» Материалы за Октябрь 2015 года

БЫЛ - ЙӘШМӘЛӘР ИЛЕ29.10.2015

Йыйынтыҡта Наурыҙ ауылында тыуып, Яйыҡ һыуын һыулап үҫкән, күңелдәрендә Ҡарас сәсән рухын йөрөткән һүҙ оҫталарының ижад емештәре урын алған. Уларҙың тормош асылы, йәшәү мәғәнәһе тураһындағы уйҙар менән һуғарылған, йәнтөйәктәренә дан йырлаған шиғырҙары ауылдаштарына иҫтәлек-бүләк булһын.

Ҡайҙа ғына булмай, ниҙәр күрмәй...28.10.2015

Ҡайҙа ғына булмай,  ниҙәр күрмәй...Тиңдәше Мөшәрифәгә өйләнгәндә Истамғол ауылы егете Махиянға 14 кенә йәш була әле. Атаһы - Сәлим олатай берҙе айыуға һунарға сыҡҡанда Ҡотой ауылынан Сәйетборхан менән танышалар, уртаҡ тел табалар һәм балаларын өйләндерергә килешәләр.
Егет менән ҡыҙҙың үҙҙәренән һорап та тормайҙар. Хәҙер генә йәштәр саманан тыш аҡыллы бит ул, үҙ белдектәре менән ҡауыша, бәғзеләре күп тә тормай айырылыша, туй үткәрергә алынған кредитты ла парлап түләп өлгөрмәй ҡалалар. ª бына хәҙерге заман күҙлегенән «ҡырағай» булып күренерлек йола буйынса өйләндерелгән Махиян менән Мөшәрифә аяуһыҙ тормош һынауҙарына бирешмәйҙәр, 52 йыл татыу йәшәйҙәр, 11 балаға ғүмер бирәләр һәм лайыҡлы кешеләр итеп үстерәләр. Дәһшәтле һуғыш та айыра алманы уларҙы.
(№ 124)

Был донъяла ниҙәр бар?28.10.2015

Хәйерлегә булһын, өсөнсө донъя һуғышы тураһында хәбәрҙәр йыш сыға башланы. Ниңә беҙҙең Рәсәйгә бәйләнәләр һуң? Абруйлы «Око планеты» порталы эксперттары фаразы буйынса, төп сәбәп Рәсәйҙең үҙендә түгел - көньяҡ-көнсығыш күршебеҙҙә. Фәҡәт Ҡытай йылдам үсешеп, донъяла хакимлыҡ ҡылған Америка һәм Европаны артта ҡалдыра башланы. ª Рәсәй нефть һәм газ һатыуҙы туҡтатһа, иҡтисадтары йәһәт тонсоғасаҡ. Ельцин дәүерендә генә американдарҙың «айт» тигәндәренә «тайт» тиергә әҙер илебеҙ бөгөнгө көндә ҡеүәтле һәм тыныс күршебеҙ менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартырға риза түгел. Юҡҡамы ни, Көнбайыш хәстәрләп үстергән ИГИЛ бер ҙә Американың үҙенә түгел, тәү сиратта, Рәсәй менән Ҡытайға теш ҡайрай.
(№ 124)

Яҙылығыҙ, отоғоҙ!28.10.2015

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 2016 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының ҡыҙыу мәле бара. Һәр йылдағыса, «Яйыҡ» үҙенең тоғро дуҫтарын иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Ошо маҡсатта гәзит коллективы инде традицияға ингән акцияларын йәнә иғлан итә.
«Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһы. Приздарҙы уйнатыу ноябрҙән башлап, матбуғатҡа яҙылыу тамамланғансы, йәғни декабрь аҙағынаса, бер нисә этапта башҡарыласаҡ. Кем «Яйыҡ» ҡа ярты йылға яҙылыуын иҫбатлаусы квитанцияһын йәки уның күсермәһен тиҙ арала редакцияға ебәрә, шулар йыл аҙағына тиклем барлыҡ уйындарҙа ла ҡатнашасаҡ. Акцияға ни тиклем тиҙерәк ҡушылһағыҙ, шәп бүләк отоу мөмкинлеге лә шул тиклем арта ғына.
«Бөтә класс менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһында ҡатнашыу өсөн класс менән ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылып, квитанцияны йәки уның күсермәһен редакцияға клтерергә йәки шылтыратып хәбәр итергә кәрәк. Класта балалар һаны 12-нән кәм булһа, ике класс ҡушылып ҡатнаша ала. Конкурста ҡатнашҡан кластарҙың һәм класс етәкселәренең фотолары, улар тураһында яҙмалар гәзитебеҙҙә урын аласаҡ, уларға бүләктәр тапшырыласаҡ.
Редакция коллективы почтальондарҙы дәртләндереү маҡсатында «Яйыҡ» гәзитенә яҙылыу кимәлен арттырған почта бүлексәләренә лә приздар әҙерләйәсәк. Шулай уҡ подписканы былтырғы кимәлгә еткергән бүлексәләр ҙә буш ҡалмаясаҡ.
Мөхәрририәт.

