» Материалы за Февраль 2015 года

«Онотолған һуғыш»24.02.2015

«Онотолған һуғыш»Былтыр Рәсәй һәм Европа союздаш ғәскәрҙәренең Парижды алыуына һәм илбаҫар Наполеондың тамам еңелеүенә 200 йыл тулды. Төбәгебеҙҙә был датаны билдәләүҙең иң сағыу сараһы - аталы-уллы Шаһиевтарҙың тырышлығы менән Һәйтәк ауылында һәйкәл асылыу булғандыр. Бәләкәй генә ултыраҡтан 14-се башҡорт полкына 24 кеше оҙатыла, уны ғына кире әйләнеп ҡайта ала.

-Теүәл мәғлүмәттәр, әлбиттә, юҡ. Әлеге Учалы районы биләмәләрендәге ауылдарҙа ул саҡ 1200 тирәһе йорт хужалығы иҫәпләнгән, һәр йорттан бер яугир алынғас, 1 меңдән ашыу яҡташыбыҙ Беренсе Ватан һуғышында ҡатнашҡан тип самалау яҙыҡ булмаҫтыр, - ти төбәк тарихы белгесе Фәнүр Фәнит улы.
Хәйер, был тема юбилей үтеү менән онотолманы. Ошо көндәрҙә Учалы тарих - төбәкте өйрәнеү музейында «1812-1814. Онотолған һуғыш» күргәҙмәһе асылды. «1-се Башҡорт атлылар полкы - “Любизар” хәрби-тарихи клубында ағза булып торған яҡташтарыбыҙ ойошторҙо. Өфөлә йәшәгән тарихи рәссам-реконструктор Илдар Ғатауллиндың шәхси коллекцияһынан ҡомартҡылар килтерелә, баш ҡаланан «Амантай» ижад үҙәге экспонаттары ла ҡуйыла.
Күргәҙмә сағыу тамаша булып асылды.
(№ 19-20)

Уңышҡа өлгәштеләр24.02.2015

Уңышҡа өлгәштеләрБашҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы йәш һайлаусылар араһында викторина иғлан иткәйне. Маҡсаты - йәш быуында РФ һәм БР-ҙың электораль процестарына ҡыҙыҡһыныу уятыу, хоҡуҡи мәҙәниәтен арттырыу, актив гражданлыҡ позицияһын үҫтереү, һайлау ҡануниәтенең әһәмиәтен көсәйтеү, уның буйынса һорауҙарға иғтибарҙы йүнәлтеү.

Викторина үткән йылдың декабрь айында уҙғарылды. Унда 30 йәшкә тиклемге БР граждандары ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Был хаҡта мәғлүмәт «Яйыҡ» гәзитенең сайтында урынлаштырылғайны.
Викторина тест, айырым һорауҙар һәм кроссворд формаһында уҙҙы. Учалы районы буйынса бөтәһе биш кеше көс һынаны. Уларҙың өсөһө Ильяс Янбаев, Вадим Ҡотломбәтов һәм Динар Усманов уңышҡа өлгәшеп, приздар отто.
(№ 19-20)

Сираттағы еңеү24.02.2015

Сираттағы еңеү19 февраль РФ Премьер-министры Дмитрий Медведев Рәсәй Хөкүмәтенең Ҡабул итеү һарайында «Рәсәйҙең иң төҙөкләндерелгән ҡала (ауыл) ултырағы» Бөтә Рәсәй конкурсында 2013 йыл һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәрен наградлау тантанаһын үткәрҙе. Дмитрий Анатольевич дәғүә лә ҡуйҙы, конкурсты йомғаҡлауҙы былай оҙаҡ һуҙыу - килешмәгән эш.

