» Материалы за Ноябрь 2017 года

Халҡыбыҙҙың тарихын яҡлап эшләйбеҙ28.11.2017

Халҡыбыҙҙың тарихын яҡлап эшләйбеҙҺуңғы йылдарҙа республикала башлыса ағинәйҙәр тырышлығы менән халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен, нәфис биҙәүестәрен тергеҙеү өҫтөндә байтаҡ эш алып барыла.
Беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында башҡаларҙы хайран итеп, зауыҡлы биҙәүестәр тағып, милли күлдәктәр кейеп йөрөү ғәҙәткә инә. Үҙе бер илаһи күренеш ул яға, селтәр, түшелдеректәрен тағып, аллы-гөллө күлдәктәрен кейеп, эшлекле ҡорҙарға йыйылған ағинәйҙәр.
Әлбиттә, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, уйын-йыр өсөн генә йыйылмай улар. Ниндәйҙер мөһим проблеманы хәл итер, йәштәргә йолаларыбыҙҙы өйрәтер өсөн, йә булмаһа, милли кейем өлгөләре, биҙәүестәр эшләү, ниндәйҙер милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ серҙәре менән бүлешергә, экологик өмәләр үткәрергә йыйылалар. Ошондай матур саралар менән рухлы киләсәк быуын тәрбиәләүҙе бурыс итеп алған ағинәйҙәребеҙ. Был ҡор - төбәгебеҙҙә иң әүҙем йәмәғәт ойошмаларының береһе, буғай.
(№ 95)

Гран-при - «Йәйғор»ҙа28.11.2017

Гран-при - «Йәйғор»ҙа24 ноябрҙә Учалы филармонияһында фольклор ижадының «Етегән йондоҙ» тип аталған асыҡ фестиваль-конкурсы үтте.
Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, Бөрйән районы, Межгорье һәм Үрге Урал артистары ҡатнашты.

Сағыу тамашала халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре сәхнәләштерелеп күрһәтелә. Мәҫәлән, Межгорье ҡунаҡтары «Ҡатай йыйыны» тигән тамаша әҙерләй, Үрге Уралдан килеүселәр барыбыҙға ла яҡшы таныш «Ҡарға бутҡаһы» байрамын сәхнәләштерә, ә бөрйәндәр «Тары урыу» менән һөйөндөрә.
Районыбыҙҙың Уральск, Ахун, Комсомольск, Яңы Байрамғол, Юлдаш ауылдары коллективтары «Ҡымыҙ эшләү», «Кейеҙ, келәм баҫыу» кеүек кәсептәрҙе лә күрһәтте.
(№ 95)

Был донъяла ниҙәр бар?28.11.2017

Был донъяла ниҙәр бар?ЛДПР партияһы бер тауыштан РФ Прези-денты һайлауҙарына Владимир Жириновскийҙың кандидатураһын күрһәтте. Былтыр РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар барғанда беҙҙең районда ЛДПР партияһы 18 проценттан ашыу тауыш йыйып ғәжәпләндергәйне. Киләһе йыл нисек булыр икән, «мөхәббәт» һүрелмәгәнме? Тик бына халҡыбыҙҙың «Иртән уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ», - тигән әйтеме бар бит әле, Владимир Вольфович биш тапҡыр был посҡа дәғүә итеп ҡараны, уңышҡа өлгәшә алманы. Күрәһең, «Тейенгә тейеүе шарт түгел, шартлауы (мылтыҡ атыуҙың) - шарт», - тип эш итәлер.

«Донъя ахыры билдәләренең беленеүен күрмәһә, һуҡыр ғына күрмәйҙер!» - тип сығыш яһаны Рәсәй православие динен тотоусылар башлығы патриарх Кирилл. Һәм барыһын да иманлы булырға саҡырҙы - уларҙың тәғлимәттәре буйынса, ахырызаман ҡасан етеүе кешеләрҙең үҙҙәрен нисек тотоуҙарына бәйле икән. Шуны ла билдәләйек - патриарх Кирилдың олатаһы иерей Василий Степанович Гундяев заманында Башҡортостанда эшләп киткән икән, шуға ла баш дин әһеле республикаға айырыуса йылы ҡарашта, ти.
(№ 95)

