» Материалы за Сентябрь 2017 года

Еңеү артынан еңеү27.09.2017

Еңеү артынан еңеүЯңы Байрамғол ауылы ҡыҙы Ләйсән Золотареваның даны республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйгә билдәле булды. Ошо көндәрҙә ул Мәскәүҙә уҙғарылған «Таланттар иле» музыкаль конкурсында ҡатнашып ҙур еңеү менән ҡайтты.
Ҡыҙсыҡты ауылдаштары «Ауылыбыҙҙың йондоҙсоғо», тип юҡҡа йөрөтмәй. Исеменә күрә есеме үҙенә таман килеп кенә тора. Беренсе тапҡыр Ләйсән ауыл клубы сәхнәһендә дүрт йәшендә сығыш яһап тамашасыларҙы әсир итә. Ҡыҙҙың төрлө яҡтан талантлы икәнен бала сағынан уҡ һиҙеп ҡалған яҡындары, уның һәләтен үҫтереүгә бар тырышлығын һала.  Әле иһә уны ауылдаштары «оркестр-ҡыҙ» тип ҙурлай. Ысынлап та, йәш талант эйәһенең сығышын тулҡынланмай ҡарап булмай. 11 йәшлек балала шул тиклем дә талант булыр икән, тип һоҡланаһың, хатта көнләшеп ҡуяһың. Үҙе йырлай, бейей, тасуири итеп шиғырҙар уҡый, биш төрлө музыка ҡоралында уйнай. Ләйсән «Урал батыр» эпосын да тулыһынса яттан белә. Дүрт мең ярым юлды һәр кем иҫендә ҡалдыра алмай. Эпосты образдарға инеп, геройҙарҙың тауыштары менән һөйләүе үҙе бер тамаша.
(№ 77)

«Ләйсән» һынатманы27.09.2017

«Ләйсән» һынатманы13-15 сентябрҙә Түбәнге Новгород ҡалаһында «Халыҡтар дуҫлығы» тип аталған Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр фестивале уҙғарыла. Беҙҙең данлыҡлы «Ләйсән» ансамбле лә бөтә Башҡортостанды вәкилләп ҡатнаша.
Ҡатнашыу ғына түгел, тантананы асыу хөрмәте тап беҙҙең яҡташтарға күрһә-телә: беренсе булып сығыш яһап, «Беҙҙең байрам», «Зарифа», «Ҡороҡсолар»ҙы башҡаралар. Әлбиттә, тамашасыларға ныҡ оҡшай, сығыштары алҡыштарға күмелә.
(№ 77)

Тәртип ҡасан булдырылыр?27.09.2017

Тәртип ҡасан  булдырылыр?21 сентябрҙә БР Тәбиғәттән фай-ҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев эш сәфәре менән районыбыҙға килеп китте.
Иң башта Өфө ҡунағы ҡала эргә-һендәге ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына барҙы («Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағын-да, һуңғы дәүерҙә Белореттан «Таҙа ҡала плюс» йәмғиәте ҡуртымға алған) «Полигон» тип яңғырауыҡлы атал-һа ла, сүплек - сүплек инде: ҡайҙа ла сүп-сар тауҙары, ризыҡ базаһы өсөн геү килеп аҡсарлаҡ һәм ҡарға өйөрҙәре талаша, ҡапҡа янында ирәйеп тамаҡтары туйған эттәр серем итә... Тик был күренештәр бәлә түгел, ҡуртымсылар һүҙҙәрен-дә тормауҙары бәлә - улар бит үткән йылдың аҙағына сортировкалау линияһын эшкә егергә вәғәҙә итәләр ине. Ә бында барыһы ла элеккесә: йөк автомобилдәре килтергәнде бульдозер (ике техниканың береһе генә төҙөк) гөрөп тапата ла, шуның менән вәссәләм. Былай булғанда, беренсенән, күпме потенциаль сеймал тура мәғәнәлә ергә күмеп әрәм ителә. Ә икенсенән, полигон бик тиҙ арала шығырым тулып, артабан өйөр урын да ҡалмаясаҡ. Беҙҙең объект 2008 йылда файҙалана башланы, 20 йылға иҫәпләнгән, әммә яртылаш тулып та өлгөргән.

