» Материалы за Июнь 2017 года

Был донúяла нè´ºр бар?29.06.2017

Рәсәйҙә үлем кимәленең кәмеүе һәм ил халҡының ғүмер оҙонлоғо артыуы күҙәтелә. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың тәүге өс айында, 2016 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, илдә 5035 кешегә әҙерәк үлгән. Үлем кимәле туберкулездан - 15, яман шештән - 2,8, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан 1,5 процентҡа кәмегән. Уның кәмеүе менән граждандарҙың ғүмер оҙонлоғо артҡан. Беҙҙә хәҙер уртаса йәш - 72.
(№ 51)

Бергә булдыҡ,бергә ҡалайыҡ!29.06.2017

Бергә булдыҡ,бергә ҡалайыҡ!Нисек кенә күңелһеҙ булмаһын, «Аҙна һайын приз» уйыны аҙағына ла яҡынлашты. Ошо бәләкәй генә арауыҡта тиҫтәнән ашыу гәзит уҡыусыбыҙҙы бүләкле итеп, шатлыҡ һәм ҡыуаныс хистәрен өләшә алыуыбыҙға һөйөнәбеҙ. Күңелдәрҙе төшөрөргә сәбәп юҡ, сөнки 30 июнгә тиклем ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу декадаһы иғлан ителде, тимәк «Яйыҡ»ҡа осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға була. Мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
Шулай итеп, һуңғы уйыныбыҙҙың өс еңеүсеһе билдәләнде. Тәүгеләрҙән булып Ураҙ ауылынан Земфира Айбатованың квитанцияһы сыҡты. Был бүләк отоу-сыбыҙҙың исеме гәзит уҡыусыларға таныш. Сөнки, Земфира Мөхәммәт ҡыҙы даими рәүештә баҫмабыҙға хаттар яҙып, ауылында булған хәл-ваҡиғалар, хөрмәтле кешеләр менән таныштырып тора. Еңеүсебеҙ 1966 йылда Ҡотой ауылында тыуған. Бала сағында ғаиләһе Ураҙға күсеп килә һәм ошонда төпләнә. Мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә һәм ғүмерен балаларға башланғыс белем биреүгә бәйләй. Ситтән тороп ул ваҡыттағы Стәрлетамаҡ дәүләт пе-дагогия институтын тамамлай. 28 йыл һөнәренә тоғро ҡалып хеҙмәт итә, әммә әсәһе ауырып китеү сәбәпле эшен ҡалдырырға мәжбүр була. Бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Бейеүгә ға-шиҡ Эльвира сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын тамамлаған, бөгөн Өфөлә йәшәй, эшләй.
(№ 51)

Эшмәкәрлек юғары баһаланды20.06.2017

Эшмәкәрлек юғары баһаландыУҙған аҙнала Учалы районына БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Рәмил Дилмөхәмәтов етәкселегендә республика министрлыҡтары һәм ведомстволары делегацияһы эш сәфәре менән килде. Визиттың төп маҡсаты - шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү, районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышыу. Эш сәфәре барышында ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов һәм башҡа етәкселәр оҙатып йөрөнө.
Делегация эш сәфәрен Учалы ауылының Барви-ха биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөлөшө менән танышыуҙан башланы. 139 урынға иҫәпләнгән бинаны төҙөү эштәренең заказсыһы - республика-ның Капиталь төҙөлөш идаралығы, подрядсыһы - Өфө ҡалаһының «Мед-техника» йәмғиәте. Балалар баҡсаһына 2014 йылда уҡ нигеҙ һалына, объект 2016 йылдың беренсе ярты йыл-лығында төҙөлөп бөтөп тапшырылырға тейеш ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҙөлөш эштәре һаман да тамамланмаған, көндән-көн һуҙыла килә. Рәмил Хөрмәт улы подрядсылар менән төҙөлөш, инже-нер коммуникациялары, биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләләрен тикшер-ҙе. Бинаны төҙөү ваҡыты оҙаҡҡа һуҙылыуын бил-дәләне, подрядсыларҙан эште тиҙләтергә кәрәкле-ген талап итте.
(№ 49)

