» Материалы за Март 2015 года

Дуҫлыҡ дауам итһен31.03.2015

Дуҫлыҡ дауам итһенЙылдың тәүге өс айы артта ҡалды. Ошо ваҡыт арауығында гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары беҙҙән айырылманы. Ниндәй генә акция, конкурс иғлан итһәк тә, уҡыусыларыбыҙҙың дәррәү ҡатнашыуҙары, урындарҙа уҙған саралар хаҡында оператив рәүештә хәбәр ебәреүҙәре, үҙ фекерҙәрен, хис-тойғоларын, хәтирәләрен бүлешеп, бихисап хаттар яҙыуы ошоно дәлилләй. Ғинуар, февраль, март айҙарында редакциябыҙға 94 хат килде (үткән йылда 101 булған). Ҡайһы авторҙар уларҙы үҙҙәре редакцияға килтереп бирһә, икенселәр почта йә интернет селтәре аша юлланы. [/b]
Хаттарҙың күпселеге гәзитебеҙ биттәрендә үҙ урынын тапты. Шулай ҙа, әлегә сыҡмағандары ла бар. Авторҙарҙы күңелдәрен төшөрмәүҙәрен, сабыр булыуҙарын һорайбыҙ, уларҙың ижадтары яҡын киләсәктә донъя күрәсәк.
(№ 34)

«Капремонт» хаҡында алты һорау31.03.2015

«Капремонт»  хаҡында алты һорауҠалаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа хосусилаштырылған күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән хәҙер, мәғлүм булыуынса, закон нигеҙендә 2014 йылдың көҙөнән йортҡа капиталь ремонт өсөн иғәнә түләтелә башланы.
Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр былай ҙа артып торған мәлдәрҙә был яңылыҡ халыҡта алҡыштар тыуҙырманы, әлбиттә. Түләү артынан түләү, сиге булырмы бының берәй мәл, ҡайҙа китеп тора һуң был аҡсалар, тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр бихисап. Законға буйһоноп өйрәнгән күпселек өндәшмәй генә түләй ҙә башланы. Ҡаршылыҡ күрһәтеп, был түләүҙәрҙең нигеҙле-нигеҙһеҙ булыуын суд аша дәғүәләшергә вәғәҙә иткәндәр ҙә бар - улар хәҙер ярты йыл буйы аңлайышһыҙ маҡсаттар өсөн аҡсаһын сығарып һалырға теләмәй. Уларҙы ла аңларға була, сөнки араларында өр-яңы йорттарҙа йәшәүселәр байтаҡ: ниндәй ремонт һәм кем өсөн түләргә тейеш һуң улар?

Аҡса ҡайҙа туплана?
Аҡса «Төбәк операторы» тигән яңы структура иҫәбенә күсерелә. Ул капиталь ремонт фондын булдырып, уны төрлө объекттарға йүнәлтә. Быныһы аҡса туплауҙың беренсе варианты.
Икенсе вариант - йорттарҙың үҙ махсус иҫәбен асыу. Унда һәр йорттоң үҙ аҡсаһы тупланып бара һәм ул башҡа йорттарҙы ремонтлауға китмәйәсәк. Был осраҡта бухгалтерия һәм подрядсыларҙы ла йортта йәшәүселәр үҙҙәре таба, юллай. Ремонт өсөн кәрәкле аҡса ла оҙағыраҡ йыйыласаҡ.
(№ 34)

Проблемалар барланды31.03.2015

Проблемалар барландыТөбәгебеҙгә эш сәфәре менән БР буйынса Эске эштәр министры урынбаҫары - полиция начальнигы Вячеслав Андреев килеп китте.
Урындағы власть вәкилдәре, эске эштәр бүлегенең шәхси составы һәм журналистар менән осрашыу үткәрҙе.
Иптәш полковник үҙ хеҙмәтен заманында участка уполномоченныйы булараҡ башлаған икән. Шуға ла инеш һүҙе үҙенсәлекле булды, йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итте: «Кемегеҙҙең өйөнә участка уполномоченныйҙары инеп, хәлдәр менән ҡыҙыҡһынғаны бар? Зинһар, ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ». Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡулдар әҙ генә күтәрелде. ªммә мәгәр, барыһы ла тигәндәй, участка уполномоченныйының исем-шәрифе, фотоһы гәзиттә баҫылды, подúезда телефон номеры менән листовкалар эленгән, кәрәк булһа, бәйләнешкә сыға алабыҙ, тип хәҡиҡәткә хыянат итмәнеләр. ¤ҫтәүенә, Учалы телестудияһында тотош проект (тапшырыуҙар циклы) әҙерләнә икән. Министр урынбаҫары һуңғы алым менән айырыуса ҡыҙыҡһынды, үҙенә лә күрһәтеүҙе һораны - бәлки, бындай тәжрибә республика буйынса таратылыр.