Урамдар яҡтырып ҡалды28.11.2017

Урамдар яҡтырып ҡалдыИке йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәевтың ҡарары менән торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағын хеҙ-мәтләндереүсе структур подразделениеларға, шулай уҡ ауыл ултырағы башлыҡтарына коммуналь ресурстарҙы, тәү сиратта электр энергияһын һаҡсыл тотоноу йәһәтенән тейешле саралар ҡабул итергә ҡушылғайны.
2016 йылда әҙерләнгән программаға ярашлы Учалы ҡалаһында күләмле эштәр башҡарылды. Артабан «Учалы районында 2017-2019 йылдарҙа энергияны һаҡлау һәм энергетик һөҙөмтәлелекте арттырыу» буйынса муниципаль программаға ауылдар ҙа индерелде, ултыраҡтарҙа энергияны һаҡлау буйынса эштәр башланды.
Лампаларҙы алмаштырыу эштәре ноябрҙә старт алды һәм декабрь аҙағынаса дауам итәсәк. Аукцион һөҙөмтәләре буйынса подрядсы ойошмалар итеп Өфөнән «Мир» йәмғиәте һәм урындағы эшҡыуар Морат Солтанғолов беркетелгән. Ойошмаларға яңы лампаларҙы ҡуйыуҙан тыш 3 йыл дауамында уларҙы хеҙмәтләндереү бурысы ла йөкмәтелгән. Урамдарҙы яҡтыртыу, юлдар мәсьәләһе кеүек, иң өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Был йәһәттән бигерәк тә шәхси секторҙы яҡтыртыуға ҙур иғтибар бирелә.
(№ 95)

Һау-сәләмәт килеш ҡартаяйыҡ24.11.2017

Һау-сәләмәт килеш ҡартаяйыҡГигиена, әлбиттә, төп шарт. Мәҫәлән, ашар алдынан ҡулды йыумау ҡурҡыныс йоғошло сиргә дусар итеүе билдәле. Шул уҡ ваҡытта, артыҡ таҙалыҡ та идеаль сәләмәтлек өсөн бигүк дөрөҫ юл була алмай икән. Ғалимдар тикшереүе күрһәтеүен-сә, ябай һабын урынына махсус антибактериаль таҙартҡыстар ҡулланған кешеләр йышыраҡ ауырый. Сөнки көслө антисептиктар тәндең тәбиғи бактериаль балансын боҙа, йәғни, файҙалы бактериялар үлеп, киреһенсә, зыянлы патогендар үрсей башлай.
 
Йөккә уҙыуҙан
һаҡлан!

Ҡасан ғына, ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы контрацептивтар матдәләр алмашыныуын боҙа, кәүҙә ауырлығын арттыра, тигән фекер урын алғайны. Әле иһә гинекологтар, бындай препараттар ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәтлеген нығыта, тип иҫбат итә. Атап әйткәндә, препараттар аналыҡтағы яман шеш хәүефен егерме процентҡа кәметә.
(№ 94)

«Икенсе әсәй» кеүек24.11.2017

«Икенсе әсәй» кеүекЭйе, Ватан, намыҫ һәм әсәй һәр кешенең бер генә була.
Әммә «икенсе әсәй һымаҡ» һүҙбәйләнешен ҡулланыу ҙа хилафлыҡ түгелдер - күсмә мәғәнәлә әйтелә бит. Һәр хәлдә лә, Айһылыу Ғәйнулла ҡыҙы тураһында - «...беҙгә икенсе әсәй кеүек» тигәнде оло һәм олпат ағайҙарҙың ауыҙынан да ишеттек.
Айһылыу Шевченко эске эштәр органдарында 1985 йылдан алып хеҙмәт итә. Шул иҫәптән йәмәғәт именлеге полицияһы начальнигы урынбаҫары вазифаһын биләне, подполковник дәрәжәһенә еткән!
(№ 94)

Фотофакт24.11.2017

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Ләлә һәм Азат Әһлиуллиндар ғаиләһенә йылмайҙы. Уларға бүләккә салат һауыты эләкте.
Әһлиуллиндар Учалы ауылында йәшәйҙәр. Ләлә Әсғәт ҡыҙы Учалы тегеү фабрикаһында хеҙмәт итә. Ғаилә башлығы әле ваҡытлыса эшләмәй.
Ғаилә өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Бер ейәнсәрҙәренә олатай менән өләсәй ҙә үҙҙәре.
- Гәзит бик уҡымлы, йөкмәткеле. Ундағы ыңғай үҙгәрештәр ҙә бик оҡшай. Гәзит хеҙмәткәрҙәренә артабан да ижади уңыштар теләйем, - ти Ләлә Әсғәт ҡыҙы.
(№ 94)

«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»24.11.2017

«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында сәскәләй биш ҡыҙы, ҡар-бурандарҙан һаҡлап, яҡлап барыусы ныҡлы терәге - ире бар.
Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы Килмәк ауылынан, Булат Ғиниәт улы Комсомольскийҙан. Береһе - көньяҡта, икенсеһе - төньяҡта йәшәһәләр ҙә, ике йәш йөрәк бер-береһен табып ғаилә ҡора. Ғаилә Учалы ҡалаһында төпләнә. Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы 10-сы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, тормош иптәше тау-байыҡтырыу комбинатында слесарь булып эшләй.

