» Материалы за Июнь 2016 года

Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша30.06.2016

Ҡоштар ҙа бер шулай таралыша 25 июндә республиканың бөтә дөйөм белем биреү учреждениеларында, лицей һәм гимназияларында сығарылыш кисәләре үткәрелде. Ниһайәт, дәүләт имтихандары артта ҡалды. Егет-ҡыҙҙарыбыҙ һынауҙарҙы яҡшы үтте. Һөҙөмтәләр ярайһы ғына. Математика фәненән уртаса һөҙөмтә 4,4 балл, былтырғынан юғарыраҡ. Рус теленән шул уҡ кимәлдә ҡалған - 63 балл. Иң ҙур, 100 балл йыйыусылар әлегә юҡ, шуға ҡарамаҫтан, инша яҙған 36 уҡыусының һөҙөмтәһе 81 балдан юғарыраҡ булған, былтыр ундайҙарҙың һаны 34 ине.
Сығарылыш кисәһе - ул бала саҡ менән хушлашыу, үҙ аллы тормоштоң башы. Башҡа бер ҡасан да ҡабатланмаҫ көн ул. Ҡала-районыбыҙҙа ла сығарылыш уҡыу-сыларының хушлашыу балы үтте. Быйыл белем усаҡтарын 388 уҡыусы тамамланы. Шуларҙың 57-һе «Уҡыуҙа өлгәшкән айырым уңыштары өсөн» миҙалдарын алды. Сара район хакимиәтенең ҙур залында башланды. Унда район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, хаки-миәт башлығының социаль сәйәсәт бу-йынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, мәғариф бүлеге на-чальнигы Ләйсән Фазлетдинова сығыш яһап, уҡыусыларҙы мәктәпте тамамлауҙары менән тәбрикләне. Уҡыусыларҙың кәйефе күтәренке, сөнки барыһы ла берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алды. Фәрит Фәтих улы уҡыусыларҙы тантаналы рәүештә матур байрамдары менән ҡотланы. Киләсәктә лә үҙҙәренең мәктәбенең данын күтәрерҙәй шәхестәр булыуын теләне.
(№ 52)

Йәшлегем мөхәббәте30.06.2016

Фәхерниса инәй бөгөн ваҡ-төйәк эштәрен иртәрәк бөттө лә, телевизор алдына ултырҙы. Зәңгәр экранда уңыш йыйыуҙы күрһәтәләр, комбайндар баҫыуҙы иңләй. «Беҙҙең дә йәш саҡтар бар ине, колхоз-совхоздарҙың гөрләп торған саҡтары. Ҡырҙа ятып бесән сабыуҙар, бесән өйөүҙәр», - тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. Шул ваҡыт телевизорҙа һинд киноһы башланды. Фәхерниса инәй тертләп ҡуйҙы. Ошо киноларын ҡараһа, йөрәге телгеләнә. Ғүмерлеккә онотолмаҫ ваҡиғаларҙы иҫләтә. Әбей уйҙары менән йәшлегенә әйләнеп ҡайтты.
Эҫе көн, ураҡтың иң ҡыҙған мәле. Эшселәрҙең барыһы ла яланда. Бригадаларында йәмғеһе 11 кеше. Асия апай аш бешерә. Араларында Рәшит исемле үҫмер ҙә бар. Үҫмер йөҙгә һөйкөмлө, эшкә лә уңған, талымһыҙ. Атаһы һуғышта бер күҙен ҡалдырып ҡайтты. Тимерлектә эшләне, колхозға кәрәк-яраҡ йүнәтеп, ат дағалап көн күрҙе. Әсәһе лә бик егәрле. Ғаиләлә алты бала, үҙ-ара татыуҙар. Өләсәһе менән бергә йәшәйҙәр. Рәшитте иҫкә төшөргәс, Фәхерниса инәйҙең йөрәге сәнсеп ҡуйҙы.
(№ 51)

Ярты быуат элек30.06.2016

Ярты быуат элекБөгөн, 25 июнь, урта мәктәпте тамамлаған егет-ҡыҙҙар өсөн ҡала майҙанында бал үткәрелә. Алда улар өсөн - осо-ҡырыйы күренмәгән оҙон тормош. Тик бына «оҙон» тигәне лә бик шәп үтә икән шул, һиҙелмәй ҙә ҡала. Ошо көндәрҙә хәҙер инде олоғая төшкән апай-ағайҙар Наурыҙ урта мәктәбен тамамлауҙың 50 йыллығын билдәләнеләр.
- 10«а» класында 17 бала инек, осрашыуға 10 кеше килде, ярар ҙа «б» класынан да өҫтәлделәр, - тип һөйләп үтте фотография килтергән Хәснә Сәйетғәлина (Шабаева), - барыһы ла иҫән түгел шул бөгөнгө көндә. Ғорурлыҡ менән билдәләй алам - класташтарым барыһы ла лайыҡлы кешеләр булдылар. Мәҫәлән, Фәниә Дәминдәрова - фән докторы, профессор, Ғәбдрәүеф Ҡотоев яҡшы педагог һәм етәксе булды, Наурыҙ мәктәбендә директор вазифаһын башҡарҙы. Мөхтәр Иш-мөхәмәтов саңғы буйынса спорт мастеры дәрәжәһенә иреште. Әйткәндәй, заманында Мөхтәр, мин үҙем һәм класташым Лилиә Солтанова йыйылма команда составында мәктәп данын яҡлай инек.
(№ 51)