Өфө ҡунағы, телефон аша мутлашыуҙарҙың оло бәләгә әйләнеүе хаҡында бәйән итте. Был хаҡта гәзитебеҙҙә ҡат-ҡат яҙҙыҡ инде, халыҡ һаман аңламағас, тағы ҡабатларға кәрәктер, юғиһә, беҙҙең төбәктә лә төп-башҡа ултыртылыусылар бихисап. Ҡыҫҡаһы, телефон аша «Улың (ҡыҙың, ейәнең һәм башҡа) бәләгә ҡалды (кеше тапатты йә үҙе тапалды, сирҙән иҫен юғалтып йығылды…), ярҙам итеү өсөн бик ашығыс фәлән-фәлән аҡса күсерегеҙ!» кеүек хәбәр килгәс, ҡурҡыуҙан уйлау һәләтен юғалтҡан кеше башта талапты үтәй ҙә, һуңынан ғына буш хәбәр икәнлегенә төшөнә. Бындай енәйәттәрҙе асыҡлау үтә ҡатмарлы, күп осраҡта мутлашыусылар холоҡ төҙәтеү колонияларында ултырған көйөнсә эш итә, тип тә билдәләне Вячеслав Николаевич. Дәүләтебеҙҙең «теш-һеҙлеге» инде, башҡа һыймаҫлыҡ бит - енәйәт өсөн хөкүмгә тарттырылған әҙәмдәр иректән мәхрүм ителгән көйөнсә (йәмғиәт иҫәбенә тамаҡ аҫрап!) енәйәт ҡылыуҙарын дауам итә…
(№ 34)

Мин илемә бөркөт булып осоп ҡайтырмын...30.03.2015

Мин илемә бөркөт булып  осоп ҡайтырмын... ИКЕ ЙОНДОҘ - ИКЕ ЯҘМЫШ
Һуғыш. Биш кенә хәрефтән торған был ҡәһәрле һүҙҙең артында миллионлаған кешенең аяныслы яҙмышы, миллионлаған ғаиләнең селпәрәмә килгән тормошо, ваҡытһыҙ өҙөлгән ғүмерҙәр, яҡты донъяға тыуып та йәшәй алмаған балалар тора. Һуғыш ғазаптарын, ауырлығын башҡалар менән бергә, Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Минһажетдиновтар ғаиләһе лә үҙ иңендә кисергән. Беҙ үҫкән йорттоң ҡапҡа бағаналарын ике йондоҙ биҙәне. Бәләкәйҙән беҙ был йондоҙҙарҙың береһе һуғышта һәләк булған Фуат ағайымдыҡы, ә икенсеһе атайымдыҡы икәнен күреп, белеп үҫтек, тик ағайымдың йондоҙоноң ситтәре ҡараға буялған ине.

Ҡобағош ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 124 кеше китә, 67-һе яу яланында һәләк була. Бөгөнгө көндә уларҙың береһе генә иҫән. Минһажетдиновтар ғаиләһенән мәктәптә уҡытып йөрөгән еренән, һуғышҡа иң беренселәрҙән булып Жәүәт Минһажетдинов алына. Атайым һуғышҡа киткәндә Әлкәлә төрмәлә ултырған олатайымды күрергә тырышҡан, тик ниәте барып сыҡмаған һәм осрашырға насип булмай...
(№ 32-33)

