» Материалы за Май 2016 года

Шиғырҙар31.05.2016

Ҡартатайыма
Ҡартатайым киткән һуғышҡа,
Беҙҙе фашистарҙан ҡотҡарырға.
Яу ҡырында ятып ҡалған,
Берлин ҡалаһы янында.
Ҡалды һинең исемең генә,
Исемең юғалмаҫ ҡарт атайыбыҙ,
Мәңге онотмабыҙ һине беҙ.
Туры килһә – һинең кеүек
Йәнебеҙҙе бирербеҙ!
Тик донъялар тыныс булһын,
Гитлер кеүек бәндә булмаһын.
Ундай бәндә килеп сыҡһа,
Барып етербеҙ уға!
Һин яулаған Еңеүҙе
Һаҡлап ҡайттым Берлинда.
Иҫтәлек булып ҡалды,
Миҙалдарың, орденың,
Фронттан килгән хаттарың.
Һаҡлана улар миндә,
Ҡәҙерле матур урында.
Еңеү көнө һине иҫкә төшөрөп,
Ғорурланып алып ҡарармын.

Ижад шишмәләре кипмәһен31.05.2016

[b]Башҡорт нәфис әҙәбиәтен халыҡҡа яҡынайтыу һәм башлап яҙыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында ойошторолған Учалы яҙыусылар ойошмаһына 25 йыл. 1979 йылдың 16 ноябренән ВЛКСМ Өлкә Комитеты һәм Башҡортостан яҙыусылар берекмәһе тарафынан ойошторолоп, йәшәп килгән «Урал йәшмәләре» әҙәби берекмәһе нигеҙендә үҫеп сыҡты ул. Яҙыусы, журналист, эҙәрмән Рәүеф Хәй улы Насиров оҙаҡ йылдар был берекмәне етәкләне. Уның тәүге яуаплы сәркәтибе итеп яңы ғына Башҡорт дәүләт университетын тамамлап ҡайтҡан йәш шағирә Гүзәл Ғәлиева һайланды. Ул Өфөгә эшкә киткәс, был вазифа Байгилде Янбулатовҡа йөкмәтелде. «Урал йәшмәләре» Белорет, Бөрйән, Учалы райондарында йәшәгән һәм ижад иткән ҡәләм тирбәлтеүселәргә йүнәлеш биреүсе әҙәби берекмә вазифаһын үтәне.
Учалы яҙыусылар ойошмаһы Учалы ҡалаһы Рәсәй партия комитетының, Учалы ҡала Советы башҡарма комитеты, «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәге идараһының юллауы буйынса 1991 йылдың 15 февралендә, Башҡортостан Яҙыусылар берлегенең идара ултырышы ҡабул иткән ҡарары нигеҙендә барлыҡҡа килде. Тәүге яуаплы сәркәтибе итеп шағир, прозаик, драматург, ҡурайсы һәм музыкант Мәүлит Ямалетдин һайланды (2005 йылдың 14 мартынан был эште яңынан дауам итте). Унан һуң төрлө йылдарҙа Шәүлиә Зөлҡәрнәева (1997), Фәрит Хәсәнов (1994-2010 йылдар араһында бер нисә тапҡыр), Ҡамса Мортазин (2008-2009), Эдгар Вильданов (1998-2013 йылдар араһында ике тапҡыр яуаплы сәркәтип). Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ эҙҙәрен ҡалдырҙы.
25 йыл - тарих өсөн ҙур арауыҡ түгел. Ошо дәүерҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһы тулы ҡанлы тормош менән йәшәй, төбәгебеҙ халҡының рухиәтен үҫтереүҙә тос өлөшөн индерә. Ойошмабыҙға ҡараған барлыҡ райондарҙа һәм ҡалаларҙа төрлө конференциялар, йыйылыштар, семинарҙар үткәрелә, секцияларҙа ҡулъяҙмалар тикшерелә. Уҡымлы, күңелдәргә зауыҡ бирерлек әҫәрҙәр сығып тора.
Ошо дәүерҙә танылған яҙыусылар: Мәүлит Ямалетдин, Спартак Ильясов, Шәүлиә Зөлҡәрнәева, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Рамай Ҡаһиров, Эдгар Вилданов, Фәрит Хәсәнов, Рәүеф Шаһиев, Гөлшат Әхмәтҡужина, Айһылыу Йәғәфәрова (Әбйәлил), Гөлсирә Шафиҡова, Тәскирә Даянова (Мәсетле), Сәрүәр Ғәләүетдинов (Бөрйән), йәштәр - Мөнир Иҡсанов, Фәнил Бүләков һәм Зилә Ғәлләмова (Учалы), Зөһрә Үтәғолова, Зөлфирә Сөләймәнова һәм Фәрихә Вәлиуллина (Белорет), Мансур Һиҙиәтов, Исмәғил Ғимранов, Байгилде Янбулатов, Рәсих Лоҡманов, Минзәлә Шөғәйепова, Фәриҙә Ситдикова, Таңсулпан Ғүмәрова, Дилара Мәхмүтдинова, Сәлиә Ғатауллина, Шәһүрә Әхмәҙиева яҙыусылар ойошмаһының эшен йәнләндереүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтәләр.
Бөгөн Учалы яҙыусылар ойошмаһы үҙ сафында 22 Башҡортостан һәм Рәсәйҙең яҙыусылар берлеге ағзаларын, бынан тыш, төбәгебеҙҙең әҙәби ижад менән шөғөлләнгән 82 шәхесен берләштерә.
Беҙ бөгөнгө «Әҙәби бит»тә һуңғы йылда ғына ойошмабыҙға ағза итеп алынғандарҙың шиғри күстәнәстәренән гәзит уҡыусыларға ауыҙ иттерергә булдыҡ.[/b
(№ 44)

