» Материалы за Ноябрь 2016 года

Был донъяла ниҙәр бар?29.11.2016

Үҙебеҙҙе мосолман тип маһайыуыбыҙ торһон инде... «Айыҡ Рәсәй» проекты сиктәрендә Рәсәй субъекттары араһында эскеселек буйынса рейтинг төҙөлдө. Иң аҙ эскәндәр - Чечня, Ингушетия, Дағстан. Алкоголик-төбәктәр - Магадан һәм Амур өлкәләре, Чукотка, Коми һәм Пермь крайҙары. Башҡортостан 21-се урында. Иң ғәрләндергәне - Татарстан ғына түгел, Ставрополь крайы, Ырымбур, Белгород өлкәләре кеүек мосолмандар аҙ иҫәпләнгән төбәктәр ҙә беҙҙе артта ҡалдырҙы. Рейтинг төҙөгәндә эсеп үлеүселәр, иҫәптә торған алкоголиктар, хәмер баҙары күләме (шул иҫәптән йәшерен сауҙа), иҫергән килеш ҡылынған енәйәттәр иғтибарға алына.
(№ 95)

Килмәктә лә булдыҡ беҙ29.11.2016

Килмәктә лә булдыҡ беҙБылтыр Наурыҙ ауылы хакимиәте һәм ҡатын-ҡыҙҙар Советы тәҡдиме менән бергәләшеп «Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһын башлап ебәргәйнек. Тәүҙә наурыҙҙарға юлландыҡ, улар үҙ сиратында эстафетаны Яңы Байрамғол ауылы хакимиәтенә тапшырҙы, артабан Амангилде яҡтарына юл тоттоҡ. Ниһайәт, матур традициябыҙҙы быйыл да дауам итәбеҙ. Зәйнәкәйҙәр эстафета таҫмаһын миндәктәргә тапшырҙы. Ошо көндәрҙә коллектив менән бүләктәребеҙҙе тотоп Килмәк ауылына ҡунаҡҡа барҙыҡ.
(№ 95)

Мөмкинлектәр бихисап29.11.2016

Мөмкинлектәр бихисап 25 ноябрҙә Учалы районына эш сәфәре менән БР иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков килде. Ул бер нисә урындағы сәнәғәт предприятиеларында булды. Эш сәфәре аҙағында моноҡалаларҙы үҫтереү федераль фондының (ФРМ) әһәмиәте тураһында кәңәшмә уҙғарҙы.
Сергей Новиков 2004 йылда Учалы урман машиналар эшләү заводы нигеҙендә барлыҡҡа килгән «РИВС» заводында булды. Предприятиеның генераль директоры Вя-чеслав Ким сәнәғәт объ-ектының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. За-вод Рәсәй, Монголия, Ҡаҙағстан, Әрмән-стан, Үзбәкстан тау-байыҡтырыу предпри-ятиеларына ҡорамалдар етештереү һәм монтажлау менән шөғөлләнә. Бы-йыл бер партия ҡо-рамалды Вьетнамға ебәргәндәр, шулай уҡ Чили һәм Бразилия предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итеү тура-һында һөйләшеү алып баралар. «РИВС» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте-нең төп предприятиеһы Санкт-Петербургта урынл-ашҡан. Учалыла иһә тех-нология, минералогия, гидрометаллургия, руда әҙерләү лабораториялары, сәнәғәт ҡулайламалары цехы эшләй. Компа-ния киләсәктә произ-водствоның ҙур өлө-шөн бында күсерергә, завод ҡеүәтен байтаҡҡа арттырырға ниәтләй.
(№ 95)

