» Материалы за Февраль 2016 года

Полководец Мортазин яҙмышы29.02.2016

Башҡорт халҡының легендар шәхесе, граждандар һуғышы геройы, өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, күренекле дәүләт эшмәкәре, үткер ҡәләмле публицист, яҙыусы һәм тарихсы Муса Лут улы Мортазиндың исем-шәрифе, иншаллаһ, туған иленә, халҡына оло шөһрәт менән кире ҡайтты. Арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында романдар, повестар, поэмалар, драма-одалар һәм очерктар яҙылды, йырҙар ижад ителде, легендалар тыуҙы, сәхнәләрҙә трагик образы, ҡаҡшамаҫ рухы тормошсан, бар дөрөҫлөгөндә сағылдырылды.
Геройҙың исемен хужа-лыҡтар, ойошмалар, урамдар йөрөтә, тыуған ауылы Көсөктә йорт-музейы эшләй, район хакимиәте премияһы булдырылған. Уның ҡаһарман образы ваҡытлы матбуғатта яҡтыртылып килә. «Мәңге халыҡ хәтерендә» исемле документаль әҫәрҙә урын алған мәҡәләләрҙә данлы яҡташыбыҙҙың героик үткәне, хөкүмәт етәксеһе булараҡ ойоштороу һәләте, сәйәси һәм ижади маһирлығы уҡыусыға түкмәй-сәсмәй, бар тулылығында һәм асыҡ-лығында еткерелә. Бөгөн шул тарихи яҙманан уҡыусы иғтибарына ҡайһы бер өҙөктәр ҙә килтерһәм, мәҡәләм анығыраҡ булыр төҫлө.
(№ 15)

Күләмдең кәмеүе көтөлә29.02.2016

19 февралдә Учалы районы Советының сираттағы 41-се ултырышы үтте. БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Рим Ғабдуллин һәм Зәкәриә Ғибәҙуллиндар ҡатнашты.
Урындағы вәкәләтле власть эшмәкәрлеге тураһында отчет менән тәүге сығышты район Советы рәйесе Дамир Кәримов яһаны. Былтыр 11 ултырыш уҙғарыла, төбәк тормошон хоҡуҡи йәһәттән көйләгән 174 ҡарар ҡабул ителә. Даими комиссиялар тотороҡло эшләй - 24 ултырыш барышында 169 мәсьәлә ҡарала. Депутаттарға 149 һайлаусы мөрәжәғәт иткән.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев бер йыл-лыҡ эшмәкәрлектең төп күрһәткестәре менән таныштырҙы.
(№ 15)

Урамдарыбыҙ таҙа булһын29.02.2016

Урамдарыбыҙ  таҙа булһынb]Быйылғы ҡыш ҡарға ныҡ бай булды, айырыуса әлеге тәбиғәт күренеше ҡалабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәте күрһәтеү ойошмаларының эшмәкәрлегенә ҙур һынау булды. Урам һепереүселәргә ауырға тура килә, тротуарҙарҙы, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрә алмайҙар. Етмәһә, кинәт кенә иретә башланы. Дымлы ҡарҙы ташлауы еңел түгел инде үҙҙәренә.
- Бындай ҡышты һуңғы йылдарҙа күргәнебеҙ юҡ ине. Һыуытып ҡар яуһа, ул тиклем мәшәҡәтләнмәйһең. Ҡырпаҡ ҡарҙы көрәүе еңел, әле бына боҙ булып уҡмашҡан ҡарҙы көрәүе ныҡ ауырайҙы, - тиҙәр ҡаланың «Төҙөкләндереү» муниципаль унитар предприятиеһының 2-се участка урам һепереүселәре. Беҙ барғанда улар Мортазин урамын таҙартыу менән мәшғүл инеләр. МТЗ тракторы ҡар гөрөп, кешеләргә иркенләп йөрөргә юл яра ине.[/b]
(№ 15)

