» Материалы за Сентябрь 2015 года

Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!22.09.2015

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәрем һәм ватандаштарым!
Ҡөрьәндә әйтелә: «Һәр өммәт өсөн Беҙ шәриғәт хөкөмдәре - ҡанун-ҡағиҙә төҙөп бирҙек. Һәр халыҡ үҙ динен тотор. Башҡа диндәге халыҡтар ислам дине хаҡында һинең менән тартҡылашмаһын.
Кешеләрҙе Аллаһ диненә - исламға, иманға, ғибәҙәткә саҡыр. Һин үҙең, һис шикһеҙ, халыҡҡа бара торған тура юлдаһың», - тиелә. («Хаж» сүрәһе, 67-се аят)
Мосолман - Аллаһ бәндәһе. Уның ниәтендә - изгелек, ғәмәлендә - игелек, күңелендә - иман нуры. Ошо сәғәтебеҙҙә, бөгөнгө көнөбөҙҙә Ер шарының төрлө материктарында йәшәгән, йөҙләгән төрлө телдә һөйләшкән, төрлө төҫтәге мосолмандар Ислам диненең бишенсе терәге булған хаж ғибәҙәтен үтәйҙәр.
Аллаһы Тәғәлә изге Ҡөрьән Кәримдең «Әл-Бәҡара» сүрәһенең 196-сы аятында әйтә: «Аллаһ хаҡы өсөн хаж һәм ғөмрә ҡылығыҙ». Хаж - ул Аллаһ Тәғәлә тарафынан бәндәгә бирелгән мәрхәмәт-шәфҡәттәрҙең бөтә тулылығын бергә туплаған оло бер сағылышы.
(№ 110)

Хәйерле башланғыс22.09.2015

Хәйерле башланғысБРИКС һәм ШОС саммИттарының Өфөлә үткәрелеүе беҙҙең файҙаға булды, буғай. Бәлки хәтерләйһегеҙҙер, халыҡ-ара форум барышында БР башлығы Рөстәм Хәмитов «Өфө - ШОС һәм БРИКС саммиттарының баш ҡалаһы» исеме аҫтында брифинг ойошторғайны. Пресс-конференция ваҡытында Рөстәм Зәки улы Ҡытай Халыҡ РеспублИкаһы Инвесторҙары ҡатнашлығында ауыл хужалығы, эшкәртеүсе һәм сәнәғәт предприятиелары, магистралдәр төҙөү, туризм өлкәләрендә 10 күләмле проект әҙерләнеү тураһында хәбәр итте.
(№ 110)

Олатайым эҙенән21.09.2015

Олатайым эҙенәнУрмансы булып эшләүе бер ваҡытта ла еңел булмаған. Бөгөн урман ҡуртымсылар ҡулына күскәс, икеләтә ауырға тура килә. Ошондай ҡатмарлы осорҙа эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, урмансыларыбыҙ бурыстарын намыҫ менән атҡара.
Илтабан участка урмансылығы лесничийы Рөстәм Риф улы Сафин үҙ эшенә мөкиббән киткән хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Рөстәм Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфө урман хужалығы техникумына уҡырға керә. Урманға һөйөү Сафиндарҙың ҡанында бар, заманында уның олатаһы лесничий була. Уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес хеҙмәт юлын Миндәк урмансылығында башлай, тәүҙә лесничий ярҙамсыһы, һуңынан мастер итеп күсерелә. Артабан эшен Илтабан участка урмансылығында дауам итә, бер аҙҙан тырыш егетте лесничий итеп тәғәйенләйҙәр. Рөстәм Риф улына 13 йыл хужалыҡ иткән урман биләмәһе, ағас эше яҡшы таныш. Уның тураһында етәкселәре лә яҡшы фекерҙә, маҡтап телгә алалар. Ағас ултыртҡанда ла, янғын һүндергәндә лә халыҡты ойоштора белә, үҙе лә әүҙем ҡатнаша, планды үтәй, тиҙәр.
(№ 108-109)

Иң-иңдәр һайланды15.09.2015

Иң-иңдәр һайландыУчалы территориаль һайлау комиссияһы, 13 сентябрь көнө ауыл ултыраҡтары Советтарына һәм ҡала ултырағының 5-се округы буйынса һайлауҙар ғәмәлгә ашты, тип таныны. Барлығы һайлаусылар исемлегенә 30 928 кеше индерелһә, тауыш бирергә 22 129 граждан килә, 172 яҡташыбыҙ алдан тауыш бирә, шулай итеп 72,1 процент һайлаусы ҡатнашты.
Иң әүҙемдәр Наурыҙ, Сәфәр, Туңғатар, Амангилде, Илсеғол ауыл Советтарында, уларҙа 82-87 процент һайлаусы ҡатнаша. Алдан планлаштырылғанса, 18 ауыл ултырағы Советтарына һәммәһе - 171, Учалы ҡала ултырағының 5-се округында 1 депутат һайланды. Шуныһы ла үҙенсәлекле - Поляковка ултырағында 10 депутаттың 7-һе - ҡатын-ҡыҙ, Яңы Байрамғолда 7 депутат мандатының 5-е шулай уҡ гүзәл зат вәкилдәрендә. 171 депутаттың һәр ҡайһыһы-ның исем-шәрифен яҙып урын еткерерлек түгел, ә бына ҡала ултырағында «Берҙәм Рәсәй» партияһы күрһәткән Учалы элемтә үҙәге начальнигы Данир Ғәниев 67,38 процент тауыш менән еңде. Үҙен-үҙе күрһәткән кандидат 25,52 процент тауыш йыя, ә бына ЛДПР кандидатын 4,73 процент һайлаусылар хуплай. Һайлау ваҡытында һайлау һөҙөмтәләренә йоғонто яһарлыҡ закон боҙоуҙар күҙәтелмәне, тип билдәләй территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Шәрифуллина.
(№ 107)