Тормош балалар менән йәмле25.11.2016

Тормош балалар  менән йәмлеҺәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Сабыйын тәү тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә төрөнөп йәшәгән атайҙан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтыраҡ мөхит бармы икән донъяла? «Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул», - тип сағыштырған Риф Мифтахов. Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Был йәһәттән, Рәсүл ауылында йәшәүсе Әлфинә Камалетдинова бәхетле ҡатын. Ул биш балаға ғүмер бүләк иткән.
Әлфинә Айрат ҡыҙы Иҫтамғол ауылы һылыуы, тормош иптәше Харис Талха улы Ҡотойҙан. Тәү-ҙә тормош иптәшенең ауылында йәшәйҙәр, һу-ңынан Әсәлек капита-лына Рәсүлдән йорт һатып алып шунда күсәләр.
(№ 94)

Йәнә бер гөрләп үтте22.11.2016

Йәнә бер гөрләп үтте«Яйыҡ» гәзите призына «Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе» фестивале йәнә бер гөрләп үтте. Спорт байрамының баҫмабыҙҙың 25 йыллыҡ юбилейына арналыуы бик мәртәбәле булды. Әйтергә кәрәк, быйыл фестиваль программаһы тулыһынса үҙгәртелгән ине. Ул бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле булды һәм, башлыса, спорт менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнмәгән ябай ғаиләләргә иҫәпләнгәйне.
Ярышҡа ун команда йыйылды. Улар ара-һында фестивалдә даими ҡатнашҡан күптән-ге таныштар менән бергә яңы йөҙҙәрҙе лә күреүебеҙгә ихлас һө-йөндөк. Гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Римма Солтанованың сәләмләү һүҙҙәренән, Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарына тигеҙләнеп, дәүләт гимндарын тыңлағандан һуң спорт байрамына рәсми старт бирелде.
(№ 93)

Тәжрибәбеҙ Һиндостанда ла өйрәнелә21.11.2016

«Партисипатор» тигән һүҙҙән ҡурҡып китмәгеҙ. Инглиз теленән килгән төшөнсә был - барыһы ла ҡатнашҡан эш йә күренеш шулай атала. Беҙҙеңсә «өмә» тиергә лә булалыр. Фәҡәт партисипаторлы бюджетлау (сығымдарҙы планлаштырыу) буйынса 3-5 ноябрҙә Һиндостандың Керала штатының Коччи ҡалаһында БРИКС илдәренең конференцияһы үткәрелде. Әһәмиәтле халыҡ-ара форумда Рәсәй төбәктәрен 3 субъект вәкилләй - Башҡортостан Республикаһы, Алтай крайы һәм Ярославль өлкәһе.
(№ 90)

Көнүҙәк торлаҡ мәсьәләһе21.11.2016

Көнүҙәк торлаҡ мәсьәләһеЙәшәү урыны - бәхетле ғаилә тормошоноң үтә мөһим бер шарты. Кеше торлағын ҡуртымға алып тороу аҡса йәһәтенән генә ауырға төшмәй, балалар менән фатирҙан фатирға күсеп йөрөү нервыларҙы ла ҡаҡшата. Советтар Союзы заманында бушлай торлаҡ алыуға өмөт итергә мөмкин булһа, бөгөн тик үҙ көсөңә генә ышанырға ҡала. Шулай ҙа, халыҡтың айырым бер категорияһы йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләттән ярҙам алыуға дәғүә итә ала. Бөгөн Рәсәйҙә, республикала ниндәй торлаҡ программалары эшләп килә, уларҙа кемдәр ҡатнаша ала, субсидиялар ниндәй шарттарҙа бирелә, сират ҙурмы - ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Алина Агишева менән әңгәмәләштек.
(№ 93)

