» Материалы за Апрель 2016 года

Берҙәм йортта бәрәкәт бар22.04.2016

Берҙәм йортта бәрәкәт барРФ Президенты В.В.Путиндың 2012 йылғы указына ярашлы, 21 апрель - Урындағы үҙидара хеҙмәткәре көнө тип билдәләнә башланы. Был дата осраҡлы рәүештә алынмай: 1785 йыл батшабикә Екатерина II «Ҡалаларға жалованная грамота» тип аталған документҡа ҡул ҡуйған була - Рәсәй тарихында урындағы үҙидара тураһында тәүге хоҡуҡ акты. Әйткәндәй, В.В.Путиндың указынан һуң да урындағы властарҙың вәкәләттәре ярайһы киңәйтелә.
Һөнәри байрамды Рәсәй Федерацияһында 300-400 мең тирәһе кеше билдәләй. Илебеҙҙә бихисап муниципаль берәмектәр бар, шул иҫәптән 535 ҡала округтары, 267 ҡала-эсе муниципаль берекмәһе, 1823 муниципаль район, 1644 ҡала һәм 18 654 ауыл ултыраҡтары.
Заман башҡа, заң башҡа, тигәндәй, урындағы власть структураларында ниндәйҙер яңы вазифалар барлыҡҡа килә, элеккеләре бөтөрөлә йә үҙгәртелә. Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй һорау менән ҡайһы кешегә мөрәжәғәт итеү кәрәклеген төшөндөрөү өсөн, муниципаль районыбыҙ Советы һәм хакимиәтенең структураһын тулыһынса баҫырға булдыҡ.
(№ 31)

Төймә лә бүләк, дөйә лә бүләк22.04.2016

Вәғәҙә иткәнебеҙсә, «Яйыҡ» гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында приздар уйнатыуҙы башланыҡ. Беренсе уйында өс бүләк отоусы билдәләнде.
Тәүге приз - баҡса миҙгеле башланыр алдынан бик тә кәрәкле әйбер - йәшелсә үҫтереү өсөн ҡулайлама - Һәйтәк ауылынан Ғәлиә һәм Наил Ғәбиҙуллиндарға сыҡты. Яҙмыш үҙе шулай билдәләгәндер - ғаилә йәшелсә-емеш үҫтереүгә бик әүәҫ икән.
Наил Нурлығаян улы менән Ғәлиә Хөсәйен ҡыҙы ҡулға-ҡул тотоношоп бына инде 63 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Алты балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙғанысҡа күрә, балаларының икеһе иртә баҡыйлыҡҡа күскән. Рафаил улдары тау-байыҡтырыу ком-бинатында хеҙмәт итә. Фаилдары атай нигеҙенән алыҫ китмәй, ауылда төпләнгән. Зилә ҡыҙҙары Краснодар крайында йәшәй. Гөлдәр ҡыҙҙары Мәҫкәү ауылында бына инде 30 йыл шәфҡәт туташы булып эшләй. Балалары үҙҙәре хәҙер олатай-өләсәй булғандар.
(№ 31)

Баҙар бай - һөткә, ҡаймаҡҡа...18.04.2016

Баҙар бай -  һөткә, ҡаймаҡҡа...Баҙар бай -  һөткә, ҡаймаҡҡа...Һәр кем таҙа, сифатлы һәм үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән ризыҡҡа өҫтөнлөк бирә. Нимә генә тимә, яңы ғына һауылған һәм күбекләнеп торған ап-аҡ һөттөң тәме лә, файҙаһы ла билдәһеҙ ҡатнашмалар ҡушылған, оҙайлы ваҡыт һаҡланған һәм ете-ят ерҙән килтерелгәне менән сағыштырырлыҡ та түгел шул. Һуңғы йылдарҙа тәбиғи, юғары сифатлы аҙыҡ-түлеккә ихтыяж арта. Ауыл фермерҙарына, шәхси хужалыҡтарға мал аҫрап аҡса эшләү өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла.
(№ 30)

Был донъяла ниҙәр бар?18.04.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса 2015 йылда юл-транспорт һәләкәттәрендә 1,25 миллион кеше үлгән. Иң насар күрһәткестәр Ливияла. Граждандар һуғышы ҡупҡан илдә юл ҡағиҙәләрен күҙәтеү ҡайғыһы юҡ инде. РФ - исемлектең уртаһындараҡ. Ә насар яҡтан икенсе урында - сағыштырмаса имен Таиланд. Кеше ҡорбандары менән тамамланған юл һәләкәттәренең 26 процентында иҫерек водителдәр ғәйепле, ти. Таиланд властары яңы әмәл тапмаҡсы - иҫерек тотолған водителдәрҙе яза рәүешендә моргтарға эшкә йүнәлтергә йыйыналар. Дөрөҫ инде, тамаҡҡа баш була алмауҙың ниндәй аяныс эҙемтәләргә килтереүен күрһендәр әйҙә.
(№ 30)

Шеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда18.04.2016

Шеш яман булмаҫ, ваҡытында асыҡлағанда Медицина алға киткән заман булһа ла, күптәр яман шеш тигән һүҙҙе ишетеү менән ҡалтырап төшә. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, илдә 3 миллионға яҡын кешегә яман шеш диагнозы ҡуйылған. Үлемгә килтергән сәбәптәр араһында был ауырыу йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән ҡала икенсе урында тора. Йыл һайын рактан 300 мең самаһы кешенең ғүмере өҙөлә. Онкология ауырыуҙарынан донъяның бөтә илдәрендә йәшәүселәр ҙә яфалана. Донъяла йылына яҡынса 10 миллион кеше ҡаты сиргә дусар була. 8 миллионы вафат була, был йәһәттән Рәсәй бишенсе урында. Ҡытай, Һиндостан, АҠШ-та, Японияла беҙгә ҡарағанда яман шештән күберәк үләләр икән. Һуңғы ун йылда сирлеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. Дөйөм алғанда, улар эсәк, тире, ашҡаҙандың яман шеше булһа, ир-аттарҙа күберәк үпкә, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа түш биҙҙәре шеше күҙәтелә. Яман шеш - хроник ауырыуҙар, тирә-яҡ мөхит, нәҫел, тәмәке тартыу, эмоциональ стресс кеүек факторҙарҙан барлыҡҡа килеүсе ҡатмарлы процесс. Шунлыҡтан онкологик сирҙәрҙең һуңғы йылдарҙа күберәк йәштәр (24-40) араһында үҫеше асыҡланған. Тап ошо ваҡытта яман шеште профилактикалау мөһим.
Уҙған аҙнала район хакимиәтендә онкологик сирҙәрҙе алдан диагности-калау һәм профилактикалау буйынса «түңәрәк өҫтәл» уҙғарылды. Ултырышта район хакимиәте башлы-ғының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, үҙәк ҡала дауаханаһы белгестәре, социаль учреждениелар етәкселәре һәм проф-союз ойошмалары етәк-селәре ҡатнашты.
(№ 30)

Доғалар изге көскә эйә15.04.2016

Доғалар изге көскә эйәДоғаларҙың көсөн Огайо университетынан Донн Юнг исемле доктор үҙенең тикшеренеүҙәре менән иҫбатлаған. Бының өсөн ул үҙе йәшәгән штаттың үлем буйынса мәғлүмәттәр базаһына мөрәжәғәт итеп, 1989 йылдан алып 2000 йылға тиклемге осорҙа яман шеш менән ауырып үлгән кешеләрҙең медицина карталарын анализлап сыҡҡан. Нигеҙ итеп Юнг өс мөһим датаны - Раштыуаны, Изгелек көнөн һәм пациенттың тыуған көнөн алған. Һәм ошо ваҡытта үлемдәр кәмегәнме-юҡмы икәнлеген тикшергән. Һөҙөмтә шуны күрһәткән: үлеп барыусыларҙың күбеһе үлемен байрамдың иртәгәһе көнөнә тиклем кисектерә алған. Тимәк, үлемдең дә «ял»дары була икән.
Бөтә ауырыуҙар ҡурҡыуҙан, тиҙәр табиптар. Билдәле тикшеренеүсе Ален Бомбар карап һәләкәткә осрағандан һуң диңгеҙҙә ҡалған кешенең штормдан да, ашарына, эсеренә булмауҙан да түгел, ә ҡурҡыуҙан үлеүен иҫбатлаған. Бының өсөн ул шундай тәжрибә үткәрә: бер ай океанда бәләкәй генә һалда һыуһыҙ, аҙыҡ-түлекһеҙ йәшәй һәм ҡурҡыуын еңә алғанға тере ҡала. Ошо уҡ сәбәп буйынса, яман шеш менән ауырыусыларҙың дингә ышаныусылары атеистарға ҡарағанда биш йылға оҙағыраҡ йәшәй. Доға ярҙамында улар ҡурҡыуын еңә, донъяның мәңгелек түгел икәнлеген яҡшы аңлай, ысын ҡиммәттәрҙе баһаларға өйрәнә. Был уларҙы тынысландыра һәм иммунитеттарын нығыта.
(№ 29)

