» Материалы за Декабрь 2017 года

«Рәхмәт белдереү» ҙә ришүәт менән берКисә, 11:00

Коррупция - вазифалы кешенең вазифа биргән вәкәләт һәм хоҡуҡтарын үҙ файҙаһына ҡайырып, дәүләт һәм йәмәғәт мәнфәғәттәренә зыян килтереүе.
«Коррупция» тип танылыу өсөн вазифалы кешенең закон боҙоп эш итеүе шарт түгел. Кемдер вазифа бурыстарын үтәгән өсөн «күстәнәс» ала икән - был да ришүәтселек.

Учалы район-ара прокурор урынбаҫары Артур Ғәлиев менән осрашып, коррупцияға, власть эшмәкәрлегенә бәйле хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тураһында бәйән итеүен һораныҡ.
- Быйыл ғинуар айында Учалы ауыл ултырағы хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп йәш ир эшкә алынған була. Квалификацияһын раҫлау өсөн Магнитогорск дәүләт университеты тарафынан бирелгән «Сәнәғәт һәм граждандар төҙөлөшө» һөнәре буйынса диплом килтерә. Тәфтиш барышында «инженер» ква-лификацияһына законлы юл менән ирешмәгән, 2014 йылда ҡырҡ мең һумға ялған диплом һатып алғанлығы асыҡлана. РФ Енәйәт кодексының 327-се статьяһы буйынса (күрәләтә ялған документтарҙы файҙаланыу) суд алдына баҫа. Ғәйебен таныны, ун мең һум штраф түләүгә хөкөм ителде.
Ошондай уҡ ун мең һум штраф язаһына район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы вазифаһын биләгән граждан да тарттырылды. Ул кадрҙар бүлегенә Урал дәүләт техник университетының ялған дипломын килтергән була.
(№ 100)