Киноға төшкән яҡташыбыҙ21.11.2016

Киноға төшкән яҡташыбыҙ«Тәүҙә шаярыу, бының булыуы мөмкин түгел, тип ҡабул иттем тәҡдимде»... Йәй аҙағында булған ваҡиғаларҙы иҫенә төшөргәндә Таһир Танатов йәнә бер янып-ярһып китә. Шулай булмай, һәр кемгә фильмға төшөргә тәҡдим яһамайҙар бит. Ә бына яҡташыбыҙға мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ киноактер ролен һынап ҡарау бәхете тейгән.
Таһир Танатов Учалы ауылы Башҡорт гимназияһының 9-сы класында белем ала. Өс йыл элек ул мәктәптә әүҙем эшмәкәрлек алып барған «Бөҙрәкәй» өлгөлө балалар театрына йөрөй башлай. Етәкселәре - Гөлдәр Хәкимова. Театр бына инде нисәнсе йыл рәттән «Урал батыр» республика йәш сәсәндәр конкурсында алдынғы урындарҙы биләүе менән билдәле. Быйыл да Бөрйән районында уҙған ярышта 28 команда араһынан «Бөҙрәкәй» беренсе урынды алыуға өлгәште. Еңеү яулауҙа Таһирҙың өлөшө тос, сөнки тап ул төп ролде - Урал батыр образын башҡара бит. Ошонда йәш актер Сибай режиссеры Айгиз Ғабдуллин менән осраша. Таһирҙың сәхнәләге уйыны менән хайран ҡалған режиссер уны үҙенең «Серле бүләк-2» фильмында төшөргә саҡыра. Тәүҙә егет тәҡдимгә ышанып етмәй.

Егеттәр  һынатмай21.11.2016

Егеттәр  һынатмайУчалы ауыл хужалығы колледжы (былтыр 98-се һөнәрселек училищеһы статусын ошо исемгә үҙгәртте) ҡала-районыбыҙҙа ауыл хужалығы белгестәрен әҙерләгән берҙән-бер уҡыу йорто. Һуңғы йылдарҙа республиканың төрлө төбәктәрендә эшләгән училище-колледждарҙың хәле еңелдән түгел, белем усаҡтарына ябылыу хәүефе янай, студенттар һаны йылдан-йыл кәмей.
Беҙҙең 98-се һөнәр-селек училищеһын да урап үтмәне был проблема, уны ябыу-ҡушыу тураһында күп һүҙ ҡуҙғалтылды. Ниһайәт, ҙур тырышлыҡ менән уҡыу йорто һаҡланып ҡалды, колледжға әйләнде. Күреүебеҙсә, студенттар һаны ла арта бара. Быйылғы уҡыу йылына планды тулыһынса үтәгәндәр, 100 студент йыйғандар. Уҡырға теләүселәр кү-бәйгән, хатта урындар етмәй башлаған. Ситтән, алыҫ ауылдарҙан уҡығандарҙың барыһы ла ятаҡ менән тәьмин ителгәндәр. Әммә уҡыусылар һаны артыу сәбәпле ятаҡ мәсьәләһе киҫкен тора. Колледж етәкселеге ошо проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй.
- Мәктәптәр менән хеҙмәттәшлек, ата-әсә-ләр менән әңгәмәләр үткәреү үҙен аҡланы, планды 100 процентҡа үтәнек. Киләһе йылға 125 студент алырға тейешбеҙ, - ти директор Марат Ғәйнуллин.
(№ 92)

«Аҙна һайын приз»17.11.2016

«Аҙна һайын приз»Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, 15 сентябрҙән 2017 йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланыуы хаҡында иғлан иткәйнек инде. Хаҡтарҙың төшөүен дә һөйөнсөләнек. Шулай ҙа тағы бер иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек: 6 айға гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡы - 767 һум 16 тин, 1 йылға - 1390 һум 27 тин. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм I, II төркөм инвалидтары өсөн 6 айға - 709 һум 68 тин, 1 йылға - 1275 һум 41 тин.
Ә 13 октябрҙән 23 октябргә тиклем ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу декадаһы үткәрелә. Был осорҙа хаҡтар тағы ла осһоҙораҡ. 1 айға «Яйыҡ»ҡа яҙылыу хаҡы ни бары 115 һум 7 тин. 6 айға - 690 һум 42 тин, бер йылға - 1251 һум 24 тингә генә төшәсәк. Өлгөрөп ҡалығыҙ, дуҫтар!
(№ 80)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.