- Әйҙә, үтегеҙ, һеҙҙе күптән көтәбеҙ, - тип фатир ишеген мөләйем ҡатын асты.
Күп бала тапҡан ханымға һис оҡшамаған, ыҡсым ғына кәүҙәле. Бала табыу гүзәл затты йәшәртә, тип дөрөҫ әйтәләр. Айгөл Шәфҡәт ҡыҙы быға асыҡ миҫал.
Төпкө бүлмәнән күҙҙәренән шуҡлыҡ осҡондары сәсрәгән өс ҡыҙсыҡ тыпырлашып килеп сыҡты. Сабинаға - 6, Самираға - 4, бәләкәстәре Заринаға 3 йәш.
(№ 94)

Йәшлек саялығы һағындыра21.11.2017

Йәшлек саялығы һағындыраРәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә таныштыҡ - «Яйыҡ» гәзите үткәргән лотереяла тап уға бәхет йылмайҙы.
Бүләк әллә ни ҙур булмаһа ла, апай ихлас күңелдән шат-ланыуы менән барыбыҙҙы ла арбаны. Туғыҙ тиҫтәне түңәрәкләһә лә, һаман теремек, зәңгәр күҙле инәй үҙенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты.

Рәйхана Вәлиәхмәт ҡыҙы 1927 йылдың май айында Ҡоҙаш ауылында ишле ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Апай булараҡ әсәһенә бәләкәс туғанда-рын ҡарашып, ярҙамлашып үҫергә тура килә. Тайсын ауылындағы мәктәптә белем ала. Бөтәһе лә ал да гөл барған саҡта ҡәһәрле һуғыш имен тормошто селпәрәмә килтерә.
- Һуғыш башланған көндө бөгөнгөләй хәтерләйем, - ти инәй. - Бөтә ауыл менән бесәндә инек. Ҡурҡыныс хәбәрҙе ишеткәс китте сыр-сыу, илау-һыҡтауҙар. Бер көндө ауылдағы бөтә ир-атты ылау-ылау аттарға ултыртып алып киттеләр. Шул китеүҙән күптәре кире ҡайта алманы...
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ун өс йәш-лек кенә ҡыҙҙың һәм уның тиҫтерҙәренең иңенә бөтә ир-ат эше төшә. Улар ал-ял белмәй колхозда эшләйҙәр, иген үҫтерәләр, уны утайҙар, аҙағынан бесән әҙерләү башлана. 50 сутый ер сапһаң, күпмелер һоло бирәләр, ул бешкәс ус аяһындайға ғына тороп ҡала, ти. Бесән өйөп бөтөүгә ураҡ башлана. Ҡуна ятып эшләйҙәр.
(№ 93)

Идаралыҡ нығытыла21.11.2017

Идаралыҡ нығытылаБашҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡарары менән Азат Йыһаншин БР Ветеринария идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде.
Күренекле яҡташыбыҙҙың хеҙмәт биографияһына ҡыҫҡаса байҡау яһайыҡ.

Азат Салауат улы 1973 йылда Иманғол ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетын тамамлай.
1995-2000 йылдарҙа - ветфельдшер, «Коммунар» ауыл хужалығы производство кооперативының баш ветеринар табибы.
2004 йылға тиклем Учалы ветеринария станцияһында эшләп ала ла, «Ирәмәл» ат спорты комплексы директоры итеп тәғәйенләнә.
Эшлеклелек һәм ойоштороу һәләтен күрһәткәс, райондың баш зоотехнигы, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы урынбаҫары итеп үрләтелә. 2007-2009 йылдарҙа - район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары - ауыл хужалығы бүлеге начальнигы. 2010 йылға тиклем Учалы районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы. Һуңынан - БР Ауыл хужалығы министры, министрҙың 1-се урынбаҫары.
(№ 93)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.