» Материалы за 07.07.2015

Фәҡәт халыҡ өсөн07.07.2015

Фәҡәт халыҡ өсөнКооперацияның бер төрө булған ҡулланыусылар йәмғиәте Учалы районында 1923 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Уны ойоштороуҙың төп маҡсаты - халыҡты көндәлек тауарҙар менән тәьмин итеү. Бер мәл «Райпотребсоюз» тип тә аталып ала ул. 2002 йылда йәмғиәт пайсылары Совет рәйесе итеп Рәис Шафиҡ улы Хәбибуллинды һайлай. Уның ҡанаты аҫтында етди һәм төплө үҙгәрештәрҙән һуң яңыртылған ҡулланыусылар йәмғиәте «Нур» исемен ала.
Бөгөн районы-быҙ буйынса «Нур» ҡарамағында 26 магазин, ике дарыухана иҫәпләнә. Йәмғиәттә бөтәһе 180 кеше хеҙмәт итә. Ҡулланыусылар йәмғиәтенең төп бурысы - халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү. Был йәһәттән «Нур» ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирә. Сауҙа нөктәләрендә киң ассортиментлы көнкүреш кәрәк-яраҡтарының барлығы, хаҡтарҙың сағыштырмаса арзан булыуы, магазиндарҙың һатып алыусыларҙан өҙөлмәүе ошо хаҡта һөйләй. Ҡаланың үҙәк баҙары янындаƒы дарыухана ла кешеләрҙе тәүлек әйләнәһенә хеҙмәтләндерә. Учалы ауылы халҡы өсөн дә дарыухана пункты эшләп килә.

Бынан тыш, йәм-ғиәттең колбаса цехы бар. Унда ике тиҫтәнән ашыу төрлө колбаса һәм ыҫланған ит продукцияһы етештерелеп һатыуға сығарыла. Учалы һәм Поляковка ауылдарында кондитер цехтары урынлашҡан. Натураль продукттарҙан бешерелгән ҡамыр ризыҡтары ҙур һорау менән ҡуллана. Ҡомалаҡ әсеткеһенән бешерелгән өй икмәген, күмәс-бә-лештәрҙе халыҡ түҙем-һеҙләнеп көтөп ала.
(№ 76-77)

.. санаңды йәй әҙерлә07.07.2015

.. санаңды йәй әҙерләЙәй миҙгеленең яртыһы үтеп тә бара, тимәк һыуыҡ көндәргә лә күп ҡалманы. Арбаңды - ҡыш, санаңды йәй әҙерлә, ти халыҡ мәҡәле. Һауа температураһы ноль күрһәткесенән түбәнәйгәс тә, кешеләрҙе йылылыҡ, уңайлы йәшәү шарттары менән тәьмин итеү өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡта булған проблемаларҙы ваҡытында хәл итеү шарт. Ошоға бәйле район хакимиәтендә Урал аръяғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының 2015-2016 йылдың көҙгө-ҡышҡы миҙгеленә әҙерлеге һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса зональ кәңәшмә уҙҙы.
Унда БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫарҙары Альфред Зиннәтуллин һәм Дмитрий Масютин, коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, тармаҡ ойошмалары етәкселәре, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән, Белорет райондарының, Сибай, Межгорье ҡала биләмәләре хакимиәттәре вәкилдәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бүлек етәкселәре ҡатнашты. Көн тәртибендә район-ҡалаларҙың йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, ресурс һәм хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр кимәле, Ростехнадзор идаралығы тарафынан быға тиклем асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эштәре ҡаралды.
(№ 78)

Татыу йәшәү үҙе матурлыҡ07.07.2015

Татыу йәшәү үҙе матурлыҡОҙаҡ йылдар татыу, иңгә-иң терәшеп бергә ғүмер итеүсе ғаилә парҙары һәр саҡ һоҡландыра. Бөгөн һүҙем Илтабан ауылында йәшәүсе ғаилә - үҙҙәренең тырышлығы, ярҙамсыллығы, егәрлелектәре менән ихтирам яулаған Рәйлә Ибәтулла ҡыҙы менән Булат Ғәли улы Ғатауллиндар тураһында. Донъя ауырлыҡтарын күп күрергә тура килһә лә, улар һәр саҡ бер-береһен ихтирам итеп, терәк-таяныс булып, аңлашып ғүмер кисерәләр.
- Ваҡыт тигәнең ҡалай тиҙ үтә икән, яңы ғына өйләнешкән кеүек инек, 50 йыл ғүмер үтеп тә киткән, - тиҙәр улар. Булат Ғәли улы 1941 йылда Илтабан ауылында тыуған. Атаһын бөтөнләй хәтерләмәй, ул һуғышҡа алынғанда әсәһе Булатҡа йөклө булып ҡала. Яҡындары яу яланынан әйләнеп ҡайтмай, биш балаһын етем ҡалдыра.

Барлыҡ һуғыш осоро балалары кеүек, Булат Ғәли улына ла бәләкәйҙән егелеп эшләргә тура килә. Бала ғына ваҡытынан күбә тарттырырға йөрөй. Ете класты тамамлап, баштан-аяҡ колхоз эшенә бирелә. Ураҡ эштәрендә лә, сәсеүҙә лә, мал аҙығы ташыуҙа ла, көтөү көтөүҙә лә ҡатнаша.
- Хәтеремдә, 1957 йылда хөкүмәткә иткә тип, Өфөгә һарыҡ алып барырға ҡуштылар. 500 баш малды дүрт кеше ҡыуабыҙ. Мейәстә уларҙы вагонға тейәп, баш ҡалаға тиклем оҙатырға тейешбеҙ. Вагон көтөп 10 көн ятырға тура килде. Һарыҡтарҙы ҡала ситенә сығарып көтәбеҙ ҙә, төнгөлөккә баҡсаға ябабыҙ. 10 көн шулай хитландыҡ, ниһайәт, вагон бирҙеләр, тейәнек. Өлкәндәр ҡайтып китте, мин иптәшем менән оҙатып барабыҙ. Юл оҙон, һарыҡтарыбыҙ һыуһай. Поезд станцияла туҡтаһа, тиҙ генә һыу килтерәбеҙ. Беҙҙе аңдып ҡына торалар икән, сыҡҡан арала һарыҡтарыбыҙҙы урлайҙар. Барһаҡ, бер-нисә баш етмәй. Нимә эшләргә, елкәгә һалыуҙары бар. Үҙебеҙ ҙә шуҡ, хисапсылар күрмәгән арала бер һарыҡты ике тапҡыр кәртә аша ырғытып тултырҙыҡ. Ҡайтҡас аҡса биреп ҡыуандырҙылар, - тип хәтерләй Булат ағай. Комбайнда ярҙамсы булып эшләргә лә тура килә, шул мәлдәрҙәге бер ваҡиға күңелендә ныҡ уйылып ҡалған.
(№ 78)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Июль 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.