Телеңде йоторлоҡ11.09.2015

Телеңде йоторлоҡХәҙерге көндә магазиндарҙа ярымфабрикаттарҙың күплегенә иҫең китер. Элек ит ризыҡтарын башлыса сит өлкәләрҙән ташыһаҡ, һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙә етештерелгәндәрҙең арта барыуы ҡыуаныслы күренеш. Әммә, ҡайһы берәүҙәрҙең килем артынан ҡыуып, продукцияларының сифатына әһәмиәт бирмәүҙәре генә эсте бошора.
Ошо көндәрҙә таны-шымдан йәш кенә ҡатындың хәләл билмән цехын асҡанын ишетеү менән барып күрергә ниәтләнем. Етештереү цехтары ҡаланан йыраҡ түгел, Иманғол юлында урынлашҡан. Әсәле-ҡыҙлы Әлфиә Ғилманова менән Зифа Камалова беҙҙе ихлас ҡаршыланы.
Ҡала ҡыҙы Әл-фиәнең электән үҙ эшен асыу хаҡында хыялы була. Балалар, ғаилә мәшәҡәттәре менән бер нисек бушамай. Өҫтәүенә, «Энергоремонт» йәмғиәтендә инженер булып эшләй. Яратҡан һөнәрен дә ҡалдырмаҫ ине, әгәр бер көн килеп һайлау алдына баҫмаһа. Тормош иптәше ауырып дауаханаға инә, һауығып эшкә сығыуы була, ҡыҫҡартыуға эләгә. Ғаиләгә оҙаҡ ҡына аҡсаһыҙ ыҙаларға тура килә. Шул ваҡыт тормош иптәше Рушан менән кәңәшләшеп үҙ эшен асыу тураһында етди ҡарар ҡабул итә. Гаражға, тип төҙөлгән биналарында ремонт эшләп, март айында билмән цехы асалар. Ең һыҙғанып эшкә тотоналар.
(№ 105-106)

Һайлаҙар11.09.2015

Һайлаҙар БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясова һайлауҙар тураһында:
-13 сентябрҙә республикабыҙҙа урындағы үҙидара органдарына һайлау үткәрелә, унда 7 меңдән ашыу депутат мандаты алмаштырыласаҡ. Уртаса алғанда республика буйынса 1 мандатҡа ике кандидат дәғүә итә. 2008 йылда һайлауҙарҙа 4 кенә партия ҡатнашһа, был юлы уларҙың һаны 11.
Был кампания бик мөһим, сөнки нәҡ ауыл Советтары илебеҙҙәге власть вертикаленең төп элементын тәшкил итә. Властың был кимәлен тәүге баҫҡыс тип тә йөрөтәләр. Ошо тәүге баҫҡыс ауыл-ҡасабаларға ҡағылған проблемаларҙы хәл итергә тейеш тә инде, сөнки ул халыҡҡа иң яҡын власть, урындағы депутаттар ауыл ерендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе үҙ тормошо, үҙ тәжрибәһе аша белә.
Учалы районында һайлауҙар ойошҡан рәүештә үтер. Үҙ яҙмышына битарафтар булмаҫ, тип ышанам.

Тормош юлы матур булды11.09.2015

Тормош юлы матур булдыИшбулды ағай Нурмөхәмәтов 1925 йылда Көсөк ауылында тыуа, иҫән булһа, ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулған булыр ине. Юҡ шул, 2007 йыл арабыҙҙан китеп ҡуйҙы. Уның турала гәзитебеҙҙә 1998 йыл Әнүәр Ғибәҙәтов матур һүрәтләмә яҙғайны. Ләкин тағы иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫтыр - изге Ҡәҙер кисендә күк көмбәҙе асылыуын күргән кеше бит ул. Ҡараңғы төндә күк ҡабығы асылғанды былай тип һүрәтләгән була: «…кинәт еңел, рәхәт булып китте. Күҙ алды яп-яҡты булып яҡтырҙы. Күк ярылды. Яҡтылыҡ шунан килә ине. Ерҙәге ваҡ таштарға тиклем ап-асыҡ булып күренеп ята» («Заманды кешеләр тыуҙыра» китабынан).
Малайға ошо ваҡиға тетрәндергес тәьҫир иткәнме, әллә алдан да саф күңелле булғаны өсөн Хоҙай мөғжизә күрһәткәнме - быныһын аныҡ ҡына айырып әйтерлек түгел инде, һәр хәлдә лә, Ишбулды ағай матур, өлгө булырлыҡ тормош юлы үткән кеше.
(№ 10-106)

