» Материалы за Август 2015 года

«Ташъяр» һабаҡтары18.08.2015

«Башҡортостан» колхозы (аҙағынан - СПК, ауыл хужалығы производство кооперативы) 2007 йыл, районда иң һуңғыларҙан булып банкрот тип иғлан ителде. Яуаплылығы сикләнгән «Илсе» йәмғиәте исеме аҫтында яңы хужалыҡ төҙөлә. Әммә 2008 йылдың иң ҡыҙыу мәле - август айында хужалыҡтың 10 ағзаһы йыйылып, «Илсе»не лә банкрот итеп иғлан итәләр. Шундуҡ ул ваҡытта халыҡ ни икәнен белмәгән «инвестор» ҙа табыла. Бесән-силос әҙерләп, ырҙында тир түгеп, мал ҡарап бил бөккән хеҙмәтсәндәр бер көндө иртән эшкә килһәләр, үҙҙәренең хәҙер «колхозсы» түгел, «ялсы», йәғни ялланып эшләүсе икәнлектәрен беләләр. Бер аҙ шаулашып алалар ҙа, «Кемгә эшләһәң дә барыбер түгелме? Эш хаҡы түләһәләр булды», - тип эшкә тотоналар.
Риза булып ҡына эшләп йөрөгәндә, хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, 2015 йыл хәүефлегә әйләнә. «Хужалыҡты һаталар икән», - тигән хәбәр ауыл буйлап йәшен тиҙлегендә тарала. Үҙҙәрен һаман да «колхозсы» тип һанаған эшсәндәр геү килеп шау-лаша башлайҙар. Райондан вәкилдәр, профсоюз етәксеһе, хатта, өфөнән дә килеп етәләр, БСТ ла, УТВ ла, гәзиттәр ҙә ситтә ҡалмай. Сход артынан сход үтә. «Ташъяр» хужаһы март айы аҙағына тиклем эшселәрен дә, профсоюзды ла, район етәкселәрен дә: «Хужалыҡты бөтөрмәйбеҙ, әммә инвестор эҙләйбеҙ. Табылһа, алдан хәбәр итербеҙ, хеҙмәт кодексына таянып эш итербеҙ», - тип тынысландырырға тырыша. Шау-шыу бер аҙ баҫылыуға, эшсәндәргә, «Ағымдағы йылдың егерме бишенсе майынан хужалыҡ бөтөрөлөү сәбәпле эштән бушатыласаҡһығыҙ. Хеҙмәт кодексының 178-се статьяһына ярашлы һеҙгә выходное пособие түләнәсәк, шулай уҡ ике айлыҡ эш хаҡығыҙ һаҡланасаҡ», тигән иҫкәртеү (уведомление) тапшырыла. Бынан шаңҡып ҡалған кешеләр аңдарына килеп тә өлгөрмәй, «…хужалыҡты һатҡандар», - тигән хәбәр яңы туҡмаҡ була.
(№ 95)

Был донъяла ниҙәр бар?18.08.2015

Был донъяла ниҙәр бар?Рәсәй Йәмәғәт халыҡ фронты активистары Ярославль ҡалаһында сәйер күренешкә тап булалар: автомобиль түгел, эт һуғыр әҙәм күренмәгән бушлыҡта өр-яңы светофор эшләп тора. Баҡһаң, былтыр ошо тирәлә юл һалырға тейеш булалар, ниәт бойомға ашмай, ә 2 миллион һумға светофор ҡорола…Тик кенә тормай, электр энергияһы өсөн аҡса ашай бит әле.

Ҡыҫҡа ғына арала сит илдәрҙән контрабанда итеп индерелгән 500 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек юҡ ителде. РФ Дәүләт Думаһында КПРФ фракцияһы закон проекты әҙерләне - зарарлы икәнлеге асыҡланған саҡта ғына юҡ итергә, яҡшы икән - гуманитар маҡсатта файҙаланырға, шул иҫәптән ҡасаҡтарға, ярлыларға бушлай өләшергә. Закон ҡабул ителһә ярар ине. Әйткәндәй, был ҡылмышҡа республикабыҙҙа ла ихласлап тотондолар. ¤фөнөң «Евразия» баҙарында конфискацияланған документһыҙ 1 тонна 180 килограмм персик һәм грек сәтләүектәре трактор менән иҙелә.
(№ 95)