Нисек кенә булмаһын, үҙ категорияһында Учалы ҡалаһы ултырағы Татарстандың Мамадыш һәм Брянск өлкәһенең Клинцы ҡалаһы менән бергә йәнә призер булды. Икенсе категорияларҙа Башҡортостаныбыҙҙан Октябрьск һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары ла еңеүселәр араһында.
Конкурста барлығы 144 муниципаль берәмек ҡатнашҡан була, еңеүселәрҙе дәртләндереү фонды - 95 миллион һум.
Был хаҡта мәғлүмәт Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең рәсми сайтына ҡуйылыу үҙе генә лә еңеүҙең әһәмиәте тураһында һөйләй.
(№ 19-20)

Атайым – минең ғорурлығым!24.02.2015

Атайым – минең  ғорурлығым!Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы «Атайым - минең ғорурлығым» тип аталған конкурс иғлан иткәйнек. Редакциябыҙға бик күп хаттар килде. Иң-иңдәрен байрам һанында баҫтырып сығарырға вәғәҙәләгәйнек. Вәғәҙә - иман. Бына ул хаттар.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙар көнө лә яҡынлаша. Ошо рәүешле, әсәйҙәрегеҙ, апайҙарығыҙ, туғандарығыҙ тураһында яҙылған йылы хаттарҙы мөхәрририәткә ебәрә алаһығыҙ. Улар ҙа байрам һанын биҙәйәсәк. Хат янында мотлаҡ яҡшы сифатлы фотографияһы булһын. Хат аҙағына исем-шәрифегеҙҙе, ҡала-ауылығыҙҙы ла яҙып ҡуйырға онотмағыҙ.
(№ 19-20)

Беҙ булмаһаҡ, кем?24.02.2015

Беҙ булмаһаҡ, кем?23 февраль - ил алдында изге бурысын үтәгән һәм әлеге мәлдә уның именлеге һағында тороусы ир-егеттәребеҙгә рәхмәт, хөрмәт белдереү көнө ул. Ваҡыт ағымы үҙенекен ала, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары көндән-көн кәмей бара. Уларҙан ҡала Афған, Чечен һуғыштарында ҡатнашыусылар ҙа батырҙар исемлегендә. Бөгөнгө мәҡәлә геройыбыҙ ошондай ҡаһарман ир-уҙамандарының береһе, райондашыбыҙ Рәйес Ҡасимов. Чечен һуғышында ҡатнашҡан яугир разведчик менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Рәйес Роберт улы, һеҙ Учалы районы Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Союзы рәйесе. Ойошма менән яҡынданыраҡ танышып үтәйек.
- Эйе, мин 2014 йылдан был вазифаны йөкмәнем. Бөтәһе Советта «ҡыҙыу нөктәләрҙә» хеҙмәт иткән 800-ҙән ашыу кеше иҫәптә тора. 273 кеше Афған хәрби хәрәкәтен, ҡалғандары Төньяҡ Кавказ аша үткән яугирҙар. Ойошма ветерандарға, яҡындары һәләк булған ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә: социаль, юридик һ.б. Иң йыш мөрәжәғәт иткән һорау - федераль программа буйынса торлаҡ менән тәьмин итеү. Был йәһәттән, 2008 йылда федераль бюджеттан - 3, 2009 йылда - 3, 2010 йылда - 2 субсидия бүленде. Бынан һуң булғаны юҡ әле…
Ойошма йыл һайын билдәләнгән программа буйынса эшләп килә: 15 февраль яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдыҡ, «Афғанстанда хәрби хәрәкәттәр тамамланыуҙың 25 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалдарҙы тапшырҙыҡ, 8 май хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булыусыларҙың ғаиләләре буйынса йөрөп сығасаҡбыҙ, ҡәберҙәргә сәскәләр һалынасаҡ, 9 май парадта ҡатнашасаҡбыҙ һ.б.
(№ 19-20)

Запастағы офицер24.02.2015

Запастағы офицерЗапастағы офицер Иран Ҡужагилдин хәрби карьераһының күп өлөшөн стратегия тәғәйенләнешендәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә арнай.
Иран Мәүлит улы Мулдаш ауылында тыуып үҫкән. Мулдаҡай урта мәктәбен тамамлағас, документтарын алып, Ставрополдәге юғары хәрби училищеға юллана. Башҡортостандан 38 егет баралар, уларҙың өсөһөнә, шул иҫәптән Иран Ҡужагилдинға училищеға уҡырға инеү бәхете тейә. Иран Мәүлит улы бәләкәйҙән хәрби булырға хыяллана. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә, саңғыла йөрөй, футбол, волейбол уйнай, туризмды үҙ итә.


