» Материалы за Декабрь 2016 года

Ауылдарҙа байрам рухы30.12.2016

Ауылдарҙа байрам рухыҺуңғы йылдарҙа ауылдарҙа Яңы йыл байрамы алдынан йорттарҙы, ағастарҙы гирляндалар, боҙ фигуралары менән биҙәй башланылар. Күптән матур традицияға әйләнгән был күңелле саранан береһе лә ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.
Наурыҙ ауыл биләмәһе хакимиәте урамдар араһында иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы конкурсын иғлан иткән һәм ғәжәйеп күркәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән. Ошо уңайҙан беҙ Наурыҙға барып урындағы халыҡ үҙ ҡулдары менән булдырған матурлыҡты ҡарап, баһалап ҡайттыҡ.
Биләмәлә байрамға әҙерлек саралары бик әүҙем алып барылған. Хакимиәт башлығы Закир Ғарипов менән тәүҙә Тирәкле урамында туҡталдыҡ. Бында кү-ңелле тамаша менән ҡаршы алдылар. Түрҙә мул табынлы өҫтәл әҙер-ләнгән, боҫрап самауыр ҡайнай, усаҡтағы ҡаҙанда аш бешә. Ҡыш бабай (Әхмәр Ибраһимов) ме-нән Ҡарһылыу (Миңнур Байғарина), йыл хужаһы - Әтәс (Әлфиә Ибраһимо-ва) ҡатнашлығында ҡы-ҙыҡлы инсценировка күрһәтелде. Тирәклеләр йыр-моңға маһир икән-дәр, өҙҙөрөп гармунда ла уйнайҙар, йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә. Бергәлә-шеп тыпырлатып алдыҡ. Улар урамдарында боҙ ҡаласығы булдырған, ҡарҙан төрлө фигуралар һынландырғандар.
(№ 1)

Яңы йыл менән, дуҫтар!30.12.2016

Яңы йыл менән, дуҫтар!Уралыма, бына, йыл яңыртып,
Байрам бүләк итә ер-күгем.
Аҡ моңдарға сорнап яуған ҡарҙар
Керпектәргә элә бөртөгөн.

Шәмдәлдәрҙә, беҙҙең күңелдәрҙә
Төндәр яҡтырырлыҡ нурҙар бар.
Йөрәктәрҙе беҙҙең асып һалыр,
Күтәреп тә алыр йырҙар бар.

Һуға сәғәт!.. Матур
теләктәрҙең
Түбәһендә ваҡыт - тантана.
Ҡотлауҙарҙың йылылары йәндә
Ҡыуаныстар булып ятлана.

Күтәрәйек, дуҫтар,
байрам һыйын,
Күтәреләйек беҙ үҙебеҙ!
Яңы йылға күсһен табын йыры,
Яңы йылға күсһен һүҙебеҙ.

Именлектә беҙҙең йәшәүҙәрҙе
Ерем-күгем туйлай урамда.
Ризалатып, риза булып донъя
Яңы йылды башлай Уралда.
Хәсән НАЗАР.

(№ 104)

Ҡандыболаҡ Яйыҡҡа ҡушыла27.12.2016

Ҡандыболаҡ Яйыҡҡа ҡушылаШулай итеп, сираттағы «Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһы Ҡоҙаш ауылында дауам итте.
Ҡоҙаштың бөгөнгө көнө тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреүҙән башлайыҡ. 131 йорт хужалығы иҫәпләнә, 448 кеше көн күрә. Балалар баҡсаһы, ауыл клубы, фельдшер пункты эшләп килә. Иң ҙур йәмәғәт бинаһы - Рәсүл менән Ҡоҙашты тоташтырып ултырған мөһабәт мәктәп. 70-ләп бала белем ала бында, 10-11-се кластарға Иманғолға йөрөтөп уҡытыу өсөн былтыр өр-яңы автобус бүленгән. Үкенес, элекке һөтсөлөк фермаһы ла, тауыҡсылыҡ фермаһы ла юҡ бында хәҙер. Халыҡ Межозерныйға, Учалы ҡалаһына, Себер яҡтарына йөрөп эшләй йә шәхси йорт хужалыҡтары иҫәбенә тамаҡ аҫрай.
(№ 103)

