» Материалы за Сентябрь 2016 года

Тормошо китапҡа торошло30.09.2016

[Тормошо китапҡа торошлоb]Рысай ауылында йәшәүсе Сәмиғә Әлимбаева 90 йәшен тултырған. Ғүмер көҙөн кисереүсе был кешенең тормош юлы үҙе бер китапҡа торошло. Яҙмыш яҙған әҫәрҙең биттәрен асҡан һайын әңгәмәсем күҙҙәренән йәштәрен тәгәрәтеп илап та, аҡ тештәрен ялтыратып көлөп тә ала. Хәтирәләрҙең бер бәләкәй генә өлөшө менән танышып өлгөрҙөк, әммә ул ғына ла бөгөн беҙҙең аҡса юҡлыҡҡа, үҙебеҙсә ҙур ауырлыҡтарға зарланыуыбыҙ бер ни түгел икәнен аңлау өсөн етте. Ҡағылып-һуғылып үҫкән, күпкә түҙгән, күпте кисергән апайҙың сыҙамлылығы, күңел көрлөгө ныҡ тәьҫирләндерҙе.
Сәмиғә Арслан ҡыҙы 1926 йылда Абҙаҡ ауылында донъяға килә. Атаһы, унан һуң әсәһе иртә баҡыйлыҡҡа күсәләр. Ҡыҙсыҡ атаһының бер туған ҡустыһы ҡулын-да ҡала. Үҙҙәренең береһенән-береһе кесе биш балаһы булған ғаилә өҫтәмә тамаҡты яратып тормағандыр инде. Йәше тулып мәктәпкә барырға ваҡыт етһә лә, балаларҙы ҡарашырға кәрәк, тип еңгә бикәсен уҡырға ебәрмәй. [/b]
(№ 78)

Был донъяла ниҙәр бар?28.09.2016

АҠШ президенты Барак Обама юҡҡа ғына күңелдә шом уятмай икән. Американың шайтан сиркәүе башлығы Люсьен Гривз уға рәхмәт белдерҙе. Ошо Хоҙай ҡушмаған тәғлимәт шәрәмәтен мәктәптәрҙә уҡытырға рөхсәт иткәне өсөн. Хатта дәүләт иҫәбенә махсус дәреслектәр ҙә таратыласаҡ. Әйткәндәй, Америкалағы дини (һәм дингә ҡаршы) ойошмаларҙың аҡса әйләнеше йылына 1,2 триллион доллар тәшкил итә. Сағыштырыу өсөн: Рәсәйҙең 2016 йылға бюджеты - 247,4 миллиард доллар тирәһе. Америкала бар дин - Алтын Ботҡа табыныу, йәғни бизнесҡа әйләндерелеп бөтөлгән инде. Уйҙырма саентология сиркәүен нигеҙләүсе Рон Хаббард туранан-тура әйткән була бит - «Мең доллар кәрәк икән - бензоколонка ас, миллион кәрәк икән - яңы дин булдыр». Бындай яңылыҡтарҙы уҡығандан һуң Америкалағы етеш тормош бер ҙә әүрәткес булып күренмәй.Был донъяла ниҙәр бар?
(№ 78)

Киләсәк - йәштәр ҡулында28.09.2016

Киләсәк -  йәштәр ҡулындаЯл көндәрендә ҡалабыҙҙа «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС төркөмө илдәрендә студент спорты. Тәжрибә һәм үҙеш перспективалары» тип аталған Халыҡ-ара форум үтте. «Был сара былтыр Өфөлә уҙған ШОС һәм БРИКС саммиттарының йәштәр форматындағы дауамы. Форум үткәреү хоҡуғы алыу өсөн университетыбыҙ конкурста ҡатнашып, махсус федераль грантҡа эйә булды», - тип аңлатма бирҙе Башҡорт дәүләт университеты проректоры, яҡташыбыҙ Юлай Янбаев.
(№ 75)

Был донъяла ниҙәр бар?20.09.2016

(№ 75)