Мәктәпкә әҙерләнәбеҙ18.08.2015

Мәктәпкә әҙерләнәбеҙЯңы уҡыу йылы башланырға бик аҙ ваҡыт ҡалды. Баҙар, магазиндар гөрләп тора. Уҡыу кәрәк-яраҡтары менән тулы кәштәләр эргәhендә олоhо ла, кесеhе лә геү килә. Баланы мәктәпкә әҙерләү ата-әсә өсөн иң мәшәҡәтле эштәрҙең береһелер.
- Улым беренсе класҡа уҡырға бара, - ти Лилиә Дәминдәрова. Кәрәкле әйберҙәрҙең барыһын да алып бөттөк шикелле. Пинжәк һәм салбарҙы Төркиәнекен алдыҡ, хаҡы - 3000 мең һум. Был илдең әйберҙәрен сифатлы, тип маҡтайҙар. Киләһе йылға ла кейер исмаһам. Бала көн һайын бер кейемдә йөрөй алмай, шуға ла алмашҡа 700 һумлыҡ тағы бер салбар, 350-шәр һумға дүрт күлдәк, 1100 һумға трикотаж кофта, 700 һумға жилет алдыҡ. Спорт костюмы 800 һумға, кроссовкаһы 850 һумға барып баҫты. Кәнсә тауарҙарына 1000 һум тирәһе китте. Уйлап ҡарағанда ябай, арзан әйберҙәр кеүек, әммә һатып ала башлаһаң байтаҡ аҡса сарыф ителә. Елем, төҫлө ҡәләмдәр, ҡәләм ослағыс, бумалалар, альбом, төҫлө ҡағыҙ, ҡайсы, пластилин, ручка, дәфтәрҙәр, китап-дәфтәр тыштары - һанап бөтөргөһөҙ. Ә бына сумкаға килгәндә, 2000 һумлыҡ ортопедик ранец һайланыҡ. Мәктәп кейемдәренә яҡынса 12000 мең һум аҡса тотондоҡ, - ти ҡатын.
(№ 95)

Тарихта ғына ҡалһын14.08.2015

Һуғыш эҙемтәләре – ҡаҙылған окоптар, бомба, снаряд соҡорҙары ер менән тигеҙләнеп, йәшел үлән менән ҡапланған хәҙер. Әммә һуғыш яралары күңелдәрҙә уйылып ҡалып, быуындарҙан-быуындарға күсеп килә. Һыуыҡ окоптарҙа µшµп-туңып, оҙон-оҙон яу юлдары үткән яугирҙарҙың береһе Закир Мостафин 1911 йылдың 7 февралендә Үрге Урал өйәҙе, Тамъян-ҡатай кантонының Ҡаҙаҡҡол ауылы Күбәләк-Тиләү волосында тыуған. Ул үҙенең тәбиғәте менән бик күңелсәк, алсаҡ, кешеләр менән иркен аралашыусан, ярҙамсыл кеше ине. Беҙҙең атай үҙе шағир булмаһа ла хисһеҙ йәшәмәне. Бала саҡ, йәшлек хәтирәләрен, үҙенең һуғыш тураһындағы иҫтәлектәрен барлап, дәфтәргә яҙып сыҡҡан.
Атаһы Әхмәҙи олатай рус телендә тµплµ белем алған грамоталы кеше була. Ғәҙеллеге, намыҫлылығы менән бµтә тирә-яҡта абруй, хµрмәт ҡаҙанған. Ҡаҙаҡҡол волосында оҙаҡ йылдар ҡыҙыл милиция начальнигы вазифаһын башҡара. Ваҡытында Муса Мортазин менән яуға сапҡан яугир олатайыбыҙ 101 йәшендә донъя ҡуйҙы. Әхмәҙи олатайҙың әсәһе Ҡәфиә Зәйнәкәй ауылы ҡыҙы була. Уның бер туған ҡустылары - Хәҙиулла, Ғµбәйҙулла, Хәбибулла Хәйруллиндар. Олатайыбыҙ менән Нәзирә µләсәй 14 балаға ғүмер бирә. Улдары Закир зирәк, теремек малай булып үҫә. Ҡаҙаҡҡол мәҙрәсәһендә уҡып ғәрәп телендә белем ала. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң Сермән милли мәктәбендә уҡый. Артабан ауылдаш тиҫтерҙәре Моталлап Хәкимов, Сабит Ғибәҙуллин менән өфөләге халыҡ мәғарифы институтына уҡырға инәләр. Атайыбыҙ йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем була, уҡыуҙа ла µлгәшә.
(№ 93-94)

