» Материалы за Декабрь 2015 года

Ҡуйҙың хушлашыу бүләктәре29.12.2015

Ҡуйҙың хушлашыу бүләктәре2016 йылға гәзитебеҙгә яҙылыу кампанияһында ойошторолған «Еңеүсегә - елле бүләк!» акцияһы бик дәррәү барҙы. Һәр нәмәнең ахыры булған кеүек үк, һуңғы лотереяны уйнатырға ла ваҡыт етте. Ғәҙәттәгесә, тәүҙә «Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йорто приздарына отош уҙғарҙыҡ. Төп бүләк - йылы япма менән сервиз Мәмдүҙә Латиповаға сыҡты.
Приздарҙы ҡулыбыҙға алып, еңеүсене тәбрикләргә ашыҡтыҡ. Мәмдүҙә Мостафа ҡыҙы ҡалала йәшәй. Ул 1927 йылда Һөләймән ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә донъяға килгән. Һуғыш башланғанда әле үҫмерлектән сығып етмәгән ҡыҙ ололар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар иңенә ҡалған тормоштоң бар ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татый. Тыл ветераны һуғыш йылдарында күргән михнәттәрҙе иҫкә төшөрөргә яратмай. Бөгөн ҡул-аяҡтары һыҙлауының сәбәпсеһе булған ул мәлдәр яҡшы хәтирәләр булып һаҡланмаған, әлбиттә.
(№ 150)

Яңы йыл менән, дуҫтар!29.12.2015

Яңы йыл менән, дуҫтар!Өр-яңы йылға инәбеҙ:
Үҙе йәш, үҙе серле.
Моғайын, булыр йылдарҙың
Иң матур ғүмерлеһе,
Быға тиклем күрелмәгән
Йомарты, күңеллеһе.
Быйылғы йыл, миҙгел белеп,
Шаулап яуыр ямғырҙар.
Өмөтлөләр, өмөтһөҙҙәр
Мөхәббәтен табырҙар.
Бары шатлыҡ бишегендә
Тирбәлерҙәр сабыйҙар.
Шағирҙар иң шәп йырҙарын
Ошо йылда яҙырҙар.
Өр-яңы йылға инәбеҙ:
Тыуыр яҡшы ғәҙәттәр.
Арынырҙар, оноторҙар
Сир-яраһын әҙәмдәр.
Ыҙғышырға, ҡыйышырға
Булмаҫ һис бер сәбәптәр.
Дуҫ-туғанлыҡ һуҡмағына
Илтер изге сәғәттәр,
Илдән илгә аҡҡош булып
Осор теләк-сәләмдәр
Өр-яңы йылға ингәндә
Гел шулай уйландыра...
Күрәһең, кеше ғүмере
Аҡ өмөттәрҙән тора.
(№ 150)

Йәшел шыршы матурая Уйынсыҡтар эленһә…29.12.2015

 Йәшел шыршы матурая Уйынсыҡтар эленһә…Мәҙәниәт һәм ял паркы ҡаршыһында боҙ ҡаласыҡты асыу тантанаһы үтте. Байрам башланыр алдынан уҡ түрҙә урын алған шыршы тирәһендә халыҡ гөрләй ине. Балалар яһалма тауҙарҙан шыуып, лабиринтта уҙышып рәхәтләнә, ололар боҙҙан яһалған һындар янында фотоға төшә. Әйткәндәй, боҙ ҡаласыҡта «йән эйәләренең» ниндәйе генә юҡ: парлы аҡҡоштар, бүреләр, әкиәттән төшкән өс батыр, толпар ат, фил, ҡусҡар, тейен, ҡуян, бөркөт, ҡуй, маймылдар һәм башҡа һындар.
Тамашаның тәүге өлөшө балаларға арналды. Скоморох, ҡар бөртөктәре, кәзә һәм маймыл тамашасыларға йыр-бейеү бүләк итте. Ҡыш бабай таяғын бер һелтәү менән ҡабыҙылған шыршы - байрамдың иң сағыу мәле булды.
(№ 148-149)