Рәсми старт бирелде24.02.2016

Рәсми старт бирелде120 йыл элек ағалы-ҡустылы Люмьерҙар «кинематограф» йәки элеккесә «синематограф» аппаратын уйлап табып тәү тапҡыр Париж халҡына ҡыҫҡа метражлы «Поездың килеүе» документаль фильмына түләүле сеанс ойошторалар. Кешелек тарихында кинематография өлкәһе сағыштырмаса күптән түгел генә барлыҡҡа килһә лә, ошо ваҡыт арауығында төрлө жанрҙағы, темалағы меңәрләгән фильмдар төшөрөлгән. Мәҙәниәт, Әҙәбиәт йылдарын дауам итеп, 2016 йыл ил президенты тарафынан Рәсәй киноһы йылы тип иғлан ителде. Ошо көндәрҙә ҡала филармонияһында ла районыбыҙ буйынса Кино йылына рәсми старт бирелде.
(№ 14)

Тынғы белмәҫ ир аҫылы20.02.2016

Тынғы белмәҫ ир аҫылыЙәмғиәттең көслө зат вәкилдәренә тәғәйенләгән бурыстарын заман талаптарына ярашлы тәрәнәйтеп, бөгөнгө ир-уҙаман ағас ултыртыу менән генә сикләнмәй, унан емеш ала, йорт-ғаиләнең ҡотон ебәрмәй ныҡлы ҡалҡан була белергә һәм улын да илгә файҙа килтерерлек лайыҡлы кеше итеп тәрбиәләргә тейеш, тип өҫтәргә мөмкин. Туңғатар ауылынан Нил Зарипов ошондай тормош ҡуйған талаптар алдында юғалып ҡалмаған, тәүәккәл, тынғыһыҙ, алдынғы ҡарашлы көслө зат вәкиле.
(№ 13)

Был донъяла Ниҙәр бар?15.02.2016

Был донъяла  Ниҙәр бар?Христиандарға көнләшерлек: 1054 йылдан тартҡылашалар ине, Рус православиеһы һәм католик сиркәүҙәре башлыҡтары тәүләп осраштылар. Өсөнсө донъя һуғышына юл ҡуймау тураһында һөйләшәләр. Ә бына беҙҙең сөнниселәр (сунниты) һәм шиғисылар (шииты) әлегә бер ҙә уртаҡ тел таба алмайҙар. Киреһенсә, мөнәсәбәттәр ныҡ киҫкенләшә бара...
(№ 12)

«Талиптарға» бирешмәҫ Талип15.02.2016

«Талиптарға» бирешмәҫ ТалипСиттә булғастары, айырым яҡташ-ветерандар тураһында күптәр бөтөнләй белмәй ҙә. Ә хәрбиҙең яҙмышы шул инде, ҡайҙа приказ бирелә, шунда хеҙмәт итә һәм йәшәй.
Талип Ғәбиҙуллин 1961 йылда Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Атаһы Ғажип Хисмәт улы ғүмер буйы колхозда механизатор йөгөн тарта, әсәһе Ҡайма Мөбәрәк ҡыҙы 37 йыл мәктәптә китапханасы булып эшләй. Мәктәпте тамамлағас, егет Киев Юғары хәрби-инженер училищеһына уҡырға инә. Офицер погондары таҡҡас, 1984 йылда Ырымбур өлкәһендә элемтә взводы командиры вазифаһына тәғәйенләнә. Ә өс йылдан Афғанстанға йүнәлтәләр, Кандагар ҡалаһында торған 70-се бригада батальонының элемтә начальнигы итеп ҡуялар.
(№ 12)