Тиҫтерҙәре менән хәрби уйындар уйнарға яратыуы, уҡытыусыларҙың балаларға патриотик тәрбиә биреүгә күп көс һалыуҙары ла аласаҡ һөнәренә ҙур йоғонто яһай.
Училищены тамамлағас, Красноярск крайының Кедровый ҡасабаһында урынлашҡан ракета дивизионына хеҙмәткә алына. Йәш офицерға төрлө вазифаларҙа эшләргә тура килә, 22 йыл ғүмерен, бар көсөн, белемен һәм тәжрибәһен йәш һалдаттарҙы хәрби әҙерләүгә арнай.
- Совет осоронда хәрби хеҙмәтте «ир-ат мәктәбе» тип атай торғайнылар. Ысынлап та, егеттәребеҙ хәрби әҙерлек үтеп, «һалдат һурпаһын» татыһа, тормош көтөүе лә еңелерәк була ине. Часта һәр ваҡыт яҡшы тәртип, таҙалыҡ булдырырға, һалдаттарға әхлаҡи тәрбиә бирергә тырыштыҡ.
(№ 19-20)

Онотолмай әрме йылдары24.02.2015

Онотолмай әрме йылдары23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләнек. Был көндө һалдат булмағандар, әрмегә барырғамы, юҡмы, тигән һорау алдында аптырап ҡала. Ә инде ил алдында хәрби бурысын үтәгәндәр хеҙмәт юлын хәтерләй.
Шамил Таиров Учалы ауылынан. Әсәһе Роза Али ҡыҙы барлыҡ ғүмерен балаларға белем биреүгә арнай, химия, биология фәндәренән уҡытып, пенсияға сыға. Атаһы Абдрахман Хөсәйен улы тимер юлында эшләп, хаҡлы ялда. Ике яҡ нәҫелдә лә хәрбиҙәр күп. Бер туған ағаһы Рәшит авиация училищеһын тамамлай, бер бабаһы, Советтар Союзы Геройы, Бөйөк Ватан һуғышында вафат була, Киев эргәһендә ерләнгән.


Әлеге мәлдә ундағы урам, мәктәп геройҙың исемен йөрөтә. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, бер нәмәгә ҡарамай, «Мин дә офицер булам», тигән маҡсат менән егет Силәбе хәрби автомобиль училищеһына уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлап, 2000 йылда 77-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһына хеҙмәт итергә юллана. Дағстан менән Чечня сигендә һаҡта тора. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өлкән лейтенант дәрәжәһен ала, рота командиры урынбаҫары итеп үрләтелә.
2002 йылдың 9 майы... Дағстан республикаһының Каспийск ҡалаһы. Был көн бәлә килтерер тип береһе лә уйламай. Һалдаттар парадҡа әҙерләнһә, ҡала халҡы байрам тантанаһын тамаша ҡылырға йыйына.
(№ 19-20)

Килеп уҡыттылар17.02.2015

Килеп уҡыттылар9-13 февраль район ветеринария белгестәре өсөн «Ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарының ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү» программаһы буйынса белемде камиллаштырыу курстары ойошторолдо. Аҙағынан материалды үҙләштереүҙе тикшереп үткәрелгән имтиханды барыһы ла уңышлы тапшырҙы һәм шунда уҡ ҡулдарына танытмалар алды.

