» Материалы за Март 2017 года

Ике ҡан берсә тибә31.03.2017

 Ике ҡан берсә тибәТөбәгебеҙҙә бик тә популяр булып киткән самбо һәм дзю-до буйынса ярыштар тураһында яҙғанда йыш ҡына еңеүселәрҙең тренеры Александр Шумков тип йәйә эсендә күрһәтәбеҙ. Баҡһаң, Александр Александрович - милли көрәшкә лә мөкиббән бирелгән кеше икән. Өҫтәүенә, йөрәгендә ғорур казак һәм башҡорт ҡандары типкән, ике яҡты ла берсә ихтирам иткән шәхес.
(№ 25)

Һәләтле уҡыусыларыбыҙ бар30.03.2017

Тел яҙмышы хаҡында уйланғанда, тел  байлығын һәм халыҡтың йәнле һөйләү үҙенсәлектәрен бөр-төкләп йыйып алыу үҙе бер тормош ул.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау, уларҙы артабан үҫтереү, дәртләндереү маҡсатында фәнни-ғәмәли конференция үтте.
Сараны башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова асты. Ул конференцияға килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, йәш тикше-ренеүселәргә уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.
Конференция төрлө йүнәлештә дауам итте: топонимика, гидронимика, ономастика, ерле һөйләш һ.б. Конференция быйыл да байтаҡ һәләтле балаларҙы йыйҙы. Бөрйән, Шаран, Йылайыр, Ғафури, Көйөргәҙе, Белорет, Дүртөйлө һ.б. райондарҙан уҡыусылар ҡатнашты.
Учалы ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡыусылары - Дарья Королева, Ангелина Цупикова, Лиана Мамалимова 2-се урын яуланылар. Улар конференцияла ихлас ҡатнашты. Ай буйына үҙҙәренең етәкселәре Э. Нуриева һәм Э. Харрасова менән материалдар туплап, ентекле әҙерләнеү бушҡа булманы. Мәктәп отличнигы Лиана Ма-малимова экология темаһын күтәреп сыҡты. Дарья Королева «Учалының ете мөғжизәһе» темаһына сығыш яһаны. Ә Ангелина Цупикова «Йөҙ йыллыҡҡа - йөҙ бесәнлек» тигән актуаль тема табыуы менән жюри ағзаларын хайран ҡалдырҙы.
Уҡыусыларҙың әленән үк башлаған ғилми эҙләнеүҙәре шәхес булараҡ формалашыуҙа ла ҙур аҙым булып тора. Балаларҙа аныҡ фекерләүҙе үҫтереүҙе, ҡыйыулыҡ тәрбиәләүҙе, донъяға ҡа-раштарын киңәйтеүҙе маҡсат ииткәндә уларҙы фәнни-тикшеренеү эшенә ылыҡтырыу бик мөһим.
Конференцияның етәксеһе Миңһылыу Ус-манова фекеренсә, беҙҙең ҡыҙҙар бик фәһемле эштәр тәҡдим итеп кенә ҡалманылар, үҙҙәренең рус милләтенән булыуҙарына ҡарамаҫтан, саф башҡортса һөйләшеүҙәре менән һоҡландырҙылар.
Эльза НУРИЕВА,
2-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
(№ 25)

Ер аҫты разведчигы30.03.2017

Ер аҫты разведчигыОҙаҡ йылдар «Башкиргеология» йәмғиәтенең Учалы филиалында баш геолог булып эшләгән Борис Ғәлимйән улы Ғәлиуллиндың исеме күптәргә таныш. Төбәгебеҙҙә ҡаҙылмаларға бай бихисап ятҡылыҡтарҙы асыуға ҙур өлөш индергән кешеләрҙең береһе ул. Әлеге ваҡытта Борис Ғәлимйән улы 81 йәшен ваҡлай, шуға ҡарамаҫтан, ғүмере буйы яратып башҡарған эшен бер көнгә лә иҫенән сығарғаны юҡ. Районыбыҙҙың һәр биләмәһе, тау-ташы яҡшы таныш, балалай ҡәҙерле уға. Геолог булырға 12 йәшенән хыяллана ул.