Балаҡайы йөрәк түрендә15.02.2016

Балаҡайы йөрәк түрендәҺәр бер әсә өсөн үҙ балаһы иң ғәзизе булып ҡалалыр. Нисә йәштә булһалар ҙа, уларҙы ҡурсалап, кәңәштәрен биреп, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашып, таяныс булып йәшәргә тырышалар. Ҡыҙ баланы төрлө яҡлап донъя көтөргә өйрәтһәләр, ир баланы йорт хужаһы, ғаилә башлығы, ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләйҙәр. Был патриотик тойғо совет осоронда үҫкән ир-егеттәрҙең күңелендә бигерәк тә көслө ине. Мәктәп тә мөһим роль уйнаны. Бәлки, шуғалыр ҙа, ҡайҙа хеҙмәт итһәләр ҙә, ир-егеттәр Тыуған илгә биргән анттарына тоғро ҡалдылар.
Афғанстанда граж-дандар һуғышы баш-ланғас, Советтар Союзы унда һалдаттар индерергә ҡарар итте. Учалы районынан 400-ҙән ашыу, ә беҙҙең Ураҙ ауылынан 17 егет ошо ҡанлы һуғышта ҡатнашты. Ауылдаштарыбыҙ барыһы ла имен-аман әйләнеп ҡайта алды. Ләкин һуғыш һалған эҙемтәләрҙән яфаланып ҡайһы берҙәре йәшләй генә был яҡты донъя менән мәңгелеккә хушлашты. Шундай егеттәрҙең береһе - Илгиздең әсәһе менән һөйләшәм.
Йөҙөн тәрән йыйырсыҡтар, һағыш баҫҡан, төпсөк улын һуғыштан көтөп алған Фәриҙә апайҙың йөрәгендә уңалмаҫлыҡ яра ята.
(№ 12)

Бер төптән тотоноп15.02.2016

Бер төптән тотоноп5-6 февралдә Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй»партияһының XV съезы үтте. Башҡортостанды ике тиҫтәләп кешенән торған делегация вәкилләй. Улар араһында - яҡташыбыҙ Арслан Атйетәров. 2004 йылда партияға ингәндә уға ни бары 23 кенә йәш була әле, мәртәбәле йыйынға һайлап алыныуы бер ҙә осраҡлы түгел. Арслан Ҡадир улы учалыларға «Таусы» боҙ аренаһы директоры булараҡ яҡшы таныш, актив тормош позицияһы менән ихтирам яулаған кеше ул. Ҙур сәйәси ваҡиғала алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
- Тәү сиратта, съез-дың ҙур масштабта үткәрелеүен билдәләр инем. Илебеҙҙең бар төбәктәренән килделәр. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» ағзалары байтаҡ булғас, делегациябыҙ ҙа иң ҙурҙарҙан һаналды. Уны БР Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙе етәкләне. Съезд ҙур әһәмиәткә эйә - 2016 йылдың көҙөндә РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтәсәк бит.
(№ 12)

Һаҡ булығыҙ!15.02.2016

Һаҡ булығыҙ! Быйыл ҡышты аномаль тип атарға мөмкин. Февраль башында уҡ епшек ҡар яуып, йылытып ебәрҙе хатта. Йорт ҡыйыҡтарында боҙбармаҡтар, ҡар өйөмдәре хасил булды. Уларҙың ишелеп төшөү ихтималлығы, тәү сиратта, кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра. Ҡалабыҙҙың күп ҡатлы йорттарының идарасы ойошма етәкселәре хәүефһеҙлек сараларына тейешле иғтибар бирергә тырыша.
Ҡала ихаталарында ҡыйыҡтарҙан ишел-гән ҡарҙан өйөмдәр хасил булған. Хеҙ-мәтләндереүсе ойош-малар ҡайһы бер ҡурҡыныс урындарҙы махсус таҫма менән уратып алһа ла, мәңге ҡайҙалыр ашығыусы халыҡ өсөн был ғына кәртә була алмай. Сөнки уларҙың күбеһе, бәлә мине урап үтер әле, тигән яңылыш фекер йөрөтә. Республикала һуңғы йылдарҙа ғына ҡыйыҡтан боҙ төшөү арҡаһында бер-нисә кешенең ғүмере өҙөлдө.
(№ 11)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
29 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.