«Яйыҡ»һыҙ донъя һанһыҙ!23.12.2015

«Яйыҡ»һыҙ донъя һанһыҙ! «Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһы эстафетаһын ҡабул итеп алыу менән Амангилде ултырағында йәшәүселәр дәррәү баҫмабыҙға яҙыла ла башланылар. Сораман, Көсөк, Амангилде, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол, Ғәлиәхмәр, Ҡалуй ауылы халҡы наурыҙҙар һәм яңы байрамғолдар алдында бер ҙә һыр биргеләре килмәне. Ошо көндәрҙә Амангилдегә барып, подписчиктарыбыҙ араһында бүләктәр оттороп ҡайттыҡ.
Сара «Яйыҡ» менән бергә - яҡты киләсәккә» девизы аҫтында үтте. Байрамға ентекле әҙерләнгәндәр, мәҙәниәт усағына инеү менән «Ағинәйҙәр» фольклор ансамбле апайҙары йырлап-бейеп буҙа менән ҡаршы алдылар. Телеңде йоторлоҡ эсемлекте түңәрәктең етәксеһе, буҙа ҡойоу оҫтаһы Гөлсирә Исламова әҙерләгән.
(№ 147)

Тормошҡа яҡтылыҡ µләшеүселәр23.12.2015

Тормошҡа яҡтылыҡ µләшеүселәрХәҙерге заманда энергетика иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе булып тора. Мәҫәлән, бер генә сәғәткә электр утын һүндерһәләр, тотош тормош туҡтап ҡалғандай тойола. Сәнәғәт предприятиеларындағы, йорттарыбыҙҙағы, производстволағы именлек, тыныслыҡ тулыһынса уға бәйләнгән.
Ошо көндәрҙә Учалы район электр селтәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне.
- Беҙҙең эш бик яуаплы, шуға ла хеҙмәткәр мотлаҡ белемле булырға, үҙ эшен яҡшы белергә тейеш. Бында хаталар ебәреү ярамай. Һәм, әлбиттә, һәр эштәге кеүек эш һөйөүсәнлек, тәртип кәрәк. Эш хәүефле, сөнки ток, көсөргәнеш күҙгә күренмәй, - ти Учалы РЭС-ы етәксеһе Ғариф Әйүпов.
Учалы РЭС-ы электр селтәрен, трансформаторлы подстанцияларҙы, һауа һәм кабель линияларын хеҙмәтләндерә. 90 кеше эшләй, тәүлектең ниндәй ваҡыты булыуына һәм һауа шарттарына ҡарамаҫтан, электр тәьминәтендә өҙөклөктәр килеп сыҡҡан хәлдә, аварияны бөтөрөү өсөн оператив бригада биләмәнең төрлө нөктәһенә барып етә.
(№ 147)

Бүләктәр һеҙҙе көтә21.12.2015

Бүләктәр һеҙҙе көтәP.S. Номер баҫырға әҙерләнгәндә учреждение етәксеһе шылтыратып, һөнәрселек училищеһына ауыл хужалығы колледжы статусы бирелеүе тураһында рәсми ҡарар сығыуын хәбәр итте. Быйылғы йыл тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, Яңы йылдың етеүен беҙ ҙә түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Көн һайын баҫмабыҙҙың тиражы артыуын теләйбеҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙ киләһе ярты йыллыҡта ла беҙҙең менән бергә булыр, районыбыҙҙағы берҙән-бер башҡорт баҫмаһына яҙылмай ҡалмаҫтар, тип өмөтләнәбеҙ.
Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уларҙы бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы мәҡәләләребеҙ, урындағы яңылыҡтар менән таныштырып торорбоҙ һәм, әлбиттә, гәзиткә яҙылғандарға бүләктәребеҙҙе лә йәлләмәйәсәкбеҙ. Ошо арала ғына бихисап приздар отторорға өлгөрҙөк. Күптән түгел акциябыҙға «Башҡортостан» нәшриәт йортоноң да ҡушылыуын бәйән иткәйнек инде. Бүләктәребеҙ күбәйҙе, уларҙың берәйһе мотлаҡ һеҙгә эләгеүен теләһәгеҙ, оҙаҡҡа һуҙмай «Яйыҡ»ҡа яҙылып, квитанцияғыҙҙы редакциябыҙға килтерә һалығыҙ.
(№ 145-146)

