» Материалы за Апрель 2015 года

Һуғыш балалары28.04.2015

Һуғыш һәм бала саҡ… Был ике төшөнсә бер нисек тә яраша алмай. Ҡәһәрле һуғыш балаларҙыœ ғәмһеҙ, шат сабыйлығын юҡҡа сығара, уларҙы ваҡытынан алда өлкәндәр иҫәбенә индерә, кескәй иœдәренә ауыр тормош йөгө һала. Аяуһыҙ һуғыш йылдарына тура килгән бала саҡ тиҙ тамамлана, дөрөҫөрәге, ул булмай.
Абҙаҡ ауылында йәшәүсе ир уҙаманы Рәжәп Әхмәтйән улы Кирәев тә үҙенең малай сағын тыныс ҡына иҫләй ҙә, ул турала тулҡынланмайынса һөйләй ҙә алмай. Һуғыш башланғанда Рәжәп ағайға туғыҙ ғына йәш була. Ғаиләлә алты бала үҫәләр, аталары ауырыу була, шунлыҡтан фронтҡа алынмай, 1942 йыл вафат була. Бөтә ауырлыҡ әсәһенә, ике апаһына һәм Рәжәпкә төшә. Уларҙың атын да егеүе менән һуғышҡа алып китәләр.
1942 йыл 10 йәшлек малай ауыл көтөүен көтә. Шунлыҡтан яҡшы хәтерләй: ул мәл Абҙаҡта 40 йортта 42 ғаилә йәшәй. Һәр ғаиләнән кәмендә икешәр кеше фронтҡа китә. Бик аҙы ғына һуңынан әйләнеп ҡайта ала. Оло, 60-65 йәшлек ирҙәрҙе лә хеҙмәт армияһына алалар.
Әсә кеше «Идеал» колхозында ат ҡарай. «Эшкә бик талымһыҙ, егәрле ине», - тип иҫкә ала Рәжәп ағай. Шуға ла колхоз рәйесе Абдрахман Әйүпов уны Малай Муйнаҡтағы бөтөп барған һарыҡсылыҡ фермаһына күсерә. Алты балаһын эйәртеп, ер иҙәнле өйгә барып урынлаша, уның тырышлығы менән ул йылды һарыҡтар һәйбәт кенә ҡышлай.
(№ 46-47)

Хәүефле миҙгел етте28.04.2015

Хәүефле миҙгел еттеХәүефле миҙгел еттеКөндәр йылынып, тәбиғәт ҡарҙан әрселеү менән талпандар әүҙемләшә. Һуңғы йылдарҙа телевидение, баҫмалар аша талпан энцефалиты хаҡында күп һөйләйҙәр, сирҙе йоҡтороусыларҙың аяныслы хәл-торошон күрһәтәләр. Был йән эйәһе күптәрҙә, бигерәк тә яҙғы-йәйге осорҙа, ҡурҡыу хисен уята. Хатта, ғилем телендә акарофобия тигән термин да барлыҡҡа килгән. Талпандан һәм унан тешләнеүҙән саманан тыш ҡурҡыу шулай атала. Һәр талпан энцефалитлы тигән һүҙ түгел, әлбиттә.
Талпан, ғәҙәттә, еүешле урындарҙа, ҡатнаш урмандарҙа көн итә. Күҙе юҡ, әммә еҫте бик яҡшы тоя: кешене йәки йәнлекте ун метр алыҫлыҡтан уҡ һиҙә, һәрмәүестәре ярҙамында хәрәкәт итә. Кешене йә хайуандарҙы һағалап, юл буйҙарында, һуҡмаҡтарҙа тупланалар. Һуңғы йылдарҙа бөжәктәрҙе тәбиғәт ҡосағында ғына түгел, ә паркта, скверҙа ла осратырға мөмкин. Үҫемлектәрҙән үрмәләп талпан кешегә эләгә, йорт хайуандарынан да күсә ала. Ҡаҙалыу өсөн тәндең йомшаҡ тиреле ерҙәрен һайлай: ҡултыҡ аҫты, муйын, ҡолаҡ, баш, күкрәк, эс тирәһе, тубыҡ соҡоро.