75-тең ҡоролоҡ михнәттәре14.08.2015

Теүәл 40 йыл элек 1975 йылда илебеҙҙә ҡот осҡос ҡоролоҡ булды. Шулай буласағы 1974 йылдың кµҙµнән үк билдәле ине, кµҙгә ямғырҙар булманы, ҡыш ҡар бик аҙ яуҙы. Ҡар булмағас, сәсеүгә лә иртә тµшµп, апрель айында уҡ тамамланылар. Май, июнь айҙарында бер тамсы ла ямғыр яуманы, сәсеүлектәр ҙә, сиҙәм ерҙәр ҙә дым юҡлыҡтан ярыла башланы, урыны менән ер ярыҡтары 10 см киңлектә метрҙан ашыу тәрәнлектә ине. Кµндәр бик эҫе торҙо, эҫегә сыҙаша алмай, күгәүендәрҙән ҡасып сәскәкләгән быҙауҙарҙың аяҡтары ер ярыҡтарына тура килеп һынған осраҡтар ҙа булды.
Июнь урталарында уҡ игендең бик аҙ буласағы, бесән һәм һаламдың хужалыҡтарға ла, халыҡтың малына ла етмәйәсәге кµн кеүек асыҡ ине.Ошоно иҫәпкә алып республика хµкүмәте Украинаның Кировоград µлкәһенә ун райондың хужалыҡтарын һалам әҙерләүгә ебәрҙе. Беҙ «Байрамғол» эшсәндәре лә шунда эшләнек.

Совхоз дирекцияһы үҙенең ун бүлексәһенән эшселәр һәм тракторҙар, автогараждан машиналар бүлеп һалам әҙерләү отряды тµҙµнµ. Отрядҡа Учалы сельхозтехникаһының 16 автомобиле йәлеп ителде. Отряд начальнигы итеп баш инженер булып эшләүсе Мир Ҡустыбаев, уның ярҙамсылары итеп 3-сµ бүлексә агрономы Әүәл Мµхәмәтдинов, мин - участка механигы булып эшләүсе Рәмил Солтанов, экспедитор-тәьминәтсе Николай Кудрин, бухгалтер-учетчик-нормировщик итеп Фәрит Ғәфүров, ашнаҡсылар Роза Ғибәҙуллина һәм Валя Ишемова тәғәйенләнделәр.
18 июндә Учалы станцияһында трактор-ҙарҙы, һалам престарын, прицептарҙы асыҡ вагондарға тейәп, ике ябыҡ вагон эсенә таҡталарҙан ике ҡатлы урындыҡтар эшләп, эшселәрҙе шунда урынлаштырып, эшелон Украинаға юл алды. Автомобилдәр үҙ яйы менән киттеләр.
Тимер юл станцияһы администрацияһы эшелон начальнигы вазифаһын Ҡустыбаевҡа, эшселәр урынлашҡан ике вагонға яуаплылыҡты бухгалтер Ғәфүровҡа һәм Кудринға йµкмәтте.
(№ 93-94)