Был донъяла ниҙәр бар?27.12.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?«Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, киләһе йылдан бер ҡап тәмәкенең хаҡы 220 һумға етеүе ихтимал. Насар ғәҙәт, һүҙ ҙә юҡ, әммә ғүмер буйы тартҡан граждандарҙың барыһының да ҡапыл ғына ташлай алмаясаҡтары ла көн кеүек асыҡ. Бик күп халыҡта власҡа ҡарата ризаһыҙлыҡ көсәйәсәген сәйәсмәндәр аңламай микән? Әйткәндәй, Ель-циндың ҡуштандары 1991 йылда Рәсәйҙәге тәмәке фабрикаларын бер юлы ремонтҡа яптырып, тәмәке дефициты барлыҡҡа килтерҙе. Был, үҙ сиратында, СССР етәксеһе Горбачевҡа ҡарата халыҡ нәфрәтен артабан көсәйтте... Сәйәсмәндәр ҡайтанан бер үк тырмаға баҫырға йыйынһа, Рәсәй Эске эштәр министрлығы борсолоу белдерҙе - хаҡ саманан тыш күтәрелгәс, тәмәке күрше илдәрҙән контрабанда итеп күпләп килтерелә башлаясаҡ. Әйтерһең, халыҡтың «фанфуриктар»ҙан ҡырылыуы етмәгән, хәҙер бер ниндәй тикшереү үтмәгән, эсенә ни һалғандары билдәһеҙ сигареттар пәйҙә булыуы бик тә ихтимал шул. Ҡалған илдәрҙең тәжрибәһе тап шул хаҡта һөйләй.
(№ 103)

Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар27.12.2016

Хеҙмәте барҙың хөрмәте барЯңы йыл алдынан хеҙмәт алдынғыларын ҡотлау күптән матур традицияға әйләнгән. Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең ҙур залында төрлө һөнәр эйәләрен тәбрикләнеләр. Улар араһында табиптар, уҡытыусылар, сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре бар ине. Киләһе йылда йәнә лә һөҙөмтәлерәк эшләү, яңынан-яңы үрҙәр яулау теләген тыуҙырҙы был тантана.
Учалы районы Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов алдынғыларға федераль, республика һәм район кимәлендәге наградалар тапшырҙы. Һәр кемде яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәб-рикләп, ғаилә именлеге һәм эштәрендә уңыштар теләне.
- Был наградаларҙы фи-ҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән яулағанһығыҙ. Эшегеҙ менән йәмғиәткә өлгө күрһәтәһегеҙ. Әле илебеҙ ҡатмарлы осор кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, Ватанға хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәйек. Берҙәм көс менән генә был ҡыйын осорҙо лайыҡлы үтеп сығасаҡбыҙ, - тине ул.
(№ 103)

Бер тарихҡа ике ҡараш23.12.2016

Минең ҡулымда ошо ва-ҡиғаларҙа туранан-тура ҡат-нашҡан ике шәхестең үҙ ҡул-дары менән теркәгән тарихи мәғлүмәттәре: 1-се Башҡорт кавалерия полкы командиры Муса Мортазиндың «Башкирия и башкирские войска в гражданскую войну» китабы һәм Смоленск полкының 1-се батальоны ҡыҙылармеецы Ф.В. Костевичтың Билал мәк-тәбе уҡытыусыһы Әминев Сә-лимйән Фәхрислам улына 1967 йылда яҙған хаттары.
Костевич Федор Васильевич 1898 йылдың 18 ғинуарында Бобруйск ҡалаһында (Белорус ССР-ы) тыуған, милләте - белорус. Бобруйск ҡалаһы училищеһын тамамлағас, 1916 йылда хәрби хеҙмәтен 9-сы пехота полкы составында Рославль ҡалаһында башлай. 1917 йылдың февралендә полк Беренсе Донъя һуғышы фронтына оҙатыла. Сентябрь айында полк большевиктар агитацияһына ныҡлап бирелеү сәбәбе менән Минск ҡалаһы янында резервҡа күсерелә. 1917 йылдың ноябрендә Себер казак дивизияһы составындағы полк-тар өйҙәренә таратыла.
(№ 102)

Сәйлән оҫтабикәһе23.12.2016

Сәйлән оҫтабикәһеЗәлифә Мөбәрәкова өйөндә гөлдәр йәйен-ҡышын сәскәгә күмелеп ултыра, ағастар йыл әйләнәһенә йәшел япрағын ҡоймай. Ҡул йылыһы һалынып эшләнгән был ижадтар тере үҫемлектәрҙән һис ҡалышмай, сағыу һәм матур. Сөм һауыт тулған меңләгән ваҡ сәйләндәрҙе (бисер), уларҙан яһалған күп тажлы сәскәләрҙе, һалынып төшкән япраҡлы ағастарҙы күргәс: «Был эш менән булыр өсөн күпме түҙемлек кәрәк!» - тигән аптырау ҡатыш һоҡланыу тойғоһо кисерәһең. «Тәү ҡарашҡа ғына ауыр күренә ул. Ә ысынбарлыҡта бик мауыҡтырғыс шөғөл», - ти Зәлифә Ғилметдин ҡыҙы беҙҙең кисерештәрҙе аңлап.
Мәҡәлә геройыбыҙ сығышы менән Рысай ауылынан. Иманғолда йәшәй. Оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында хеҙмәт иткән. Дүрт бала әсәһе. Ҡыҙы Рита Силәбе өлкәһенең Нөғәйбәк районында төпләнгән, педиатр булып эшләй, ике ҡыҙ үҫтерә. Альбина тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә, әлеге көндә икенсе улы менән декрет ялында. Нил улы - сауҙа нөктәһендә менеджер, Айнур - тау сәнәғәте колледжының 2-се курс студенты.
Өлгөр хужабикә ҡул эштәре менән элек-электән мауыға.
(№ 102)

