» Материалы за Ноябрь 2015 года

Был донъяла ниҙәр бар?30.11.2015

Төркиә мәкерле рәүештә Рәсәй самолетын бәреп төшөрҙө. Украинаның Милли именлек советы етәксеһе Александар Турчинов «Күршенең тауығы үлһә лә ҡыуаныс» тип йәшәгән бәндәләрҙәндер инде, бер кем һорамаһа ла, «… Төркиә хәрбиҙәре һөнәри оҫталыҡ күрһәтте, һәр цивилизациялы дәүләт шулай эшләргә тейеш», - тип белдереү яһарға ашыҡты. Төркиәгә, улар аша дини радикалдарға ярамһаҡланырға тырышыуы бушҡа булды. Бер-нисә көндән Рәсәйҙә тыйылған ИГИЛ төркөмө 60 илде дошман күреүҙәре тураһында белдереү яһаны. Улар араһында Украина ла бар. «Ут күршеләр», Рәсәй азат иткәнгә тиклем тап Төркиә украиндарҙан ҡан ҡоҫтороуын тиҙ онотто шул… Ярар, хәҙер Рәсәйҙән арзанға газ һәм күмер килеү туҡтағас, йәһәт туғанлыҡтарын иҫтәренә төшөрөрҙәр.
(№ 138)

Күңелле концерт көтә30.11.2015

Күңелле концерт көтәВәғәҙә иткәнебеҙсә, «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһының икенсе лотереяһын уйнаттыҡ. Был йәрәбәлә бәхет йылмайыусылар хаҡында һүҙ йөрөтөрҙән алда, квитанция менән бергә Абҙаҡ ауылынан килгән хатҡа иғтибар биреп үтәйек. Уның ҡыҫҡаса эстәлеге шулай: «Мин үҙемде белә-белгәндән алып район гәзитенән айырылғаным юҡ. «Яйыҡ» иғлан иткән конкурстан да ситтә ҡалмаҫҡа булдым. Гәзитте ғаилә менән яратып уҡып барабыҙ. Бигерәк тә И. Янбаев, Ә. Даутова, Г.Мотаһарованың мәҡәләләре оҡшай.
Элек Рәүеф ағай Насиров эшләгән дәүерҙә баҫма менән ныҡлы хеҙмәттәшлек итә инем. Ул бер йылға подписка менән бүләкләне, квитанцияһы әле лә һаҡлана. Рафаэль Айсин, Мәрйәм Шакирова, Рәсих Лоҡмановтар менән аралаша торғайным. Иң тәүҙә игенде тапаған малдар, еңел машиналар тураһында яҙып сыҡтым. Аҙаҡтан алдынғы механизаторҙар, һауынсылар хаҡында мәҡәләләрем баҫылды. Әле лә һирәк булһа ла яҙам, хаттарым гәзит биттәрендә баҫыла. Мөхәрририәткә ижади уңыштар теләйем! Изге теләктәр менән Әнисә Камалетдинова». Йылы һүҙ таш иретер, тигәндәй, гәзит уҡыусыларыбыҙҙың эшебеҙҙе ыңғай баһалап, йылы теләктәрен еткереүе беҙгә лә илһам, дәрт өҫтәй! Рәхмәт!
(№ 138)

Ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек30.11.2015

Ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейекБөгөн ир-егеттәр менән тиң, хатта тормошта уларҙан да артығыраҡ дәрәжә яулаған, юғары вазифаларҙа идара иткән, үҙ күңелен генә күреп йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында йыш һөйләйҙәр. Әлбиттә, гүзәл заттың үҙ хоҡуҡтарын белеп, замана менән бергә атлауҙары насар түгел. Әммә вазифаһына, абруйына ҡарамай, һәр дәүерҙә, заманала ҡатын-ҡыҙҙың төп асылы, бәхете һәм тәғәйенләнеше әсә булыуға ҡайтып ҡала. Үҙ балаларын наҙлап һөйгән, тормош иптәшен ярты һүҙҙән аңлаған, бөйөк әсә исемен йөрөткән ошондай гүзәл зат хаҡында яҙмаҡсыбыҙ.
Зилиә Хөснуллина Мәҫкәү ауылы ҡыҙы. Өс ағаһы араһында гөл-сәскәләй берҙән-бер ҡыҙ булып үҫә ул. Мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия колледжына уҡырға инә.
(№ 136-137)

