» Материалы за Август 2017 года

Мин башҡорт телен яратам29.08.2017


https://youtu.be/75EJSXscoko


Был донъяла ниҙәр бар?29.08.2017

Был донъяла ниҙәр бар?АҠШ Милли разведкаһының элекке директоры Джеймс Клэппер борсолоу белдер-ҙе: атом ҡоралы системаһы шулай ҡоролған, әгәр ҙә Дональд Трамп Кореяға һөжүм итергә булып китһә, бер кем дә ҡамасаулап өлгөрә алмаясаҡ. Сәйер донъяла йәшәйбеҙ инде - демократия, халыҡ власы тик күпме генә һөйләнмәһен, һуғыш башланыу-баш-ланмауҙы бер генә әҙәм хәл итә! Һуғыш сығыу-сыҡмау гел генә иҡтисади сәбәптәр менән нигеҙләнә. Американың милли бурысы 20 триллион долларға етеп килә. Беҙҙең аҡсаға күсергәндә, бөтөнләй ишетеп тә белмәгән һандар менән яҙырға тура килә -1 квадриллион 200 триллион (1 триллионда - 1000 миллиард) һум. Бер ваҡытта ла түләй алмаясаҡтары көн кеүек асыҡ...
(№ 69)

35 йыл стажға эйә29.08.2017

35 йыл стажға эйәХәҙер инде дүртенсе тапҡыр 31 августа Ветеринария хеҙмәткәре көнө үткәрелә. Фәҡәт был датаның һайланыуы православие диненә бәйле, изге Флор һәм Лавр көндәренә тура килтерелде (мал ҡурсалаусылар булып иҫәпләнәләр).
Учалы, дөйөм алғанда - Башҡортостан вете-ринарҙарының эшенә һүҙ әйтерлек түгел инде: Рәсәйҙә әленән-әле эпизоотиялар ( йоғош-ло сирҙәрҙең массалы рәүештә таралыуы) сыға, онотолған йә яңы ҡурҡыныс сирҙәр баш күтәрә, ә беҙҙә хәлдәр сағыштырмаса имен. Был именлек үҙенән-үҙе пәйҙә булмай бит ул, уның артында ветеринария хеҙмәткәрҙәренең көн-дәлек, сит кешеләрҙең күҙенә ташланып бар-маған хеҙмәте тора. Үҙегеҙ генә күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ - халыҡта ғына 23 меңдән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә, һәр бе-реһенә даими рәүеш-тә прививкалар яһарға кәрәк, башҡа мал һәм башҡа эштәр ҙә баштан ашҡан.

Заман ниғмәте29.08.2017

Заман ниғмәте22 августа Илсе ауылында ул-тыраҡ эсендәге газ торбалары селтәре тантаналы рәүештә сафҡа тапшырылды. Илселә 1302 кеше көн күрә, йәштәр байтаҡ, тимәк, ауыл йәшәйәсәк әле, ҡоромаясаҡ. Әлеге ваҡытта һыу үткәреү сис-темаһы ла төҙөлә башлаған. Бар эштәр тамамланғас, күркәм ауылда тормош тағы ла йәмлерәк булып ҡалыр.
(№ 69)

Ҡояш кәрәк, ҡояш25.08.2017

Ҡояш кәрәк, ҡояшБыл аҙнала районда ураҡ эштәре старт алды. Беренсе булып «Күмәс-Агро», «Юлдаш», «Байрамғол» агрофирмаһы», «Урал аръяғы-Агро» МТС-ының Учалы филиалы кеүек предприятиеларҙа, ҡайһы бер крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында уңыш йыйыуҙы башланылар. Һәммәһе 13,5 мең гектарҙа иген урыу бурысы тора, 700 гектары - ужым культуралары.
МТС-тың Учалы филиалы техника хеҙ-мәтләндереүе күрһә-теү менән генә сик-ләнмәй, үҙе лә иң ҙур хужалыҡтарҙың бере-һенә әйләнде - 2 мең гектар һөрөнтө ерҙәрҙе арендалайҙар.
Беҙ барғанда Йәм-йылға буйындағы «Утар арты» тип аталған ерлектә «MacDon» сапҡысы арыш саба ине. 130 гектарлыҡ киң баҫыу. Гектарынан 15 центнер сығырҙыр, тип самалайҙар. Ә тәүләп 19 августа МТС 60 гектар ужым бойҙайын яҫмаларға һалды. Унда ла уңыш шул сама.
(№ 68)