Техника хәле тикшерелде15.04.2016

 Техника хәле тикшерелдеАуыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыу мәл - яҙғы баҫыу эштәре алдында тора. Сәсеүҙең ваҡытында һәм сифатлы үтеүе, шул иҫәптән, техниканың төҙөклөгөнә лә бәйле. Учалы ауыл хужалығы колледжы нигеҙендә уҙғарылған зональ кәңәшмәлә тракторҙарҙың һәм тағылмаларҙың техник торошона бәйле һорауҙар ҡаралды. Кәңәшмәлә республиканың Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарының дәүләт техник надзоры етәкселәре ҡатнашты.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп ҡыҫҡаса урындағы хәл-торош менән таныштырҙы.
- Районыбыҙҙа сәнәғәт, ауыл хужалығы предприятиелары бар, уларҙа байтаҡ техника иҫәпләнә. Шулай уҡ, шәхси секторҙа ла үҙйөрөшлө машиналар һаны йылдан-йыл арта бара. Һуңғы күрһәткес буйынса райондың республикала тәүге урындарҙа булыуын (1414 берәмек) крәҫтиән-фермер, шәхси хужалыҡтарҙың артыуына бәйле тип аңларға кәрәк, - тине ул.
(№ 29)

Һыу башында15.04.2016

Һыу башындаБашҡортостанда яҙғы һунар миҙгеле иғлан ителде: апрель айының һуңғы шәмбеһенән (23 апрель) 10 календар көн дауамында. Рөхсәт алған һунарсылар ҡурпысыҡ (вальдшнеп), ҡыр ҡаҙҙары (һоро ҡаҙҙан тыш), ата өйрәк, ҡор һәм һуйырға кәсеп итәсәктәр. Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы аныҡ иҫкәртте: айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларында, шул иҫәптән беҙҙең райондағы «Ирәмәл» тәбиғәт паркында һәм «Урал-Тау» тәбиғәт заказнигында бөтә төр һунарҙар ҡәтғи рәүештә тыйыла.
(№ 29)

Күңел наҙы ҡушып12.04.2016

Күңел наҙы ҡушыпКешенең шәхес булып формалашыуы бала саҡтан башлана. Бөгөн үҫеп килгән быуын китап уҡырға яратмай, тип зарланабыҙ. Кескәй саҡтан ҡулда сағыу һүрәттәргә, уйындарға бай кеҫә телефондары булғанда, әлбиттә, китапҡа уларҙың күҙе ҡыҙмай. Миләүшә Зыятдинованың интернет селтәрендәге шәхси сайтына ингәс тә: «Был хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртергә мөмкин бит!» - тигән уй тыуҙы. Йәш әсә балалар өсөн ғәҙәти булмаған китаптар тегеү менән шөғөлләнә. Бәлки тап был эштәр кескәйҙәрҙә китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу уятыр, артабан һөйөүгә әүерелер.
- Улымдың бер йәшенә матур байрам ойоштораһым килде. Ҡағыҙ салфеткаларҙан сәскәләр яһап, «1» һаны формаһында ҡатырғаға йәбештерҙем. Ярайһы уҡ матур килеп сыҡты. Мәктәптә уҡыған сағымда уҡ сәнғәт мәктәбенә йөрөгән инем. Һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре менән мауыҡтым. Киләсәктә дизайнер булырға хыялланғайным, әммә уҡырға инә алманым, - ти Миләүшә.
(№ 28)

Үҙ өлөшөмдө индерҙем12.04.2016

Үҙ өлөшөмдө индерҙем.. Теүәл 55 йыл элек, 1961 йылдың 12 апрелендә «Байконур» космодромынан Юрий Гагарин «Восток-1» карабында тәү тапҡыр йыһанға күтәрелде. Бөтә кешелек тарихының иң сағыу, иң бөйөк биттәренең береһе инде был.
Фотолағы Гагариндың йөҙөнә иғтибарлыраҡ ҡарағыҙ әле - әүлиәгә тиң кеше булғандыр... Ә икенсе рәттә һулдан өсөнсө - яҡташыбыҙ Камил Нотфулла улы Ғиззәтуллин. Ғорур «Советтар Союзы» яҙыуы биҙәгән карап йыһанды байҡаған йылдың көҙөндә тап «Байконур» космодромына хеҙмәт итергә йүнәлтелә. Ошо саҡ космонавтарҙы, шул иҫәптән беренсе ҡатын-космонавт Валентина Терешкованы, йыһанға икенсе булып күтәрелгән Герман Титовты күреү, сығыштарын тыңлау бәхете тейә йәш һалдатҡа. Барыһы ла алсаҡ һәм ябай, төҫ менән дә, күңел менән дә матур кешеләр ине, тип иҫкә ала оло һалдат. Үҙе иһә «Чайка-2» системаһын хеҙмәтләндереүгә йәлеп ителә. Заманында хәрби сер булғас, был хаҡта Камил Нотфулла улы әлеге көндә лә артығын һөйләп бармай. Интернетта эҙләп саҡ таптыҡ - дошман һыу аҫты караптарын күҙәткән ошондай исемле йыһан юлдаштары комплексы булған икән. Эйе, космонавтика йыһан серҙәрен асыҡлау өлкәһе генә түгел, тәү сиратта - ил оборонаһын нығытыу әмәле.
(№ 28)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.