Киләсәккә юллама14.08.2015

Киләсәккә юллама2015 йыл Рәсәй президенты тарафынан Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителде. Ошоға бәйле рес-публикабыҙҙа ғинуар айында «Әҙәби нағыш» тип исемләнгән әҙәби марафон старт алғайны. БР яҙыусылар Союзы ағзалары, республика баҫмалары вәкилдәре, милли китапхана, музей хеҙмәткәрҙәре, телсе ғалимдар тәшкил иткән делегация баш ҡалабыҙҙан алып, йыл аҙағынаса республиканың 54 районы буйлап йөрөп сығасаҡ. Ошо көндәрҙә мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Учалы ере ҡаршы алды.
- Был марафондың төп маҡсаты - урындарҙа хис-тойғоға бай, ижад ҡомары йоҡҡан, халыҡҡа мәғәнәле фекерҙәр, аң-белем еткерерлек әҫәрҙәр тыуҙырған әҙәбиәтселәрҙе эҙләп табыу. Бигерәк тә төп иғтибар йәштәргә йүнәлтелә. Сөнки киләсәк улар ҡулында, беҙ үҙебеҙгә лайыҡлы алмаш хәстәрләргә бурыслыбыҙ, - тине делегация етәксеһе, БР яҙыусылар Союзы рәйесе урынбаҫары, тарихсы яҡташыбыҙ Спартак Ильясов. - Әҙип ижады - ул мәҙәниәт сығанағы. Сөнки, яҙыусының әҫәрҙәренән тыш театр, йыр, филармония, китапханалар булмаҫ ине. Әммә, әлегә «яҙыусы» тигән һөнәр танылмаған, бер хеҙмәт кенәгәһендә лә бындай яҙыу юҡ. Шуға күрә, яҙыусы эшенең абруйын, бәҫен күтәреү ҙә беҙҙең маҡсаттарҙың береһе.
(№ 93-94)

Замандан ҡалышмай14.08.2015

Замандан ҡалышмайБаш ҡалабыҙҙа хаҡлы ялдағы ололар араһында компьютер грамоталығы буйынса III республика чемпионаты үтте. Ярышта Белорет, Учалы, Туймазы, Өфө ҡалаларынан һәм Дүртөйлө, Саҡмағош, Кушнаренко, Ҡалтасы райондарынан 14 кеше көс һынашты. Уларҙың барыһы ла «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» программаһы ҡатнашыусылары.
Конкурсанттарға финалда дүрт һынау әҙерләнгән. Тәүгеһен (презентация) улар өйҙә эшләп килтерергә тейеш булалар. Икенсеһендә - билдәләнгән параметрҙарҙа ҙур булмаған текст баҫыу, уға һүрәт ҡуйыу, яҙыуҙың стилен һәм шрифтын үҙгәртеү ҡаралған. Өсөнсө этапта «Яндекс» эҙләү системаһы аша БР Хеҙмәт министрлығы сайтын табып, унан министрлыҡ белгестәре хаҡында мәғлүмәттең күсермәһен айырым файлға урынлаштырыу һорала. Һуңғыһында иһә хаҡлы ялдағылар дәүләт хеҙмәттәр порталына инеп, Пенсия фонды, Хеҙмәт һәм мәшғүллек федераль үҙәге, социаль страховкалау фонды тәҡдим иткән хеҙмәттәр күләмен билдәләргә тейеш булалар. Барлыҡ финалистар ҙа һынауҙарҙы уңышлы атҡарып сыға, шулай ҙа иң етеҙ һәм сифатлы эш тип Учалы вәкиле Фатима Алтынбәкованың һөҙөмтәләре баһалана.
(№ 92)

Был донъяла ниҙәр бар?04.08.2015

Был донъяла  ниҙәр бар?2016 йылдың 1 июленән 15 авгусына тиклем осорҙа «Имен ауыл - етеш ил» девизы аҫтында Бөтә Рәсәй ауыл хужалығын иҫәпкә алыу кампанияһы үтәсәк. Иң күләмле эш - ауыл хужалығы ерҙәрен биләгән, ҡош-мал үрсеткән физик һәм юридик берәмектәрҙең исемлеген төҙөү быйылдан башлана. Иҫәпкә алыуҙың эмблемаһы юҡ әле, тәҡдимегеҙ бар икән, httр:/www.kp.ru/contest/ сайтына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Эштәр 2015 йылдың 31 авгусына тиклем ҡабул ителә. Конкурс еңеүсеһенә 50 мең һум приз түләнәсәк. Берҙән-бер сикләү - конкурсантҡа 18 йәш тулған булырға тейеш.
(№ 89)