(№ 124)

Матбугат-201628.10.2015

Матбуғат-2016
Хөрмәтле дуҫтар!
Сираттағы гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы етте. «Яйыҡ»ҡа 2016 йылдың тәүге яртыһына бөтә почта бүлексәләрендә лә яҙылырға була. Хаҡына килгәндә, ул бер аҙға ғына артҡан: ярты йылға гәзиткә яҙылыу өсөн - 719 һум 34 тин, өс айға 359 һум 67 тин аҡса кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ, редакцияның үҙенә килеп, һеҙ «Яйыҡ»тың электрон версияһына ла яҙыла алаһығыҙ.
Индексыбыҙ - 50682.
(№ 121)

Баҙар гөрләп тора27.10.2015

Баҙар гөрләп тораҠалабыҙҙа йыл әйләнәһенә тиерлек ойошторолған йәрминкәләр учалылар өсөн уңайлы булды. Шәхси хужалыҡтар, шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәре етештергән продукцияны һатыуға сығара, халыҡ яйлап ҡарап һатып ала. Әле көҙгө йәрминкәнең иң ҡыҙған мәле. Аҙна һайын шәмбе, йәкшәмбе көндәре баҙар гөрләп тора. Уҙған аҙнала ла кеше күп булды.
Филармония артындағы майҙанда энә төшөрлөк тә урын юҡ. Рәттәр буйлап теҙелгән өҫтәлдәрҙә йәнең нимә теләй - бөтә бар. Көҙгө муллыҡтың төрлөлөгө һушты алырлыҡ. Ауылдарҙан килгән уңған ҡатындар һөтөн, эремсеген, май-ҡаймағын, йомортҡаһын ихлас тәҡдим итә. Һөттөң литры - 35-40 һум, ҡаймаҡтың 0,5 литрлыҡ банкаһы - 160 һум, эремсектең килограмы - 100-120 һум. Тауыҡтың килограмы - 180 һум, ҡаҙ - 380, өйрәк - 280 һум. Әбейҙәр ҙә ситтә ҡалмаған - ҡыҙарып бешкән гөлйемеш, балан, миләш емештәрен, төрлө дарыу үләндәрен, кишер-сөгөлдөрҙәрен һатыуға сығарғандар.
(№ 124)

Уңыш юлдаш булһын сәфәрҙә!23.10.2015

Уңыш юлдаш булһын сәфәрҙә!«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының Учалы АТП-һы филиалы 1954 йылда барлыҡҡа килә. 60 йылдан ашыу ул йөк һәм пассажирҙарҙы ташыу эшен уңышлы атҡара. Бөгөнгө көндә предприятиела бөтәһе 200 кеше хеҙмәт итә. Автопаркта 100 автобус иҫәпләнә. Учалыларҙан тыш, АТП Белорет, Бөрйән, Әбйәлил райондарын хеҙмәтләндерә. Ҡала эсендә - ике, район буйынса - 24, ҡала-ара 10 маршрут йөрөй.
- Әлбиттә, эш шарттарын, хеҙмәт хаҡын иҫәпкә алып, эшкә ваҡытлыса урынлашыусы йәштәр бар. Әммә коллективтың нигеҙен 15 йылдан да кәм эшләмәгән белгестәр тәшкил итә. Юғары күрһәткестәргә ирешкән намыҫлы һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәребеҙ күп. Дилморат Хәйруллаев, Шамил Хужин, Булат Хәмзин, Ғәфүр Әбүбәкиров, Алмат Соғондоҡов, Айҙар Харисов, Рафиҡ Мөхәмәтдинов, Нәсимә Әғзәмова, Әлфиә Ғайсина, Айҙар Бәҙретдинов - был исемлекте оҙаҡ дауам итергә мөмкин, - тине АТП директоры Фәнүз Шаймарҙанов. - 2013 йылдан беҙҙең АТП-ға Белорет бригадаһы ла ҡушылды. Һуңғы өс йыл эсендә 24 автотранспортыбыҙ яңыртылды, уларҙың бишеһен Белоретҡа юлланыҡ, ҡалғандары райондаштарыбыҙҙы хеҙмәтләндерә.
(№ 122-123)

