» Материалы за Август 2016 года

Еңеү шарт түгел, ҡатнашыу шарт30.08.2016

Еңеү шарт түгел, ҡатнашыу шартЕкатеринбург ҡалаһында футбол буйынса ветерандарҙың Волга буйы-Урал-Көнбайыш Себер төбәге чемпионаты үтте. Хәҙер инде икенсе тапҡыр беҙҙең Учалы командаһы ла ҡатнашты.
Атаҡлы спорт ветеран-дары ҡатнашҡан ярышта үҙешмәкәр футболсыла-рыбыҙҙың еңеүе мөмкин дә булмағандыр, әммә был маҡсат итеп тә ҡуйылмай. Ә.Хөснөтдинов исемендәге Учалы ауылы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Альфред Юланов былай тип иҫәпләй:
-Бәғзе кешеләр йәш саҡта спорт менән дуҫ була ла, аҙағынан бөтөнләй ташлай. Иманым камил - физик культура ғүмерлек шөғөл булырға тейеш. Бындай, иң йәш уйынсы 50-не ашаҡлаған, 70-кә етеп килгән ирҙәр иҫ китерлек оҫта туп уйнатҡан сараларҙы күрһәң, илһам һәм дәрт өҫтәлә. Айырыуса был ярыштарҙы ойоштороусы, Свердловск өлкәһе фут-бол федерацияһының ве-терандар С
оветы рәйесе Рим Камаловтың футболға тоғролоғо һоҡландырҙы. Бутсыларҙы (футбол ботинкаларын) сөйгә элергә тип уйлағайным, иртәрәк икән әле!
(№ 70)

Туҡланыуың дөрөҫмө?30.08.2016

Һуңғы осорҙа туҡланыуға бик ҙур иғтибар бүленә, телевидение, радио, гәзит-журналдарҙа ла һәр кем үҙенсә дөрөҫ туҡланыу серҙәрен асып, кешеләргә кәңәштәр бирергә маташа. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға төрлө ябығыу ысулдары тәҡдим ителә. Төп кәңәш - үҙегеҙ белмәгән, профессионал булмаған кешеләрҙең һүҙҙәренә ышанып, ашҡаҙанығыҙ менән төрлө эксперименттар яһамағыҙ.
Дөрөҫ туҡланыуға бәйле мәсьәләләр тәү тапҡыр үткән быуаттың 80-се йылдарында ҡалҡып сыҡты. Шул осорҙа ашҡаҙан, бөйәндәге яман шеш, гастрит ауырыулы, үҙәк көйә, ашағы килмәй, йә күп ашайым, эсем ауырта, тип зарланған кешеләр һаны бигерәк тә күп булды. Был ауырыуҙар, әлбиттә, кешенең туҡланыу рәүеше яйға һалынмауы менән бәйле, сөнки дөрөҫ туҡланыу - ул ябай ғына мәсьәлә түгел. Кешенең йәшенә, эшенә, үҙенә генә хас ғәҙәттәренә ҡарап, һәр кемгә көнөнә нисә тапҡыр ашарға, күпме ашарға, ниндәй ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк икәнен айырым билдәләү мөһим.
(№ 70)

Яңы уҡыу йылына маҡсаттар билдәләнде30.08.2016

Яңы уҡыу йылына  маҡсаттар  билдәләнде«Белем биреү сифатын арттырыу ҡоралы булараҡ педагогтың һөнәри стандарты» - ошондай тема аҫтында үтте район уҡытыусыларының быйылғы август кәңәшмәһе. Уның эшендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге начальнигы Жанна Миникеева, урындағы хакимиәт һәм мәғариф бүлеге вәкилдәре, белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм уҡытыусылар ҡатнашты.
Кәңәшмәгә йыйы-лыусыларҙы иң беренсе район хакимиәте баш-лығының беренсе урын-баҫары Руслан Ғиләз-етдинов сәләмләне. Ул ҡыҫҡаса мәғариф өлкәһе торошо менән таныштырҙы.
(№ 70)

Еңеүҙәр - хеҙмәт аша26.08.2016

Еңеүҙәр - хеҙмәт ашаКөҙҙөң тәүге байрамы - Белем көнө алдынан изге йолаға әүерелгән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. Унда уҙған уҡыу йылына һөҙөмтәләр яһау, киләһе йылға маҡсаттар билдәләү менән бер рәттән ҙур уңыштарға өлгәшкән остаздар, ветеран уҡытыусылар һәм яңы эш башлаусы йәш белгестәр тәбрикләнде.
Быйыл өс башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу-сыһы юғары еңеүҙәргә лайыҡ булды. Мулдаҡай мәктәбенән Зөлфиә Әминева «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡы-тыусыһы - 2016» төбәк-ара конкурсы лауреаты булараҡ республика август кәңәшмәһендә Рөстәм Хәмитов тарафынан тәб-рикләнде һәм премия менән бүләкләнде. Учалы ауылы Башҡорт гим-назияһы уҡытыусыһы Гөлдәр Хәкимова Рә-сәй президенты гран-тын алды. «Иң яҡшы башҡорт һәм рус те-ле уҡытыусылары» кон-курсында Башҡор-тостан хөкүмәтенең 50 мең һумлыҡ премияһына лайыҡ булыусы 50 остаз араһында Илсе мәктәбе уҡытыусыһы Рәмилә Солтанова ла бар.
(№ 69)