Ата талпан ҡор-банының тәнендә оҙаҡ тормай - кәрәгенсә ҡан һурғас, ысҡынырға ашыға. Инә талпандың иһә алты тәүлеккә тиклем йәбешеп тороуы мөмкин. Ул иҫ киткес күп ҡан һура (үҙ ауырлығынан йөҙ тапҡырға күберәк). Туҡ талпандың бармаҡ башы ҙурлыҡ булыуы ихтимал.
Нервы системаһын зарарлаусы энцефалит инфекцияһы бөжәктең шайыҡ биҙҙәрендә була һәм кешене тешләгән ваҡытта йоға. Сирҙең инкубацион осоро 7-14 көн. Ауырыу ҡаты башлана, ғәҙәттә тән температураһының 38-40 градусҡа күтәрелеүе, баш ауыртыуы, ҡоҫоу күҙәтелә, кеше тиҙ арый, тән ауырта, тартыша, аң ҡараңғылана, үтә ауыр хәлдә фалиж һуғыуы мөмкин. Талпан ҡаҙалған урын һәм уның тирәһе ныҡ ҡыҙара. Тешләнгән ерҙә кеше әсетеү, ойоу, ауыртыу, ҡысыу тоя. Талпан ҡаҙала ҡалһа, уны тиҙерәк тәндән сығарыу кәрәк. Ҡул менән түгел, пинцет йәки ныҡлы ептән яһалған тоҡан менән ипләп кенә тартып алына. өҙөлөп, тәндә башы ҡалмауы мөһим. Ә иң яҡшыһы - был осраҡта белгестәргә мөрәжәғәт итеү.
(№ 46-47)

Баҙарға сыҡтым әле28.04.2015

Баҙарға сыҡтым әлеИлебеҙ иҡтисадында доллар менән евроның кинәт күтәрелеүенә бәйле ҡыйынлыҡтар дауам итә. Йыл башында ул тиклем һиҙелмәһә лә, әле килеп көрсөк ҡатылана. Айырыуса был аҙыҡ-түлектең, көнкүреш тауарҙарының ҡиммәтләнеүендә күренә. Һуңғы арала эшһеҙлек проблемаһы ла борсоуға һала. Сәнәғәт предприятиеларында ҡыҫҡартыуҙар, түләүһеҙ ялға ебәреүҙәр башланды. Йәшәү кимәле түбәнәйҙе, халыҡҡа билдәге ҡайыштарын нығыраҡ ҡыҫырға тура килә. Ғинуарҙа хаҡтар айлап түгел, көнләп үҫә ине. Әле, күреүебеҙсә, бер кимәлдә «туңып» ҡалдылар. Бындай хәлдәрҙең ҡасан да булһа етәсәге тураһында күптән киҫәтеп килделәр, нефть һатыуҙан табыш алыу кәмеһә, ил бик ауыр хәлдә ҡаласаҡ, тинеләр.
Сит илдән индерелгән тауарҙар урынына үҙебеҙҙекен етештереп ҡуллана башларға ваҡыт, тип күп һөйләнеләр. Әммә магазин кәштәләре һаман ете диңгеҙ аръяғынан индерелгән аҙыҡ-түлектән һығылыуын бер нисек тә аңлап булмай. Төркиәнең помидорын, Голландияның алмаһын ашайбыҙ. Магазиндарҙа ¤фөнөң «Алексеевка» совхозында үҫтерелгән ҡыяр-помидор күренгеләп ҡала. Хаҡы ла ҡиммәт түгел, Төркиә помидорының килограмы 180 һум торһа, үҙебеҙҙеке - 140 һум, сит ил ҡыяры - 129 һум, өфөнөкө - 95 һум. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҙ үҫтерәләр, күрәһең, бәләкәй күләмдә генә килтерәләр, халыҡ шундуҡ һатып алып бөтә. Ҙур сауҙа үҙәктәрендә һатылған йәшелсә-емештең дә күбеһе сит илдеке. Мәҫәлән, кишерҙе генә алайыҡ. Йыуып-таҙартылған, пакеттарға тултырылғаны 52 һум тора. Беҙҙеке ауылдан килтерелгәне йыуылмағаны, төрлө формала булғаны өсөн арзан. Ләкин халыҡ ниңәлер сит илдекенә өҫтөнлөк бирә. Уларҙың ҡайһыһы яҡшыраҡ, организм өсөн ҡайžыžы файҙалы - бының менән ҡыҙыҡһынмайҙар. Ситтән индерелгән аҙыҡ-түлеккә долларҙың күтәрелеүе, санкциялар арҡаһында хаҡ артыуы аңлашыла. Әммә тыйылған тауарҙар урынына үҙебеҙҙә етештерелгәне һаман ҡуйылмай. Картуф, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, һуған һ.б. йәшелсәләрҙе кешеләр үҙҙәренә етерлек кенә үҫтерә башланылар. Сөнки күпләп үҫтереүҙең файҙаһы юҡ, уңышыңды һатыу, тапшырыу ҙур проблемаға әйләнде. Хәҙер йәшелсә ҡиммәтләнде, быйыл халыҡ картуф-кишерен үҫтерергә ең һыҙғанып тотонор, моғайын.