Был донъяла ниҙәр бар?31.05.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Шулай итеп, Украинала 14 йылға хөкөм ителгән РФ граждандары Александр Александров менән Евгений Ерофеев Рәсәйҙә 22 йылға төрмәгә ултыртылған украин хәрбиһе Надежда Савченкоға алмаштырылды. Башҡорт әйтеме буйынса, тере ҡыҙҙы үле ҡыҙға алмаштырыу килеп сыҡты, буғай. Күрше ил сәйәсмәндәре ни эшләргә тип хәҙер үҙҙәре лә ҡаңғыра. Төрмәлә ултырғанында унан милли «рухи маяҡ» яһап өлгөрҙөләр бит: ситтән тороп депутат итеп тә раҫланылар, партия ағзаһы итеп алдылар, рәсми рәүештә Украина Геройы исеме лә бирҙеләр. Йәнә тере көйөнсә күренгәйне - ни бары аҡылға самалыраҡ, психик яҡтан бушаҡ, холоҡһоҙ һәм баҫҡынсыл бәндә икәнлеге ап-асыҡ күренде. Яһалма рәүештә тултырылған абруй ҡыуығы шартлап, сәйәси тигеҙләнеш күсәрҙән ысҡыныуы ла бар, Савченко - радикал позицияла торған милләтсе бит.
(№ 44)

Тәфтиш бара31.05.2016

БР буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итә: 27 май тау-байыҡтырыу комбинатына бәреп ингән, һаҡсыны күҙенә пистолеттан яралаған, башҡа кешеләргә атҡан (теймәй), петардалар ырғытып бинала янғын сығарған 43 йәшлек яҡташыбыҙға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 30-сы (3-сө өлөш) һәм 105-се (2-се өлөш) статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған - ике һәм унан да күберәк кешене үлтермәксе булыу. Һөжүм итеүсе лә, һаҡсы ла әлеге ваҡытта дауаханала. Ошо фажиғәгә бәйле 30 майҙа район террорҙарға ҡаршы комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.
(№ 44)

Ҡымыҙ миҙгеле башланды31.05.2016

Ҡымыҙ миҙгеле башландыКөндәр ныҡлап йылынғас, ҡыр-яландар йәшел хәтфәгә төрөнөү менән республикала ҡымыҙ миҙгеле башлана. Районыбыҙҙа ла шифалы эсемлекте етештереүгә етди иғтибар бирелә. Эре хужалыҡтарҙан «Байрамғол» агрофирмаһы», «Юлдаш», «Юрға» йәмғиәттәре оҙайлы йылдар ҡымыҙсылыҡ эше менән мәшғүл, һуңғы йылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙың да йылҡысылыҡ тармағын үҫтереп, ҡымыҙ етештереүҙе арттырыуға булышлыҡ итеүҙәре бик ҡыуаныслы. Икенсенән, халыҡ уның менән кәсеп итеп байтаҡ килем алыуға өлгәшә. Бик табышлы тармаҡ.
(№ 44)

«Ҡара» йома27.05.2016

«Ҡара» йомаТөшкө аш ваҡытында ҡала урамдары буйлап сиреналарын ҡабыҙып комбинат яғына ашыҡҡан янғын һүндереү, тиҙ ярҙам, полиция хеҙмәткәрҙәре машиналарын күреп халыҡ аптырашта ҡалды. Беҙ ҙә шундуҡ шул тарафҡа юлландыҡ. Комбинат биләмәһен полициялар уратып алған, машиналарҙы бөтөнләй үткәрмәйҙәр, юл ҡамалған ине. Тиҙ генә йәйәүләп комбинат яғына йүгерҙек. Нимә күрәбеҙ, идаралыҡ бинаһынан ҡуйы ҡара төтөн күтәрелә, йорттоң артҡы яғынан дүртенсе ҡатта ялҡын уттары бөркөлә. Янғын һүндереүселәр баҫҡыс ҡуйып янғынды һүндерергә тырышалар. Икенсе ҡаттағы тәҙрәләрҙән, бинаның ҡыйығынан төтөн күтәрелә. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренең барыһы ла урамда. Әлегә бер вазифалы кеше лә комментарий бирмәне, шуға ла рәсми белдереүҙәрҙе ҡабатлау менән сикләнәбеҙ.
(№ 42-43)