Һарыҡ тиреһе дауалайКисә, 10:54

Һарыҡ тиреһе дауалайДауа - аяҡ аҫтында, тигән боронғолар. Ысынлап та, элек халҡыбыҙ сир-сырхауға шифаны ашаған ризығы, шөғөлләнгән кәсебе, тәбиғәт биргән һанһыҙ ниғмәттәр аша тапҡан. Үкенескә ҡаршы, был дауалау алымдарының, им-том серҙәренең бихисабы онотолған, тиергә була, сөнки хәҙер беҙ саҡ ҡына сөскөрһәк тә, дарыу ҡаба һалабыҙ, ә дарыуҙың яртыһы - ағыу, тигәнде онотоп ебәрәбеҙ. Борон-борондан малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән халҡыбыҙ тап ошо тармаҡҡа бәйле бағым серҙәрен дә яҡшы белгән. Мәҫәлән, һарыҡтың итен дә, йөнөн дә, тиреһен дә әләф-тәләф итмәйенсә әүҙем ҡулланғандар.
өндән кейеҙ һәм тула баҫып, тирмә ҡорғандар, кейем теккәндәр. Йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, егеттәр ҡалымға һарыҡ биргән. Тиреһе дауа өсөн ҡулланылған, йәғни һалҡын тейҙергән кешене яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә урап һалғандар, эс майын иретеп эсергәндәр, яҡшылап тәненә япҡандар.
Тәнгә дауа
Аяҡ-ҡулы, арҡа-биле һыҙлап, быуындарына һары һыу йыйылып ыҙалаған кешене тирегә төрөп дауалау өсөн һау-сәләмәт, бөтә ағзаһы теүәл, ҡарар күҙгә күркәм һарыҡ малы һайлана. Яңы һуйылған мал тиреһе йылы ғына килеш ауыртҡан ергә яҡшы итеп урап бәйләп ҡуйыла. Был эш тандыр ғына итеп яғылған мунсала башҡарыла. Тиренең йылыһы бөткәнсе, кеше тирләгәнсе тоторға кәрәк. Аҙаҡ өс көн самаһы ныҡ һаҡланыу, йылы кейенеп йөрөү шарт. Ҡулланылған тирене, Ер-Әсәгә рәхмәт әйтеп, ергә күмергә кәрәк.
Һарыҡтың эс майы ла ныҡ файҙалы. Уны тимерәү, һыҙлауыҡ, сиҡан кеүек тире ауырыуҙарына, оҙаҡ бөтәш-мәй ыҙалатҡан яраларға, табала ҡыҙҙырып, эҫе килеш һөрткәндәр. Беҙҙең олатай-өләсәйҙәр мунсаға инер алдынан йәки йәйҙең эҫе көндәрендә, мейе кипмәһен тип, баш түбәһенә һарыҡтың эс майын йә һары май һылап, сәй ҡурғашы менән ҡаплап, яулыҡ ябыныр булған. Был кешенең зиһене томаланмаһын, хәтере насараймаһын өсөн эшләнгән. Әлеге ваҡытта тап ана шундай сирлеләр - иҫен юғалтып, аҡылдан яҙып ауырыусылар күп.
Бының сәбәбе мейе кибеүҙә түгелме икән, тип уйлап ҡуяһың ҡайһы саҡта, сөнки күптәр эҫе ҡояш аҫтында ла яланбаш йөрөүҙе хуп күрә.
Һарыҡ малының тиреһен, майын ғына түгел, йөнөн дә дауалауҙа ҡуллана белгәндәр. Тубыҡтар һыҙлап ыҙалатһа, сайырлы йөн бәйләгәндәр. Ҡатыу менән йонсоған кешенең арҡаһына япҡандар. Һарыҡ йөнөнөң көнкүрештәге ҡулланылышы ла бик киң: баҡта юрған һырығандар, баш ауыртҡанда мендәр эшләгәндәр.
Йөндән бәйләнгән ойоҡбаш, баҫылған быйма ла йылы, уңайлы булыу менән бер рәттән дауалау көсөнә эйә.
Кейеҙҙең шифаһы
Башта тәүтормош кешеһе ҡырағай һарыҡтарҙан ҡойолоп ҡалған һәм уҡмашҡан йөндө ҡаралды итеп файҙаланырға өйрәнә. Археологтар раҫлауынса, үҫем-лек сеймалынан туҡыма яһау күпкә иртәрәк тарала.
Кейеҙ беҙҙең эраға өс мең йыл ҡалғас ҡына күренә башлай. Баҡһаң, ныҡлы кейеҙҙе һарыҡ йөнөнән генә яһап була икән. Тап унда ғына кутикула тигән сайырлы тиресәнең өлөшө күп. Кейеҙ баҫҡанда ошо кутикулалар бер-береһенә уҡмашып-йәбешеп бөтөн туҡыма бар-лыҡҡа килтерә. Тап шуға көҙ ҡырҡылған һарыҡ йөнөнә өҫтөнлөк бирелә, сөнки унда сайыр күберәк була. Ә ҡырағай һарыҡтың йөнөндә был кутикулалар аҙ булған, йорт һарыҡтары пәйҙә булғас ҡына кейеҙ баҫыуға ныҡлап тотоналар. Кеше тәүҙә ат һәм этте эйәләштереп, һуңынан ҙур һарыҡ көтөүҙәре үрсетә башлай. Шөғөл өсөн йөн күп кәрәк бит инде, бәләкәй генә тирмә өсөн дә, кәмендә йөҙ килограмм талап ителә, ти.
Ата-бабаларыбыҙ кейеҙ - тәнгә дауа икәнен былай ҙа белгән. Һуңғараҡ был хәҡиҡәт ғилми йәһәттән дә дәлилләнә. Үткән быуатта йәшәгән немец ғалимы, «Яҡ-шы кейем - сәләмәтләнеү ысулы» китабы авторы Густав Йегерҙың раҫлауынса, һарыҡ йөнө (тере йәнлектән киҫелгән булыуы шарт) кеше тиреһендә пәйҙә булған зарарлы матдәләрҙе тарҡата. Ғөмүмән, профессор фекеренсә, тик йөн туҡымалар ғына кешегә ыңғай йоғонто яһай. Синтетика түгел, хатта мамыҡ, етен йә киндер ҙә ул тиклем файҙалы түгел.