Оло хөрмәт - ветерандарға27.04.2015

Оло хөрмәт - ветерандарғаЕңеүҙең 70 йыллығын билдәләргә йыйына. Ваҡыт уҙған һайын еребеҙгә еңеү килтергән һуғыш ветерандарының сафы һирәгәйгәндән һирәгәйә, тыл ветерандары ла яҡты донъянан китеп бөтөп бара. Уларға алмашҡа Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы шаһиттары - һуғыш балалары килә. Еңеүгә тос өлөш индергән тыл ветерандары, һуғыш балалары менән осрашыуҙар, төрлө саралар үткәрелә. Ошондай осрашыуҙарҙың береһе күптән түгел Килмәк ауылы клубында уҙғарылды. Кисә «Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарым» тип исемләнде. Сараға халыҡ күп килгәйне. Клуб эсе байрамса биҙәлгән, бында айырыуса «Ағинәйҙәр» түңәрәгенә йөрөүселәрҙе билдәләп китеү урынлы булыр. Уларҙың тырышлығы менән ҡул эштәренән күргәҙмә, стенд ойошторолған.
- Күреүегеҙсә, ауыл халҡы бик әүҙем, йәше-ҡарты клубҡа ихлас йөрөй. Төрлө концерттар ҡуябыҙ. Еңеү байрамына ауылдаштар менән Ибраһим Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре» спектаклен сәхнәләштерергә йыйынабыҙ, - ти клуб мөдире Ильмира Хисмәтуллина.
Кисәлә ҡатнашыусылар ололарҙы яҡынлашып килгән юбилейлы Еңеү яҙы менән ҡотларға ашыҡты. Ауылдың ағинәйе, тыл ветераны Хәлисә Харрасоваға быйылғы Еңеү байрамы икеләтә ҡәҙерле һәм күркәм. Эшһөйәр, сабыр, кешелекле гүзәл ханым үҙенең 90 йәшлек юбилейын да билдәләне. Ул үткән тормош юлы күптәр өсөн өлгө булырлыҡ. Ҡатын биш балаға ғүмер һәм тәрбиә биреп, оло юлға баҫтыра. Килмәк ауылының ғорурлығы, ағинәйе ул...
(№ 44-45)