Ҡалабыҙҙа - яңы фонтан15.06.2017

Ҡалабыҙҙа - яңы фонтанТөбәгебеҙҙә моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү программаһының «Төҙөкләндереүгә биш аҙым» тигән төп йүнәлеше әүҙем ғәмәлгә ашырыла башланы. Ошо арала ғына бихисап ҡыуаныслы ваҡиғаларҙың шаһиты булдыҡ. Бурансы ҡасабаһында процедура кабинеты асылды, Рудникта, Бурансы, Көньяҡ биҫтәләрендә балалар майҙансыҡтары төҙөлдө. Учалыбыҙ төҙөкләндерелә, күҙгә күренеп матурая. Олоһона ла, йәшенә лә ял итеү урындары булдырыла. Саңғы-роллер трассаһы, универсаль спорт майҙансығы күптәрҙең яратҡан урынына әйләнде. Мәҙәниәт һәм ял паркы яңыртыла, шулай уҡ ҡала пляжын реконструкциялауҙың тәүге этабы башланды һәм бөгөн килеп тағы бер ҙур шатлыҡлы күренеш күңелдәрҙе елкендерҙе, «Төҙөкләндереүгә биш аҙым» программаһы проекты сиктәрендә ҡаланың Ленин майҙанында яңы фонтан асылды. Заманса итеп эшләнгән фонтан әллә ҡайҙан уҡ күренеп, тирә-яҡҡа йәм биреп тора. Уны асыу тантанаһына халыҡ күп йыйылды. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев учалыларҙы матур сара менән ҡотланы.
(№ 48)

Яҡшы һүҙ - йәнгә дауа15.06.2017

Яҡшы һүҙ - йәнгә дауаМедицинала осраҡлы кешеләр юҡ. Был һөнәр эйәләре бала саҡтан уҡ киләсәктә аҡ халат кейеп, ауырыуҙарҙы дауалап аяҡҡа баҫтырыу тураһында хыяллана. Бөгөнгө геройыбыҙ Уральск участка дауаханаһы терапевты Земфира Илдар ҡыҙы Дауытова ла мәктәп йылдарында уҡ табип булырға теләй. Яҡшы билдәләргә уҡыған ҡыҙ бер ҡыйынлыҡһыҙ медицина университетына инә. Уҡыу йортон тамамлап 2004 йылда Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы поликлиникаһында эш башлай. Ауыл ерендә табиптарҙың етешмәүе ил кимәлендәге киҫкен мәсьәлә. Аҡ халатлылар ауыл ерендә эшләргә бик үк атлығып тормай. Әммә Земфира Илдар ҡыҙы киреһенсә, Уральск дауаханаһында эш тәҡдим итеүҙәре менән шатланып риза була. Тормош иптәше Азамат Алмас улы ла атай йортона ҡайтып нигеҙләнергә күптән хыяллана. Шулай итеп ғаиләләре менән Уральскийға күсенәләр, участка дауаханаһында терапевт булып эш башлай. «Ауыл табибы» федераль программаһы сиктәрендә 1 миллион һум дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән. Әйткәндәй, Земфира Илдар ҡыҙы тормош иптәше менән Арслан һәм Алмас исемле малайҙар үҫтерәләр. Тормош иптәше Себерҙә эшләй.
(№ 48)

Аныҡ бурыстар билдәләнде13.06.2017

Аныҡ бурыстар       билдәләндеУчалы районы хакимиәтендә мал аҙығын әҙерләү буйынса семинар-кәңәшмә уҙҙы. Сарала ауыл хужалығы министрлы урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт аграр университетының үҫемлекселек һәм ер эшкәртеү буйынса кафедра доценты Игорь Кузнецов, Учалы һәм Белорет райондарының ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм фермерҙар ҡатнашты.
Мал аҙығы әҙерләү кампанияһын башларға һанаулы ғына көндәр ҡалған. Ләлә Рифмир ҡы-ҙы мал аҙығын әҙерләү эше аныҡ һәм ваҡытында ойошторолорға тейеш тип билдәләне. Ҡайһы бер хужалыҡтар үлән өлгө-рөп етеүгә ҡарамаҫтан, көн торошона зарла-на башлай торған. Ямғырҙарға һылтанып, мал аҙығын әҙерләүҙе тиҙләтмәү агротехник сроктарҙы үткәреп ебә-рә. Һөҙөмтәлә, үләндең, башҡа культураларҙың аҙыҡ ҡиммәте бөтә, һуты аҙая. Шуға ла һәр аяҙ көн-дө файҙаланып ҡалыр-ға кәрәк. Запасланып ҡалыуҙың да зыяны юҡ, сөнки тәбиғәт шарттары ныҡ үҙгәреүсән, алдағы йылдарҙан нимә көтөргә бер нисек тә фаразлап булмай. Мал аҙығын әҙерләү генә түгел, һәйбәт итеп һаҡлау ҙа мөһим. Бесәнде һаҡ-лау урындарын, сенаж соҡорҙарын, һарайҙар-ҙы тәртипкә килтереү проблемаһы киҫкен тора. Быны ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Йәшел аҙыҡтың сифатын яҡшыртыу мәсьәләһе лә күтәрелде, бының өсөн хужалыҡтарҙың мөм-кинлектәре бар тине ми-нистр урынбаҫары. Яңы технологияларҙы өйрәнеп, заманса алымдар ҡулланып эшләү ҙә һөҙөмтә бирәсәк.
(№ 47)

