» Материалы за Март 2016 года » Страница 2

Тормошо - һүнмәҫ усаҡ16.03.2016

Тормошо - һүнмәҫ усаҡ Ураҙ мәктәбендә 38 йыл ғүмерен мәғариф системаһына бәйләгән ябай ауыл уҡытыусыһы, «Яйыҡ» гәзите ойошторған Х. Юлдыбаева исемендәге премия лауреаты Фәриҙә Ситдиҡованың «Тормошом - һүнмәҫ усаҡ» тип аталған китабының исем туйы үтте. Автор фәһемле, тулы ҡанлы тормошта йәшәгән ауылдаштары, райондаштары тураһындағы мәҡәләләрен, һүрәтләмәләрен, хикәйә-шиғырҙарын китабына туплаған. Ураҙ ауылының Афған ветерандары хаҡындағы мәҡәләләрен, шиғырҙарын да тыныс ҡына уҡыуы мөмкин түгел.
Фәриҙә Фәрмүт ҡыҙы 1955 йылдың 25 октябрендә Ҡалуй ауылында, ябай колхозсы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Әсәһе ҡарынында уҡ атайһыҙ ҡалған ҡыҙыҡай бала саҡтан тормоштоң әсе-сөсөһөн татып өлгөрә. Ләкин ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, Вазифа апай ике ҡыҙына ла ел-ямғыр тейҙермәй, уларҙы аяҡҡа баҫтырып, лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләй.
(№ 20)

Тепловоз көслөрәк16.03.2016

Тепловоз көслөрәк10 март көнө ҡот осҡос ваҡиға булды - Учалы ҡалаһының Горнозаводская урамындағы тимер юлы аша сыға торған урында «Лада Гранта» автомобиле тепловозға бәрелә. Машинаның иҙмәһе иҙелә, ярар ҙа водитель иҫән ҡала - «Ашығыс ярҙам» менән шундуҡ дауаханаға оҙатыла. Шаһиттарҙың раҫлауынса, водитель тулыһынса үҙе ғәйепле - светофорҙың тыйыу сигналын ниңәлер иңҡар итеп йән-фарман хәрәкәт итә, шлагбаумды урап үтә. Ярар ҙа, исмаһам, тепловоз яй барған була, кире осраҡта иҫән ҡалырға бөтөнләй өмөтө булмаҫ ине. Тикшереү бара.
- Зинһар, алабарланмағыҙ, переезда тимер юл составтарын үткәрегеҙ! - тип мөрәжәғәт итте социаль селтәрҙәрҙә бер тепловоз машинисы. Эйе, бындай осраҡтарҙа еңмешләнеү, «егетләнеү» бик насар тамамлана!
(№ 20)

Ут менән уйнамайыҡ16.03.2016

9 мартта район хакимиәтендә эпизоотия хәле (малдар араһында йоғошло сирҙәр таралыу) һәм төбәгебеҙгә мал ҡайтарғанда ветеринар-санитар талаптар күҙәтелеүгә бағышланған кәңәшмә үткәрелде. Ветеринария белгестәре, хужалыҡ етәкселәре һәм башлыҡтары, малсылыҡ менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, журналистар саҡырылды.
Баштан уҡ билдәләргә кәрәк: киҫкен һәм хроник йоғошло ауырыуҙар буйынса районыбыҙҙа хәл бөгөнгө көндә имен. Шөкөр! Әммә бындай күренеш үҙенән-үҙе килеп сыҡмай, белгестәрҙең, урындағы властарҙың тырышлығы, халыҡтың аңлылығы һөҙөмтәһе был. Һәм саманан тыш тынысланырға һис тә форсат юҡ. Хатта яҡын күршеләр әленән-әле бәләгә тарый. Был хаҡта ҡала-район ветстанцияһы начальнигы Салауат Исламов доклад яһаны:
-Рәсәйҙә эпизоотия хәле ҡатмарлы. 2015 йылда ауыл хужалығы малдарында 560 бруцеллез таралыу усағы асыҡлана. Беҙгә күрше төбәктәрҙә лә бар: Силәбе өлкәһендә - 8, Ырымбур өлкәһендә - 2, Татарстан Республикаһында 1 ин-фекция усағы. Быйыл да Силәбе өлкәһенең Нағайбаҡ районында яңы бруцеллез таралыу нөктәһе асыҡланды.
(№ 20)

