» Материалы за Февраль 2017 года

Шау-гөр килде байрамдар28.02.2017

Шау-гөр килде байрамдар Үткән аҙна аҙағы Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм Масленица байрамы билдәһе аҫтында үтте.
22 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бағышлап, филармонияла тантана һәм ҙур концерт ойошторолдо. Сараға Бөйөк Ватан һуғышы, локаль бәрелештәр ветерандары, көс структурала-ры хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәтселек саҡырылды. Филармония фойе-һында балаларҙың «Атайым - иң яҡшы» фотоконкурсы өлгөләре ҡуйылыу күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Баш һүҙ менән сығыш яһаған ра-йон хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов ветерандарға рәхмәт әйтте һәм бөгөнгө көндә илебеҙ һағында торған яҡташтарыбыҙ менән ғо-рурлыҡ белдерҙе. Эйе, кадрҙағы офицерҙарҙы иҫәпкә алмағанда ла, тап әлеге мәл 270 йәш егетебеҙ хәрби хеҙмәт үтә. Лайыҡлы хеҙмәт итә, тип тә өҫтәргә кәрәктер.
(№ 16)

Был донъяла ниҙәр бар?28.02.2017

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан РФ Президенты В.В. Путин Сирия операцияһында ҡатнашҡан хәрбиҙәр менән осрашыу үткәрҙе. Владимир Владимировичтың һүҙенән, ислам битлеге кейгән террорсылар яғында 4 меңгә яҡын рәсәйле, 5 меңләп башҡа элекке совет рес-публикалары граждандары ҡатнаша... Тәүбәгә килмәйенсә кире ҡайтырға булып китмәһендәр инде! Сириялағы операцияның бер үҙенсәлекле яғы ҡалҡып сыҡты: «Ростех» дәүләт корпорацияһы башлығы Сергей Чемезов Америка гәзиттәренә биргән интервьюһында, Рәсәйҙә етештерелгән ҡоралды башҡа илдәр күберәк һатып ала башлауын билдәләне - ысын һуғыш шарттарында ниндәй эффектлы һәм ҡеүәтле икәнлеген барыһы ла күрҙе бит.
(№ 16)

Боҙбармаҡтар һағалай28.02.2017

Боҙбармаҡтар һағалайМартҡа ла аяҡ баҫабыҙ. Яҙһылыу хоҡуҡтарын даулай башланы. Көндәр күҙгә күренеп оҙая, ҡыйыҡтарҙан тып-тып тамсылар тама. Тәбиғәт йоҡонан уяна. Ләкин ҡыш бирешергә ашыҡмай, ябалаҡлап ҡарын яуҙыра, буранын өйөртә. Ҡыш менән яҙ шулай тартыша. Ошо осорҙа кешеләрҙе хәүеф-хәтәр ҙә һағалай. Алда әле ҡар-бурандары ла, юлдарҙа боҙлауыҡтар ҙа күп буласаҡ. Тайып йығылып имгәнеүселәр ҙә был мәлдә күбәйә торған. Табиптар юлдарҙа һаҡ йөрөргә, хәүефһеҙлек саралары тураһында онотмаҫҡа саҡыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, борсолоулы хәлдәр күҙәтелә башланы ла инде. Ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөүҙән зыян күреүселәр февралдең икенсе яртыһында уҡ теркәлгән. Ғинуар аҙағында булған фажиғәне лә яҡшы иҫләйһегеҙҙер. Республикала 13 йәшлек үҫмер тиҫтерҙәре менән һыу башняһы эргәһендә тау шыуа. Көтмәгәндә башнянан боҙға әйләнгән ҡар өйөмө үҫмерҙең өҫтөнә төшә, малай шундуҡ йән бирә. Мәскәүҙә йорт ҡыйығын таҙартҡан мәлдә ҡар ике айлыҡ бала ятҡан коляскаға элә-гә. Ярай ҙа бала зыян күрмәй, әлеге ваҡытта ошо хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
(№ 16)