Көрсөк - ҙур һынау11.09.2015

Көрсөк һүҙенең мәғәнәһенә йүнләп һаман да төшөнөп бөтә алмайым. Ғөмүмән, минең өсөн ул бик абстракт һәм серле булып күренә. Ҡарап тороуға барыһы ла ҡәҙимгесә кеүек. Магазиндарҙа бөтә нәмә бар, кәштәләр һығылып тора. Радио-телевизорҙан да хәүефләнергә урын юҡ, тип тынысландырырға тырышалар.
Әммә, кешеләр араһында осон осҡа ялғап йәшәүселәрҙең көндән-көн арта барыуы бер кемгә лә сер түгел. Ҡайҙа ҡарама көрсөк тураһында һөйләйҙәр, тормоштан ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күбәйҙе. Ике һүҙ менән әйткәндә, көрсөк - барыһының да паникаға бирелеүе, бихисап матди ҡиммәттәрҙең хаҡы арзанайыуы, сәнәғәт үҫешенең тотҡарланыуы, шуға бәйле эш урындары ҡыҫҡарыуы, хеҙмәт хаҡтарының түбәнәйеүе, ҡулланыу хаҡтарының артыуы арҡаһында халыҡтың һатып алыу һәләте кәмеүе ул. Әлеге мәлдә һаман да шул ябай халыҡ ыҙа күрә. Күптәренең елкәһендә ипотека, автокредит «аҫылынып» тора.
(№ 105-106)

Француз макизары11.09.2015

Француз макизарыӘсирлектә
...Ҡараңғы төн. Мөждәбә үҙенең яралы тәненә ҡаты итеп тибеүҙәрен тойоп, немец һалдатының һүгенеүен, овчарка эттәренең бер туҡтауһыҙ өрөүен ишетеп аңына килде һәм ауырлыҡ менән күҙҙәрен асты. Тәүҙә оҙаҡ ҡына үҙенең ҡайҙа икәнен иҫенә төшөрә алмай хитланды. Уйҙарын бергә йыйырға тырышты. Уның урынынан ҡуҙғалырға маташҡанын тимер ишек янында торған һаҡсы күреп ҡалды. Тере икәненә ышанған немец һалдаты уға автоматының осо менән төрттө лә, торорға ымланы. Яралы ауырлыҡ менән аяғына баҫты. Хәле бөтөнләй юҡ, йығылып ҡуймаһам ярар ине, тип борсолдо. Шулай ҙа башҡорт һалдаты бирешмәне, уртын ҡанһырағансы тешләп, ауыртыуҙарына түҙергә тырышты. Аяғын көскә һөйрәп алға атланы. Уны, ҡаты алыштан һуң тере ҡалған рус һалдаттары менән бергә, һарайға оҡшаш бинаға алып барып яптылар. 1942 йылдың июль айында Витебск ҡалаһы өсөн барған һуғышта уның әсирлеккә төшөүе ошолай булды.
Арыған, яраланған, асыҡҡан һалдаттарҙың араһында ниндәй генә милләт кешеләре юҡ ине. Йөҙҙәре болоҡһоу. Ҡараңғы концлагерҙа кемдер ауыр яраһының һулҡылдауына түҙә алмай ауыр ыңғыраша, икенселәр һаташа. Мөждәбә яраһының һыҙлауын да онотоп тәрән уйҙарға бирелгән. Һуғышҡа тиклемге тормошон күҙ алдынан үткәрә.
(№ 10-105)

Барығыҙ ҙа - һайлауҙарға!11.09.2015

Барығыҙ ҙа - һайлауҙарға!13 сентябрь - Берҙәм һайлау көнөнә бик аҙ ваҡыт ҡалды. Әһәмиәтле ваҡиға алдынан Учалы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғәрифуллина менән осраштыҡ.
- Һайлауҙы ойоштороусылар кампанияның һуңғы нөктәһен ҡуйырға әҙерме?
- 24 июндә ауыл Советтары яңы состав депутаттарын һайлау тураһында ҡарар ҡабул итеү менән әҙерлек башланды. Вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалған депутат урынына ҡала ултырағының 5-се участкаһы буйынса ҡала ултырағы Советына ла ө¾тәмә һайлау үтә. 26 июлгә тиклем кандидаттар теркәлде. Ни бары 2 граждан башта теләк белдереп тә, аҙағынан кире уйланы. Береһенә шылтыратып, «Документтарҙы килтереү ваҡыты сығып бара, һуңлап ҡуймағыҙ», - тип иҫкәрткәйнек, «Уның менән булырға бушамайым!» - тиеү менән сикләнде. Һәр кемдең үҙ ирке. Шулай итеп, ауыл Советтарында 171 мандатҡа 387 кандидат, ҡала ултырағы Советында 1 мандатҡа 3 кандидат дәғүә итә.
(№ 104)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Сентябрь 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.