» Материалы за Июль 2016 года

Был донъяла ниҙәр бар?26.07.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Байрам сараларына тиклем өс йыл бар. Шулай ҙа документтың әле үк ҡабул ителеүе был ваҡиғаның ни тиклем тарихи әһәмиәтле булыуын раҫлай. «Республика халҡы өсөн был - тарихи дата. Бер нисә йыл элек Рәсәй Хөкүмәтенә әлеге юбилейҙы юғары дәрәжәлә үткәреү тураһында тәҡдим индергәйнек. Хөкүмәт уны хупланы һәм байрамды ил кимәлендә билдәләү инициативаһы менән Рәсәй Президентына сыҡты. Владимир Путин башланғысыбыҙҙы хупланы», - тип үҙ фекерен белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
(№ 60)

Полиция менән берлектә26.07.2016

Полиция менән берлектә22 июлдә Учалы районы эске эштәр бүлегендә БР буйынса Эске эштәр министрлығы эргәһендәге Йәмәғәт советының күсмә йыйылышы уҙҙы. Йыйылышты Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Рәшиҙә Солтанова алып барҙы.
Республикабыҙҙа Йәмәғәт советы ун икенсе йыл эшләй. Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре эшмәкәрлеге йәмәғәтселек менән хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙ-ара килешеп эш итеү формаһы булып тора. Уның эшмәкәрлеге халыҡ араһында киң таралған. Министрлыҡ советы составына төрлө һөнәр белгестәре инә, шуға ла төрлө мөрәжәғәт-үтенестәргә яуапты фән, мәҙәниәт, хоҡуҡ һаҡлау органдары, киң мәғлүмәт саралары, дини конфессия вәкилдәре бирә. Йәмәғәт советы ағзалары БР буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге менән берлектә граждандарҙы ҡабул итә, йәмәғәтселек менән килешеп эш итеү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүгә булышлыҡ итә.
(№ 60)

«Кино йорто» гөрләй26.07.2016

«Кино йорто» гөрләйҠала-районда балаларҙың йәйге ялын күңелле һәм файҙалы үткәреү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. «Стиль» йәштәр-ял итеү үҙәге, «Ровесник» үҫмерҙәр клубы, туристар үҙәге, Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм буйынса комитет, мәғариф бүлеге, райондың мәҙәниәт йорттары көндөҙгө уйын майҙансыҡтары ойоштора. Мәҫәлән, Мансур мәҙәниәт йортонда аҙнаһына өс тапҡыр Мансур һәм Ильинка ауылдарының ҡыҙҙары һәм малайҙары өс сәғәт дауамында күңел асыу мөмкинлегенә эйә.
(№ 60)

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!26.07.2016

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!Йылға-күлдәрҙә һыу инеү - йәй айының иң күркәм мәлдәренең береһе. Уның сәләмәтлегебеҙгә файҙаһы ҙур: мускулдар, арҡа һөйәге нығына, организм сыныға, һыу тән тиреһе аша үтеп, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен, организмда матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта.
(№ 59)

Һалым ҡайтармаһын юллағыҙ26.07.2016

Һалым ҡайтармаһын юллағыҙБөгөн торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү иң актуаль проблемаларҙың береһелер. Бигерәк тә йәштәргә «ҡыйыҡлы булыу» өсөн ғәйәт ҙур сығымдар түгергә тура килә. Күптәр ипотека, кредит һаҙлығына бата. Ә бит байтаҡ йәштәр торлаҡ һатып алғанда йәки йорт һалғанда һалым ҡайтармаһына хоҡуҡлы икәнлектәрен белмәйҙәр ҙә. Күптән түгел редакцияға ошо хаҡта аңлатма биреүҙе һорап шылтыратыу булды. Һалым ҡайтармаһын алыуҙа, шулай уҡ торлаҡ һатҡанда һалым түләүгә ҡағылышлы ҡайһы бер нескәлектәргә төшөндөрөүен һорап беҙ БР буйынса 20-се район-ара федераль һалым хеҙмәте инспекцияһының иҫәп һәм теркәү бүлеге начальнигы урынбаҫары Планида Планит ҡыҙы Миниәхмәтоваға мөрәжәғәт иттек.
(№ 59)