Ҡала һәм район ветеринар станцияһы начальнигы Салауат Исламов белдереүенсә, программаға фәҡәт беҙҙең төбәк өсөн иң актуаль һорауҙар һайлана - «Ит, ит продукцияһының сифаты һәм хәүефһеҙлегенә заман талаптары», «Аш эшкәртеү системаһы ауырыуҙары», «Эхинококкоз», «Бер нисә төр хайуандар өсөн уртаҡ ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм профилактикалау» һәм башҡа күп. Ветеринария фәндәре докторҙары Рәфҡәт Фазлаев, Василий Кирилов, фән кандидаттары Юлия Кирилова, Рифҡәт Файрушин, Георгий Базекин һәм башҡа күренекле ғалимдар йәлеп ителә.
… әйткәндәй, беҙ, кешеләр, әлеге мәл киҙеү, һыуыҡ тейеү һалыуынан интегәбеҙ. Әлбиттә, ветеринарҙарҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауҙары, туҡтауһыҙ белем камиллаштырыуҙары йоғонто яһамай ҡалмайҙыр, Салауат Тәлғәт улы: «Бөгөнгө көнгә район биләмәләрендә ауыл хужалығы, йорт, ҡырағай хайуандарҙа инфекцион һәм инвазион сирҙәр таралыу тәңгәлендә хәлдәр именле», - тип тә белдерҙе. Шулай ғына булһын!
(№ 18)

Сағыу тамаша17.02.2015

Сағыу тамаша72 йыл элек, 1943 йылдың февраль айында яҡташыбыҙ Шакирйән Мөхәмәтйәнов күкрәге менән дошман амбразураһын ҡапланы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-нән ашыу яугир Матросов-Мөхәмәтйәновтың ҡаһарманлығын ҡабатлай, улар араһында йәнә 4 яҡташыбыҙ була.

Йәмәғәт ойошмалары тырышлығы һәм район хакимиәте ярҙамы менән Ҡунаҡбай ауылында Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәновтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үтәсәк. Унда «Бөркөт» эҙәрмән отряды, «Тәүге башҡорт атлы «Любизар» хәрби-тарихи полкы, Свердловск өлкәһенең Новоуральск ҡалаһынан «Эҙәрмән» һәм Өфөнән «Форвард» клубтары ҡатнашасаҡ. Сара Учалы районында хәрби-тарихи клуб ойоштороуға тәүге аҙым итеп күҙаллана.
Тарихи реконструкция - ысынбарлыҡтағы берәй ваҡиғаны теүәл ҡабатлаған ифрат күләмле спектакль. Был сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҡатнашыусылар 1943 йылдағы совет һәм немец хәрби кейемдәре кейәсәк, пуляһыҙ патрон яһалған Дегтярев пулеметы, ТТ пистолеты, ППШ автоматы, Мосин системаһындағы винтовка һымаҡ ысын тарихи ҡорал файҙаланыласаҡ.
«Алыш» тамамланғандан һуң теләгәндәр реконструкцияла ҡатнашыусылар менән бергә фото төшә аласаҡ, Матросов-Мөхәмәтйәновтың музейына инеү ҙә бушлай буласаҡ.
Сара 21 февраль 12.30 сәғәттә Ҡунаҡбай мәктәбе артындағы яланда үткәрелә.
(№ 18)

Моң байрамы17.02.2015

Моң байрамыЙыл һайын һәләтле һәм дәртле балалар өсөн бөтә Рәсәй йәш музыканттар конкурсы уҙғарыла. Күмертау, Октябрьск, Өфө ҡалаларында үтәсәк быйылғы ярыш Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына арналған.

Ошо көндәрҙә Сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында конкурстың икенсе һайлап алыу этабы уҙҙы. Унда барыһы 17 мәктәптән 171 ҡатнашыусы йыйылды. Учалы ҡалаһы һәм районының балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренән тыш, Белорет, Бөрйән райондарының һәләтлеләре лә көс һынашты. Конкурс 10 номинацияла уҙҙы (пианино, халыҡ инструменттары, соло йыр һ.б.). Абруйлы жюри ағзаларының тыңлаған 513 музыка әҫәрҙәрен барыһын бергә теҙһәң 24 сәғәттән ашыу ваҡыт талап итер ине! Һөҙөмтәлә, сығыш яһаусыларҙың иң-иңдәре генә икенсе һайлап алыу турын уңышлы үтте. 104 уҡыусы лауреат исеменә лайыҡ булды - тап улар район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Барыһын да район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, колледж директоры Айгөл Ғимазитдинова ҡотланы һәм йылы теләктәрен еткерҙе. Йәш музыканттарға республикала ла уңышлы сығыш яһауҙарын, алдынғы урындар яулауҙарын теләп ҡалайыҡ.
(№ 18)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
232425262728 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.