Абдулла Солтанов - Почетлы граждан20.09.2016

14 сентябрь, яңы һайлауҙарға һанаулы көндәр ҡалғанда, 3-сө саҡырылыш район Советының һуңғы 49-сы сессияһы уҙғарылды. Һуңғы ултырыш булһа ла, бик эшлекле үтте. Район бюджетына үҙгәрештәр индерелде, дөйөм файҙаланыуҙағы һыу объекттарын файҙаланыу ҡағиҙәләре, стационар булмаған сауҙа нөктәләрен урынлаштырыу тәртибе раҫланды, башҡа күп һорауҙар ҡаралды.
Муниципаль район Со-веты рәйесе Дамир Кә-римов 4 йыл ағымында башҡарылған эшкә от-чет яһаны. 2012-2016 йылдарҙа 49 ултырыш үткәрәләр, 705 ҡарар ҡа-бул ителә. Саҡырылыш дәүерендә 19 йәмәғәт фекер алышыуҙары (пуб-личные слушания) үт-кәрелә. Советтың даими комиссиялары 123 тапҡыр ултырышҡа йыйыла, унда төрлө-төрлө өлкәләрҙәге 581 һорау ентекләп ҡа-рала. Шулай уҡ депутат корпусы фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн 67 яҡташыбыҙҙы муниципаль район Сове-тының Почет грамоталары менән бүләкләне, 106 яҡташыбыҙға БР һәм РФ наградалары биреүҙе юл-ланы.
(№ 75)

Имен-аман үтте20.09.2016

Ниһайәт, сираттағы һайлауҙар ҙа имен-аман үтеп китте. 18 сентябрҙә ҡала-районыбыҙҙа 65 һайлау участкаһы эшләне. Учалылар РФ Дәүләт Думаһына, Учалы район Советына, ҡала Советына, шулай уҡ Мансур (7-се округ), Учалы (3-сө округ), Миндәк (6-сы округ) ауыл Советтарына депутаттар һайланылар.
Учалы ҡала-районын-да һайлауҙар ойошҡан рәүештә барҙы. Ҡала-ның 3-сө лицейында урынлашҡан 3152-се һайлау участкаһына ха-лыҡ һигеҙ тулмаҫтан уҡ килә башланы. Биләмәлә 1612 һайлаусы иҫәпләнә. Сәғәт иртәнге 10-ға 85 кеше тауыш биргән ине.
(№ 75)

В Центризбирком Башкирии поступило шесть обращений по нарушениям на выборах18.09.2016

В Центральную избирательную комиссию Башкортостана в Единый день голосования поступило шесть обращений, в том числе три — из ЦИК России. Данные по состоянию на 11 часов привел глава ЦИК РБ Хайдар Валеев. Главный организатор выборов озвучил некоторые из них.

Йәрминкәнән тура һайлауға18.09.2016


3147-се һайлау участкаһы ҡала филармонияһының икенсе ҡатында ишектәрен асты. 1539 һайлаусы теркәлгән, уларҙың 47-һе 18 йәше тулған йәш һайлаусылар. 10.00 сәғәттә 89 кеше һайлаған. Азат Әхмәтханов сәнғәт колледжының вокал бүлегенең 1-се курс студенты. Июнь айында 18 йәше тулған. Һайлауҙа тәүгә ҡатнаша.

Буш вәғәҙә кәрәкмәй18.09.2016

Буш вәғәҙә кәрәкмәй
Ҡунаҡбай ауылы мәҙәниәт йортонда дәртле музыка тауышы яңғырай. Ауыл халҡы әүҙем, иртә таңдан гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыға. Айырыуса урта йәштәгеләр, пенсионерҙар күп күренә. Участкала Ҡунаҡбай, Илтабан, Күбәк ауылдарынан 1170 кеше теркәлгән. Әлеге мәлдә, сәғәт 10.00 тирәһенә 150 кеше тауыш биргән. 99 кешене өйҙәренә барып һайлатасаҡтар: 9 кеше - Күбәк ауылынан, ҡалғандары ололар, һаулыҡ торошо буйынса килә алмағандар. Өс партиянан - "Берҙәм Рәсәй", "Ғәҙел Рәсәй", "КПРФ"-тан күҙәтеүселәр ҡатнаша.

Әүҙем ҡатнашалар18.09.2016

Әүҙем ҡатнашаларУчалы ҡала-районында һайлауҙар ойошҡан рәүештә бара. Ҡаланың 3-сө лицейында урынлашҡан 3152-се һайлау участкаһына ла халыҡ яйлап килә башланы. Биләмәлә 1612 һайлаусы иҫәпләнә. Сәғәт иртәнге 10-ға 85 кеше тауыш биргән.


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Сентябрь 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.