Хеҙмәттәре ҡаһарманлыҡҡа тиœ27.04.2015

Хеҙмәттәре ҡаһарманлыҡҡа тиœЧернобыль атом электр станцияһындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 600 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Шулар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бихисап. Зарарлы зонала эшләгәндәрҙең хеҙмәте ысын ҡаһарманлыҡҡа тиң, уларҙың һәр береһе - батырлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө, беҙҙең тәрән ихтирам-хөрмәткә лайыҡ. Бөгөн ликвидаторҙарҙың береһе - Фән Барый улы Йәһүҙин беҙгә Чернобыль тураһында һөйләргә ризалашты.
Ул 1954 йылда Йәһүҙә ауылында тыуған. Наурыҙ урта мәктәбендә 8-се класҡа тиклем уҡый, һуңынан Учалы һөнәрселек училищеһында ташсы һөнәрен алып, йүнәлтмә буйынса Тольятти ҡалаһына эшкә китә. Ике йылдан хәрби хеҙмәткә алына. Диңгеҙ флотына эләгә. Рус утрауында алты ай химик-дозиметрсы һөнәренә уҡып, Камчаткаға оҙатыла. Армияла тәү тапҡыр радиация тураһында мәғлүмәт ала. Бихисап һынауҙарҙа ҡатнаша, иң яҡшы химик булып таныла. өлгөлө хеҙмәт иткәне өсөн тыуған яғына отпуск һәм Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә, ата-әсәһенә Рәхмәт хаты ебәрәләр.

1974 йылда йыйылма команда төҙөп Ленинградҡа, хәрби заводҡа яңы радиацион-химик һәм бактериологик афәттәрҙән һаҡланыу кораблен комплектациялау һәм йыһазландырыу өсөн ебәрәләр. Фән Йәһүҙиндың төркөмө ике ай Балтик диңгеҙендә һынауҙар үткәреп, Ладога, Онега күлдәре аша Аҡ диңгеҙгә сыға. Июль айында үҙҙәрен Североморскийға килтерәләр, бер ай шартлатыусы һөнәренә уҡыталар, уны бүлек командиры итеп ҡуялар. Ниһайәт, диңгеҙ боҙҙан асыла, 12 кораблдән һәм бер һыу аҫты кәмәһенән торған каруан асыҡ диңгеҙгә сыға. Фән Барый улының төп бурысы вахтала торғанда приборҙарҙы күҙәтеү була. Сираттағы күҙәтеүҙә һалдат радиацияның саманан тыш күп булыуын күрә, шундуҡ корабль командирына әйтә.
(№ 44-45)

Яҡшы белгестәр әҙерләнә27.04.2015

Яҡшы белгестәр әҙерләнәИке көн дауамында Учалы тау сәнәғәте колледжында «Иң яҡшы таусы-2015» тип исемләнгән һөнәри оҫталыҡҡа төбәк-ара конкурс үтте. Ярыш «Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын үҙләштереү» йүнәлеше буйынса белем алыусы III-IV курс студенттары араһында уҙғарылды. Үҙ көсөн һынап ҡарарға Кемерово тау-техник техникумы, И. И. Ползунов исемендәге Урал дәүләт колледжы (Екатеринбург ҡалаһы), И. Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы, тау-керамика колледжы (ЮУРГУ филиалы, Һатҡы ҡалаһы), «Норильск индустрия институты» политехник колледжы, Орск индустрия колледжында белем алыусылар йыйылды. Ҡабул итеүсе яҡ булараҡ, Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары ярышта конкурстан тыш ҡатнашты.[/b]
Конкурстыœ маҡсаты - эшсе һөнәренең абру-йын арттырыу, буласаҡ белгестәр араһынан иң һәләтле уҡыусыларҙы билдәләү, студенттарҙың һөнәри оҫталыҡтарын һәм әҙерлектәрен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу.
Бындай ярыш тәүҙә Учалы тау сәнәғәте колледжы сиктәрендә уҙа. Ойоштороу идеяһы - колледж директоры Дмитрий Абдрахмановта тыуа. Белем биреү йортоноң матди һәм уҡытыу-производство базаһы конкурсты төбәк-ара кимәлгә лә сығарырға мөмкинселек бирә. Мәҫәлән, Boomer E2C быраулау ҡоролмаһы тик Норильскийҙа һәм беҙҙә генә бар. Ҡалған ҡоролмалар ҙа таусылар әҙерләүсе һәр белем биреү учреждениеһында юҡ. Әйтергә кәрәк, конкурсты ойоштороуҙа Учалы тау сәнәғәте колледжының партнеры «Атлас Копко» компанияһы үҙ өлөшөн индергән. Компания еңеүсегә Мәскәү ҡалаһына бушлай сәйәхәт ойошторорға вәғәҙә итте.
(№ 44-45)