Файҙаһы ҙур
Кейеҙҙең сихәт көсө күп факторҙар менән аңлатыла. Шул иҫәптән, юғары һауа үткәреүсәнлек (тәнде берсә ҡыҙыуҙан да, һыуыҡтан да һаҡлай) һәм гигроскопия (уҙ ауырлығынан утыҙ өс процентҡа тиклем дымды һура ала. Мамыҡ туҡыма - һигеҙ процент) һәләттәре. Ошо арҡала бик яҡшы терморегулятор, тип һанала. Өҫтәүенә, дым һәм һауа кейеҙ аша актив циркуляция башҡарғас, кер тупланмай. Һәр хәлдә лә, башҡа туҡымаларға ҡарағанда байтаҡҡа әҙерәк.
Микромассаж тураһында ла телгә алырға кәрәк. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ йөн киҫәксәләре тәнде һиҙҙермәй генә сәнскеләп дауалай - ҡан әйләнешен, тын алыуҙы ифрат яҡшырта.
Билдәле, ыңғай электр ҡыры (электрическое поле) бер ҙә организмға ыңғай йоғонто яһамай. «Чижвский люстраһы» кеүек сәләмәтлек приборҙары фәҡәт кире электр ҡыры барлыҡҡа килтереүгә ҡоролған. Кейеҙҙәге йөн бер-береһенә ышҡылып кире электростатик ҡыр пәйҙә итә, кеше тәнендәге ыңғай заңрядты кәметә. Ә иң мөһиме - кейеҙҙә ланолин (сайыр) күп. Бик көслө тәбиғи антисептик, йәғни сереү, шешеүҙән һаҡлаған матдә. 35-37 градуста иреп, кеше тәненә лә һеңә. Мускулдар көсөргәнешен кәметә, һөйәктәргә, ҡан әйләнеше һәм тын алыу системаларына ыңғай тәьҫир итә.
Кейеҙҙән баҫылған әйберҙәр, экологик таҙа материалдан булғанға күрә, төрлө сирҙәрҙән, әйтәйек, ҡул һыҙлауынан, йөрәк сиренән, нервы ҡуҙғыуынан дауа була ала. Уның дауалау көсө - һарыҡ йөнөнөң ҡояш энергияһын туплау һөҙөмтәһе. Быйма баҫыу өсөн дә тик һарыҡ йөнө генә ҡулланыла бит. Һарыҡ йөнө быуындар һыҙлауынан һаҡлай, аяҡты йылытып, ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм йөрөшөн көйләй. Әгәр ҙә һәр кем үҫмер йәшкә тиклем  быйма кейһә, артабан һыуыҡтарға бирешмәйәсәк, тигән фараз үҙенсәлекле йәшәй беҙҙең халыҡта.

Ҡаралды ғына
түгел!

Кейеҙ - башҡорттарҙың көнкүрешендә киң ҡулланылған ғәҙәти ҡаралды әйбере һәм материал. Төп тәғәйенләнеше - тирмә ябыу. Иҙәнгә һәм урындыҡҡа түшәгәндәр, стенаға элгәндәр. Баш кейеме (бүрек, ҡолаҡсын), аяҡ кейеме (сарыҡ, ҡата) теккәндәр. Эйәр, ҡамыт-дуға, серге яһау өсөн файҙаланғандар. Хатта ба-лаларға уйын өсөн туп та кейеҙҙән әтмәләнгән икән. Күсмә халыҡтарҙың уҡ-ҡылыстан һаҡлаған кейеҙ хәрби кейем (доспех) яһауҙары күптән билдәле.
Кейеҙҙе биҙәү өсөн йөндө кәрәкле формала әүәләп, төп ҡатлам өҫтөнә һалғандар; тәбиғи аҡ һәм ҡара төҫтәрҙе файҙаланғандар.
Башҡорттарҙа кейеҙ - үҙенә бәхет, ырыҫ, түллелек тарта тип иҫәпләнгән. Кейеҙ баҫыу - уңайлы көнкүреш кәрәк-ярағы етештереү генә түгел, оҙон ғүмер һәм сәләмәтлек юрау йолаһы. Халҡыбыҙҙа «Кейеҙгә баҫтырыу» йолаһы таралған була: кәләш кейәү йортона килгәндә, аттан төшөү менән аҡ кейеҙгә аяҡ баҫҡан. «Кейеҙгә ултыртыу», «Килен урынын күрһәтеү» - ошо уҡ йоланың төрҙәре. Был йолалар именлек һәм бәхет теләүҙе кәүҙәләндергән.
(№ 100)