Ауыл тәртиптә - ил муллыҡта26.07.2016

Ауыл тәртиптә - ил муллыҡта1 июлдән Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды. Кампания 15 авгусҡа тик-лем дауам итәсәк. Сара барышында ер, сәсеүлек майҙандары, баҡсалар, мал-тыуар, ҡош-ҡорт иҫәпкә алынасаҡ. Әлеге ваҡытта кампания ойошҡан рәүештә үтә. Иҫәп алыусыларға ҡала-районыбыҙҙа 17 мең объектты теркәү күҙ уңында тотола. Улар - ауыл хужалығы ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың фермер, шәхси ярҙамсы хужалыҡтары. Төбәгебеҙҙә был сараға 41 иҫәп алыусы йәлеп ителгән. Башлыса ауыл тормошо һәм халыҡтың көнитмеше менән яҡындан таныш булған, ауылдаштары менән уртаҡ тел таба белгән кешеләр һайлап алынған. Уларҙы «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу» тип яҙылған күк кепкаһы, күк төҫтәге жилеты һәм «Росстат» символикаһы төшөрөлгән портфеле буйынса танырға мөмкин. Иҫәп алыусының таныҡлығы һәм паспорты булырға тейеш. Уның төп бурысы - был яуаплы эшкә етди ҡарау һәм мөмкин тиклем дөрөҫ мәғлүмәт алыу.
(№ 59)

«Ләйсән»дән һуң ҡалҡҡан «Йәйғор»19.07.2016

«Ләйсән»дән һуң ҡалҡҡан «Йәйғор»Тәбиғәт ҡосағында барған байрамда өҫтәренә баҫылған камзулдар кейгән, ҡулдарына биҙәкле кейеҙҙәр тотҡан, йөҙҙәренән нур сәселеп торған апайҙарҙың сығыштарына ҡарап хайран ҡалдым. Уральск ауылының «Йәйғор» фольклор түңәрәге районда ғына түгел, республика кимәлендә үткән конкурстарҙа ла данлы исемгә ирешкән. Күңел көрлөгөндә тормоштоң тәмен һәм йәмен тойоп йәшәгән был һәләтле апайҙар менән яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы. Фольклор түңәрәге етәксеһе Сәрүәрә Ғарипова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
(№ 58)

Был донъяла ниҙәр бар?19.07.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Бөгөн Башҡортостанда рәсми рәүештә теркәлгән 25,4 мең самаһы эшһеҙ иҫәпләнә. Йыл башында халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 26 меңдән ашыу кеше иҫәптә торған булған. Ә республиканың вакансиялар банкында 36,4 мең буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар. Тимәк, эш урындары булһа ла, эшләргә теләмәүселәр күп, тип һығымта яһарға була. [/b]
(№ 58)

Паралимпия чемпионы - беҙҙә ҡунаҡта19.07.2016

Паралимпия чемпионы - беҙҙә ҡунаҡтаТәү башлап ҡышҡы Паралимпия уйындары 1976 йылда Швецияла үтә. Шунан бирле был ярыш дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелеп, инвалид спортсылар араһында йылдан-йыл ҙур популярлыҡ яулай. Уйындарҙа Рәсәй спортсылары дөйөм команда беренселегендә юғары урындарға күтәрелә. Илебеҙҙең йыйылма командаһы составында Башҡортостан вәкилдәренең дә еңеүҙәрҙә тос өлөшө бар.
Яҡташыбыҙ Ирек Зариповты ғына алайыҡ. Хайран ҡалырлыҡ шул. 17 йәшендә мотоциклда ҡурҡыныс аварияға ос-рап ике аяғын юғалта, ләкин яҙмышына баш эймәй, спортҡа килә. Һәм бушҡа түгел. «Мин илемә файҙалы кеше булырға тейешмен», - ти ул. Ирек маҡсатына ирешә. Төрлө ярыштарҙа урындар ала башлай, ә инде спорт-сының йондоҙло сәғәте 2010 йылда Ванкувер ҡалаһында үткән Ҡышҡы Паралимпия уйындарында һуға. Ирек Зарипов был уйындарҙа дүрт тапҡыр еңеүсе була. Ауыр тор-мош һынауҙарына биреш-мәгән, ныҡышмал, сәм-ле егет күптәргә өлгө булырлыҡ.
(№ 58)

«Самбист»15.07.2016

«Самбист»Ким Хәсән улы Латипов 1959 йылдың 31 майында Туңғатар ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Кимгә дүрт йәш тулыуға төҙөлөштә эшләп йөрөгән атаһы Хәсән ағай, әсәһе Роза апайҙы ике бала менән ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсә.
Ким бәләкәйҙән тәр-биәле була: әсәһенең ҡушҡандарын урынына еткереп эшләй, кәңәштәрен тыңлай, тырышып уҡый. Һәр саҡ ололарса фекер йөрөткән егет бала саҡтан спортты үҙ итә. Турникта күтәрелә, йүгерә, волейбол, футбол уйнай. Урамға сыҡһа, тиҫтерҙәрен әйҙәп тә-биғәт ҡосағына алып килә һәм үҙ-ара көрәш ойоштора. Урта буйлы, йомро кәүҙәле малайға тиңләшеүсе булмай. Ул бер ваҡытта ла маһаймай, үҙе белгән көрәш алымдарын дуҫтарына өйрәтә. Шуға ла уны малайҙар хөрмәт итә.
(№ 57)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Июль 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.