Учалылар - ҡумыҙ байрамында21.04.2015

Учалылар - ҡумыҙ байрамындаҺуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы - ҡумыҙҙа уйнау ҙур популярлыҡ яулай. Был үҙ халҡыбыҙҙың милли традицияларын тергеҙеү программаһы кеүек тә булып китә. Эйе, тап тергеҙеү, сөнки ҡумыҙ үткән быуат баштары-урталарында халҡыбыҙ тарафынан онотолоп барған икән. Башҡортостанда ҡумыҙҙа уйнауҙы пропагандалаусы Роберт Заһретдинов ошондай фекерҙә.
9-10 апрель Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ҡасабаһында ҡумыҙсыларҙың һәм өзләүселәрҙең бишенсе төбәк-ара конкурсы булып үтте. Конкурста 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар Башҡортостандың төрлө райондарынан ғына түгел, Пермь, Мәскәү ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Свердловск өлкәләренән, Татарстан һәм хатта Алтай республикаларынан килгән ҡатнашыусылар ҡумыҙҙың төрлөләрендә уйнап, өзләп, үҙ ара көс һынашты.
Беҙҙең яҡташтар ҙа ятып ҡалғандарҙан түгел. Илсеғол ауылынан «Ҡарасәй» ансамбле был конкурста 16 йәшкә тиклемге балалар ансамблдәре араһында икенсе дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды. Ансамблдең етәксеһе Сәлим Хаммат улы Йәшелбаев шөғөлләнеүселәре менән бик ҡәнәғәт һәм улар менән ғорурлана. Был балалар Илсеғол мәктәбенең 7-10 синыф уҡыусылары: Әминева Зарема, Ураҙова Әлиә, Ғәбитова Гөлнара, Хисаметдинова Лиә, Моратова Нурзилә, Сәлимова Альбина, Исхаҡов Илнар, Йәшелбаев Нариман.

Тәүҙә үҙенең алдына ҙур маҡсаттар билдәләмәгән был төркөм яйлап йыйыла, тора бара уға күберәк балалар ылыға, музыка серҙәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Шулай ансамблгә 5 йыл да булып киткән икән. Ошо арауыҡ эсендә «Ҡарасәй»ҙең яулаған башҡа уңыштары ла етәрлек: 2013 йылда Учалы ҡалаһында уҙған ҡумыҙсылар конкурсында улар 1-се урын яулай. Фольклор ансамбль булараҡ «Ҡарасәй» балалары башҡа һәләттәргә лә маһир, араһында йыр-бейеүҙә лә, спортта ла, башҡа ижади ярыштарҙа ла һынатмағандары бар, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү, «Сулпылар» телевизион конкурсында ҡатнашыу ҙа был талантлы балаларға ят түгел. Әлеге конкурста ла Зарема менән Нариман үҙҙәре айырым сығыштар менән көс һынап ҡараны.
Уларҙың ҡумыҙ моңо башҡаларҙыҡынан моңлолоғо, дәртлелеге менән айырылып торҙо. «Ни ҡушһаң, шуны эшләйҙәр, яңы белемгә, һөнәргә ынтылалар, ундайҙар менән эшләүе лә, юғары маҡсаттарға ынтылыуы ла еңел», - ти уҡытыусылары тәрбиәләнеүселәре хаҡында. Ә балалар, үҙ сиратында, яуланған үрҙәр менән генә туҡталып ҡалмай, киләсәктә илебеҙгә файҙалы кеше булырға теләүҙәре, бының өсөн тырышып уҡыуҙары, актив булыуҙары тураһында һөйләнеләр.
(№ 43)