Учалы-Раздорская14.03.2016

1943 йылдың ғинуар айында Раздорская станицаһы (Ростов өлкәһенең Усть-Донецкий районы) өсөн барған яуҙа 300-сө уҡсылар дивизияһының 700-ҙән ашыу яугиры һәләк була. Уларҙы ошонда уҡ туғандар ҡәберлегендә ерләйҙәр. 80-се йылдарҙа һалдаттарҙың исем-шәрифтәрен тергеҙеү буйынса эш башлана. Яҡташыбыҙ Алик Садиҡов 1943 йылда «ҡара ҡағыҙ»ы килгән, ҡайҙа һәм нисек һәләк булыуы билдәһеҙ олатаһы буйынса мәғлүмәттәр эҙләй. Дөрөҫөрәге, был эште уның атаһы, туғандары башлаған була, әммә бер ниндәй ҙә һөҙөмтәләргә ирешә алмайҙар. Электрон архивтар аша Мулдаш ауылы кешеһе Усман Ғариф улы Садиҡовтың 300-сө уҡсылар дивизияһы составында булыуы асыҡлана. Алик Садиҡов Салауат ҡустыһы менән Раздорская станицаһына барып, олаталары ерләнгән ҡәберлекте күреп ҡайталар. Алынған мәғлүмәттәр буйынса 700-ҙән ашыу кешенең 400-гә яҡыны Башҡортостандан, ә уларҙың 40-тан ашыуы Учалы районынан булыуы асыҡлана. Алик Әрһәз улы, уның кеүек олаталарын, аталарын эҙләүсе, ҡәберлеккә барып ҡайтырға теләүсе кешеләр табылыр, тип Учалы яугирҙарының исемлеген гәзиттә биреүҙе тәҡдим итте. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу буйынса Алик Садиҡовтың үҙенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефоны - мөхәрририәттә.
(№ 19)

Үлемдең исеме - «фанфурик»14.03.2016

9 мартта муниципаль район эргәһендәге Йәмәғәт советы Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының БР төбәк бүлексәһе менән берлектә ултырыш үткәрҙе. Бөгөнгө көндә милләтебеҙ киләсәге өсөн иң көнүҙәк тема - алкоголизм менән көрәш темаһы ҡаралды.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рәмил Ғибәҙәтов байтаҡ аяныс хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән итте. Уның фекеренсә, төп бәлә - фальсификацияланған, легаль булмаған спиртлы продукцияның киң таралыуы. Ысынға оҡшаған шешә эсендә лә спиртлы эсемлектәр һатыла (йәнәһе лә, «Ҡаҙағстандыҡы»), әммә иң ҡаҡшатҡаны - «фанфуриктар». Саҡ ҡына экскурс яһап, был хәшәрәт тураһында ентекләберәк аңлатма бирергә кәрәктер. «Фанфурик» - эскеселәрҙең телендәге жаргон һүҙ, бәләкәй һауыттағы (ғәҙәттә 100 миллилитр) парфюмер-косметик йә техник шыйыҡса
. Рәсәйҙә быны белмәгән кеше юҡтыр - инструкцияһында яҙылғанса тәнгә һөртөү өсөн түгел, эсеү өсөн һатып алалар уны.
(№ 19)

Сапҡан - уҙыр, ятҡан - ҡалыр14.03.2016

Сапҡан - уҙыр, ятҡан - ҡалырҒаилә башлығы ғүмере буйы колхозда алдынғы тракторсы, хужабикә - ал-ял белмәҫ һауынсы, быҙау ҡараусы булған Кәримовтар ғаиләһе балаларҙы эшһөйәрлеккә кесе йәштән өйрәтә. Фәнил улдары ла мәктәпте тамамлағас шофер һөнәрен үҙләштерә. Оло тормош юлына баҫырға торған йәш егет Себер яҡтарына сығып китә. Быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләгән Фәнил биш йылдан кире тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
- Ауылға ҡайтҡас та, ҡайҙа эшкә барырға, тигән һорау тыуҙы. Ер, ауыл хужалығы күңелгә яҡын булғас ошо тармаҡта үҙ эшемде асырға ниәтләнем. Себер тарафтарынан, шулай уҡ бында хеҙмәт биржаһынан алған аҡсаны туплап ДТ-тракторы, комбайн, йөк автомобиле, сәскес, һуҡа һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алдым, - ти әңгәмәсем.
(№ 19)

Яҙ байрамы менән, ҡатын-ҡыҙҙар!04.03.2016

Яҙ байрамы менән, ҡатын-ҡыҙҙар!Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар!
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итеп алыƒыҙ!
Был матур яҙғы байрамда бөтә ир-егеттәрҙе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға булған һөйөү һәм хөрмәт берләштерә. Һеҙ беҙгә дәрт һәм дарман бирәһегеҙ. Йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашаһығыҙ, производствола, ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур уœыштарға өл-гәшәһегеҙ, шул уҡ ваҡытта уңған хужабикә, усаҡ йылыһын һаҡлаусы хәстәрлекле әсә лә булып ҡала беләһегеҙ. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә алдынғылыҡты бирмәй-һегеҙ, бизнес һәм власть даирәһендә лә үҙегеҙҙе ҡыйыу тотаһығыҙ. Гүзәлдәребеҙ спорт һәм ижади уңыштары менән дә һөйөндөрә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың тылсымлы ҡулдары менән ҡала-ауылдарыбыҙ йылдан-йыл матурая.
Бөгөн беҙ Бөйөк Ватан һуғышында киләсәгебеҙ өсөн үҙҙәрен аямай алышҡан ветеран ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Ҡаһарманлығығыҙ беҙҙе һоҡландыра. Тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн һеҙгә мең рәхмәтлебеҙ. Ошо дәһшәтле йылдарҙа ал-ял белмәй районыбыҙ именлеге, уның киләсәге өсөн тырышҡан тыл ветерандары ла оло хөрмәткә лайыҡ.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Күңел йылыһы, бөтмә¾ энергия, ихтыяр көсө, иртәгәһе көнгә ышаныс, һөйөү бүләк иткән өсөн ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Һеҙгә һаулыҡ, яҡындарығыҙҙың ихтирамын, тыныслыҡ, именлек, мөхәббәт теләйем.
Фәрит ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВ,
район хакимиәте башлығы.
(№ 17)