Асылымды таптым20.12.2016

Хәмбәлиева Наилә Нәжип ҡыҙы 1966 йылдың 22 июнендә Учалы районының Наурыҙ ауылында доньяға килгән. Урта мәктәпте 1983 йылда тамамлай.
Профессиональ белемде Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ала. 1988 йылда, уҡыуҙы бөткәс, йүнәлтмә буйынса Яңы Байрамғол ауылына «Байрамғол» совхозының 7-се бүлексәһенә бухгалтер ярҙамсыһы итеп ебәрелә. 1989 йылда шул ауылдың егете Хәмбәлиев Нәғимгә тормошҡа сыға. 1992 йылда, «Байрамғол» совхозынан айырылып, «Яңы Байрамғол» совхозы барлыҡҡа килә. Наиләне совхоздың баш бухгалтеры итеп тәғәйенләйҙәр. 2000 йылға тиклем ошо вазифаны биләй. 1996-2000 йылдарҙа Башҡорт аграр университетында ситтән тороп экономист һөнәрен үҙләштерә.
2005 йылдан Яңы Байрамғол ауыл Советында эшләй. Башта ер эштәре буйынса белгес, 2010 йылдан 2016 йылға тиклем (хаҡлы ялға сыҡҡансы) эштәр менән идара итеүсе булып хеҙмәт итә. Ситтән тороп юрист һөнәрен үҙләштерә. 2015 йылда шиғырҙар яҙа башлай. Быйыл «Башҡортостан ҡыҙы» иғлан иткән «Әсә йөрәге» шиғырҙар конкурсында беренсе урын яулай. Наилә Нәжип ҡыҙы - Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Ошо көндәрҙә уның «Асылымды таптым» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.
Әҙәбиәт һөйөүселәр иғтибарына Наиләнең шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.
Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе.

Башкирия түгел!
Башҡортостан!
Быуаттарҙы быуаттарға ялғап,
Халҡым булған көрәш юлында.
Йырын һуҙған милләтемде данлап,
Уҡ-ҡылысы булған ҡулында.

Уралымдың мәғрүр ҡаялары
Салауаттың рухын һаҡлайҙар.
Батыр аманаты - васыяты
Беҙҙең дәүерҙә лә хаҡ, тиҙәр.
(№ 101)

Иҫтамғолдар ҙа ҡушылды20.12.2016

Иҫтамғолдар ҙа ҡушылды«Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһы дауам итә. Миндәктәр эстафета таҫмаһын Уральск ауыл Советына тапшырған ине. Оҙаҡ көттөрмәй, Иҫтамғол ауылы мәҙәниәт йортона гәзит уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуға юлландыҡ. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, бында ла беҙҙе йыр-гармун, йор һүҙҙәр менән бик йылы ҡаршы алдылар.
Уральск ауыл Советына Уральск, Баҙарғол, Иҫтамғол, Ишкен һәм Октябрьск ауылдары ҡарай. Бөтәһе 3 меңдән ашыу кеше көн итә. Ауыл Советы хакимиәте башлығы - Фәнил Әхмә-ҙиев. Иҫтамғолдоң үҙендә иһә 64 йорт иҫәпләнә.
(№ 101)

Был донъяла ниҙәр бар?20.12.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?Ошо көндәрҙә Мәскәү хәрби округ суды Владимир Чиркиндың ришүәтселек менән түгел, «ни бары» мутлашыу менән шөғөлләнеүен раҫланы. Иректән мәхрүм ителеү 90 мең һум штрафҡа алмаштырыла. Иң ғәрләндергәне - генерал-полковник дәрәжәһе һәм дәүләт наградалары кире ҡайтарыла, маһайып йөрөйәсәк инде! Был кешенең Мәскәү хәрби округы командующийы урынбаҫары вазифаһын биләгәндә, офицерҙарға закон менән тейеш фатирҙарҙы биргәндә аҡса түләүҙәрен талап итеүе асыҡлана. Аҙағынан карьераһы ҡырҡа өҫкә артыла - Рәсәй Ҡоро ер ғәскәрҙәре командующийы дәрәжәһенә етә, 2013 йыл Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парады менән етәкселек итә... Аҙаҡтан ғына 2008 йылда ҡылған мутлыҡтары соҡоп сығарыла. 5 йылға ултырттылар ҙа, хәҙер килеп йәнә орден-миҙаллы генерал иттеләр.


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2016    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.