» Материалы за Апрель 2017 года

30 мең гектар буш ята27.04.2017

«Россельхознадзор» хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы былтыр ауыл хужалығы ерҙәрендә 995 тикшереү үткәрә. 356 ер тураһында ҡануниәтте боҙоу осраҡтары асыҡланды: башбаштаҡлы рәүештә уңдырышлы ҡатламды һыҙырып ташлау, ерҙәрҙе юҡҡа сығарыу, сүпләү, сүп үләндәре таралыуға юл ҡуйыу, ауыл хужалығы ерҙәрен маҡсатҡа ярашһыҙ файҙаланыу һәм башҡа.
Тикшереүҙәр барышында бирелгән күрһәтмәләр буйынса 1303,8 гектар ер ауыл хужалығы әйләнешенә ҡайтарыла.
Башбаштаҡлы рәүештә уңдырышлы ҡатламды һыҙырып ташлау осраҡтары нигеҙҙә ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу өсөн ҡаҙылған карьерҙарға тура килә - 25 факт. Карьер асыу өсөн лицензия йә рөхсәт ҡағыҙы алған осраҡта ла, эшкә тотонор алдынан участканы ауыл хужалығы ерҙәре категорияһынан сәнә-ғәт ерҙәре категорияһына күсереүҙе хәстәрләү бурысы ла тора.
(№ 33)

Хеҙмәттәре ҡаһарманлыҡҡа тиң27.04.2017

Хеҙмәттәре ҡаһарманлыҡҡа тиңБашҡортостанда Чернобылдә эшләгән 3 меңдән ашыу кеше йәшәй. Ҡала-районыбыҙҙан авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 106 кеше ҡатнаша. Бынан тыш, 1957 йылда 12 яҡташыбыҙ Силәбе өлкәһендәге «Маяҡ» сәнәғәт берләшмәһендә радиацияға дусар була. 1953 йылда шулай уҡ Семипалатинск полигонында хәрби хеҙмәт үтеүсе 12 кеше ядро бомбаһын һынаған мәлгә эләгә. Йыл һайын республика төбәктәрендә ликвидаторҙар осрашыуҙарға йыйыла. Бындай саралар Учалыбыҙҙа ла үтеп тора. Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар хөрмәтенә һәйкәл асылған. Былтыр  Чернобылдә ҡатнашыусыларға юбилей миҙалдары ла тапшырылды.
(№ 33)

Онотолмай Чернобыль фажиғәһе27.04.2017

СССР-ҙағы иң ҙур атом станцияһын Белоруссиянан йыраҡ түгел, Киевтан - 100 км, Чернобылдән 18 километр алыҫлыҡта төҙөйҙәр. Күп тә үтмәй уның эргәһендә атомщиктар йәшәгән киң урамдары, балалар майҙансыҡтары, стадиондары булған Припять ҡалаһы ҡалҡып сыға. 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электростанцияһының дүртенсе энергия блогында көслө шартлау яңғырай...
(№ 33)

Половодье-201726.04.2017


Половодье-201726.04.2017


Наурыҙҙар байрам уҙғара25.04.2017

Наурыҙҙар байрам уҙғараЯҙ һәм хеҙмәт байрамын бына инде нисә йыл наурыҙҙар бергәләп тыуған ауылдарында уҙғара. Быйыл да традицияны боҙмай “Ауыл көтә улдарын” сараһын планлаштыралар. Быйыл ул ике көн дауамында, 30 апрель -1 майҙа уҙғарыласаҡ.
Ауылды төҙөкләндереү, өмәләр ойоштороу, бала саҡ уйындарын уйнау, кисен клубта марш, өсмөйөш уйнауҙан тыш быйыл наурыҙҙар XVII быуат аҙағында XVIII быуаттың беренсе яртыһында ошо ауылда йәшәгән Ҡобағыш сәсәндең бүләһе атаҡлы Ҡарас сәсәнгә обелиск асасаҡ. Мәғлүм булыуынса, Ҡарас сәсән мәргән уҡсы булған, сараның беренсе көнөндә уҡсылар бәйгеһе лә ойоштороласаҡ, ә 1 майҙа уҡ-ян менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн мастер-класстар уҙғарыу һәм махсус приздар өсөн ярыштар үткәреү күҙаллана.
Шулай итеп, 30 апрель көнө 9.00 сәғәткә наурыҙҙар ауылдаштарын һәм ҡунаҡтарҙы ошо матур сараға көтөп ҡала.
Гүйә ҡанат үҫә иңдәремә
Ҡайтып килһәм тыуған ауылыма.
Көс-дәрт арта кеүек күтәрелһәм
Боғасты ла тигән тауына.
Хөрмәт итәм, бер туғандай күрәм
Ауылымдың һәр бер кешеһен.
Ҡул бирешеп иҫәнләшеп китәм
Осратҡанда олоһон-кесеһен.
Беҙ бит наурыҙалар, ҡан-ҡәрҙәштәр
Бер Яйыҡтың һыуын эскәнбеҙ.
Боғастының йәшмә таштарында
Тәгәрәшеп уйнап үҫкәнбеҙ.
Ҡарас сәсән рухы – күңелдәрҙә
Йыр-бейеүгә, моңға маһирбыҙ.
Тура һүҙле булыу ҡанға һеңгән,
Уҡыуға һәм эшкә таһылбыҙ.
Сал Ирәмәл кеүек олпат, ғорур
Аҡһаҡалдар йәшәй ауылда.
Һындырмаған олатайҙар рухын
Ғәрәсәт тә, утлы дауыл да.
Ағинәйҙәр беҙҙә аҡ яулыҡта
Кәңәштәрен бирә йәштәргә.
Улар фатихаһы тайпылдырмай,
Дәртләндерә изге эштәргә.
Сос егеттәр, һылыу ҡыҙҙар беҙҙә,
Егәрлеләр еңгә-килендәр.
Яҡты ҡараш һәм яғымлы һүҙгә
Һыуһағандар беҙгә килһендәр.
Беҙ ҡунаҡсыл, беҙҙең күңел асыҡ
Изге, яҡты уйлы һәр кемгә.
Беҙ йәшәйбеҙ дуҫ-туғандар менән
Шөкөр итеп тыуған һәр көнгә.
Беҙ бит наурыҙалар, ҡан-ҡәрҙәштәр
Бер Яйыҡтың һыуын эскәнбеҙ.
Ожмах кеүек гүзәл ерҙә тыуып
Изге йәнле булып үҫкәнбеҙ!
Беҙ бит наурыҙалар!
Римма Солтанова.