Хыялдары ашһын тормошҡа!27.05.2016

Хыялдары ашһын тормошҡа!24 май көнө ҡала-районыбыҙҙың 388 уҡыусыһына һуңғы тапҡыр мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны. 1-се башҡорт лицейы ла 11 йыл буйы белем һәм тәрбиә биргән 74 егет-ҡыҙҙары менән хушлашты. Уҡыусылар, үҙ сиратында, олимпиада, спорт һәм мәҙәни ярыштарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, тыуған мәктәптәренең данын күтәреүгә үҙ өлөштәрен индергәндәр. Был ҡояшлы, йылы көн уларҙың һәр ҡайһыһының күңелендә шатлыҡ ҡатыш һағышлы хистәр уятҡандыр. Тормоштоң ҙур этабы артта ҡалды, бала саҡ, класташтар, дуҫтар менән дә хушлашырға кәрәк.
11-се класс уҡыусы-ларынан айырмалы рәүештә, 775 9-сы класс уҡыусыһына парта артына кире әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге бар. 1-се лицей ишектәре лә 100 егет-ҡыҙына һәр саҡ асыҡ.
Сығарылыш класс уҡыусыларын, ата-әсә-ләрҙе, уҡытыусыларҙы һуңғы ҡыңғырау бай-рамы менән район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев тәбрикләне.
(№ 412-43)

«3D» форматта ҡарайбыҙ27.05.2016

«3D» форматта ҡарайбыҙ«3D», «IMAX 3D» форматындағы фильмдар хаҡында бөгөн йыш ишетәбеҙ. Бик тә ҡыҙыҡһыныусан райондаштар үҙебеҙҙә булмағас, махсус технологиялар ҡулланып күрһәтелгән киноларҙы ҡарау өсөн Магнитогорск, Силәбе ҡалаларына йөрөй ине. Хәҙер бындай форсат Учалыла ла бар. Рәсәй киноһы йылы айҡанлы иғлан ителгән конкурста ҡатнашып, «Йәшмә» кинотеатры 5 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәште. Был аҡсаға заманса цифралы ҡорамал, автоматлаштырылған касса аппараты һатып алынған. Бөгөн райондаштарыбыҙ Бельгияның «Magna Tech» компанияһы сығарған «Вarco» кинопроекторы аша 2D, 3D форматында киң экрандарҙан популяр фильмдарҙы ҡарай ала.
Өйҙәге ябай телевизор менән сағыштырғанда кинозалдағы фильм ни-мәһе менән айырыла һуң? Беренсенән, экрандағы һүрәт, тауыш күпкә кү-ләмлерәк һәм сифаты йәһәтенән юғары. Шуға күрә, картинаның кешегә тәьҫире көслө.
(№ 142-143)

Һайлаусылар ҡулында24.05.2016

Быйыл көҙ илебеҙ Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының түбәнге палатаһы - Дәүләт Думаһының яңы составы өсөн тауыш бирәсәк. Бынан тыш республикабыҙҙа урындағы үҙ идаралалыҡтарҙың вәкәләтле органдарын һайлау сараһы үтәсәк. Алда торған һайлауҙар, уларҙың үҙенсәлектәре тураһында Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Арыҫлан улы Вәлиев менән әңгәмәләшәбеҙ.
- Хәйҙәр Арыҫлан улы, 2016 йылғы һайлауҙар ҡасан башлана, һәм ни өсөн тауыш биреү көнө тип сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе түгел, ә өсөнсө йәкшәмбеһе тәғәйенләнгән?

Был донъяла ниҙәр бар?24.05.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Ауыҙынан ел алһын, тип теләргә генә ҡала! Европалағы НАТО ғәскәрҙәре командующийының элекке урынбаҫары (2011-2014 йылдарҙа) генерал Ричард Ширрефф китап сығарҙы, ундағы фараз буйынса Рәсәй менән һуғыш 2017 йылдың май айында башланыуы ихтимал. Йәнәһе лә, был ваҡытҡа илебеҙ Балтика буйы илдәрен баҫып аласаҡ һәм Ҡырымға ҡоро ер буйынса юл ярасаҡ. Ысынлап шулай булыуы бик тә икеле, хәүефле тенденция икенсе күренештә ғибәрәт: Көнбайыш илдәре йәмәғәтселеген Рәсәй менән һуғыш мөмкинлегенә алдан әҙерләй башланылар түгелме? Ә бәлки сәбәп әлеге лә баяғы аҡсаға ғына бәйлелер. Шул уҡ генерал шәрәмәте, Рәсәй хәрби техникаһы һәм ғәскәрҙәренең әҙерлеге Европа илдәренән өҫтөн, тип яҙа. Тел төбөн аңлауы ҡыйын түгел - ҡурҡытып, әрмегә күберәк аҡса бүлдертеүҙе маҡсат итеп ҡуйыуы ихтимал.
(№ 41)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Май 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.