Бурыстарын намыҫ менән үтәүселәр01.03.2016

Бурыстарын  намыҫ менән үтәүселәр«Учалылар Афғанстанда. Беҙҙе ваҡыт үҙе һайланы...» тигән китапҡа тµрлµ сәбәптәр арҡаһында бер нисә егет инмәй ҡалды. Шундай егеттәрҙең береһе - Фәнүз Фәрүәз улы Абдрахманов. Фәнүз 1961 йылдың 14 ғинуарында Учалы ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағас, 22-се ауыл хужалығы һµнәри-техник училищеһында тракторист һµнәрен үҙләштерә.
Училищены тамам-лағас, хәрби комиссариаттан автомәктәпкә уҡырға ебәрәләр. 1979 йылдың 7 майында егетте ағай-энеләре, дуҫтары армия хеҙмәтенә оҙаталар. Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә. Декабрҙең унына тиклем Белоруссияла хеҙмәт итә. Был кµн егеттең хәтерендә мәңгелеккә ҡала.
Тап шул кµндµ уларҙы тревога буйынса уятып, үҙҙәренә беркетелгән машиналарға боеприпастар тейәтеп ҡайҙалыр алып китәләр. 600 километр юл үткәс, «Быково» аэропортында туҡтаталар. Тиҙҙән Чимкентҡа самолетта осалар. Бында ике аҙна булалар. Ошо осорҙа уларҙы кµн дә тревога менән уяталар, хатта ике кµн автоматтар ҡосаҡлап самолетта уҙғаралар.
(№ 16)

Был донъяла ниҙәр бар?01.03.2016

Был донъяла ниҙәр бар?b]Ысын булһа, Совет армияһы һәм Хәрби-диңгеҙ флотының 98-се йыллығына бағышланған митингыла Дәүләт Думаһының коммунистар фракцияһы етәксеһе Геннадий Зюганов ҡурҡыныс һандар тураһында бәйән итте: 2015 йыл илебеҙҙән 20 триллион һумға сеймал һәм тауарҙар экспортҡа сығарыла һәм шуның 8 триллионы ғына дәүләт бюджетына эләгә, ҡалғаны олигархтарҙы һәм уларҙың ҡуштандарын һимертеүгә китә. Нисбәт ундай икән, илдең минераль-сеймал базаһын национализациялау тураһында тәҡдимдәренә ҡуш ҡуллап ризабыҙ![/b]
(№ 16)

Чемпиондар сәхнә түрендә01.03.2016

Чемпиондар сәхнә түрендәҠала филармонияһының тамаша залы Олег Газманов башҡарыуындағы дәртле «Рәсәй!» йыры аҫтында ҡулдарына флагтар тотҡан йәш спортсылар менән тулды. Районыбыҙҙа тәүге тапҡыр уҙғарылған «Чемпиондар балы» ошолай асылды. Эйе, Учалы данлыҡлы бейеүселәре, йырсылары менән генә түгел, ә йыл һайын республика, бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа еңеүсе һәм призер булыусы көслө спортсылары менән дә билдәле. Хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырырлыҡ тренерҙарыбыҙ, юғары уңыштарға ирешеүсе, көслө спортсыларыбыҙ төбәгебеҙҙә бихисап.
Ҡала-районыбыҙҙа спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Каратэ, дзюдо, бокс, баскетбол, волейбол, көрәш, байдарка һәм каноэла ишкәк ишеү секциялары уңышлы эшләп килә. Бер-нисә йыл элек кенә барлыҡҡа килгән «Родео» тау саңғыһы комплексы халыҡ араһында популярлыҡ яулап өлгөрҙө. «Таусы» боҙ аренаһы ла буш тормай. Йылдан-йыл бассейнға йөрөүселәр һаны арта. 2014 йылда Мәҙәниәт һәм ял паркында универсаль спорт-уйын майҙансығы асылды, унда төрлө саралар уҙа. Дөйөм тырышлыҡ менән үткән йылда яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы булдырылды. Ҡышын унда саңғысылар елдерһә, йәйен ролик һәм велосипедта йөрөргә яратыусылар саф һауа һулаясаҡ.
(№ 16)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Март 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.