» Материалы за Май 2017 года

Сирҙе нисек танырға?30.05.2017

Инфаркт
Инфаркт кисерер алдынан күбеһе һауа етмәгәнлеген, хәл-һеҙлек тойоуын билдәләй. Был сир, ғәҙәттә, физик йә пси-хик көсөргәнеш кисергәндән һуң барлыҡҡа килә. Ул үҙен төнгө ял ваҡытында ла һиҙ-ҙерергә мөмкин. Уның тәүге билдәһе - күкрәктә тыуған тә-рән ауыртыу, ул арҡаға, аҫҡы яңаҡҡа йәки һул ҡулға ла би-рергә мөмкин. Стенокардия менән яфаланыусылар был хәлде сираттағы өйәнәк тип ҡабул итеүе лә ихтимал. Ләкин миокард инфаркты кисер-гәндәге ауыртыу ҡатыраҡ, дарыу ҡабул иткәс тә бөтмәй, ә бер аҙ баҫыла төшә генә. Миокард инфаркты - йөрәк ишемияһы сиренең иң сетерекле нөктәһе. Тейешле кимәлдә ҡан менән тәьмин ителмәү һөҙөмтәһендә йөрәк мускулының өлөшләтә некрозы үҫешә йәки күҙәнәктәре үлә. Был иһә тотош организмға кире йоғонто яһай.
(№ 43)

Был донъяла ниҙәр бар30.05.2017

Украина президенты Петр Порошенко ва-тандаштарының Рәсәй социаль селтәрҙәренә инеүҙәрен сикләне. Кемгәлер көлкөлө ахмаҡлыҡ булып күренде, кемделер шом баҫты. Телдең, мәҙәниәттең киләсәктә һаҡланыу-һаҡланмауы бөгөнгө көндә туп-тура интернетҡа бәйләнгән бит. Апрель айында Украина граждандары «Бәй-ләнештә» селтәренә 420 миллион тапҡыр кергән була, «Класташтар» селтәренә - 189 миллион тапҡыр. Хәҙер был аудитория рус, Рәсәй мөхитенән көсләп айырыла. Ниҙер үҙгәрмәй икән, ирекһеҙҙән тик украин йә инглиз телдәренә күсәсәктәр. ...йүнләп интернетта нығына алма-ғас, беҙҙең башҡорт теле даирәһе лә күҙгә күренеп тарая башланы бит. Тик беҙ кемделер ғәйепләй ҙә алмайбыҙ инде, тик үҙебеҙҙең моңһоҙлоҡ һәм маңҡортлоҡ ҡына быға сәбәпсе!
(№ 43)

Бәхет уларға йылмайҙы30.05.2017

Бәхет уларға йылмайҙы«Гәзитте инде күптән алдырам, ниңә миңә бүләк оттормайһығыҙ?!» - тип мөхәрририәткә үпкә белдереп шылтыратыусылар бар. Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ беҙҙең өсөн ҡәҙерле. Мөмкин булһа, бер тоғро дуҫыбыҙҙы ла бүләкһеҙ итмәҫ инек. Әммә уйын еңеүселәре лотерея ярҙамында билдәләнә. Бына был юлы ла бәхет йылмайған өс кеше генә бүләкле булды.
(№ 43)

Эш беләктә түгел, йөрәктә!26.05.2017

Эш беләктә түгел, йөрәктә!Күмәк хужалыҡтар бөтөрөлгәс, ауыл халҡы шаңҡып ҡалды. Ғүмер буйы ал-ял белмәй эшләгән, яҡты киләсәк өмөт итеп йәшәгән кешеләрҙең күҙендә өмөт нуры һүнеп ҡалғандай булды. Билсән баҫҡан баҫыуҙар, ярты емерек хәлдә ҡалған фермалар ғына йөрәктәрен һыҙландырып үткәндәрҙе иҫкә төшөрә ине. Элекке замандарҙы күпме генә һағынып иҫкә алһаң да кире ҡайтарып булмағанын халыҡ тиҙ аңланы. Хәҙерге көндә үҙ көсөңә генә таянып йәшәргә кәрәк тигән уй-ниәт менән күптәр шундуҡ донъя теҙгенен ҡулдарына алып яңыса йәшәргә ынтыла башланы. Уларҙың тырышлығы менән ауыл хужалығы ла яйлап терелә, яңыса һулыш ала бара. Был өлкәлә йәштәрҙең ҡыйыу аҙымдарына шаһит булыу бигерәк ҡыуандыра.
(№ 141-142)