Ижадҡа бай халҡыбыҙ21.04.2015

Ижадҡа бай халҡыбыҙ«Еңеү Салюты» халыҡ ижады район конкурсының гала концертын Комсомольск мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән «Ирәндек» йыйылма халыҡ инструменттары ансамбле асты. Ансамбль составына баянсылар, ҡумыҙсылар, мандолинасылар, ҡурайсылар, биҙрә сиртеп уйнаусылар - бөтәһе өс тиҫтәгә яҡын кеше ингән. Етәкселәре - Айгөл Сәғитова. Һәүәҫкәрҙәр һәләтлеләр тамашасыларға халыҡ көйҙәренән торған дәртле теҙмә тәҡдим итте.
Конкурс февраль айында старт алған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына арналған ярышта районыбыҙҙың биш зонаһының (Комсомольск, Ҡорама, Уральск, Миндәк, Учалы ауылы мәҙәниәт йорто) ижади коллективтары йыр-бейеү, нәфис һүҙгә маһирлыҡтарын, театрлаштырылған программаһын тәҡдим итә. Жюри ағзалары сығыштарҙың иң-иңдәрен генә һайлап алып, гала концертҡа үткәрә.

Халҡыбыҙ әүәл-әүәлдән ҡайғыһын да, шатлығын да күңелендәге моң, йөрәгендәге дәрт менән баҫыр булған. Фронттан «ҡара ҡағыҙ» алып та илебеҙҙең ҡатын-ҡыҙҙары ҡайғы-хәсрәтен тик әхирәттәре, еңеү өсөн хеҙмәт, ижад ярҙамы менән күтәреп сыҡҡан. Әлфиә Ҡорамшина, Рәғиҙә Юнысова, Резеда Ҡәйүпова башҡарыуындағы «Тол ҡатындар» бейеүе ошондай бер тарихты һөйләне. Оҙонгүлдәрҙең «Ҡыр ҡаҙҙары» бейеүе лә тәбиғәт образы аша һуғыш ысын-барлығын сағылдыра. Бейеүселәрҙең хореографик оҫталығынан тыш, актерлыҡ һәләттәрен дә билдәләп үтмәй мөмкин түгел, уларҙың сәхнәләге уйыны бейеүҙең ни хаҡында һөйләүен асыҡ аңғартты.
Учалы еренән фронтҡа киткән 13 меңдән ашыу кешенең 9 меңдән ашыуы яу ҡырында ятып ҡалды, әллә күпмеһе хәбәрһеҙ юғалды. Улар ҡайтмаһа ла, халыҡ үҙ ҡаһармандарын онотмай. «Батырҙар исеме юғалмай, батырҙар ғүмере мәңгелек», - тип йырланы Ҡорама мәҙәниәт йортоноң моңло башҡарыусыһы Илнур Атетәров. Илсе ауылынан Илюзә Ильясова «Атайым моңо» йыры аша фронттан ҡайтҡан атайҙарҙың күңел яралары мәңге уңалмауына әсенде.
(№ 41-42)

Ватан һаҡсыһы21.04.2015

(Аҙағы. Башы 38-39-сы һандарҙа).
16 умартаһын мал аҙбары артында картуф баҡсаһында теҙеп ҡуя. Ул заманда ауыл түрәләре, итенә күрә һурпаһы тигәндәй, ауыл халҡын ҡурҡытып, буйһондороп тотоу өсөн уҫал, яуыз кешеләрҙе файҙаланды. Ошондай кешеләрҙең береһе наҙан, көнсөл, үҙ туған телен дә боҙоп һөйләшкән, ул саҡта колхоз баҫыуҙарының һаҡсыһы «Ҡыйыш» ҡушаматлы әҙәм булды. Бер мәл ул Муллағәли бабайыма килеп:
- Һин, Муллағәли, - кулак! Бал ҡорттарын колхоз еренән ал! - тип бәйләнә. Бабайым ярһып китеп, «Ҡыйыш»ҡа ташлана, арт һынына тибеп йығып, сыбыртҡыһын «Ҡыйыш»тың арҡа-һында байтаҡ ҡына уйнатып ала. Ошонан һуң ул бабайымдың йортон йыраҡтан урап уҙырға мәжбүр булды.
Мин 9-сы класты тамамлағайным. Иртә менән әсәйем һыйырын көтөүгә ҡыуғанда бер яңылыҡ алып ҡайтты.