Иң хәүефле һәм ауыр һөнәр25.08.2017

Иң хәүефле һәм ауыр һөнәрБашта аңлатма биреп китергә кәрәктер: Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 3 төп производствонан ғибәрәт - Учалы һәм Үҙйылға рудниктары, байыҡтырыу фабрикаһы. Үҙйылға руднигы Межозерный ҡасабаһынан 5 километр алыҫлыҡта, Үҙйылға, Талған һәм Йәштәр баҡыр-цинк рудаларын үҙләштерә. Мәғдәндең өҫкө ярусы 150 тирәһе метрҙан башланһа, аҫтағыһы - 600-700 метрҙа. Бөгөнгө көндә был рудник УТБК өсөн төп сеймал сығанағы. Ә комбинат эшмәкәрлегенең бөтә районыбыҙҙың йәшәйешенә тура ҡағылыуы сер түгел инде. Иң хәүефле һәм ауыр һөнәр
(№ 68)

В лесах Башкортостана установилась высокая пожарная опасность23.08.2017

Согласно прогнозным данным на предстоящие дни августа в 65 регионах России прогнозируется высокий, местами чрезвычайный классы пожарной опасности в лесах по условиям погоды, в том числе и на территории Республики Башкортостан.

Сегодня IV класс пожарной опасности (высокая) в лесах установился на территории лесного фонда Бирского, Дюртюлинского, Зилаирского, Туймазинского и Уфимского лесничеств, V класс опасности (чрезвычайная) – в Стерлитамакском лесничестве.

Белгестәр әҙерләнәсәк18.08.2017

Белгестәр әҙерләнәсәкЯңы уҡыу йылында ҡала мәктәптәрендә инженер кластары асыласаҡ, буласаҡ белгестәрҙе тау-байыҡтырыу комбинаты өсөн әҙерләйәсәктәр. Ошо турала Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты идаралығында уҙған кәңәшмәлә бәйән ителде. Ултырышта район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, Урал тау-металлургия компанияһының персонал буйынса идаралыҡ начальнигы Ольга Смирнова, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының персонал буйынса идаралыҡ начальнигы Людмила Андросенко, мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова һәм ҡала мәктәптәре директорҙары ҡатнашты. Кәңәшмәлә инженер кластарын нисек ойоштороу тураһында һүҙ алып барылды.
(№ 66)

Ярҙам вәғәҙә ителде15.08.2017

Ярҙам вәғәҙә ителдеОшо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев Амангилде ауыл Советы буйынса эш сәфәре башҡарҙы. Иң башта район етәксеһе Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында төп дөйөм белем биреү мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. Бында һәммәһе 102 бала белем ала, шул иҫәптән Ғәлиәхмәр, Амангилде, Ҡалуй ауылдарынан килеп уҡыйҙар. Бының өсөн ПАЗ автобусы беркетелгән. Фәрит Фәтих улы уҡыу кластарын, ашхана һәм спорт залын, мәктәп янындағы баҡсаны (уңышы дөйөм туҡланыу өсөн дә ҡулланыла) ҡарап сыҡты. Мәктәптә яңы пластик тәҙрәләр ҡуйылған, яңы уҡыу йылы алдынан косметик ремонт үткән. Тик бына 1978 йылда төҙөлгән бинаның ҡыйығы һәм йылытыу системаһы ремонт талап итә.
(№ 65)

Дауахана халыҡ өсөн кәрәк15.08.2017

Дауахана халыҡ өсөн кәрәкРәсәй халҡының - 26, Башҡортостандың 39,6 проценты (1610,6 мең кеше) ауылда йәшәй. Һуңғы йылдарҙа илдә - 19 мең, республикала 54 ауыл ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Бының төп сәбәптәренең береһе - тейешле медицина хеҙмәтенең булмауы. 2006 йыл менән сағыштырғанда, медицина учреждениеларына барып етеү ваҡыты һәм юлы өс тапҡырға оҙайған. Ауылда дауахананың булыуы бик мөһим, айырыуса район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан ауылдар өсөн. Мәҫәлән, районыбыҙҙың төньяғында урынлашҡан төпкөл ауылдарҙың береһе - Илсеғол ауыл хакимиәтенә 10 ауыл ҡарай, әлеге көндә Мулдаш, Һөйөндөк, Көсөк, Һөләймән, Кәрим, Мулдаш ауылдарында фельдшер-акушер пункттары эшләй, Илсеғолда участка дауаханаһы ҡабул итеүҙәр ойошторған. Тиҙ ярҙамды кәрәк ваҡытта Комсомольск участка дауаханаһынан саҡырталар.
(№ 64)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Август 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
28293031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.