» Материалы за Октябрь 2017 года

Муллыҡ байрамы үтте31.10.2017

Ахун ауылы мәҙәниәт йортонда алтын көҙҙө ҡаршылап «Көҙгө муллыҡ» тип исемләнгән байрам йәрминкәһе уҙғарылды.
Матур сарала ауыл халҡы, ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Үҙешмәкәр коллективтарҙың сығышы тантанаға айырыуса йәм өҫтәне. Йәрминкәлә барлыҡ коллективтар һыйлы өҫтәл әҙерләгәйне. Күргәҙмәгә ҡуйылған табындар йәшелсә-емештән, төрлө аш-һыуҙан һығылып торҙо.
Балалар баҡсаһы учреждениелары айырыуса ныҡ әҙерләнгәндәр. Үҙҙәренә исем дә тапҡандар - «Көҙгө фантазиялар». Табындарында татлы ризыҡтар, салаттар, йәшелсәләрҙән эшләнгән сувенирҙар һәм башҡаһы күренә. Флүзә Хажиева, Рәүфә Абдрахманова, Финзилә Хәбирова, Алһыу Сөнәғәтуллина, Рәсимә Хажиева, Сулпан Ғайсина коллективтары менән таныштырып үтте, матур итеп йыр башҡарҙылар.
(№ 87)

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр31.10.2017

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрБайрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек тә алдынғылыҡты бирмәһә, әле лә һынатмайҙар. Заманында «Байрамғол» совхозы тирә-яҡта дан тотһа, хәҙер иһә үҙенең алмашсыһы - «Байрамғол» агрофирмаһы» юғары күрһәткестәре менән ҡыуандыра.
«Иң мөһиме - ауыл хужалығы тармағы йәшәп килә», - тип ҡыуана ошо тирәлә көн күргән оло быуын ветерандары. 80 йәштәрен ваҡлаған апай-ағайҙар үҙҙәренең ең һыҙғанып совхозды күтәрәбеҙ, тип ал-ял белмәй эшләгәндәрен бөгөнгөләй яҡшы хәтерләйҙәр. Күптән түгел Яңы Байрамғол ауылының аҡһаҡалдары менән осрашырға тура килде. Һәр береһенең ғүмер юлы ауыл хужалығы менән бәйле.
Рифҡәт Ғабдулла улы Игликов оҙаҡ йылдар «Байрамғол» совхозында механизатор булып хеҙмәт итә.
(№ 87)

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар31.10.2017

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡларОшо көндәрҙә район хакимиәтенең террорҙарға ҡаршы комиссияһы тактик күнекмәләр үткәрҙе. Ошондай легенда ҡуйылды: йәнәһе лә, «Таусы» Боҙ аренаһында, тамашасылар урындығы аҫтында шикле полиэтилен пакет табыла. Ни эшләргә тип оҙаҡ баш ватырға түгел, инструкцияларҙы теүәл үтәргә кәрәк.
Был осраҡта ла барыһы ла теүәл үтәлде - шартлатҡыс булырҙай әйберҙе тап иткән хеҙмәткәр шундуҡ һаҡ посына мөрәжәғәт итә. Унда дежурҙа торған иптәш «112» телефоны аша кисектермәй Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә доклад яһай.
(№ 87)

Тырыш хеҙмәттең емеше лә татлы31.10.2017

Тырыш хеҙмәттең  емеше лә татлы27 октябрҙә Учалы район мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев ауыл эшсәндәрен ошо тантана менән ысын күңелдән тәбрикләне.
- Районыбыҙ аграрийҙары йылды лайыҡлы һөҙөмтәләр менән тамамланы. Баҫыуҙарҙан 28 мең тонна иген йыйып алынды, гектарынан уртаса уңыш 20 ц тәшкил итте. Һуңғы йылдар менән сағыштырғанда рекорд ҡуйылды. Малсыларҙың да фиҙаҡәр хеҙмәтен билдәләп үтергә кәрәк. Хужалыҡтарҙа йылҡы, эре мөгөҙлө малдың һаны ишәйә. Һөт һауыу буйынса районыбыҙ респуб-ликала лидерҙар рәтендә. Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә етди иғтибар бирелә. Районыбыҙҙың төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашыуы ултыраҡтарҙы газификациялауға, һыу менән тәьмин итеүгә, со-циаль учреждениеларҙы төҙөкләндереүгә мөмкинлек бирә. Ағымдағы йылда ғына хужалыҡтарға 10,5 миллион һум субсидия бүленгән, «Ауыл биләмәләрен үҫтереү» программаһына ярашлы 8 ғаилә йәшәү шарттарын яҡшыртҡан. Артабан да ауыл хеҙмәтсәндәренең һөнәренә тоғро ҡалып, тырышып эшләүҙәрен теләйем. Еңел булмаған эштәрендә сабырлыҡ бирһен, - тине Фәрит Фәтих улы.
(№ 87)