Замананан артта ҡалмайыҡ!30.03.2015

Замананан артта ҡалмайыҡ!Америка үрнәк бирҙе
Аудиокитап - ниндәйҙер ҡоролмаға уҡып яҙҙырылған әҙәби йә башҡа әҫәр. Радиоспектаклдәрҙеœ бер төрө тиергә мөмкин. Тәүләп АҠШ конгресы раҫлаған насар күргән кешеләр өсөн махсус программа сиктәрендә 1932 йыл сығарыла башлай. Был яœылыҡ насар күргәндәргә генә түгел, бар халыҡҡа оҡшап ҡала -шул уҡ Америкала 1952 йыл «Уэльстағы раштыуа» исемле аудиокитап коммерция нигеҙендә сауҙаға сығарыла. Советтар Союзында был эшкә 1961 йыл тотоналар. Хәтерегеҙҙәлер, заманында беҙҙә лә әкиәт яҙылған грампластинкалар һатыла торғайны. Был эшкә профессиональ артистар йәлеп ителә.
Әммә ул саҡ аудиокитаптар ныҡ таралмай әле - ҡайҙандыр алырға, яҙҙырырға кәрәк, техник ҡоролмалар (магнитофондар, радиолар) барыһында ла булмай бит. Компьютер технологиялары киœ йәйелеү аудиокитаптар ныҡ таралыуға этәргес көс булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һуңғы йылдарҙа аудиокитаптар баҙары донъяла бер миллиард долларға яҡынлаша, Рәсәйҙә - ун миллион тирәһе. Был һандар күп булып тойолһа ла, ысынбарлыҡтағы хәлде ныҡ кәметеп күрһәтә. әлеге мәл йәнең теләгән китапты бушлайға интернетта тыңларға йә шунан уҡ яҙҙырып алырға мөмкин бит.

Шәхси тәжрибәнән
Аудиокитаптар менән биш йыл элек таныштым. Үҙемдең улым наушник тағып йоҡо алдынан ниҙер тыңлап ятыуын абайланым һәм, ни ғәләмәт, тип ҡыҙыҡһындым. Эштең айышына төшөнгәс, ысын китап уҡығанда кешенең грамоталығы арта, ысын китап уҡыу - аң-белемгә ғибәҙәт ҡылыуға тиң, китапты тыңлау менән генә сикләнеү - йотор алдынан ризыҡты икенсе кешенән сәйнәтеүгә тиң кеүек дөрөҫ хәбәрҙәр һөйләргә тотондом. Улым аҡыллыраҡ булып сыҡты, бәхәсләшмәне, һынау өсөн үҙемә берәй яҡшыраҡ аудиокитапты тыңлап ҡарарға кәңәш итте. …һәм бына биш йыл инде айырылғаным юҡ!
Бөтә ыңғай яҡтарын ҡыҫҡаса ғына барлап сығайыҡ:

Яңы һулыш менән30.03.2015

Яңы һулыш менәнҠала шарттарында «зәңгәр яғыулыҡ»һыҙ йәшәйеште күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Был тормош уңайлығы яйлап ауыл урамдарына ла кèлеп етеп бара. Быға тиклем башлыса ул районыбыҙҙың көньяҡ өлөшөнә һуҙылһа, әле Сәфәр, Мансур, Ильинка ауылдарында газ торбалары һалына. Ҡала ситендәге микрорайондар ҙа, тулыһынса тиерлек, «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа күсеү өҫтөндә.
«Газпром газораспределение Уфа» йәмғиәтенең Учалы ҡалаһындағы филиалы техник документация әҙерләү, газ торбаларын проектлау, ҡороу, газ ҡаҙандарын, счетчиктарҙы, плитәләрҙе урынлаштырыу, шәхси газ баллоны ҡулайламаларын проектлау, монтажлау һәм, әлбиттә, халыҡты һәр яҡлап хеҙмәтләндереү эшен алып бара.

Ошо көндәрҙә ҙур реконструкциянан һуң урындағы «Газпром» бинаһын асыу тантанаһы үтте.
Төҙөкләндереү эштәре ике этапта атҡарылған. Тәүгеһендә, авария-диспетчерҙар хеҙмәте, ер аҫты газ торбалары хеҙмәте, электр-химик һаҡланыу биналары капиталь ремонтлана. Икенсе этапта административ корпус реконструкциялана: дүртенсе ҡат төҙөлгән, ике төкәтмә, фойе барлыҡҡа килгән. 3750 квадрат метрҙы биләгән бөгөнгө уңайлаштырылған филиал барлыҡ янғын хәүефһеҙлеге, санитар талаптарға яуап бирә. Ремонт эштәре 70 миллиондан ашыу һумға атҡарылған.
(№ 32-33)

Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ30.03.2015

Юлдарҙа  иғтибарлы булайыҡОшо көндәрҙә район хакимиәтендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Сарала ҡала-райондың эске эштәр, мәғариф бүлеге, автовокзал, тау-байыҡтырыу комбинаты, автотранспорт предприятиеһы, юл хеҙмәттәре вәкилдәре ҡатнашты.
- Юл-транспорт фажиғәләренә нигеҙҙә юлдарҙың төҙөк булмауы, машиналарҙың күплеге, руль артындағы эскән кешеләр, тиҙлекте арттырыусылар, юлды теләһә ҡайҙан йүгереп үтеүсе йәйәүлеләр һәм башҡалар сәбәпсе.
Был проблема төрлө яҡлап хәл итеүҙе талап итә. Бының менән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы яңғыҙы ғына шөғөлләнергә тейеш түгел. Дөйөм эшкә барыһының да ҡушылыуы фарыз, - тине район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев.

Төбәгебеҙҙә 2014 йылда булған юл хәрәкәте ваҡиғалары менән ҡала-райондың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Коротков таныштырҙы. Әлбиттә, статистика борсоуға һала. Водителдәребеҙ юлдарҙа хәүефһеҙ йөрөргә һаман өйрәнә алмай. Юл йөрөү ҡағиҙәләренә ҡағылышлы закондарҙың šатмарланыуы ла, штрафтарҙың күләме лә ҡурҡытмай уларҙы. 2014 йылда 1576 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уның 29 осрағында 8 кеше һәләк булған, 36 кеше тән йәрәхәттәре алған. Иҫерек водителдәр арҡаһында 3 авария теркәлгән. 13 мең автомобиль хужаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫерек водителдәр һаман хәүеф тыуҙыра, аварияларҙың күбеһе улар арҡаһында килеп сыға. 628 кеше иҫерек килеш тотолған, 542-һе тиҙлек режимын арттырған, 1585 автоһәүәҫкәр хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән булған. Ағымдағы йылда 2 юл фажиғәһе теркәлгән, 4 кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың икәүһе дауаханала йән биргән. Аварияларҙа балаларҙың үлеүе, төрлө тән йәрәхәттәре алыуҙары борсоуға һала. Былтыр 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында 2 авария теркәлгән, бер бала һәләк булған, бер бала йәрәхәтләнгән.
(№ 32-33)

Учалы һандуғасы30.03.2015

Учалы һандуғасыТанылған йырсы, филармониябыҙ артисткаһы Ынйы Әхмәтованың сығышын халыҡ түҙемһеҙләнеп кµтµп ала, байрам-концерттарҙа аяҡ өҫтө тороп алҡышлайҙар. Үҙенсәлекле сағыу, моңло тауышы менән тамашасыһын тапҡан Учалы һандуғасы әле лә эҙләнеүҙәр юлында, илһамланып ижад итә, яңынан-яңы йырҙары менән күңел ҡылдарын тибрәтә.
Ынйы Әхмәтова - Ахун ауылы ҡыҙы. Әсәһе Зилә Ғилметдин ҡыҙы ғүмер буйы уҡытыусы, атаһы Дамир Сиражетдин улы механизатор булып эшләй. Ҡәҙерлеләре икеһе лә сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Әсәһе моңло итеп йырлай, атаһы өҙҙөрөп гармунда уйнай. Ынйы ошо мөхиттә тәрбиәләнеп үҫә. Биш йәштән әсәһе бейергә-йырларға өйрәтә. Ете йәшендә музыка мәктәбенә йөрөй башлай. Мәктәп йылдарында бер мәҙәни сара ла Ынйыһыҙ үтмәй, клуб сәхнәһендә йыш сығыш яһай. Йәш талантты йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнашҡаны өсөн Артекка путевка менән дә бүләкләйҙәр.
Бала саҡтан сәнғәт кешеһе булыу хыялы менән янған ҡыҙыҡай, 8-се класты тамамлағас, Учалы музыка училищеһына уҡырға инә. Яҡындары һәр яҡлап ҡыҙҙарын ҡанатландырып тора. Училищены тамамлап тау-байыҡтырыу комбинаты профкомы эргәһендә ойошторолған халыҡ филармонияһында эш башлай. Ул ябылғас, Мәҙәниәт йортона вокаль түңәрәк етәксеһе булып күсә. Йәш, дәрт-дарманы ташып торған ҡыҙсыҡ ең һыҙғанып эшкә тотона. Ҡатын-ҡыҙҙар ансамблен ойоштора. 2000 йылда талантлы ҡыҙҙы филармонияға алалар. Ҙур сәхнәгә юлы шунан башлана ла инде. Ошо йылдарҙа моңло тауышлы йырсыбыҙ бөтә республикаға таныла. 1999 йылда «Урал моңо» халыҡ-ара йыр бәйгеһендә беренсе урын ала, «Туған тел-2001» конкурсында ҡатнашып, гран-при яулай. Әйтергә кәрәк, быйылғы йыл да йырсы өсөн уңышлы башланған. «Таланттар ҡанаттарында» конкурсында ҡатнашып, бер-нисә номинацияла еңеү яулай.
(№ 32-33)