(№ 32)

«Горняк» - чемпион!25.04.2017

23 апрелдә учалылар оло еңеү-гә иреште - Милли йәштәр хок-кей лигаһының Төбәк кубогы се-рияһының хәл иткес матчында «Таусы» командаһы Пензанан «Дизелист» командаһын 5:2 иҫәбе менән тар-мар итте.
Беҙҙең команданан шайба инде-реүселәр: Герман Мурашов, Вячес-лав Шапиров, Артем Трухачев, Эмиль Ҡәҙермәтов, Павел Пищаль-ников. Шулай итеп, «Горняк» - был ярыштарҙа ике тапҡыр еңә алған берҙән-бер команда. Еңеү тантанаһында хоккейсыларҙы ра-йон хакимиәте башлығы Фәрит Дәү-ләтгәрәев, «Горняк» хоккей клубы директоры Ильяс Әхмәтйәновтар ҡотланы. Улар спортсыларға юғары хоккей лигаһы ярыштарында уңыш-тар теләнеләр.
(№ 32)

Һәр бала үҙ өлөшө менән тыуа25.04.2017

Хәҙерге еңел булмаған заманда балалы ғаиләләргә айырыуса ауырға тура килә. Мәктәпкә, балалар баҡсаһына түләүҙәр артҡандан-арта. Бынан тыш, башҡа сығымдары ла күп. Дәүләт етәкселеге хәлде еңеләйтеү өсөн төрлө саралар ҡуллана, дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Балалар пособиеһы, йөклө ҡатындарға социаль түләүҙәр һәм башҡалар ғаиләләрҙең матди хәлен әҙме-күпме еңеләйтә. Әлбиттә, ҙур сумма түгел, әммә тин һумды ҡаплай тигәндәй, көрсөк заманында нисек кенә булмаһын берәй «тишек»те «ямап» ҡуйырға ярап ҡала. Ғөмүмән, дәүләт тарафынан күп балалы, улай ғына ла түгел, бала тапҡан ғаиләләргә төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Ата-әсәләргә үҙ хоҡуҡтарын белергә һәм файҙаланырға ғына ҡала.
2017 йылдың 1 февраленән яңы талап буйынса пособиеларҙың күләме үҙгәрҙе. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу, ниндәй документтар талап ителгәнен белеү өсөн Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт адресы буйынса хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
(№ 32)

Был донъяла ниҙәр бар25.04.2017

Был донъяла ниҙәр барАбруйлы «Форбс» журналы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Рәсәйҙә доллар иҫәбендәге миллиардерҙар һаны 77 баштан 96 башҡа еткән. Иң бай 200 рәсәйле бер йыл эсендә генә 100 миллиард долларға байыған. Эй ашайҙар, эй ашайҙар, һаман туя алмайҙар. Иң байы, «капиталистик хеҙмәт геройы» - Леонид Михельсон, шәхси байлығы 14,4 миллиардтан 18,4 миллиард долларға етте. Унан ҡала Алексей Мордашов (17,5 млрд) һәм Владимир Лисин (16,1 млрд).
(№ 32)

Белемдәрҙе һынаныҡ25.04.2017

Белемдәрҙе һынаныҡ22 апрелдә республикала башҡорт теле буйынса төбәк диктанты үтте. Өфөлә уны Башҡорт дәүләт университетында яҙҙылар. «Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» девизы аҫтында ойошторолған акцияға интернет селтәре аша тура бәйләнештә Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Нефтекама ҡалалары ҡушылды. Шулай уҡ, өсөнсө йыл уҙғарылған сарала тәү тапҡыр Ямал-Ненецк автономиялы округында һәм Силәбе өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
(№ 32)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.