- Тиҙ генә лисәпитеңә (велосипед) салғыңды һалып, нығытып ал да бабайыңа кискә тиклем бесән сабырға ярҙамлашырһың. Хәҙер лесотехник менән лесник бабайыңдың сабынлығын үлсәп, артығын тартып алырға баралар. Һуғыштан бабайыңдың ҡаны боҙолоп ҡайтты, Алла һаҡлаһын, бер-бер хәл килеп сыҡмаһын, - тип борсолдо.
Бабайымдың үҙенә тәғәйенләнгән сабынлығы лесхоз ерендә, Уралда, Шәрифә мүктеһе тигән ерҙә ине. Инде хаҡлы ялда булған 65 йәшлек бабайым егеттәр кеүек, умырып бесән сабып йөрөй ине. Мине күреп:
- Һай, маладис, улым! Әллә миңә ярҙамға килә ятаңмы? - тип, бабайым мине көлөп, шатланып ҡаршы алды. 16 йәшемдә туғыҙынсы салғы менән ололарҙан һис ҡалышмай бесән сабырға таһылланып алғайным.
(№ 41-42)

Еңеү рухын татынылар21.04.2015

Еңеү рухын татынылар Ҡала һәм район мәктәптәрендә «Байраҡҡа тигеҙләнеү» тип исемләнгән пат-риотик акция үтә. 10-сы мәктәптә старт алып, Еңеү Байрағының махсус яһатылған күсермәһе районыбыҙҙы көньяғынан төньяғына тèклем урап, 7 май көнө Ахун мәктәбендә туҡталасаҡ.
II дәрәжәләге Кутузов ордены 150-се Идрицк уҡсылар дивизияһының штурм байрағын 1945 йылдың 1 майында, иртәнге сәғәт 3-тәр тирәһендә, Ҡыҙыл армия хәрбиҙәре Алексей Берест, Михаил Егоров һәм Мелитон Кантария рейхстаг бинаһы ҡыйығына ҡаҙайҙар. Ошо мәлдән алып Еңеү Байрағы - дәүләт реликвияһы ғына түгел, Совет халҡының һәм уның хәрби көстәренең 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фашист Германияһын еңеү символы тип һанала. Бөгөнгө көндә ул Мәскәүҙә РФ Хәрби көстәренең Үҙәк музейында һаҡлана.

Ҡунаҡбай мәктәбе уҡыусылары ла, уҡытыусылары ла байраҡ менән осрашыуҙы тулҡынланып көтөп алдылар. Тантаналы линейкаға байраҡ Бөйөк Ватан һуғышы гимны - «Изге Һуғыш» көйө аҫтында индерелде. Процесс, барлыҡ хәрби хөрмәт йолаларын урынына еткереп, хәрби етәксе Эдуард Сафиуллин, 11-се класс уҡыусылары Таһир Ғайсаров, Рәмил Ғибәҙуллин, Әхтәм Шакиров, Илнар Кәримов һәм 10-сы класс егеттәре Рәсүл Хафизов, Илдар Хәсәнов, Тимур Ғатауллин, Руслан Ғаффатуллин тарафынан атҡарылды. Ҡыҙҙарҙың, малай-ҙарҙың йөҙө етди ине. Һәр кем, тулыһынса булмаһа ла, 70 йыл элек яуланған еңеүҙең илебеҙ өсөн ниндәй ҡиммәт хаҡ менән бирелгәнлеген, 9 май - оло байрам булыуын һәм бөгөн үҙҙәренең мөһим сарала ҡатнашыуҙарын тойғандар´ыр. Тимәк, акция үҙ маҡсатына ирешә - үҫеп килгән быуында халыҡ ҡаһарманлығын, һуғыш һәм тыл ветерандары батырлығын онотмау, улар менән ғорурланыу һәм рәхмәт хистәрен тәрбиәләү. Тантанала уҡыусылар һуғыш, батырҙар хаҡында шиғырҙар уҡынылар, йырҙар йырланылар, бейеүҙәр башҡарҙылар. Көн дауамында тәнәфес ваҡытында белем усағында һуғыш йылдары көйҙәре яңғыраны. Линейканан һуң һәр класта ошо темаға арналған класс сәғәттәре уҙҙы.
(№ 41-42)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.