Илде данлар Илдар!30.11.2015

Илде данлар Илдар!2000 йылда Башҡортостан юлдаш телевидениеһында старт алған «Гәлсәр һандуғас» эстрада йырҙарын башҡарыусыларҙың телевизион конкурс-фестивале башҡорт эстрадаһын әллә күмпе яңы исемдәр менән байытты. Дүрт йыллыҡ тәнәфестән һуң ул, ниһайәт, эфир киңлектәренә яңынан сыҡты. Конкурста ҡатнашырға теләк белдереүсе 70 кеше араһынан жюри ағзалары иң-иң 20-һен генә һайлап алды. Быйылдан «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалы эфиры аша күрһәтеләсәк шоуҙа районыбыҙҙың үҙенсәлекле, сағыу тауышҡа эйә йәш һәләтлеһе, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы Яңы Байрамғол ауылы егете Илдар Жамалов та көс һынашты. Илде данлар Илдар!
(№ 135)

Наурыз ҡатын-ҡыҙҙарының "Яйыҡ" гәзитенә арнап яҙған таҡмаҡтары23.11.2015

Табын ҡорҙоҡ, ҡунаҡсылыҡ
Науырҙалар ауылы .
Бөгөн беҙгә килеп төштө
Ҡунаҡтарҙың асылы.

Беҙҙекеләр көр күңелле
Тормошҡа ҡарай айыҡ.
Ниңә айыҡ ҡарамаһын
Уҡығандары – «Яйыҡ»!

Йылға буйлап ағып килә
Ап-аҡ ҡына күперек.
Яйыҡҡа яҙыусылар
Булһа ине күберәк.

Эргәңә ултырайм
Гәзиттәр тотторайым.
«Яйыҡ» алдырмағандарға
Шул тиклем аптырайым.


Һеҙҙең каса – каса ни,
Вәт беҙҙең каса – каса!
Башҡа гәзит баҫмамы ни,
Вәт беҙҙең «Яйыҡ» - баҫма!











Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!23.11.2015

 Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа! Ошо арала Учалы районы башҡорттары Ҡоролтайы конференцияһы үткәндә, Наурыҙ ауылы ултырағы хакимиәте башлығы Закир Ғарипов ялҡынлы телмәр тотоп, сығышы алҡыштарға күмелгәйне. Бихисап проблемалар күтәрҙе - эскеселек менән көрәште көсәйтеү, шул иҫәптән һәр етәксенең үҙенең өлгө биреүе, бөтә йәмәғәт сараларында хәмер аша «күңел асыуға» юл ҡуймау, йыйылыштарҙы башҡорт телендә үткәреү, рәсми документацияны БР-ҙың дәүләт телдәренең икеһендә лә алып барырға һәм башҡа. Шул иҫәптән телде, милли баҫмаларҙы һаҡлау тураһында ла фекерҙәре яңғыраны.
Наурыҙҙарҙа борон- борондан эш менән һүҙ бер-береһенән айырылмай. Күп ваҡыт та үтмәне, редакцияға шылтыраттылар. Бындайҙы һис көтмәгәс, башта бер аҙ шаңҡып та ҡалдыҡ - ауыл хакимиәте һәм ҡатын-ҡыҙҙар Советы «Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» сараһын әҙерләүҙәре тураһында хәбәр иттеләр. ªлегә тиклем бындай акциялар мәктәп класы йә хеҙмәт коллективы масштабында ғына үтә ине бит. ªлбиттә, шатланып ризалаштыҡ. Бүләктәр тотоп, ҡунаҡҡа ашыҡтыҡ. Бүләк тигәндәй, халыҡ инициативаһы тураһында әйткәс, ихлас күңелдән бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән «Байрамғол» агрофирмаһы ди-ректоры Илдус Сабанбаевҡа, урындағы эшҡыуарҙар Юнир Исламов менән Сәлим Кәримовҡа һәм бөгөнгө көндә етәксе вазифалар биләгән Наурыҙ уландары - Зариф Ғариповҡа, Морат Илһамовҡа, Айбулат Байғаринға, Арслан Атйетәровҡа ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.
(№ 134)

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай23.11.2015

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай18 ноябрь көнө кисләтеп күп фатирлы йорттоң дүртенсе ҡатында янғын сығыуы тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендәй ҡала буйлап таралды. Был хәбәрҙе ишеткәс, йөрәк урынынан ҡуҙғыны хатта. Башҡа, балалар ни хәлдә икән, зыян күреүселәр юҡмы икән, тигән һорау килде. Кешеләрҙең иҫән-һау ҡотолғандарын ишеткәс, күңел тынысланды. Ҡаза урынына барып, янғынды үҙ күҙе менән күреүселәр менән әңгәмәләшергә булдым. Ленин урамындағы 54А йорттоң эргәһенә яҡын барырлыҡ түгел ине. Газ хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, авария хеҙмәте, тиҙ ярҙам хеҙмәте машиналары менән тулған.
Учалы районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, йортта йәшәүселәр 18.07 сәғәттә «01» хеҙмәтенә шылтыратып подъездарында көйөк еҫе сығыуын хәбәр итәләр.
(№ 134)