Илдар Рим улы ҡәнәғәтһеҙлеген йәшермәне, билдәле һығымталар яһалып, тейешле саралар күрелер-ҙер. Һәр хәлдә лә, министр был мәсьәләне йәнә күтәргәс, быйыл линия урынлаштырыласаҡ һәм эш-кә егеләсәк, тип ышандырҙылар сүп-сар өлкәһендә бизнес ҡорған эшҡыуарҙар.
(№ 77)

Проблема хәл ителәсәкме?20.09.2017

Проблема хәл ителәсәкме?Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова «Башинформ» агентлығының туған телдәр-ҙе уҡытыу тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.
- Гөлназ Радмил ҡыҙы, ни өсөн «башҡорт теле - дәүләт теле» һәм «башҡорт теле - туған тел» тигән төшөнсәләр бер-береһенә ауаз-даш түгел? Быйылғы уҡыу йылына тиклем мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың нисек ойошторолоуын тағы ла бер тапҡыр аңлатһағыҙ ине. Ул ҡайһы кластарҙа һәм ниндәй күләмдә уҡытыла?

- Туған телде өйрә-неү - Рәсәй Федераци-яһы Конституцияһы менән билдәләнгән хоҡуҡ ул. Уҡыу план-дары хаҡында һүҙ алып барһаҡ, туған тел - белем биреү программаһындағы уҡыу пландарының инвариатив өлөшөнә ингән мотлаҡ предмет. Туған телде, беренсенән башлап, бөтә кластарҙа ла мотлаҡ өйрәнәләр.
Башҡорт телен мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ уҡытыу Башҡортостан Рес-публикаһы Конс-титуцияһы менән тәьмин ителә. Был предметты һәр кем үҙе һайлай. Ул белем биреү мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусылар төҙө-гән уҡыу планына инергә тейеш. Былтырға тиклем беҙҙә ата-әсәләрҙең фекере коллегиаль органдар аша иҫәпкә алынды. Балаларға һәм ата-әсәләргә икенсенән алып туғыҙынсы класҡа тиклем башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү тәҡдим ител-де. Был Башҡортостан Республикаһының Мә-ғариф тураһындағы законында билдәләнгән.
(№ 75)

Бурысыңды онотма20.09.2017

Бурысыңды онотмаРайон эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре көн һайын хоҡуҡ боҙоусыларға штрафтарҙы үҙ ваҡытында түләү зарурлығын һәм түләү тәртибен аңлаталар. Һалынған штраф 60 көн эсендә түләнергә тейеш.
Түләмәгән осраҡта законда ҡаралғанса, РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, хоҡуҡ боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ошоға ярашлы материалдар судҡа ебәрелеп, был иһә штрафтың ике тапҡырға артыуына килтерәсәк, йә булмаһа 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу янай. Штрафты туранан-тура суд ултырышы алдынан ғына түләү ҙә язанан ҡотҡармай.
(№ 75)

Учалы ла сараға ҡушылды20.09.2017

Учалы ла сараға ҡушылдыИсемдәре оҡшаш яңғырағас, күп кешеләр бутайҙар, асыҡлыҡ индерергә кәрәк: «Милләттәр кросы» - халыҡ-ара ярыш, йыраҡ араларға йүгереү буйынса донъя чемпионаты 1972 йылға тиклем шулай аталған була, ә «Милли кросс» («Милләт кросы») - Рәсәй эсендә үткән сара. Илебеҙҙә 2004 йылдан алып, сәләмәт йәшәйеште пропагандалау, халыҡты спортҡа йәлеп итеү маҡсатында үткәрелә. Беренсе этап - сентябрь айының 3-сө йәкшәмбеһендә үткәрелһә, бер аҙнанан иң көслө спортсылар Мәскәүҙә гран-при өсөн көрәшә.
Дистанция (1 километрҙан алып 12 километрға тиклем), башҡа шарттар урындарҙа үҙ аллы билдәләнә.
16 сентябрҙә уҙғарылған «Милли крос - 2017» ярышынан беҙҙең Учалы, әлбиттә, ситтә ҡалманы. Хәйер, яңы саңғы-роллер трассаһы бының өсөн бик тә ҡулай (элек был ярыш ҡала урамдары буйлап үтһә, хәҙер рәхәт - саф һауа, тирә-йүндә сентябрь аҙағына ҡарамаҫтан һа-ман да йәшел ағастар, ә иң мөһиме - хәүефһеҙ, автомобилдәр юҡ).
(№ 75)