Статусы һәм дәрәжәһе күтәрелде21.12.2015

Уҡыуға, аң-белемгә ынтылыш халҡыбыҙға борон-борондан хас гүзәл сифат. Тик бына, белем үҙенән-үҙе генә ҡиммәтле түгел бит ул, эйәһенә, башҡа кешеләргә файҙа килтереү һәләте менән әһәмиәтле. Әйтәйек, университет дипломы менән көнкүреш тауарҙары магазинында консультант булып тороу яҡшымы ни? Интеграл-логарифмдарҙы белеү-белмәүең бында бер кемде ҡыҙыҡһындырмай. Ә уҡыуға киткән 5 йылды баштан уҡ шул магазинда эшләп үткәрһәң, бәлки тап ошо өлкәлә карьера баҫҡысы буйлап юғарыраҡ та күтәрелгән булыр инең. Йә, әйтәйек, икенсе миҫал - ауылда йәшәйһең икән, тракторсы таныҡлығы һәм мотобысҡы менән эш итә белеү төрлө дизайнер һәм иҡтисадсы дипломдарынан күпкә кәрәгерәк. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, башта 11 класс дөйөм белем тураһында аттестат, һуңынан мотлаҡ юғары уҡыу йортоноң дипломын алыуҙы маҡсат итеп ҡуйыр алдынан, һәр кем айыҡ аҡыл менән уйланырға тейештер - артабан ҡайҙа һәм нисек йәшәргә, тамаҡ аҫрарға йыйынам?
(№ 145-146)

«Сулпылар» йондоҙсоҡтары21.12.2015

«Сулпылар» йондоҙсоҡтары Гөлсөм Бикбулатова, Лиана Хәбибуллина, Марсель Ҡотоев, Зөлхизә Илбәкова кеүек билдәле йырсыларҙың киң танылыуы тап «Сулпылар» республика телевизион конкурсы аша башланды. Киләсәктә йондоҙ булып балҡырлыҡ һәләтле балалар беҙҙең районыбыҙҙа ла бихисап. Быйылғы «Сулпылар»ҙа ҡатнашып алдынғы урындарҙы бирмәгән Айҙар менән Наҙгөл - быға асыҡ миҫал.
(№ 145-146)

Һаҡ булығыҙ: бурҙар йоҡламай!15.12.2015

b]Бурҙар, ғәҙәттә, ҡала фатирҙарына һөжүм яһарға ярата. Фатирҙың бөтөнләй ҡараусыhыҙ ҡалғанын һағалап ҡына торалар. Форточкалары асыҡ ҡалған, ишектәре ныҡ булмаған йорттарҙы ҡарап ҡына йөрөйҙәр. Өй ишегенә асҡыс яратып йә уны ҡайырып асып инәләр, балкондар, асыҡ ҡалған тәҙрәләр аша төшәләр. Урланған әйберҙәр - антиквариат, төрлө аппаратура, ҡиммәтле биҙәүестәр, аҡса. Fәҙәттә, наркомандар, асарбаҡтар ғына тәүге осраған фатирға төшә, ә «йышылған» бурҙар «hунар» урыны итеп алдан ҡарап йөрөгән йортто hайлай. Ә бына һуңғы айҙа бурҙарҙың районыбыҙҙың ҡайһы бер ауылдарында өйҙәргә инеп аҡса, ҡаҙ түшкәһе, иткә «айыу майы» һөртөүҙәре бөтөнләй хайран итте. Быға тиклем, нигеҙҙә, мал-тыуар урлаһалар, йәиһә өй буйынса йөрөп кәрәкмәгән әйберҙәр һатып төп баштарына ултыртһалар, әле өйөңә инеп талап, туҡмап сығыуҙары ла ихтимал. Күптән түгел ошондай осраҡтар теркәлде лә инде.[/b]
(№ 143-144)

Был донъяла ниҙәр бар?15.12.2015

Ельцин дәүерендә Рәсәйҙе саҡ юҡҡа сығармаған олигархтарҙың береһе Михаил Ходорковскийҙың Нефтеюганск ҡалаһы башлығы Владимир Петуховты үлтереүгә ҡағылышлығы ентекләп тикшерелә башланы. Федераль розыск иғлан ителде. Ул ни, хәрәм байлығына сит илдәрҙә рәхәт йәшәй. Шулай ҙа үпкәләне, буғай, «…Рәсәйгә тыныс революция, яңы президент кәрәк», - тип ләстит һатырға кереште. Хәбәрен ел алһын, «революция» ни менән тамамланыуҙы күрше Украина ми¾алында бик яҡшы күрәбеҙ: байҙар тағы ла нығыраҡ байый, ябай халыҡ ҡан ҡоя һәм тағы ла нығыраҡ хәйерселәнә.
(№ 144)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2015    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.