Һағынып иҫкә алам20.10.2015

Минең алда ғаилә архивында һаҡланған 1964 йылдың 23 июнендә Белоретта баҫылған «Урал» гәзите. 2-се, 3-сµ, 4-се биттәрен йыш ҡына ҡы´ыҡһыныу һәм илһам, һағыш ҡатыш һағыныу менән уҡып алам. Булды бит заманалар! Хәбәрсе Н. Ғүмәрованың Учалы, Белорет, Бөрйән үҙешмәкәр коллективтарының ижади смотры тураһында «Таланты народные» тигән күләмле мәҡәләһе. Һуғыш тамамланыуға ни бары 19 йыл үткән, мәҙәниәткә һыуһаған халыҡ дәррәү, бар күңелен биреп ҡатнаша.Әлбиттә, Учалы артистары 1-се урынға сыҡҡан. Мәҡәләлә учалылар 60 кешелек хор менән сығыш яһауҙары телгә алына, етәкселәре - Ғәбдрәхим Вилданов. «Куба һалдаты» һәм «Кукуруз үҫтергән ҡыҙ» әҫәрҙәрен йырлағандар. Яңы Байрамғолдан Тәүхит Мөхәмәҙиев - «Байыҡ», Иҫтамғолдан Хәтифә Садиҡова «Оло ҡатындар бейеүе»н оҫта башҡарыуҙары хаҡында яҙылған.
(№ 121)

Яңы биометрик паспорт20.10.2015

Аҡсаһыҙлыҡ, көрсөк тураһында күпме генә һүҙ алып бармаһындар, тормош шарттары барыбер яҡшы икән, тигән фекергә киләһең. Халыҡ ваҡ-төйәген алырға ла сараһын таба, йыл һайын сит илгә ялға йөрөүселәр ҙә бихисап. Ҡайһы берәүҙәр хатта йылына бер-нисә тапҡыр сит илгә барып ҡайтырға өлгөрә. Әлбиттә, сик һыҙығын үтеү өсөн, тәү сиратта, сит ил паспорты талап ителә. Әлегә тиклем был йәһәттән учалыларға байтаҡ хитланырға тура килде.
Сит ил паспортын алыу өсөн мотлаҡ Белорет йә Өфөгә барырға кәрәк ине. Юлға киткән ваҡытты, сығымдарҙы иҫәпкә алғанда мәшәҡәте күп булды. Ниһайәт, ошо көндәрҙә күптәрҙең хыялы бойомға ашты. Хәҙер сит ил паспортын үҙебеҙҙә алыу мөмкинлеге бар. 15 октябрҙә Федераль миграция хеҙмәте БР идаралығының Учалы бүлексәһендә яңы өлгөлө беренсе документ тапшырылды.
(№ 121)

Эшләһәң, эш ҡарышмай20.10.2015

Эшләһәң, эш ҡарышмайШәхси эшҡыуарҙар хаҡында йыш яҙабыҙ. Бының бер насарлығы ла юҡ, тип иҫәпләйем. Эшҡыуарлыҡ - ауыл ерендә берҙән-бер килем сығанағы, тиһәк тә хата булмаҫ. Эш юҡлыҡҡа һылтанып, урам типтереп йөрөүселәр бихисап бит. Беҙҙең геройыбыҙ хаҡында уҡып, бәлки, башҡа берәүҙә лә үҙ көсөн һынап ҡарау теләге уяныр, тәүәккәллеге артыр.
Айҙар Йомағужин - Абҙаҡ ауылы кешеһе. Әрме хеҙмәтенә тиклем автомәктәптә уҡып сығып, водитель һөнәрен үҙләштерә, совхозда эшләй. Ике йыл Чита өлкәһендә хеҙмәтен тултырғас, ҡайтып ауылында төпләнә. 24 йыл ул «Поляковка», «Абҙаҡ» совхоздарында шофер булып эшләй. Колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, балалар тәрбиәләүсе ғаилә башлығы: «Ҡайҙа барырға?» - тигән һорауға бирелә.
(№ 121)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Октябрь 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.