» Материалы за Ғинуар 2015 года

Өс призер28.01.2015

Өс призерРостоши ҡасабаһында ҡышҡы мотокросс буйынса Ырымбур өлкәһе кубогына асыҡ турнир үтте.

Башҡортостанды «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең «Таусы» техник клубы спортсылары кәүҙәләндерә. 125 кубтағы сантиметрлы мотоциклдар класында Марсель Әйүпов беренсе урын яулай, 250 кубтағы сантиметр класында яҡташыбыҙ Илдус Сөләймәнов шулай уҡ беренсе булһа, Евгений Воронин икенсе килә. Әйткәндәй, 16 йәшлек Евгенийҙың мәртәбәле ярышта иң йәш спортсы булыуы асыҡлана.
(№ 9)

Эмблема раҫланды28.01.2015

Эмблема раҫланды2015 йыл Рәсәйҙә Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан республикаһында билдәләнәсәк йылдың эмблемаһы раҫланды.

Декабрь аҙағынан ғинуарҙың тәүге яртыһына тиклем мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы эмблема проектына конкурс иғлан иткән ине. Профессионал рәссамдарҙан тыш, ябай халыҡтан, шул иҫәптән балаларҙан бөтәһе 114 эш ҡабул ителеп, махсус комиссия тарафынан ҡаралды. Эмблема образлы, сағыу, шул уҡ ваҡытта аңлайышлы, ыҡсым, төрлө форматтарға ярашлы булырға тейеш тигән талап ҡуйылды. Һөҙөмтәлә, ¤фөнән «РАМПА. Башҡортостан мәҙәниәте» журналы редакторы Игорь Тонконогийҙың эше иң яҡшыһы тип табылды.
Эмблеманың төп элементы - ҡаҙ ҡауырһыны. Уның өҫкө яғы Пегас һәм Аҡбуҙат ҡанаты кеүек (ҡанатлы аттар - илһам һәм Башҡортостан символдары). Өҫтөндә - ҡурай сәскәһе урынлашҡан. Ҡауырһын эҙе республика флагын һынландыра. Эмблеманың аҫҡы яғында йыл күрһәтелгән (2015) һәм башҡорт, рус телдәрендә «Әҙәбиәт йылы» тигән яҙыу бар. Яҙыу «Bannikova» шрифтында бирелгән. Эмблемала өҫтөнлөк алған төҫ - күк.
(№ 9)

Хат яҙығыҙ!28.01.2015

Мулдаҡай ауылы ҙур: мәктәп, ике балалар баҡсаһы, дауахана, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылда 40-50-ләп ир-егет кәләшһеҙ йөрөй - нисә ҡоролмаған ғаилә, тыумаған бала. Ә ауылдың киләсәге йәштәр ҡулында бит. Әйҙәгеҙ ошо мәсьәләне күмәкләп хәл итәйек. Әҙәм балаһы донъяға ише менән тыуа. Йәрен тапмаған донъя көтөрлөк бынамын тигән ҡыҙҙар ҙа барҙыр. Беҙгә ғаиләһеҙ ҡыҙҙар-егеттәр үҙҙәре, уй-хыялдары хаҡында хат яҙһа ине. Мулдаҡай мәҙәниәт йортонда һеҙҙең өсөн «Аулаҡ өй» ойоштороп, осраштырырға әҙербеҙ. Беҙҙең адрес: Мулдаҡай ауылы, Дуҫлыҡ урамы, 13. Шулай уҡ, 7-52-77 телефон һандары буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
(№ 9)

Бер кем дә онотолмаһын27.01.2015

Илебеҙ фашист илбаҫарҙарын еңеү тантанаһын билдәләү ваҡыты ла етеп килә. Оло байрамды рәсми рәүештә генә түгел, бар күңелдән, бар йөрәктән тотоноп, был дата - тере тарих икәнлеген йәш быуынға төшөндөрөп үткәреү зарур. Тик бына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар йылдың-йылы кәмей бара, бик аҙ ҡалдылар улар, иҫәндәренең дә күбеһенең сәләмәтлеге йәштәр менән осрашыуҙарға йөрөргә мөмкинселек бирмәй. Күп яҡташтарыбыҙ фронттан ҡайта ла алманы… Ә әлеге тыныс тормошобоҙ, Ватан өсөн яуға баҫҡан бер кем дә онотолмаҫҡа тейеш!

Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, РТС биҫтәһендәге китапхана уҡыусыларына мөрәжәғәт иттек - һуғышта ҡатнашҡан ата-бабалары тураһында мәғлүмәттәр менән уртаҡлашайыҡ. Уҡыусылар битараф ҡалманы. Мәҫәлән, Марат Батыршин олатаһы тураһында яҡшы хәбәрҙар икән, материалдарҙы папкаға туплап килтерҙе. Бакир Мөхәмәҙей улы Ғәлимов 1907 йыл Учалы ауылында тыуа. Пулеметсылар взводы командиры. Калининск фронты составында алыша, 1942 йылдың 2 апрелендә һәләк була. Ә бына ҡайҙа ерләнгәнлеге оҙаҡ ваҡыт билдәһеҙ ҡала. Ҡатыны Мәрйәм Сабир ҡыҙы төрлө ерҙәргә хаттар яҙа торғас, яугирҙың ҡәбере Калинин өлкәһе, Ржевск районы, Кувшинск ауыл Советы биләмәһендә икәнлеге асыҡлана. Марат Батыршин өләсәһе менән бергә туғандар ҡәберлегенә барып, батырҙарса һәләк булған олатаһына һуңғы хөрмәт күрһәтеп тә ҡайтҡан икән.
(№ 9)

Тере Салауатыбыҙ!27.01.2015

Тере Салауатыбыҙ!«Китап» нәшриәтендә «Бөйөк Салауат» исемле әҙәби-нәфис китап баҫылды. Унда Салауат Юлаевтың үҙенең шиғырҙары һәм уның хаҡында быуаттар һуҙымында башҡорт, татар, рус, инглиз, төрөк, сыуаш, белорус һәм башҡа телдәрҙә ижад ителгән әҙәби әҫәрҙәрҙең өлгөләре тәҡдим ителә. Йыйынтыҡҡа индерелгән авторҙар араһында байтаҡ учалылар ҙа абайлана: Гүзәл Ғәлиева - «Салауаттың рухы тере» шиғыры, Спартак Ильясов - «Салауат батыр халыҡ хәтерендә» мәҡәләһе. Ә Өргөн ауылында йәшәгән БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Рамай Ҡаһирҙың дүрт шиғыры алынған - «Еңеүсе», «Салауаттың әйткәне», «Булайыҡ Салауаттай!» һәм «Тере Салауатыбыҙ!». Һуңғыһынан өҙөк килтереп китәйек, был шиғри юлдар айырыуса ныҡ тетрәндерә:
Бөтөп бара, имеш, тиҙәр,
Һеҙҙең башҡорт затығыҙ.
Бары таш һын ғына, тиҙәр,
Һеҙҙең Салауатығыҙ.
Алдай улар, ышанмағыҙ,
Тере Салауатыбыҙ!
(№ 9)

«Яйыҡ» менән натюрморт27.01.2015

«Яйыҡ» менән натюрмортҠалабыҙ бәләкәй булһа ла, тормош ҡайнап тора. Тыуған яҡты өйрәнеү музейын ғына алайыҡ: бер күргәҙмә икенсеһен алыштыра. Күптән түгел Фәнит Ғайсиндың «Ер һәм кешеләр» тип аталған шәхси күргәҙмәһе хаҡында яҙғайныҡ, бөгөн музей диуарҙарын биҙәгән тағы бер яҡташыбыҙҙың ижадына туҡталып үтәйек.