Һүнмәҫ усаҡ булып яғылған20.11.2015

Ришат Иҙрисов - шағир, репрессия ҡорбаны Ғабдулла Иҙрисовтың туған тейеш кешеһе. 1941 йылдың ғинуар айында Ураҙ ауылында донъяға килгән. Атаһы Ғаяз шулай уҡ репрессияға эләккән. Һуңынан аҡланған. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән. Тарих һәм хәрби әҙерлек дәрестәрен алып барған.Әсәһе Закира апай район гәзите типографияһы хеҙмәткәре булған, мәҡәләләр ҙә яҙған. Һуңынан колхозда тµрлµ эштәрҙә йµрµгән.
Ришат Иҙрисов Ураҙ ете йыллыҡ, Учалы ауылындағы урта мәктәптәрҙе тамамлап, Силәбе ҡалаһында юғары белем алыуға ирешкән, инженер һµнәрен үҙләштергән. Һуңынан тыуған ауылына ҡайтып, алтын йыуған ерҙә хеҙмәт иткән. Бала саҡтан шиғыр яҙырға, тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһарға әүәҫ булған. Республика матбуғатында ла даими баҫылып торған. Үҙенең ҡулъяҙмаларында ауылыбыҙҙың топонимикаһы хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған.
(№ 133)

Бәхет йылмайҙы20.11.2015

Бәхет йылмайҙыГәзит уҡыусыларыбыҙҙың отошҡа тип квитанцияларын бер-ике ай алдан килтерә башлауҙары «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһы ның күптәрҙең күңеленә хуш килеүе хаҡында һөйләй. Рәсми иғлан ителгәс тә ҡатнашырға теләүселәр һаны бермә-бер артты. Берәүҙәр квитанцияларын йәки уның күсермәһен почта аша юлланы, икенселәр редакциябыҙға үҙҙәре килтереп бирҙе. Район халҡының дәртен күреп, үҙ сиратыбыҙҙа, отоласаҡ бүләктәр һанын арттырҙыҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияла гәзиткә, кәм тигәндә, ярты йылға яҙылыусылар ҡатнаша. Лотерея ике аҙнаға бер ойоштороласаҡ. Отмаған квитанция хужалары өмөттәрен өҙмәһен - йыл аҙағынаса дауам иткән киләһе уйындарҙа улар яңынан үҙ бәхетен һынаясаҡ.
Отошто 63 квитанция араһынан башланыҡ һәм, тәү сиратта, төп призға эйә булыусы билдәләнде. Ул - ҡаланан Фәнжиә Әхмәткирәева. Ҡулыбыҙға манты бешергес тотоп еңеүсене тәбрикләргә ашыҡтыҡ.
(№ 133)

Ғилемгә ынтылығыҙ!16.11.2015

Ғилемгә ынтылығыҙ!Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллегендә дистанцион алым менән тарих фәндәре докторы, сәйәсәт фәндәре кандидаты Әхтәр Боҫҡонов уҡыта. Ул БДУ-ның Сибай филиалы доценты. Хажи, өфө ислам университетында уҡый ћәм уҡыта.
- Учалы вәкиллегендә теология дәресе алып бараћығыҙ. Үҙ фәнегеҙ аша студенттарға ниндәй белем серҙәрен еткерәћегеҙ?
-Мин БДУ уҡытыусыћы булараҡ, классик университет талаптарын ћәм ундағы булған уҡыу методикаћын тулыћынса файҙаланырға тырышам. Студенттар алған дәрестәр араћында дини фәндәр менән бер рәттән дөйөм гуманитар фәндәр ҙә өйрәнелә. Мин ићә ошо ике йүнәлеште берләштерергә тырышам. Төп маҡсатыбыҙ - ислам дине өлкәћендә белгестәр әҙерләү. Беҙ Ҡөрьән Кәримдең ћәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйћис-сәләмдең сөннәтен аңлатырға, исламдың иман шарттарын еткерергә, шулай уҡ исламдың ғибәҙәттәрен өйрәтергә тейешбеҙ. Шәкерттәребеҙ белемле, башҡаларға өлгө булырға тейеш.
(№ 131-132)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.