Эшмәкәрлек һөҙөмтәлеКисә, 10:41

Эшмәкәрлек һөҙөмтәлеБөгөнгө көндә районыбыҙҙың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, пенсионерҙары ниндәй хәстәрлектәр менән йәшәй? Урындағы ойошмалары нисек эшләй? Райондың ветерандар Советы рәйесе Рафаэль Фәрүәз улы Фәйзуллин менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Тәүҙә үҙегеҙ менән таныштырып китмәҫһегеҙме?
- 1955 йылда Учалы ауылында тыуҙым, шунда үҫтем. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, «Энергоремонт» йәмғиәтендә социаль эштәр буйынса директор урынбаҫары һәм профком рәйесе булып эшләнем. 2017 йылдың май айынан ветерандар Советына рәйес итеп һайлап ҡуйҙылар.
- Ойошмала нисә ағза иҫәпләнә?
- Районда барлығы ун һигеҙ меңдән ашыу ветеран һәм пенсионер иҫәпләнә, шуларҙың 31-е - һуғыш ветераны. Ҡала-район буйынса Советыбыҙҙың 53 беренсел ойошмаһы теркәлгән. Ауылдарҙа, территориаль принцип буйынса, ауыл Советтарында берләшһәләр, ҡалала - элек эшләгән предприятиеларҙа. Тик шуныһы бар, бөгөнгө көндә ОРС, тимерле-бетон изделиелары заводы кеүек байтаҡ ойошма-предприятиелар бөтөрөлгән. Уларҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ололарға ветерандар Советында айырым бүлмә бүлгәнбеҙ, беренсел ойошма ла барлыҡҡа килде.
«Афған һәм чечен хәрби хәрәкәтендә ҡатнашыусылар» клубы, «Йөрәк хәтере» ойошмаһы ла әүҙем эш алып бара.Улар менә һәр яҡлап хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
- Рафаэль Фәрүәз улы, билдәле булыуынса, һуңғы дәүерҙә районда ветерандар хәрәкәте әүҙемләште. Үтеп барған йылда ниндәй эштәр башҡарырға өлгөрҙөгөҙ?
(№ 100)

ФотофактКисә, 10:16

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Ишмәкәйҙән Рафаэль Фазлетдиновҡа йылмайҙы. Уға бүләккә графин һәм стакандар йыйылмаһы эләкте.
Рафаэль Фәсхетдин улы тәжрибәле механизатор һәм малсы. Тормош иптәше Рәшиҙә Сабирйән ҡыҙы менән биш балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Бөгөнгө көндә уларҙың ун ейән-ейәнсәрҙәре, алты бүлә-бүләсәрҙәре бар. Әйткәндәй, ошо арала бергә татыу йәшәүҙәренә 55 йыл тула. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
(№ 100)

Һөйөнөстәребеҙ уртаҡКисә, 10:12

Һөйөнөстәребеҙ уртаҡЗАГС һүҙен ишетеү менән күҙ алдына шаулап-гөрләп үтеүсе туй тантаналары, аҡ күлдәкле кәләштәр, ыҫпай кейенгән кейәүҙәр, биҙәлгән машиналар, яңы донъяға килгән сабыйҙар күҙ алдына килә.
Әммә гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн тормош туйҙан ғына тормай. Улар башҡарған ҡолас еткеһеҙ эштәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Һөнәри байрамдары алдынан ҡала-районыбыҙҙың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән осраштыҡ. Кеше тормошондағы бөтә мөһим хәл-ваҡиғаларҙы теркәү ме-нән шөғөлләнгән был учреждение эшмәкәрлегенең мөһимлегенә үҙем шаһит булдым. Көнөнә уртаса алтмышҡа яҡын кешене ҡабул итергә тура килә уларға.
Бүлектә үҙ эшен яҡшы белгән, тәжрибәле белгестәр эшләй. Бүлек начальнигы Зифа Мотаһарова, баш белгес-эксперт Резеда Иҫәнғолова, әйҙәүсе белгес-эксперт Наталья Авфсейцова, 2-се разрядлы өлкән белгес Гөлнара Сәлихованың юғары профессионализмын билдәләп үтергә кәрәк. Улар граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән мөһим бурыстарҙы атҡара, ғаилә һәм демографик сәйәсәт һағында фиҙаҡәр хеҙмәт итә.
(№ 100)