Наталья Савельева һынлы сәнғәт өлкәһе кешеләренә акварель, гуашь, баҫма графика техникаһында яҙыусы график-рәссам булараҡ таныш. Автор шәхси күргәҙмәһенә исем бирмәгән. «Һәр килеүсе уны үҙенсә атар», - тип аңлатты ул быны. Музей залында төрлө натюрморттар, этюдтар урын алған. Мәҫәлән, «Пиондар һәм емеш-еләктәр», «Укроп менән натюрморт», «Бальзамин менән натюрморт», «Ләләләр менән натюрморт». Рәссам төрлө предметтарҙы, гөл-сәскәләрҙе ҡулланып ябай, шул уҡ ваҡытта сағыу, йәнле картиналар тыуҙырған. Күргәҙмәнең эстәлеген тәрәнерәк аңлар өсөн авторҙың үҙе менән танышып үтәйек.
Наталья Валерьевна Учалы ҡалаһында тыуып үҫә. Теремек ҡыҙсыҡҡа ата-әсәһе төрлө яҡлы тәрбиә бирергә тырыша. Ул музыка мәктәбенә йөрөй, фортепианола уйнарға өйрәнә. Һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеген күреп сәнғәт мәктәбенә бирәләр. Үҙенең тәүге уҡытыусылары тип Наталья Валерьевна Рәмил Ғайсинды, Рәйлә Асылбаеваны, Зөфәр Ғизитдиновты атай.
(№ 9)

Телгә һөйөү тәрбиәләнә27.01.2015

Телгә һөйөү тәрбиәләнәМәҙәниәт йылына алмашҡа Әҙәбиәт йылы килде. Рәсәй - күп милләт вәкилдәрен үҙенә һыйындырған ил. Һәр халыҡ тәүге урында үҙ мәҙәниәт, әҙәбиәтен күҙ уңында тота. Районыбыҙ уҡыусыларының Өфөлә уҙған башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиаданың төбәк-ара этабында призлы урындар яулап ҡайтыуы - яңы тыуған йылға икеләтә мәртәбә өҫтәне. Ошо көндәрҙә 1-се лицейҙа еңеүселәрҙе тәбрикләү һәм шуның менән бергә Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы үтте.

Олимпиадаға районыбыҙҙан бөтәһе алты кеше бара, шуларҙың бишеһе уңышҡа өлгәшкән. Әйтергә кәрәк, быйылғы ярышта башҡорт милләтенән булмаған уҡыусылар ҙа үҙ көсөн һынай. Республиканан тыш, унда Татарстандан, Ырымбур өлкәһенең Красногвардейский районынан, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районынан, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан ҡатнашыусылар килгән. 281 уҡыусы араһынан призлы урындарға өлгәшеүсе Учалы уҡыусылары: Комсомольск мәктәбенән Гүзәлиә Ғүмәрова (уҡытыусыһы Зөлфиә Фазылова), 1-cе лицейҙан Юлиә Ҡотоева һәм Гөлкәй Сиражетдинова (Мәрзиә Солтанбаева), Илсе мәктәбенән Марина Медяник (Рәмилә Солтанова) һәм Уральск мәктәбенән Елена Хмырова (Рәмзиә Дәүләткирәева).
(№ 9)

Уяу булайыҡ27.01.2015

Уяу булайыҡ21 ғинуар район хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау, янғын именлеген тәьмин итеү комиссияһы ултырышы үтте.
Тәүгеләрҙән булып райондың Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының етәксеһе Азат Солтанов сығыш яһаны.


Әйтергә кәрәк, был хеҙмәттең элекке рәйесе Иран Мәүлит улы Ҡужагилдин хаҡлы ялға сыҡты, Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау буйынса берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан территориаль подсистемаһының Учалы звеноһы барлыҡҡа килеүгә һәм үҫешеүгә индергән өлөшө өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР баш идаралығының Хөрмәт грамотаһы менән бүләкләнде. Ә Азат Ирек улы - запастағы кадр офицеры, әлегә тиклем ДОСААФ-тың Учалы автомәктәбе менән етәкселек итте. Ул былтырғы һөҙөмтәләргә байҡау яһаны, шөкөр, техноген аварияларға, башҡа күләмле афәттәргә юл ҡуйылманы. Сығыш яһаусы тәҡдимдәрен дә индерҙе - комиссия ултырыштарын 3 тапҡыр йышыраҡ, ай һайын үткәреү, халыҡты ғәҙәттән тыш хәл тураһында иҫкәртеү автоматик системаһын яңыртыу һ.б.
(№ 9)