Шешлек бешерәсәктәр30.06.2016

Шешлек бешерәсәктәр2016 йылдың икенсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Ниһайәт, бөгөн беҙ, гәзитебеҙ уҡыусылары араһында һуңғы лотереябыҙҙы уйнатабыҙ. Был юлы бәхет кемдәргә йылмайғанын асыҡларға ваҡыт етте. Редакция хеҙмәткәрҙәренең еңел ҡулы менән төп приздың хужаһы билдәләнде. Шешлек бешерә торған мангалға Рудник ҡасабаһынан Флүзә Сәләхова эйә булды. Флүзә Ғәли ҡыҙы «Яйыҡ» гәзитенең тоғро дуҫы, егерме йылдан ашыу баҫмабыҙҙан айырылғаны юҡ.
- Айырыуса «Шәмбе бите» оҡшай, төрлө ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙыла, йыр рубрикаһы ла күңелгә яҡын. Берәй йырҙың һүҙҙәрен белгебеҙ килһә, редакцияға шыл-тыратабыҙ. Үтенесебеҙҙе кире ҡаҡмайҙар, баҫып сығарырға тырышалар. Яҡшы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Гәзит артабан да йәшәһен, - тигән теләктә ҡала ханым.
(№ 51)

Һөнәренең оҫтаһы17.06.2016

Һөнәренең оҫтаһыРегина Әлим ҡыҙы Зарипова үҙәк ҡала дауаханаһында балалар бүлексәһе мөдире булып эшләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, тәжрибәле, талапсан, эшенә яуаплы ҡараған белгес ул.
Регина Әлим ҡыҙы Учалы ауылынан. Атаһы Әлим Ғәлләм улы ғү-мер буйы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында водитель булып эшләй, әсәһе Маргарита Фәрит ҡыҙы - бухгалтер. Ҡыҙ мәктәптә уҡығанда уҡ киләсәк һөнәрен һайлап ҡуя. Ата-әсәһе лә уның ҡарары менән килешә, теләгенә ҡаршы килмәйҙәр. Учалы урта мәктәбендә 8 класты тамамлағас, уҡыуын ҡа-ланың 12-се лицейында дауам итә. Лицейҙы тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Силәбе медицина академияһының педиатрия бүлегенә уҡырға инә. Алты йыл табип һөнәренең нес-кәлектәрен үҙләштерә, ыңғайына Силәбе өлкә дауаханаһында шәфҡәт туташы булып хеҙмәт юлын башлай. Уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡтарына ҡайта, үҙәк ҡала дауаханаһының балалар поликлиникаһында эшләй. Йәш ҡыҙ бер урында ғына тапанып ҡалырға теләмәй, тәжрибә туплау ниәте менән Өфөгә юллана
(№ 49)

Матурайып ҡалыр һыу буйы16.06.2016

Матурайып ҡалыр һыу буйыУчалы ҡалаһы ултырағы Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһында бик тә һөҙөмтәле ҡатнаша килә. 2014 йыл ошо форсат менән файҙаланып Мәҙәниәт һәм ял паркында универсаль спорт майҙансығы төҙөлдө, былтыр бынамын тигән, яҡтыртылған саңғы-роллер трассаһы пәйҙә булды. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғалар, тигәндәй, ҡала халҡы быйыл да бәхет һынамаҡсы булды. Һәр хәлдә лә, сираттағы уңышҡа төплө нигеҙ һалынды.
Башта хеҙмәт коллективтарында фекер алышыуҙар үтһә, 14 июнь «Таусы» стадионы дөйөм йыйылышҡа килгән ҡала кешеләре менән шығырым тулып, проектта ҡатнашыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде. Күпселек тауыш менән тәҡдим ителгән варианттарҙың иң күңелгә ятышлыһы һайланды, шулай уҡ ҡағыҙ-документация эше менән шөғөлләнеү өсөн яуаплылар һайланды, башҡа ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде.
(№ 49)