Хәтер - мәңгелек22.02.2017

Хәтер - мәңгелекХәтер - мәңгелек. Ул тере саҡта кеше лә йәшәй, тиҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары иҫтәлегенә үткәрелгән саралар ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль психологик ярҙам үҙәге «Ровесник» үҫмерҙәр клубы менән берлектә «Тере хәтер» исемле осрашыу ойошторҙо. Унда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан райондаштарыбыҙ, «ҡыҙыу нөктә»ләргә эләгеп тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмаған егеттәрҙең ата-әсәләре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
(№ 15)

Рухи аҙыҡ - мәңгелек байлыҡ21.02.2017

[b]«Китап - аулаҡта серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе»,- тигән бөйөк аҡыл эйәһе, милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесе Ризаитдин Фәхретдин.
Эйе, барлыҡ белем китапта, нәфис әҙәбиәттә. Тик ашау-эсеү, матди бөтөнлөк кенә кешене бәхетле итә алмай. Ул һәр саҡ үҙенә рухи күтәренкелек эҙләй. Кемдер кино, театр, музейҙар-ҙы үҙ итһә, кемдер үҙ милли телендә китап уҡыуҙан айырыла алмай
(№ 14)

Әрме - тормош мәктәбе21.02.2017

Әрме - тормош мәктәбеБатырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, героизм символы булып торған 23 февраль көнө Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән бөтә халыҡ байрамы тип иғлан ителде. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ветерандар, бөгөн хәрби хеҙмәттәгеләр, киләсәктә һалдат булырға тейешле егеттәребеҙ ҡотлау һүҙҙәре ишетә.
Һеҙ һүрәттә күргән егет Рысай ауылынан Алмас Ғәзизов. Әлеге ва-ҡытта ул Екатеринбург өлкәһенең Свободный ҡасабаһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙә-рендә хеҙмәт итә.
Ауылында урта мәктәпте тамамлаған-дан һуң егет Мәскәү ҡалаһына юллана. Мәскәү дәүләт дизайн һәм технология университетына химия һәм биотехнология факультетына уҡырға инә. Дүрт йыл бакалавриатта, ике йыл магистратурала белем ала, бар фәндәрҙән дә яҡшы өлгәшә, икеһен дә ҡыҙыл дипломға бөтә. Айырыуса Рысай мәктәбе уҡытыусыларына мәктәп-тә үк төплө нигеҙле белем биреүҙәренә ҙур рәхмәтле ул. Уҡыу йортон былтыр йәй тамамлап, көҙгө тәүге призыв менән әрмегә саҡырылған.
(№ 14)

Яҙмышы китап яҙырлыҡ17.02.2017

Яҙмышы китап яҙырлыҡ «Учалылар Афғанстанда. Ваҡыт беҙҙе үҙе һайланы…» китабына уның исеме ингән, ләкин мин уның менән күпме генә теләһәм дә, эҙләп таба алманым. Ул ваҡытта Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы Италияла йәшәгән бит. Зәкиә апайҙы эҙләп табыуым һәм уның менән осрашып һөйләшеүем сираттағы шатлығым ине.
Зәкиә Шәйхәйҙәр ҡыҙы 1942 йылда Һөйөндөк ауылында ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Шәйхәйҙәр Шәйхетдин улы Камалов 1920 йылда тыуған. Ул 1943 йылдың 6 мартында һуғышҡа алына. Камаловтар ғаиләһенән ун ир уҙаман һуғышта ҡатнаша, уларҙың өсәүһе яраланып ҡайтҡан, етәүһе ҡанлы һуғыш яланында сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡалған. Әйләнеп ҡайтыусыларҙың береһе - Шәйхәйҙәр Камалов Бессарабия, йәғни хәҙерге Молдовала, НКВД штабында хеҙмәт итә, бандеровсыларға ҡаршы көрәшә.
(№ 13)