Был донъяла ниҙәр бар?27.01.2015

Был донъяла  ниҙәр бар?* Иҡтисади көрсөк, һуғыш-талаштар ябай кеше өсөн ҡурҡыныс инде ул. Ҡәһәр төшкөр «аҡһөйәктәр» өсөн тағы ла нығыраҡ байыу ысулы ғына. 2009 йыл кешелектең 1 проценты донъя байлығының 44 процентына эйә ине, былтыр - 48 процент, быйыл яртынан ашасаҡ. Баррикаданың икенсе яғына сыҡһаҡ, бөтә кешелектең 80 процентына ни бары 5,5 процент тулайым капитал ҡала. Шул иҫәптән 1 миллиард кеше көнөнә 1,25 долларҙан кәмерәк суммаға йәшәргә мәжбүр, Ер йөҙөндәге һәр туғыҙынсы кешенең ашарына юҡ. Ленин бабайҙың бар һөйләгәндәре раҫ килә, буғай!
Ярар, ҡалғанына түҙерлек, байҙарҙы тағы нығыраҡ байытыу маҡсатында һуғыш ҡына сығармаһындар инде…

* Белмәгәндең беләге генә тыныс түгел, үҙе лә юҡҡа-барға алдан борсолоп бармай. 26 ғинуар, йәғни кисәге, Ергә терәлә яҙып «Астероид 2004 BL86» тип аталған йыһан есеме осоп китте. 1,2 млн километр ситтәрәк осто, алыҫ та һымаҡ, ләкин бындай ҙур объекттарҙың планетабыҙға был тиклем яҡынлашыуы әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа теркәлмәгән. Йыһан масштабы менән 1,2 млн күп тә түгел - ни бары Айҙың 3 орбитаһына тиң ара. Гиганттың массаһы 160 млн тонна, бәрелә ҡалһа, шартлауҙың ҡеүәте 200 000 атом бомбаһыныҡы кеүек булыр ине, ти. Кешеләр бер-береһен ҡырыу менән мәж килгәнсе, ошондай глобаль ҡурҡыныстар тураһында күберәк уйлаһын ине!

* РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилиндың мәғлүмәттәре буйынса, эшкә һәләтле йәштәге халыҡтың 20 проценты өсөн Пенсия фондына иғәнәләр күсерелмәй. … Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, былтыр Рәсәйҙә эшһеҙлек 5-6 процент тәшкил итте. Ошо ике һандың тура килмәүе уйланыуҙарға һала.
(№ 9)

Ит ҡиммәтләнде27.01.2015

Ит ҡиммәтләнде Ҡышҡы йәрминкәлә Яңы йылға тиклем бер тапҡыр булырға тура килгәйне, шунан һуң баҙарға юл төшкәне булманы. Аҙыҡ-түлекте магазиндан һатып алабыҙ. Һуңғы арала хаҡтар ныҡ күтәрелде. Йәрминкәлә хәлдәр нисек, хаҡтар магазиндыҡынан айырыламы-юҡмы тигән ниәт менән филармония артындағы майҙанға юлландым. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, сауҙа майҙанында һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа байтаҡ. Ҡайһы берәүҙәр кәрәкле әйберен алып, инде ҡайтыу яҡҡа ыңғайлай.

Филармония артында боҙ ҡаласығы булыу сәбәпле, Яңы йыл алдынан йәрминкәне ваҡытлыса үҙәк баҙарға күсереп торғандар ине. Бөгөндән башлап яҙға тиклем ҡабаттан ошонда ойоштороласаҡ.
Рәт буйлап теҙелгән өҫтәлдәр ит менән тулған. Шулай ҙа ит һатыусылар көҙ айҙарындағы кеүек күп түгел. Ябай халыҡ һуғымлыҡ малын декабрҙә үк һатып бөттө. Хәҙер нигеҙҙә алыпһатарҙар сауҙа итә, араларында бер-нисә шәхси хужалыҡ та күренә. Ит һатыусылар араһында Үрге Урал районынан килеүселәр бихисап.
Иттең хаҡы һиҙелерлек күтәрелгән. Быға тиклем уны йыл дауамында тиерлек бер үк хаҡҡа алырға була ине. Ҡалған аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан хәлдә лә, иткә тотороҡло ҡалды. Был һыйыр, йылҡы һәм һарыҡ итенә генә түгел, ҡошсолоҡ продук-цияһына ла ҡағыла.
(№ 9)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.