- 1947 йылда ауылыбыҙ эргәһендә Өфөнән геологтар эшләне, улар менән күпмелер аралашҡандан һуң, ошо һөнәргә баштан-аяҡ ғашиҡ булдым, - тип хәтерләй.
(№ 25)

Социаль йәрминкәгә килегеҙ30.03.2017

Социаль ярҙам күрһәтеү сара-лары, төрлө түләүҙәр буйынса һо-рауҙар йыш тыуа. Шуны иҫәпкә алып, 7 апрель көнө 14.30-16.00 сәғәттәрҙә Учалы ауылы мәҙәниәт йортонда социаль йәрминкә ойоштороласаҡ. Унда халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү бүлеге, Учалы үҙәк дауаханаһы, «Ихтирам» социаль хеҙмәтләндереү үҙәге, 203-сө үҙәк район аптекаһы, социаль страховкалау фонды, социаль приют хеҙмәткәрҙәре граждандар өсөн консультация уҙғарасаҡ. Һорауҙарығыҙ булһа мөһим сранан ситтә ҡалмағыҙ.
Беҙҙең хәбәрсе.
(№ 25)

Туристар күбәйәсәк30.03.2017

[b]Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ҡарары менән федераль әһәмиәттәге «Палеолит эпохаһы һүрәттәре төшкән Шүлгән-Таш мәмерйәһе» һәм төбәк әһәмиәтендәге «Урал-батыр ере» мәҙәни ҡомартҡыларының һаҡланышын тәьмин итеү өсөн ошо ике объект нигеҙендә «Шүлгән-Таш мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-заповеднигы булдырыла. Был милли хазиналарға һаҡсыл мөнәсәбәт тәьмин итеүҙән тыш, объекттарҙың ғилми яҡтан ентекләп өйрәнелеүенә һәм туристар ағымы артыуға булышлыҡ итәсәк.
Шүлгән-Ташҡа былтыр 42 мең кеше килгән, заповедник проекты сиктәрендә музей һәм башҡа инфраструктура булдырылғас, туристар һаны йылына 100-150 меңгә етәсәк, тип күҙаллана.
Учалылар сағыштырмаса яҡын урынлашҡан мәмерйәгә йыш йөрөй торған. Комплекс про-екты тормошҡа ашырылғас, та-ғын да уңайлыраҡ һәм мауыҡ-тырғысыраҡ булып ҡалыр. Әйт-кәндәй, яҡташыбыҙ Гөлшат Хәкимова тап Шүлгән-Таш мә-мерйәһенә һәм заповеднигына бәйле «Минең күләгәмә әйлән» исемле фантастик әҫәр яҙҙы - уны уҡыһағыҙ, сәйәхәт ҡылыу тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр, ошо электрон адрес буйынса танышырға мөмкин - https://lit-era.com/book/bud-moei-tenyu-b9229.
Һәм, зинһар өсөн, заповедник, мәҙәни ҡомартҡы биләмәләрендә үҙегеҙҙе әҙәпле тотоу айырыуса мөһим икәнлеге хаҡында онотмағыҙ!
(№ 25)

Был донъяла ниҙәр бар?27.03.2017

Был донъяла  ниҙәр бар?Ҡайһы саҡ Рәсәйҙең бер бөтөн ил икәнлеге шөбһә лә уятырлыҡ - төрлө төбәктәрҙә тормош шарттары саманан тыш айырыла бит. Бына, мәҫәлән, халыҡтың реаль аҡсалата килемдәре 2016 йылда уртаса алғанда 5,9 процентҡа кәмене. Пермь крайында артҡа тәгәрәү 20,6 процентҡа етһә, Ленинград өлкәһендә, киреһенсә, 4,5 процентҡа нығыраҡ байығандар. Рәсәй буйынса төҙөкләндерелгән торлаҡтың өлөшө 65,5 процент (канализация, һыу, газ һәм башҡа менән тәьмин ителгән өйҙәр), Мәскәүҙә - 93,5, Санкт-Петербургта - 95 процент, ә Алтай крайында - 14,8 процент. Бик мөһим күрһәткес - халыҡтың ниндәй өлөшө йәшәйеш минимумынан да кәм килемдәргә көн итергә мәжбүр булыуы. Уртаса Рәсәй буйынса - 14 процент, 20 миллион граждан. Иң насар күрһәткес Тыва республикаһында - 43,8 процент халыҡ осто осҡа ялғап йәшәй, ә иң яҡшы күрһәткес - туғандаш Татарстан Республикаһында - меҫкендәр нисбәте 7 проценттан саҡ аша. Афарин, тиергә генә ҡала. Кеше һанына пропорциональ рәүештә иҫәпләгәндә, былтыр иң күбе Псков өлкәһендә үлгәндәр, иң имене - Ингушетия (Псков өлкәһенән 5 тапҡыр кәм).