Хәмер иҫертмәй - тилертә12.12.2017

Айнығас ни ҡылғандарынан үҙҙәре лә ояла, яуаплылыҡтан ҡурҡып, теҙ быуын-дары ҡалтырай, тик һуң була.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә: Илтабан ауылында 78 йәшлек әбейҙең йортона бер иҫерек кеше килеп инә. Сәбәпһеҙгә хужабикәгә килтереп һуға, 500 һум аҡсаһын һәм кеҫә телефонын тартып ала. Әллә ас булған, әллә хәмерҙән башы тамам тилергән - әбейҙән табын ҡорҙороп, тамаҡ ялғарға ла ултыра.
Хәҙер ни, бик оҙаҡ ваҡыт тик дәүләт иҫәбенә туҡланырға тура киләсәк - 46 йәшлек ауыл кешеһе ҡулға алынды, РФ Енәйәт кодексының 162-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был статья буйынса («Юлбаҫарлыҡ») тиҫтәләп йылға төрмәгә ултыртыуҙары ла мөмкин. Талап алынған телефон юлбаҫарҙың өйөндә табыла, ә аҡсаны тотоп өлгөргән була. Ниндәй маҡсатта икәнлеген аныҡлап торорға ла кәрәкмәйҙер: алкоголизм - бер ваҡытта ла ҡандырып булмаған сарсау...
(№ 99)

«Яр аҫтынан яу»12.12.2017

«Яр аҫтынан яу»Быйыл ноябрь айында бер райондашыбыҙ РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.29-сы статьяһы буйынса («Экстремистик материалдар етештереү һәм таратыу») яуапҡа тарттырылды, ике мең һум штраф түләне.
Тикшерә башлағас, бик аптырай - үҙендә бер ниндәй ҙә ғәйеп тоймаған була бит. Аңлаталар: «Бәйләнештә» («В Контакте») социаль селтәрендә «Ҡөрьәндең ғилми мөғжизәләре» видеофильмын күреп, үҙенең шәхси битенә лә күсереп урынлаштырған була.
Баҡһаң, исеме бик күркәм яңғыраһа ла, был таҫма РФ Юстиция министрлығында «Экстремистик материалдарҙың федераль исемлеге»нә индерелгән икән.
Бына шулай, хәҙер күптәребеҙ байтаҡ ваҡыт интернетта ултыра. Ниндәйҙер текст, видео-аудиоматериалды үҙебеҙҙең шәхси биткә урынлаштырғанда тегеһен-быныһын уйлап бармайбыҙ. Шуға ла иренмәгеҙ, РФ Юстиция министрлығындағы «Экстремистик материалдарҙың федераль исемлеге» бүлегенә инегеҙ, электрон адресы - minjust.ru/ru/extremist-materials. Бик уңайлы сервис: видеоматериал, йыр йә китаптың исемен эҙләү «тәҙрәһенә» яҙһаң, тыйылғанмы-юҡмы, тыйылған икән - ниндәй ҡарар нигеҙендә тыйылыуы аныҡ күрһәтелә. Юғиһә һис уйламағанда «яр аҫтынан яу сығыуы» мөмкин. Телгә алған 20.29-сы статья менән түбәндәге яуаплылыҡ ҡаралған:
- граждандарға - 1-3 мең һум штраф, йәки был материалдарҙы һәм уларҙы етештереү өсөн ҡулланылған ҡорамалдарҙы конфискациялап, ғәйеплене ун биш тәүлеккә тиклем ҡулға алыу;
(№ 99)

Был донъяла ниҙәр бар?12.12.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Шулай итеп, 2018 йылдың февралендә Кореяла үтәсәк XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындарына Рәсәй командаһы индерелмәйәсәк. Спортсыларыбыҙ допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнә. «Бойкот иғлан итергә йыйынмайбыҙ, айырым спортсылар шәхсән рәүештә ҡатнаша ала», - тип белдереү яһаны РФ Президенты В. Путин. ...ошо форсат менән файҙаланып, «ҙур спорт»тан бөтөнләй баш тартыу ҙа насар булмаҫ ине, буғай. Уйлап ҡараһаң, бер-ике донъя чемпионы әҙерләүгә киткән ҡаҙна аҡсаһына нисек кенә масса спортын йәйелдереп булмаҫ ине! Күреп торабыҙ бит, үҙебеҙҙең төбәктәге йәш спортсылар ярышҡа йыйынһа, тренерҙары бағыусы эҙләп ҡаңғыра торған.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы Америка вәкиле Ники Хейли сығыш яһаны: «Олимпиадала АҠШ йыйылма командаһы ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһе лә әлегә хәл ителмәгән». Бында сәбәп икенсе: йәнәш кенә урынлашҡан Төньяҡ Корея менән эт һәм бесәй кеүек талашҡас, граждандарының именлеге өсөн борсолалар. Нигеҙһеҙ ҡурҡмайҙарҙыр. Төньяҡ Кореяның Сит ил эштәре министрлығы рәсми белдереү яһаны: «Сиктәребеҙ янында АҠШ һәм Көньяҡ Корея ҙур хәрби күнекмәләр үткәреүҙәре икеләнергә урын ҡалдырманы - һуғыш ҡотолғоһоҙ. Ҡасан башланыуы ғына әлегә билдәһеҙ». Хоҙай һаҡлаһын!
(№ 99)