Бүләктәр һеҙҙе көтә13.06.2017

Бүләктәр һеҙҙе көтәБаҫмабыҙға яҙылыу кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бүләктәр оттороу конкурсына ла халыҡ ихлас ҡушылды. Был аҙнала квитанцияларыбыҙ тағы ла артҡан. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уйында ҡатнашыу өсөн ни-бары гәзитебеҙгә яҙылыуҙы раҫлаған квитанцияның күсермәһен редакцияға ебәрергә йәиһә килтерергә кәрәк. Приздарҙы уйнатыу матбуғатҡа яҙылыу тамамланғансы башҡарыласаҡ. Акцияға ни тиклем тиҙерәк ҡушылһағыҙ, шәп бүләк отоу мөмкинлеге лә шул тиклем арта ғына. Квитанцияғыҙ йыл аҙағына тиклем барлыҡ уйындарҙа ла ҡатнашасаҡ.
Был аҙнала сираттағы еңеүселәре-беҙ асыҡланды. Фәүзиә һәм Минғәли Ибәтуллиндар Илсе ауылында йә-шәйҙәр. Һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлауҙа-рына ҡарамаҫтан, «Яйыҡ»ҡа яҙылмай ҡалғандары юҡ.
(№ 47)

Яғаларҙа милли матурлыҡ13.06.2017

Яғаларҙа милли матурлыҡИжад һарайында йыл башында старт алған «Яға» конкурсына йомғаҡ яһалды. Ярыш Учалы телевидениеһының 25 йыллыҡ юбилейы айҡанлы канал тарафынан һәм БДУ-ның Учалы вәкиллеге, райондың ағинәйҙәр ҡоро, мәҙәниәт бүлеге менән берлектә ойошторолдо. Оҫталыҡҡа һынау районыбыҙҙың көньяғынан төньяғынаса төрлө һөнәр эйәләрен, төрлө йәш вәкилдәрен бергә йыйҙы. Мәҫәлән, конкурсанттарҙың иң олоһо һәм тәжрибәлеһе 85 йәштә. Ул - Учалы ауылынан Нүрдидә Бәҙретдинова.
(№ 46)

Алтмышта тормош башлана ғына13.06.2017

Алтмышта тормош      башлана ғына«Белем алыуҙан туҡтау, ҡартайыуҙың беренсе билгеһе», - тигән аҡыл эйәһе. Бөгөн тормош ауырлыҡтарына зарланып, булған мөмкинлектәрҙе файҙаланмаған, үҙ өҫтөндә эшләргә ялҡауланған йәш кешеләр менән бер рәттән, даими эҙләнеүҙәр, яңы шөғөлдәр, һөнәрҙәр үҙләштереү өҫтөндә тырышҡан апай-ағайҙар бар. «Йәш - ул һандар күрһәткесе генә, ә йәшәү дәрте - күңелдә», - тигән фекерҙә Фатима Алтынбәкова ла. Санкт-Петербург ҡалаһында компьютер күпбәйгеһе буйынса бөтә Рәсәй чемпионаты үтте. Унда яҡташыбыҙ «Ышаныслы ҡулланыусы» төркөмөндә «Яндекс эҙләү системаһында эш» номинацияһы буйынса еңеү яуланы.
(№ 46)

Еңел булмаған бурыс13.06.2017

Еңел булмаған бурыс8 июндә социаль хеҙмәткәрҙәр һөнәри байрамдарын уҙғарҙылар. Был дата рәсми рәүештә 2000 йылдан билдәләнә. Әммә уның тарихы 18-се быуатҡа барып тоташа. 1701 йылдың 8 июнендә Петр I ярлылар, сирлеләр һәм оло йәштәгеләр өсөн тәүге дәүләт йорто ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуя. Социаль хеҙмәткәрҙәр пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға - ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам итә.
(№ 46)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Июнь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.