Хәүефле осор башлана27.03.2015

Хәүефле осор башланаКүпселек янғындар кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға. Уларҙың күбеһе урман фонды һәм уға сиктәш ерҙәрҙә, юл, күл, йылға буйҙарында сыға. Ағас әҙерләгән ойошмалар һәм граждандар диләнкәләрҙе таҙартырға, урманда ҡалған ағасты өйөп, тирә-яғын һөрөргә, башҡа һаҡлыҡ саралары күрергә тейеш.
Урман янғындары стихиялы бәлә-ҡаза һанала һәм урман хужалығына хәтһеҙ зыян килтерә. Быйыл 2014 йылдың октябрь айында яуған боҙло ямғырҙан һуң урмандарҙа янғын сығыу ихтималлығы бигерәк тә артты. 4500 га майҙанда ағастар йығылып, зыян күрҙе.
Урмандарҙы янғындарҙан һаҡлау урман хужалығының нигеҙен тәшкил итеүсе махсуслаштырылған, профессиональ белеме булған ойошмаға - урман һағына йөкмәтелгән.

2014 йылда «Учалы лесничествоһы» биләмәһендә 1 урман янғыны осрағы теркәлә. 9,5 га майҙан утҡа ҡала. Янғын урман һағы, ирекле дружиналар һәм «Учалинская» ПХС-2 (янғынға ҡаршы химик станция) көстәре менән һүндерелә.
Ҡуртымға алынған ерҙәрҙә урман янғыны теркәлмәгән.
(№ 32-33)

Мәкерле «сихут» сире24.03.2015

Мәкерле «сихут» сиреТуберкулез - иң боронғо ауырыуҙарҙың береһе. Ул меңәрләгән ғүмерҙәрҙе ҡыйған афәт. Был сир тураһында белешмәләр боронғо китаптарҙа яҙып ҡалдырылған, ғалимдар уның йоғошло ауырыу икәнлеген иҫбатлау өсөн төрлө эҙләнеүҙәр үткәргән. 1882 йылда немец ғалимы Роберт Кох микроскоп аша туберкулез таяҡсаларын күрә алған һәм был таяҡсаларҙың туберкулез сирен тыуҙырыуын иҫбатлаған.
Был сир менән йыл һайын Ер йөҙөндә 10 миллионға яҡын кеше ауырып тора, һәр 10 секунд һайын бер кешенең ғүмере өҙөлә.
Туберкулез менән күберәк алкоголь эсемлектәре менән мауығыусылар, асар-баҡтар, йәш үҫмерҙәр, ауырлы ҡатындар, йәш балалы әсәләр, илдән-илгә күсенеп йөрөүселәр, хроник сирлеләр ауырый.

Туберкулез - ул нә-ҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа бер ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп бер нисә кеше ауырырға мөмкин.
Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, эҫе һыуҙа ҡайнатыу, 5 процент хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итһә, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин.
Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөй-ләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡан аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Ауырыуҙың тәүге симптомдары булып күкрәк ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙҙән тирләү, йүткереү, тән температураһының күтәрелеүе, аппетит юғалыу, ябығыу күҙәтелә.
(№ 31)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Март 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.