Аҡ юл һеҙгә!26.05.2017

Аҡ юл һеҙгә!25 майҙа ҡала-райондың 377 уҡыусыһы өсөн һуңғы тапҡыр мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны. Тағы ла 832 туғыҙынсы класты тамамлаусы ҡыҙ һәм егет оло һайлау алдына баҫты: урта һөнәри уҡыу йортона барырғамы әллә уҡыуҙы дауам итергәме? Йәштәр өсөн тормоштарының иң матур һәм емешле мәле: ниндәй генә башланғыстарға тотонһалар ҙа уны тормошҡа ашырырлыҡ күңелдәрендә дәрт-дармандары, беләк-тәрендә көстәре ташып тора.
Сәфәр урта мәктәбе лә был көндө үҙенең 10 уҡыусыһы менән хушлашты. Өс егет һәм ете ҡыҙ араһында Мансур-ҙан йөрөп уҡыусылар ҙа бар. Ун бер йыл элек тәү тапҡыр мәктәп тупһаһын ашаҡлап ингән ҡыҙсыҡ һәм малайҙарға белем үренә һуҡмаҡты беренсе уҡытыу-сылары Гөлсирә Ғәфиәтуллина яра. Башҡорт рухлы, телем һәм илем тип янған остаздары дүрт йыл эсендә ошо орлоҡтарҙы уҡыусыларында лә сәсә. Быйылғы 11-селәр араһында тел, әҙәбиәт буйынса төрлө конкурс-ярыштарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар күп.
(№ 42-42)

«Батшалар» балығын үрсетәсәкбеҙ23.05.2017

«Батшалар» балығын үрсетәсәкбеҙУҙған йома районыбыҙға эш сәфәре менән Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов килде. Ул район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев оҙатыуында бер нисә агросәнәғәт комплексында булды, малсылыҡ тармағы, яҙғы сәсеү эштәре барышы менән танышты.
Премьер-министр урынбаҫары «Байрамғол» агрофирмаһының Уральск, Ураҙ һөтсөлөк комплексын ҡараны. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты под-разделениеһы булып торған хужалыҡ бөгөнгө көндә республикабыҙҙағы иң ҙур агросәнәғәт предприятиеларының береһе булып һанала. Агрофирма ике бүлексәнән һәм ете цехтан тора. Уральск һәм Ураҙ комплекстарында 2449 баш эре мөгөҙлө мал аҫрала.
(№ 40)

ПРЕСС-РЕЛИЗк проекту постановления Правительства РБ «О мерах по повышению оплаты труда работников государственных и муниципальных учреждений Республики Башкортостан в 2017 году»19.05.2017

ПРЕСС-РЕЛИЗк проекту постановления Правительства РБ «О мерах по повышению оплаты труда работников государственных и муниципальных учреждений Республики Башкортостан в 2017 году»По поручению Главы Республики Башкортостан Р.З. Хамитова в целях реализации указов Президента Российской Федерации от 7 мая 2012 года подготовлен ряд решений Правительства Республики Башкортостан о дополнительном выделении из бюджета Республики Башкортостан более 3,9 млрд. рублей на обеспечение оплаты труда свыше 142 тысяч работниковобразования, культуры, здравоохранения, науки и социального обслуживания населения, из них 2,3 млрд. рублей будет направлено муниципальным районам и городским округам для обеспечения обязательств по оплате труда работников муниципальных учреждений;
Принимаемые меры позволят в 2017 году обеспечить выполнение установленных на текущий год показателей повышения заработной платы для педагогических и медицинских работников, а также работников учреждений культуры и науки и довести уровень их заработной платы до установленных значений установленных постановлением.

Таусылар һынатманы19.05.2017

Таусылар һынатманы11-13 май тау сәнәғәте колледжында урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары араһында «Иң яҡшы таусы-2017» халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсы үтте. Буласаҡ тау сәнәғәте белгестәре өсөн тәғәйенләнгән бындай төрҙәге ярыш Рәсәй буйынса тәү тапҡыр 2014 йылда Учалыла уҙғарыла башлағайны. 2015 йылда ул төбәк-ара, 2016 йылда бөтә Рәсәй олимпиадаһы статусын алды. Ҙур башланғысты тап учалыларҙың күтәреп сығыуына колледждың илдә иң яҡшыларҙан һаналған ныҡлы матди-техник базаһы мөмкинлек бирҙе.
(№ 39)

Был донъяла ниҙәр бар16.05.2017

БР Хөкүмәте ҡарары менән 2 майҙан 2 июнгә тиклемге дәүерҙә дөйөм файҙаланыуҙағы ав-томобиль юлдарын, уларҙағы ҡоролмаларҙы, юл буйы һыҙаттарын төҙөкләндереү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Ремонт эштәренән тыш, ҡый үләндәрен сабыу, сүп-сарҙан таҙартыу йөкмәтелә.
(№ 38)

Үткәндәргә кире ҡайтып16.05.2017

Бөйөк Еңеүҙең етмеш ике йыллығын да билдәләнек. Ул дәһшәтле һуғыш йылдары тарих төпкөлөндә ҡалһа ла, халыҡ хәтерендә бөгөн дә йәшәй. Миллионлаған кеше ғүмерҙәрен ҡыйған яуҙы онотоу мөмкин дә түгел, хаҡыбыҙ ҙа юҡтыр. Азатлыҡтың ниндәй ҡорбандар аша яуланғанын иҫтә тоторға, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, ветерандарыбыҙға мөмкин тиклем иғтибар бүлергә бурыслыбыҙ. Улар сафы йылдан-йыл һирәгәйә.
Ураҙ ауылында бөгөнгө көндә ике генә һуғыш ветераны йәшәй: Талха Ғиниәтуллин (92 йәш) һәм Рәис Вәлиев (90 йәш). Ураҙ ауылы Советынан барлығы 504 һалдат һуғышҡа кит-кән, шуларҙың 203-ө генә әйләнеп ҡайта алған.
(№ 38)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Май 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.