Әсирлектең әсе көндәре04.08.2015

Минең олатайым Бикмөхәмәтов Айса Бикмөхәмәт улы 1908 йылда Рысай ауылында тыуған. Йәше еткәс, Камилә исемле ҡыҙға өйләнеп, матур итеп донъя ҡоралар. Бер-бер артлы балалары тыуа, ең һыҙғанып колхозда эшләйҙәр. «Әммә ҡәһәрле һуғыш барыһын да селпәрәмә килтерҙе», - тип хәтерләр ине Камилә өләсәйем. Уның вафат булыуына 15 йыл булып китте, ләкин һөйләгәндәре күңелгә уйылып ҡалған.
Һөлөктәй ир-егеттәр менән һуғыштың тәүге айында уҡ Айса олатайым фронтҡа оҙатыла. Белһә икән ниндәй ҡайғы-хәсрәт башына төшөрөн! Әллә яҙмыш, әллә ҡарғыш тигәндәй, олатайым Власов ғәскәренә эләгә.

«Һуғыш башында беҙгә ҡорал да етмәне. Ағас мылтыҡ тотторҙолар ҙа немецҡа ҡаршы торорға ҡуштылар. Һалдаттарҙы һаҙлыҡҡа алып барып кереттеләр ҙә аҙыҡты, «вещмешок»тарҙы бер урынға йыйырға ҡуштылар. Беҙ аптырашып торған булабыҙ. Баҡһаң, беҙҙе Власов немецтарға тапшырырға уйлаған икән»,- тип хәтерләр булған ул.
(№ 89)

Халыҡ мәнфәғәтендә04.08.2015

 Халыҡ мәнфәғәтендә Төбәгебеҙҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» программаһы тормошҡа ашырылыуы тураһында яҙып сыҡтыҡ инде. Партияның урындағы бүлексә етәксеһе Салауат Кәримов аңлатыуынса, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙағы «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәре, Учалы депутаттары З.Р. Ғибәҙуллин һәм Р.А. Ғабдуллиндарға һайлаусылар биргән наказдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн БР ҡаҙнаһынан 4 миллион һум бүленә. Бынан тыш, Зәкәриә Рәфғәт улы йәнә 800 мең һумды үҙ предприятиеһынан бүленеүенә ирешә.
Ҡайҙа нимә эшләнәсәге урындарҙа халыҡ йыйылыштарында аныҡланды һәм конкретлаштырылды. Ниндәйҙер яҡшы ниәт әлегә ситтә ҡала икән, борсолорға кәрәкмәҫ - «Реаль эштәр» программаһы артабан да дауам итәсәк. Салауат Марат улы йәнә бер мөһим урынды һыҙыҡ өҫтөнә алды. Билдәле булыуынса, районда параллель рәүештә «БР биләмәләрендә урын-дағы инициативаларға нигеҙләнгән ауыл һәм ҡала ултыраҡтары биләмәләре үҫеше проекттарын бойомға ашырыу» программаһы киң ҡолас йәйҙе. Ике тапҡыр аҡса йыйыу халыҡҡа ҡыйыныраҡ булыр тип самалап, партия проектына һайлап алынған яҡшы эштәргә урындағы кешеләрҙең иғәнәләре йәлеп ителмәйәсәк.

Ә эштәр, ысынлап та, мөһим. Мәҫәлән, Мансур ауыл ултырағы хакимиәте белгесе Гөлсөм Ильина былай тип төшөндөрҙө:
- Мәктәп бик һыуыҡ ине. «Коммунальщик» муниципаль предприятиеһы ныҡлап тотонғас, хәҙер элекке һымаҡ түгел. Шулай ҙа, температура режимы йәһәтендә барыһы ла ал да гөл, тип әйтерлек түгел инде. Тәҙрәләр иҫкергән, ел өрөп тормаһын өсөн ата-әсәләр ситтәрен йәбештерергә күп йөрөнө. Иҫкереү сәбәпле, ҡайһыларын асып та булмай бит! Былтыр бер өлөшө «евро»ға алмаштырылды, хәл һиҙелерлек дәрәжәлә ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Йылыраҡ та, яҡтыраҡ та. Быйыл «Реаль эштәр» программаһы сиктәрендә ҡалған тәҙрәләрҙе яңыртыу хәл ителгәс, әлбиттә, шатландыҡ.
(№ 89)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Август 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.