«Аҡ шишмә»нең сыңы тынмаһын27.03.2017

«Аҡ шишмә»нең сыңы тынмаһынАхун ауылының «Аҡ шишмә» өлгөлө халыҡ театры районда берҙән-бер татар театры булыуы менән айырылып тора. Тау битләүенән сылтырап аҡҡан шишмәләй саф, таҙа, тештәрҙе ҡамаштырырлыҡ сая, күл-йылғаларға ғүмер бирерлек көс-ғәйрәтле булһын тип уны шулай атағандар. Ауылда «Аҡ шишмә» тип йөрөтөлгән урын да бар.
Театрҙы бына инде 17 йыл Нәзифә Усманова етәкләй. Нәзифә Ғил-метдин ҡыҙы Ахун ауы-лында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын та-мамлағандан һуң 1985 йылда тыуған ауылына художество етәксеһе бу-лып эшкә ҡайта. Бер уҡ ваҡытта мәктәптә рит-мика дәрестәрен алып бара. 2000 йылдан Ахун мәҙәниәт йорто директоры.
(№ 24)

Башҡорт әҙәбиәтендә ҡабынған йондоҙҙар27.03.2017

Үҙәк район китапханаһында прозаик, драматург, «Яйыҡ» гәзитенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова һәм журналист, йәш яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыу үтте. Унда район китапханасылары, урындағы яҙыусылар ойошмаһы вәкилдәре, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Баймаҡ районында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Райондашыбыҙ, Башҡор-тостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Ғариповҡа тормошҡа сыға. Учалыла 20 йылға яҡын ғүмер кисерә. Мәктәптәрҙә, музыка училищеһында (хәҙерге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы), «Ураҡ һәм сүкеш», «Яйыҡ» гәзиттәрендә эшләй. Артабан Сибай телевидениеһында, «Ва-тандаш» журналында хеҙмәт итә. Т. Ғарипова - «Яйыҡ» гәзитен генә түгел, ә Учалы яҙыусылар ойошмаһын, музыка училищеһында фольклор бүлеген, «Ирәмәл» башҡорт халыҡ үҙәген булдырыуға үҙ өлөшөн индергән кеше. БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре.
(№ 24)

Наркомания - заман сире27.03.2017

Ошо көндәрҙә Учалы прокуратураһында ҡала-районыбыҙҙа наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һәм уны ҡулланыуға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Көн ҡаҙағында «Халыҡ араһында профилактик эштәр алып барыу, наркоман сирлеләрҙе дауалау, реабилитация үткәреү» тигән һорауҙар ҡаралды. Кәңәшмәлә район хакимиәте, прокуратура, эске эштәр бүлеге, тәфтиш комитеты, үҙәк ҡала дауаханаһы, мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты район-ара прокурор урынбаҫары Артур Ғәлиев алып барҙы.
(№ 24)

Ике состав бәрелде27.03.2017

        Ике состав бәрелде26 март 16.48 сәғәттә (икенсе сығанаҡ буйынса – 16.00 сәғәттә) Бурансы ҡасабаһының Энтузиастар урамы тирәһендә ике тимер юлы составы бәрелә. “Комбинат” һәм Межозерный станциялары аралығының 12-се километрында бер юллыҡ тармаҡтан ниңәлер ике поезд ҡапма-ҡаршы хәрәкәт иткән була. Береһендә – 14 мәғдән тейәлгән вагон һәм дизель яғыулығы менән 2 цистерна, икенсеһендә – 16 буш вагон. Бәрелештән һуң бер 60 тонналыҡ цистернанан яғыулыҡ ергә аға.
(№ 24)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Март 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.