Хәйриәлек - иң изге ғәмәл23.08.2016

 Хәйриәлек - иң изге ғәмәл Уҙған аҙнала хәйриәлек эшмәкәрлеге буйынса республика Советының күсмә ултырышы үтте. Уның сиктәрендә Учалыға БР Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванюта, республиканың башҡа райондары етәкселәре, хәйриә фондтары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килде. Ҡала филармонияһының фойеһында район тормошон сағылдырған стендтар, тау сәнәғәте колледжы студенттары эштәренән торған күргәҙмә ойошторолдо. Пленар өлөшкә тиклем ҡунаҡтар тау-байыҡтырыу комбинаты ҡарамағында булған, Ҡалҡан күле буйында урынлашҡан В. Терешкова исемендәге балалар һауыҡтырыу лагеры менән таныштылар.
2015 йылда предприятие тарафынан лагерға 25 млн һум аҡса йүнәлтелгән, һуңғы 5 йыл эсендә был сумма 28 миллионды тәшкил итә. «Ҡалҡан» бер сменала 252 баланы ҡабул итә ала. Уҙған йыл төп йүнәлеш тема итеп Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейы һайланһа, быйыл балаларҙа тау сәнәғәте һөнәрҙәренә, ғилемгә ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында «Нано-Ҡалҡан» эшләгән. 4-се заезда төрлө секциялар буйынса 250 йәш спортсы һаулығын нығыта. Ҡунаҡ-тарҙы һуңғы йылдарҙа атҡарылған төҙөкләндереү эштәре, балаларҙың йә-шәү шарттары, клуб, ашхана менән таныш-тырҙылар, лагерь тормо-шон сағылдырған видео-яҙмалар күрһәттеләр.

Нисә һумға төшәсәк?19.08.2016

Нисә һумға төшәсәк? Яңы уҡыу йылы башланыуға аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Магазиндарҙа балаларына кейем-һалым, дәфтәр-ручка алыусы ата-әсәләр әүҙемлеге һиҙелә. Әхирәтем ҡыҙы Ләйсәндең быйыл 1-се класҡа барасағын шатланып хәбәр иткәйне. Сауҙа нөктәләренең береһендә һуңғы осрашҡанда йәш әсәнең «кикреге төшкән».
- Тәү тапҡыр мәктәпкә барғас барыһы ла тейешенсә, матур булһын, тип теләгәйнем. Әммә магазиндарҙағы кейем-һалымға булған хаҡтарҙы күреп бер аҙ аптырап ҡалдым. Әлегә тиклем әйберҙәрҙе берсә күп итеп алырға тура килгәне юҡ бит. Мәктәпкә әҙерләнер өсөн «түңәрәк» кенә сумма кәрәк икән. Юр-ғанға ҡарап аяҡты һуҙабыҙ инде.
(№ 67)

Ғәзиз ҡан төҫөндә19.08.2016

Ғәзиз ҡан төҫөндәМышарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында легенда-мифтар бихисап. Йәнәһе лә, ожмахтан ҡыуылған Һауа күҙ йәштәре түккән урында тәүләп үҫеп сыға. Ә миләштең ниңә әсе икәнлеген беләһегеҙме? Белорустарҙың легендалары буйынса, башта ныҡ татлы, әммә ен-пәрейҙәр өсөн ағыулы була. Алданып ашап ырыуҙаштары харап булмаһын өсөн бер аҡыллыраҡ мәхлүк әсе тәм өҫтәй.
Юҡҡа ғына ғаилә символы түгел инде. Скандинавия легендалары буйынса, бер ир ҡатынын дошмандарҙан һаҡлап һәләк була. Һөйгәне ҡанһырап йығылғас, ҡатын Хоҙайға ялбара - айырма беҙҙе, тип үтенә. Һәм шундуҡ ҡәбер өҫтөндә үҫкән ағасҡа әйләнә, емештәре иптәшенең ғәзиз ҡаны төҫөн ала.
Христиандарҙың «рябиновцы» тигән тармағы булған. Һүрәт төшөрөлгән иконаларҙы һанға һуҡмай, мышар ағасынан ҡоролған тәреләргә ҡарап ғибәҙәт ҡылалар. Фәҡәт мышар ағасынан яһалған тәрелә Ғайса-пәйғәмбәр язаланған, тип ышаныуҙан килә был.
(№ 67)

Фатирлы булдылар09.08.2016

Фатирлы булдыларҠала-районда етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса федераль программа уңышлы эшләп килә. Ошо көндәрҙә уның сиктәрендә өс кеше торлаҡ менән тәьмин ителде. Йыл башынан был категориянан бөтәһе 7 кеше фатирлы булған. 5 йыл дауамында өй хужалары коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе ваҡытында алып барһа, квадрат метрҙарын башҡа берәүгә ҡуртымға бирмәһә, ғөмүмән, торлаҡ фонды менән төҙөлгән килешеү талаптарын үтәһә, фатирҙы хосусилаштырыу мөмкин буласаҡ.
(№ 64)

Фажиғә менән тамамлана09.08.2016

6 август көнө иртәнге сәғәт 9-ҙа Учалы ҡалаһының Энергетиктар урамында фажиғә менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаһы була. 23 йәшлек ВАЗ-2109 автомобиле водителе велосипед менән идара итеүсе 31 йәшлек ҡатынды тапай.
(№ 64)

Был донъяла ниҙәр бар?09.08.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Сентябрь башында Рио-де-Жанейро ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар өсөн Паралимпия уйындары ла үткәреләсәк. Допинг ҡулланыуҙа ғәйепләп, Рәсәй йыйылма командаһын бөтөнләй ҡатнаштырмау тураһында ҡарар сығарылды. Бер яҡтан «...инвалидтарға көстәре етте!» - тип һуҡранғы килһә лә, ысынлап та, допинг таралған икән - ни үпкә инде? Химик стимуляторҙар кешене биороботҡа әйләндергән нәмә бит инде, ундай спорт булғанға ҡарағанда булмауы хәйерле.
(№ 64)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Август 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.