Өҫтөнлөклө бурыс - урындағы ҡаҙнаны тулыландырыу17.02.2017

Өҫтөнлөклө бурыс - урындағы ҡаҙнаны тулыландырыу                4 февралдә 4-се саҡырылыш Учалы районы Советы депутаттарының 5-се ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп һорауҙар - былтырғы йылдағы эшмәкәрлек тураһында Совет һәм хакимиәттең отчеттары.
- Отчет осоронда 4 Совет ултырышы үткәрелде, 97 ҡарар раҫланды. 3 президиум ултырышында 76 һорау ҡаралды, - тип билдәләне үҙ сығышында Совет рәйесе Х.Ф. Хәсәнов, - депутаттар 27 тапҡыр граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойоштороп, 85 һайлаусының һорауҙары ҡаралды. Гәзит уҡыусыларҙың иҫтәренә төшөрөргә кәрәктер: был депутат корпусы яңы һайланды, шуға ла һүҙ 2016 йылдың ноябрь-декабрь айҙары тураһында ғына бара.
Ултырыш эшлекле атмосферала үтте, үткән йылға төплө анализ яһалды, көнүҙәк бурыстар билдәләнде. Бөтә доклад-сығыштарҙы тыңлағандан һуң, БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин республикалағы хәлдәргә байҡау яһаны һәм районыбыҙға түбәндәге баһаһын бирҙе: «Дөйөм алғанда, район властары берҙәм, юғары профессиональ кимәлдә башҡарылған эш күрһәтә. Район үҫешенең төп күрһәткестәре үтәлгән, ҡайһылары хатта арттырып. Планлаштырылғанға ирешә алмаған йүнәлештәр ҙә бар, ләкин хәлде яҡшыртыу буйынса конкрет саралар билдәләнгән дә инде». Алексей Ивановичтың фекеренсә, демография хәлен тотороҡландырыу - төп маҡсаттарҙың береһе. Эйе, кеше тыуған төбәгенә йәбешеп йәшәй икән, сит тарафтарға ҡасырға ынтылмаһа, ғаиләләр киләсәктән ҡурҡмайынса күп итеп бала тапһа, үлемдәр кәмеһә, тимәк, төбәктә хәлдәр ал да гөл!
Район хакимиәте башлығы Ф.Ф. Дәүләтгәрәевтың «2016 йылда райондың социаль-иҡтисади үҫеше һәм хакимиәт эшмәкәрлеге, 2017 йылға төп бурыстар» тип аталған докладынан өҙөктәрҙе бер аҙ ҡыҫҡартылған рәүештә бирәбеҙ.
Ауыл хужалығы һәм демогра-фия тураһында ауыл ултыраҡтары хакимиәттәре һәм белгестәре менән үткәрелгән кәңәшмәнән мәҡәләлә ентекләп яҙҙыҡ, ҡа-батлап тормайбыҙ («Нисек йә-шәйһең, ауыл?», «Яйыҡ», №11, 10.02.2017 йыл).
(№ 13)

Бөтә Рәсәй менән бергә17.02.2017

Бөтә Рәсәй менән бергә11 февралдә илебеҙҙә ҙур спорт сараһы - «Рәсәйҙең саңғы юлы-2017» XXXV бөтә Рәсәй күмәк саңғы ярышы уҙҙы. Унда 67 субъекттан бөтәһе 1,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты. Сараның маҡсаты - балаларҙы һәм ололарҙы спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, халыҡ араһында әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау. Йыл һайын ярыш стартына «һәүәҫкәрҙәр» менән бергә профессионалдар, олимпия уйындары чемпиондары, спорт ветерандары ла баҫа. Быйыл да сара гөрләп үтте.
(№ 13)

Үҫмерҙәр енәйәте арта14.02.2017

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республиканың ҡала-район муниципалитеттары башлыҡтары, балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия рәйестәре менән балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау бу-йынса аудиоконференция уҙғарҙы. Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, эске эштәр, мәғариф, йәштәр бүлегенән вәкилдәр ҡатнашты.
(№ 12)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.