Ата-әсә тәрбиәһе - илһөйәрлек нигеҙе16.06.2016

Ата-әсә тәрбиәһе - илһөйәрлек нигеҙеАямаған йәнен, түккән ҡанын
…Һис бирмәгән башҡорт Уралын.
Ниндәй оло мәғәнә, тарихи дөрөҫлөк ята халыҡ йырында. Йәнен биргән, ҡанын түккән, әммә, ғәзиз Уралын сит-яттарҙан тапатмаған башҡорт. Илһөйәрлек, ватансылыҡ, яугирлыҡ тигән төшөнсәләр оло быуында самалап бөткөһөҙ көслө булған. Бөгөн әрме сафтарына китеүсе егеттәребеҙ - яугир вариҫтары, ветеран ата-бабаларыбыҙҙың 4-се быуыны, бүләләре. Илһөйәрлек, яугирлыҡ тойғоһо уларҙа ни кимәлдә икән? Олатайҙарҙан ҡалған илде һаҡлау тигән изге бурысты иңдәренә йөкмәй алырҙармы?
Уларҙың аталары - беҙҙең уҡыусыларыбыҙ һынатманылар. Олатайҙар ауыҙынан хәтирәләр ишетеп үҫкән 50-60-сы йылғы апай-ағайҙарҙа был оло тойғолар көслөрәк ине, тигән фекергә киләм мин.
(№ 49)

Беҙ - бер бөтөн10.06.2016

Беҙ - бер бөтөнИтексегә итекһеҙ йөрөү насиптыр инде. Төрлө-төрлө юбилейҙар һәм билдәле даталар тураһында гәзит йыш яҙа, ә быйыл «Яйыҡ»тың үҙенә 25 йәш тулыуы тураһында иҫкә алыусылар һирәк булды. Юҡ, үпкә түгел был, рәсми рәүештә көҙөн сирек быуатлыҡ юбилейҙы билдәләп китәсәкбеҙ. Һүҙ әле икенсе турала - тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән, бер-беребеҙҙе тулыландырырға тырышып, бер маҡсаттар ҡуйып эшләгән Учалы яҙыусылар ойошмаһы ла быйыл 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
(№ 48)

Был донъяла ниҙәр бар?10.06.2016

Уртаса алғанда халыҡ иң етеш йәшәгән төбәктәр - Ямал-Ненец һәм Чукотка милли округтары, Мәскәү ҡалаһы. Иң хөрт - Псков өлкәһе, Дағстан республикаһы һәм Ивановск өлкәһе. Беҙҙең Башҡортостан рейтингта 40-сы килә. 85 федерация субъекттары араһында уртаса күрһәткес килеп сыға инде.

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында «Арктика» (22220-се проект) тип аталған боҙватҡыс карап һыуға төшөрөлә. Бындай төр суднолар араһында донъяла иң ҡеүәтле һәм ҙур буласаҡ. Оҙонлоғо - 173, киңлеге - 34 метр. 2,9 метр ҡалынлыҡтағы боҙҙо анһат үтеп, йөк караптарын артынан эйәртәсәк. Рәсәй Көнбайыштан артта ҡалды, тип һөрәнләргә иртәрәктер әле!
(№ 48)

Фекерҙәштәр булып ҡалайыҡ10.06.2016

Фекерҙәштәр  булып ҡалайыҡУҙған йылдағы ижади эштәргә йомғаҡ яһап, гәзитебеҙҙең иң әүҙем хәбәрселәрен билдәләп, уларға йыллыҡ премиялар тапшырыу күптән матур традицияға әйләнде. Быйыл да БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан мөхәрририәт 2015 йылдың лауреаттарын билдәләне.
Билдәле булыуынса, премиялар район һәм республика матбуғатында актив эшләгән Ниғмәт Зөлҡәрнәев (Ленин ордены кавалеры, уҡытыусы, оҙаҡ йылдар яҙышҡан хәбәрсе), Хөснә Юлдыбаева (ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтендә ҡатна-шыусы, район һәм республика гәзиттәрендә һәм нәшриәттә актив эшләүсе, Сталин лагерҙарын үтеп, улар хаҡында үҙенең яҙмаларын ҡалдырырға батырсылығы еткән тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе) һәм Әҙһәм Ғарипов (йәмәғәтселек тормошонда һәм мат-буғатта актив ҡатна-шыусы, үҙешмәкәр сәнғәтте яратыусы, ғүмеренең һуңғы йылдарында «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы мөхәррире булып эшләгән) исемен йөрөтә. Премиялар район тормошон, йәмәғәт ойошмаларының, мәғариф, мәҙәниәт, сәнғәт, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының эшен даими яҡтыртҡан, тел, милли үҙаң, хоҡуҡи дәүләт төҙөү проблемаларын, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, ер мәсьәләләрен урынлы күтәргән хәбәрселәребеҙгә бирелә.
(№ 48)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Июнь 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.