» Материалы за Июль 2017 года

«Австрия технологиялары башҡорт ерендә: үҫтерергә ярамай туҡтатырға». Өтөрҙө ҡайҙа ҡуйырға?28.07.2017

Республика халҡына «Ласселсбергер» компанияһы «Өфө-Аэропорт» юлындағы рус һәм инглиз телдәрендә неон хәрефтәр менән яҙылған һүҙҙәр аша ғына таныш ине. Һәм ошондай уҡ атама аҫтында сыҡҡан керамик плитка ла күптәргә билдәле. Бер йыл элек концерн етәкселеге Башҡортостанда ҙур инвестиция пландарын тормошҡа ашырырға ниәтләүе хаҡында белдергәйне. Сәйәхәтсе Алексей Валерьянов юлъяҙмаларында ла ошо пландар, Рәсәйҙә һәм Көнбайыш Европала «Ласселсбергер» холдингы эшмәкәрлеген үҫтереү тураһында бәйән итә.
(№ 60)

Аямай йәшен - олоһон һәм йәшен28.07.2017

Аямай йәшен - олоһон һәм йәшенҺуңғы ваҡытта күк күкрәп, йәшенләп яуған ямғырҙар йышайҙы. Әле унда, әле бында йәшендән зыян күреүселәр хаҡында хәбәрҙәр ишетелә. Күптән түгел районыбыҙҙа «Ахун» ял базаһы эргәһендә 49 йәшлек ирҙе йәшен һуғып үлтерҙе. Музыканттар тәбиғәт ҡосағына ялға сыҡҡан булалар, көтмәгәндә йәшенләп көслө ямғыр яуа башлай. Барыһы ла тиҙ генә ағас сатыр эсенә инеп йәшенә. Шул ваҡыт сатырға йәшен ата, көслө заряд иргә тейә, ул шундуҡ йән бирә. Эргәһендә ултырған кеше лә зыян күрә, шулай ҙа уның ғүмерен һаҡлап алып ҡалалар. 49 йәшлек музыкантты ҡотҡара алмайҙар, йәне йәннәттә булһын инде. Өлгөлө ғаилә башлығы, тырыш хеҙмәткәр, булды тип ҡылыҡһырлайҙар үҙен.
(№ 60)

Хәл тотороҡло28.07.2017

Хәл тотороҡло26 июль райондың 2017 йылдың 6 айындағы социаль-иҡтисади үҫешен йомғаҡлауға бағышланған ҙур кәңәшмә үтте. БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, район Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Зәкәриә Ғибәҙуллин, предприятие, дәүләт һәм муниципаль органдарының етәкселеге ҡатнашты.
- Дөйөм алғанда, хәл тотороҡло, - тип билдәләне Алексей Иванович, - төп план күрһәткестәре үтәлә, ауыл хужалығында ғына хәлдәр киҫкенерәк - оҙайлы ямғырҙар күп райондары-быҙҙы ҡаҡшата.
(№ 60)

Төбәк Башлығы менән һөйләшеү26.07.2017

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы етәксеһе Рөстәм Зарафетдинов һәм ВГТРК филиалы – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе Азамат Сәлихов менән әңгәмәләшкәндә 2017 йылдың тәүге яртыһында республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында һөйләне.
Сарала ауыл хужалығы, һалым, төҙөлөш, демография мәсьәләләре күтәрелде. Шулай уҡ ғаилә, һаулыҡ, спорт өлкәһенә айырым иғтибар бирелде.

http://glavarb.ru/rus/press_serv/intervyu_news/68946.html

Уңыш йыйыу мәле етә25.07.2017

Уңыш йыйыу мәле етәРайон хакимиәтендә хакимиәт башлығы, ауыл хужалығы бүлеге белгестәре, хужалыҡтар етәкселәре ҡатнашлығында уҙған семинар-кәңәшмәлә быйылғы иген уңышын йыйыу һәм ужым сәсеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Кәңәшмәлә мал аҙығы әҙерләү кампанияһының барышы менән таныштырҙылар.
Тотороҡһоҙ һауа шарттары агра-рийҙарҙың эшенә ҡамасаулай. Июнь айында 87 мм яуым-төшөм яуған, норма - 77 мм, июлдең ике декадаһы эсендә 80,6 мм яуым-төшөм булған, норма - 61 мм. Шуға ҡарамаҫтан, хужалыҡтар мал аҙығы әҙерләүҙе дауам итә. Садыҡов крәҫтиән-фер-мер хужалығы, «Юрға» йәмғиәте ҡышҡылыҡҡа етерлек запас туп-лаған, «Байрамғол» агрофирмаһы планға ҡарата 50 процент үтәгән.
(№ 59)

Был донъяла ниҙәр бар?25.07.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Будапешт ҡалаһында һыу спорты бу-йынса донъя чемпионаты үтә. Рәсәй делегацияһының айырым вәкилдәре «СССР» яҙыуы, ҡыҙыл йондоҙ һүрәте менән футболка кейгән була. Стадионға инер алдынан кейемде алмаштырырға мәжбүр итәләр, йәнәһе лә, фашизм, коммунизм символикаһын пропагандалау Венгрияла тыйылған. Был ике төшөнсәне өтөр аша ҡуйыуҙары аяныс! Бәлки онотҡандарҙыр, Икенсе Донъя һуғышында Венгрия немец фашистары ҡуштаны булып СССР-ға ҡаршы алышты һәм еңелде... Ә бына шул уҡ йондоҙҙар төшкән Ҡытай флагына һүҙ ҙә әйтергә ҡурҡалар, чемпионат үткәнсе ғорур елберҙәй.
(№ 59)