Тәүге уңыш15.09.2017

Тәүге уңыш9 сентябрҙә «Таусы» боҙ аренаһында ошо уҡ исемдәге хоккей командаһының яңы уйынсылары менән танышыу-презентация ойошторола.
- Бөгөн беҙҙең хоккей тарихының яңы бите асыла, быйыл команданы бик дәрәжәле ҡаршылаштар менән уйындар, халыҡ-ара осрашыуҙар көтә, - тип телмәр тотто «Таусы» хоккей клубы директоры Ильяс Әхмәтйәнов. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы, «УГМК-Холдинг» (Урал тау-металлургия компанияһы) һәм «Автомобилсе» хоккей клубы етәкселеге ҡарары менән, «Таусы» Юғары хоккей лигаһының даими чемпионатында ҡат-наша. Әйткәндәй, «Таусы» - Екатеринбургтағы «Автомобилсе» хоккей клубының фарм-клубы статусында, ябайлаштырып әйткәндә - төп ко-манданың резервы, йәш уйынсыларҙы тәжрибә туплатыу майҙансығы.

Ә 11 сентябрҙә «Таусы» хоккей клубы өсөн Юғары лигала яңы уйын миҙге-ле асылды. Учалылар Красноярск ҡалаһында урындағы «Ыласын» ко-мандаһы менән осрашты. Беҙҙекеләр овертаймда (төп уйында еңеүсе бил-дәләнмәү арҡаһында би-релгән өҫтәмә ваҡытта) 3-кә 4 иҫәбе менән еңде.
- Юғары лигала беренсе осрашыуҙа еңгәс, әлбиттә, ыңғай хис-тойғолар ташып тора! - тип белдерә «Таусы» клубының баш тренеры Венер Сафин, - өҫтәүенә, «Сокол» - бик оҫта команда. Тәүге ике периодта беҙҙе туҡтауһыҙ «дөмбәҫләнеләр», ярар ҙа йәш команда булһаҡ та, егеттәребеҙ ҡойо-лоп төшмәне. Ҡапҡасы Игорь Устиновҡа айы-рым рәхмәт - ныҡ торҙо.
(№ 74)

Тормош һынауҙарын еңеп15.09.2017

Тормош һынауҙарын еңепУчалы яҙыусылар ойошмаһының аҡһаҡалы Байгилде Янбулатов үҙенең 80 йәшлек олпат юбилейын билдәләй.
Ул Ейәнсура районының Аҡдәүләт ауылында ярлы крәҫ-тиән ғаиләһендә донъяға килә. Йәш ярым ғына булғанында - әсәһе, биш йәше тулыуға атаһы мәрхүм булып ҡуялар. Үкһеҙ етем ҡалған балаға ағай-энеләренең, ауылдаштарының тупһаларын тилмереп байтаҡ тапарға тура килә, аслығын да, яланғаслығын да кисерә. Һөйәктәре лә нығынып бөтмәгән үҫмер колхоздың төрлө эштәрендә эшләй, ялан аяҡ колхоз көтөүен дә көтә.
(№ 74)

«Мәңгелек урман» һағында15.09.2017

«Мәңгелек урман» һағындаУрман өлкәһендәге структур үҙгәрештәр артынан ситтән күҙәтеп өлгөрөүе лә ҡатмарлы инде... Быйыл Яңы йылдан «Учалы лесничествоһы» ҡаҙна учреждениеһының вәкәләттәренең һәм штаттарының бер өлөшө «Лесничестволар идаралығы» дәүләт ҡаҙна предприятиеһына күсерелеп (Учалы бүлегендә 10 хеҙмәткәр, етәкселәре - Ришат Игликов), ул үҙе «Учалы урман хужалығы» дәүләт автоном учреждениеһына әйләндерелде. Коллективта 38 кеше, директор - Айбулат Байғарин.
(№ 74)

Был донъяла ниҙәр бар?14.09.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Көнсығыш иҡтисад форумы (ВЭФ) сес-сияһында РФ Хөкүмәтенең 1-се вице-премьеры Игорь Шувалов ғәҙәти булмаған тәҡдим яһаны: беҙҙең Сахалиндан япондарҙың Хоккайдо утрауына тиклем автомобиль һәм тимер юлы күпере төҙөргә. 43-45 километр оҙонлоҡта булыр ине. Риза булмаясаҡтары алдан билдәле булһа ла, беҙҙекеләр эре сирттереп бындай тәҡдим яһай ала инде - Ҡырым һәм Краснодар крайын тоташтырған күперҙе төҙөү уңышлы бара бит, август аҙағында 45 метр бейеклектә 227 метр оҙонлоҡта тороҡ (пролет) урынлаштырылды. Хәҙер аҫтынан диңгеҙ караптары иркен үтә. 19 километрлыҡ күперҙе киләһе йылдың аҙағында асыу планлаштырылған.
(№ 73)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Сентябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
252627282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.