 125)

Ғаилә бәҫен күтәреп29.10.2014

«Йәш ғаилә» конкурсы йылдан-йыл ғаилә традицияларын нығытыусы, районыбыҙҙың әүҙем йәштәрен билдәләүсе, дәртләндереүсе сараға әүерелә бара. Быйыл да ҡатнашыусы парҙар ярышҡа етди ҡараған, көслө әҙерләнгән.

Конкурс ғаилә тарихы менән таныштырыуҙан башланды. Бының өсөн конкурсанттар төрлө үҙенсәлекле ысулдар уйлап тапҡан. Мәҫәлән, Юлиә һәм Азамат Маусумбаевтар әкиәт ҡалыбын һайлаһа, Әлфиә һәм Илдар Хәсәновтар йырҙарҙан өҙөктәр файҙаланған. Гөлсиә һәм Зариф Хилажевтарҙың, Айгөл һәм Айнур Камаловтарҙың саф башҡорт телендә яңғыраған «визиткалары» ла дәррәү алҡыштарға күмелде. Һәр ғаилә тарихы фотослайдтар, видеояҙмалар менән оҙатыла барҙы.
Тамашаның иң сағыу өлөшөн «Яңы быуат таланттары» тип аталған балалар сығыштары тәшкил иткәндер. Фирүзә һәм Азамат Мөлөковтарҙың балалары Азалия һәм Урал бәләкәйҙән бейеүгә ғашиҡ. Икеһе лә «Алтынай» балалар бейеү ансамблендә сығыш яһай. Ә бына Яңы Байрамғол ауылынан килеүсе Оксана һәм Ирик Нуретдиновтарҙың кинйәләре «Байыҡ» балалар телевизион конкурсы призеры. Ләйсәндең тән һығылмалылығы, бейеүгә һәләте бар тамашасыны хайран ҡалдырҙы.
(№ 125)

Принтер «аҡсаһы»29.10.2014

Төбәгебеҙҙең төньяғындағы бер ауылда йәшәгән 19 һәм 20 йәшлек ике яҡташыбыҙ РФ Енәйәт кодексының 186-сы статьяһы буйынса (күрәләтә ялған аҡса һаҡлау һәм ҡулланыу) шартлы рәүештә өсәр йылға иркенән мәхрүм ителде.

Район-ара прокуратура хәбәр итеүенсә, балиғ булмаған таныштары 1 мең һумлыҡ купюраларҙың күсермәһен төҫлө принтерҙан баҫтырып алған була. Егеттәр иһә оҙаҡ баш ватып тормайҙар, ошо ҡағыҙ киҫәгенә ауыл магазинынан тәмәке һәм хәмер һатып алалар. Тәбиғи, бик тиҙ тотолалар, дәүләт бындай «шуҡлыҡҡа» ҡарата бик ҡаты мөнәсәбәттә була торған. Егеттәрҙең ғәйептәрен таныуы сағыштырмаса еңел ҡотолорға булышлыҡ иткәндер.
(№ 125)

Түләй-түләй аҡыл керер29.10.2014

Түләй-түләй аҡыл керерТелевизорҙан күреп беләһегеҙҙер инде, Өфөлә эт өйөрө 10 йәшлек малайҙы талап үлтерҙе… Хәҙер баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре, был йыртҡыс өйөрҙө юҡ иттек тигән була ла ул, һуң инде.

Беҙҙә әлегә бындай осраҡтар булғаны юҡ, тип шатланырға ғына ҡала, әммә тынысланырға урын юҡ! Эттәр ҡайҙа ла үҙҙәрен хужа итеп тоя бит, ҡайһы саҡ, хатта, ҡала урамынан тыныс үтермен тимә. Мәктәп, балалар баҡсаларына инеү осраҡтары бер кемде лә аптыратмай буғай!
Район-ара прокуратура хәбәр итеүенсә, Учалы ауылында велосипедта китеп барған 9 йәшлек сабыйҙы эт йығып талаған була. Берәҙәк эт түгел, ә йорт хайуандары өсөн хужалары яуап тоторға тейеш. Ярар ҙа, баланың ата-әсәһе ҡоро һүҙ менән сикләнмәй, эт эйәһен судҡа биреп, әхлаҡи зыянды түләүен талап итәләр. Был талапты прокуратура ла хуплай, суд яуапһыҙ хужанан 20 мең һум түләтеү тураһында ҡарар сығарҙы (мәҡәлә яҙылған мәлдә законлы көсөнә инмәгән ине әле). Бик хуп, тип әйтке килә, барыһы ла ошолай тотонһа, эт эйәләре йәһәт тәртипкә өйрәнер ине. Ә берәҙәк эт тешләй икән, урындағы власть органдарына дәғүә ҡуйырға мөмкин - фәҡәт улар хәүефһеҙлекте тәьмин итергә бурыслы.
(№ 125)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Октябрь 2014    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.