Алған да, биргән дә ғәйепле25.07.2017

Алған да, биргән дә ғәйеплеНимә ул коррупция? Вазифалы кешенең вазифа биргән вәкәләт һәм хоҡуҡтарын үҙ файҙаһына ҡайырып, дәүләт һәм йәмәғәт мәнфәғәттәренә зыян килтереүе. Әйткәндәй, вазифалы кешенең ришүәт алыуы РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһы менән баһаланһа, йәнәш килгән 291-се статьяла вазифалы кешегә ришүәт биргән өсөн дә яуаплылыҡ ҡаралған (вазифалы кешенең ҡурҡытып теләнселәүе асыҡланһа, йә ришүәт биреүсе коррупция хаҡында шундуҡ тейешле органдарға хәбәр итһә, йә тәфтиш алып барылыуға булышлыҡ итһә, яуаплылыҡтан ҡотҡарыла).
(№ 59)

[b]Күрһәткестәр ҡәнәғәтләнерлек[/b]21.07.2017

Күрһәткестәр
ҡәнәғәтләнерлек


Район хакимиәтендә кәңәшмә үтеп, Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең 2017 йылдың 6 айындағы оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Унда район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, БР буйынса министрлыҡ вәкиле Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу идаралығы начальнигы урынбаҫары Шамил Айҙарбеков, район-ара прокурор вазифаһын башҡарыусы Александр Попов ҡатнашты.
Төп доклад менән бүлек начальнигы Илдар Абдраҡипов сығыш яһаны, шулай уҡ уның урынбаҫарҙары һәм подразделение етәкселәре телмәр тотто.
Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда Учалы ра-йоны биләмәләрендә 4,5 процентҡа енәйәттәр әҙерәк теркәлә, ә уларҙы асыҡлау, киреһенсә, 3,4 процентҡа артҡан - 74 процент. Был юғары күрһәткес тип иҫәп-ләнә, бик хуп. Шуныһы ла яҡшы - элекке йылдарҙа ҡылынып, золомсолар яуапҡа тарттырылмаған енәйәттәр ҙә ярайһы асыҡланған. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә бит ул.
(№ 58)

Битараф булмайыҡ!21.07.2017

алауат Нәжип улы Лоҡманов урындағы инициатив төркөм ағзалары менән берлектә кәңәшмә уҙғарҙы.
Был кәңәшмәнең маҡсаты етди һәм ул тиҙ арала тормошҡа ашырға тейешлеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Быйылғы йылда ла Ураҙ ауылы «Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы»нда ҡатнашып проектта еңеп сыҡты һәм хоккей коробкаһы төҙөү өсөн республика бюджетынан аҡса алыуға хоҡуҡ алды. Ләкин был ҙур эштең башы ғына. Иң мөһиме - халыҡтың да ошо эшкә дәррәү ҡушылып, күпмелер сумма аҡса менән ҡатнашыуы. Инициатив төркөм ағзалары шулай уҡ ситтә йәшәгән һәм эшләгән ауылдаштарыбыҙҙың, урындағы шәхси эшҡыуарҙарҙың да ситтә ҡалмай ҡатнашыуына өмөт итә. Ни тиһәң дә, Ураҙ ҙур һәм күркәм ауыл. Ураҙ ауылы киләсәктә тағы ла матурыраҡ һәм сәләмәт тормош менән йәшәр, балалар ғына түгел, ололар ҙа спортҡа ылығыр тип ышанаһы килә, шуға ла ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, битараф ҡалмай, ярҙам ҡулы һуҙып ебәрәйек.
Земфира АЙБАТОВА.
Ураҙ ауылы.
(№ 58)

Һәйтәктә - «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»21.07.2017

Һәйтәктә -  «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»Ошо көндәрҙә Һәйтәк ауылы «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамын уҙғарҙы. Сара сиктәрендә шулай уҡ Һәйтәк мәҙәниәт йортоноң 50 һәм «Арғымаҡ» халыҡ театрының 70 йыллыҡ юбилейҙары ла билдәләнде. Был көндә байрамға тип ашҡынып, алыҫ араларҙы яҡынайтып ҡайтҡан туғандар, дуҫ-иштәр, ырыуҙаштар осрашты. Төрлө тарафтарҙа матур итеп донъя ҡорған, мәртәбәле урындарҙа эшләгән ауылдаштарын ҡаршылау өсөн әҙерлек эштәре алдан башланы һәйтәктәр. Ойоштороу комитеты булдырылды, эш планы билдәләнде. Ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары Әлфиә Ғәбиҙуллина, Әлфиә Шакирова, Флүзә Сәғиҙуллина, Ғәлиә Сафиуллина, Әнисә Ғәликәйева, Нәжибә Исаева, Әнүзә Йәһүҙиналар элеккесә ҡолға тотоп өй буйынса йөрөп уйындар үткәрергә аҡса, ваҡ-төйәк әйбер йыйырға ла өлгөрҙө.
(№ 58)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Июль 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12
3456789
10111213141516
17181920212223
24252627282930
31 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.