Был донъяла ниҙәр бар?31.10.2017

Был донъяла  ниҙәр бар? √ Быйыл Рәсәйҙә ғүмерҙә булмаған рекорд ҡуйылды - тулайым 132 миллион тонна иген урып алынды (былтыр ҙа тарихта булмаған күрһәткескә ирешкәйнек - 121 миллион тонна тирәһе булды). Тик бына РФ Халыҡ хужалы-ғы академияһының Агросәнәғәт сәйәсәте үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре Василий Узун самалауынса, Рәсәйҙә 10 миллионлап тонна игенде һаҡларлыҡ урын етешмәй.
- Илебеҙ потенциалы 1 миллиард 300 миллион кешене аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә ирек бирә. Иртәме-һуңмы, әммә тап шулай буласаҡ, - тип сығыш яһаны Дәүләт Думаһының аграр һорауҙар буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Айрат Хәйруллин. (Белешмә өсөн - Рәсәйҙең үҙендә 146-147 миллион кеше иҫәпләнә).

√ Санкт-Петербург губернаторы Г.Полтавченко РФ хөкүмәтенә рәсми хат яҙҙы - Рәсәйҙең «мәҙәни баш ҡалаһында» икмәккә ҡытлыҡ, хаҡ күтәрелеүе ихтимал. Бар сәбәп - тирмәндәргә бойҙай килтереү өсөн вагондар етешмәй, ти. Тарих ҡабатланып ҡуймаһын инде! 1917 йылдың башында ла Рәсәйҙә аш етерлек була, тик төрлө сәбәптәр менән Петроградҡа ташыу ритмдан сыға. Сираттар теҙелә башлау Февраль революцияһы тоҡаныуға бик тә булышлыҡ итә.
(№ 87)

Икмәк булһа, йыр ҙа була27.10.2017

Икмәк булһа, йыр ҙа булаИкмәк булһа, йыр ҙа булыр, тиҙәр. Быйыл иһә мотлаҡ йырларға тейешбеҙ. Респуб-лика аграрийҙары баҫыуҙарынан мул уңыш йыйып алды, иң мөһиме - районыбыҙ игенселәре лә һынатманы. Республика кимәлендә яҡшылар рәтендә. Һөнәри байрамдарын ауыл хужалығы эшсәндәренең яҡты йөҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршы алыуы беҙҙең өсөн дә ҡыуаныслы күренеш. Учалылар икмәк менән үҙҙәрен тулыһынса тәьмин иткән. Башҡа культураларҙы ла ауыл эшсәндәре етәрлек күләмдә туплаған.
Байрам алдынан йылдағыса тармаҡ ҡаҙаныштарын барлау маҡсатында Учалы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Арслан Нәзир улы Шәғәретдинов менән әңгәмәләштек.
- Ауыл хужалығы көнөн күтәренке кәйеф менән ҡаршылайбыҙ. Ураҡ эштәре та-мамланды, район аграрийҙарының эшен нисек баһалайһығыҙ? 
- Районда алты ауыл хужалығы предприятиеһы эшләп килә, уларҙың дүртәүһе малсылыҡ продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә, 123 крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 13 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Районда 24931 баш һыйыр малы бар, уның 2702 башы - ауыл хужалығы предприятиеларында, 1534-е - крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында һәм 20695-е - шәхси хужалыҡтарҙа. Йылҡы һаны - 5539, ауыл хужалығы предприятиеларына - 1397, КФХ-ға - 1492, шәхси хужалыҡтарға 2650 баш тура килә. Һарыҡ менән кәзә - 21944 баш һанала. Мал аҙығы әҙерләүҙе һәм иген йыйыуҙы ваҡытында тамамланыҡ, куль-туралар ҡырҙа ятып ҡалма-ны. Игенселәргә, афариндан башҡа әйтер һүҙем юҡ. Һауа шарттары ла бик уңай килде, юғиһә, быға тиклем комбайндар һуғырға төшһә, йә ямғыр яуып ыҙалата, йәиһә ваҡытһыҙ ҡар төшөп игенде юҡҡа сығара торған ине.
(№ 86)