Кемгә ит, кемгә бал?12.12.2017

Кемгә ит, кемгә бал?Йәйен-көҙөн йәшелсә, бал үтемле булһа, ҡышын иһә - «ит осоро». Уҙған шәмбелә йәрминкәгә юл төштө.
Көн һалҡын ғына, етмәһә бер туҡтауһыҙ ҡар яуа, юлдарҙы көрт баҫҡан, атларлыҡ та түгел. Шуға ҡарамаҫтан, сауҙа майҙансығы һатыусылар һәм һатып алыусылар менән шығырым тулғайны. Ай башында ойошма-предприятиеларҙа эш хаҡы бирелә. Шуға ла был юлы кеше күп. Икенсенән, Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды, халыҡ аҙыҡ-түлек менән запасланып ҡалырға тырыша.
Сауҙа рәтендәге өҫтәлдәр йылҡы, һыйыр итенән һығылып тора. Ҡаҙ-өйрәк, тауыҡ, күркә, һарыҡ, ҡуян түшкәләре лә күренә. Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, күрше Үрге Урал районынан да ит һатыусылар килгән. Иттең хаҡы өс йыл элек нисек күтәрелде, әле лә шул уҡ кимәлдә. Һум ит 380 һум, ҡабырға - 250-260, умыртҡа буйы ите һөйәге менән - 270-280, муйын - 280-300, һыйыр теле - 380-400, башы - 200, бауырҙың килограмы 250 һум, тояҡтың берәүһе генә 150 һум тора. Итте күмәртәләп алырға ла була, артҡы бото - 280-300, ҡулы 270-280 һум. Әйткәндәй, йылҡы менән һыйыр итенең хаҡы бер үк. Ҡаҙылыҡтың килограмы - 450, ҡарындыҡы - 50 һум.
(№ 99)

Һыу - йәшәйеш нигеҙе08.12.2017

Һыу - йәшәйеш нигеҙеЕр йөҙөндәге барлыҡ йән эйәләре лә, үҫемлектәр ҙә һыуҙан тора: хайуандар һәм балыҡтар - 85, медузалар - 99, картуф - 76, алма - 85, помидор - 90, ҡыяр - 95, ҡарбуз 96 процент. Кешелә иһә һыу миҡдары 70-80 процент тәшкил итә.
Ата-бабаларыбыҙ уның тураһында күп белгән: йылға-күлдәргә, һыу сифатына ҡарап, исем ҡушҡандар. Мәҫәлән, һыуы аҡ һәм йомшаҡ булған, аҡбур тоҡомло тауҙар араһынан ағып, аҡ төҫкә әйләнгән өсөн бер йылғабыҙ Ағиҙел исемен алған, ҡаты тау тоҡомдары араһынан сыҡҡаны, ҡара һыулыһы - Ҡариҙел. Шулай уҡ Ҡыҙыл, Күгиҙел кеүек йылғаларға ла исем юҡҡа ғына бирелмәгән.
Волга - иң ҙур йылғаларҙың береһе, уның элекке исемдәре күптән инде халыҡ хәтеренән юйылып бара. Борон ул Расай тип аталған. Ра - ҡояш, ә сай - йылға тигәнде аңлата. Волга исеме лә Булға, болғар халҡы исеменән алынған, тиҙәр. Йылға, һыу һүҙҙәре төрлө телдә төрлөсә яңғырай: йылға, һыу, су, сай, булаҡ, һапы, даръя, шишмә, инеш...
(№ 98)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.