ФОТОФАКТ27.10.2017

ФОТОФАКТХәбәрселәребеҙҙең еңел ҡул арты менән «Аҙна һайын приз» лотерея уйынын башлап ебәрҙек. Был юлы бәхет Сәфәр ауылынан Флүрә Әхмәтйәноваға йылмайҙы. Уға бүләккә термокружка эләкте.
Флүрә Әхмәтйәнова: «Яйыҡ» гәзитен алдырмай ҡалғаным юҡ. Бүләк отормон, тип көтмәгәйнем, шатмын. Бүләкте һәр кем оторға мөмкин икәнлегенә үҙем шаһит булып ҡайттым. Үҙебеҙҙең башҡорт гәзитенә яҙылығыҙ, отоғоҙ!»
(№ 86)

Агроном - ул ер табибы27.10.2017

Агроном -  ул ер  табибы«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе үҫтерә, бер үлән һабағы үҫкән ерҙә икене үҫтерә, ул кешегә барлыҡ ғаләм рәхмәтле булыр», - тип яҙып ҡалдырған 1700-се йылдар башында Англияның мәшһүр яҙыусыһы Джонатан Свифт. Бала саҡтан үҫемлек донъяһын үҙ итеп, әле лә уға тоғро ҡалған Айҙар Ғамир улы Ғәләүетдинов агроном һөнәрен һайлағанға һис үкенмәй.
- Мин ябай ауыл балаһы. Атайым ғүмере буйы совхозда управляющий, механик булып эшләне. Бәләкәйҙән атайым артынан ҡалманым, уның менән бергә мотороллерға ултырып көн һайын ҡыр-яландарҙы йөрөп сыға инек. Совхоздың һәр яланын, баҫыуын биш бармағымдай беләм. Игенселәрҙең ҡыҙыу ураҡ мәлендә ҡуна ятып эшләүҙәре лә мине хыялымдан һүрелтә алманы. Мәктәпте тамамлау менән документтарҙы ауыл хужа-лығы институтына алып барып тапшырҙым. Ғаи-ләләгеләр ҙә минең агроном булыуыма ҡаршы килмәне, - тип һөйләй Айҙар Ғамир улы.
Уҡыу йортон тамамлап «Озерный» хужалығында хеҙмәт юлын башлай һәм әле лә һөнәренә тоғро ҡала. Бөгөнгө көндә «Байрамғол» агрофирмаһы»ның Яңы Байрамғол бүлексәһендә агроном булып эшләй.
(№ 86)

Туберкулез - мәкерле сир24.10.2017

Туберкулез - мәкерле сирТуберкулез нәҫелдән бирелгән ауырыу түгел, ә шулай ҙа ғаиләлә сирле булған осраҡта, бер-береһенән йоҡтороп ҡалған кешеләрҙең дә ауырыуы мөмкин.
Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, эҫе һыуҙа ҡайнатыу, 5 процентлы хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итһә, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин.
Сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡан аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Зарарланған кеше оҙаҡ дауаланмаһа, үпкә шешә, тишелә. Флюорография үткәреү, туберкулин пробаһы (Манту пробаһы) ҡуйыу, туберкулезға ҡаршы вакцинация - балаларҙы һәм өлкәндәрҙе туберкулездан ҡурсалауҙың тәүге аҙымдарының береһе. Шуға ла сәләмәтлегегеҙгә битараф булмағыҙ, даими медицина тикшереүе үтергә онотмағыҙ.
(№ 85)

Урал түгел, Яйыҡ!24.10.2017

Урал түгел, Яйыҡ!«Урал батыр» эпосының аҙағын хәтерләйһегеҙме? Ошолай тип бәйән ителә:
«Дүрт батыр бер йыйылып,
Бергә ултырып уйлаған;
Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар,
Яңы йылға эҙләгән.
Иҙел һымаҡ, былар ҙа
Алмашлашып, бер-бере
Булат менән сапҡан ти,
- Уларҙан да өс йылға
Сылтырашып аҡҡан, ти.
Былар халыҡты йыйғандар,
Дүрт батырға бүлгәндәр;
Дүрт йылғаны буйлатып,
Торлаҡ ҡороп таралып,
Айырым донъя ҡорғандар.
Дүрт батырҙың исеме
Дүрт йылғаға ат булған,
Онотолмаҫ зат булып,
Быуын-быуын ҡалғандар».

Яйыҡ-батыр һәм Яйыҡ йылғаһы тураһында һүҙ бара! Ә беҙҙә, йылға башланған урында руссалап «Бында Урал йылғаһы баш ала» тип кенә күрһәтелгән. Учалы башҡорттарының район ҡоролтайы вәкилдәре ошо яҙыҡлыҡты ниндәйҙер мәғәнәлә төҙәтте тиергә мөмкин: тарихи-мәҙәни ҡомартҡыбыҙҙың үрҙә килтерелгән юл-дары яҙылған стендты инешкә барып урынлаштырҙылар.
(№ 85)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Октябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.