» Материалы за 05.12.2017

Ҡатын-ҡыҙҙа - донъя йәме05.12.2017

Ҡатын-ҡыҙҙа - донъя йәмеКүптән түгел ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе күп балалы әсәләргә матур сюрприз яһанылар.
Гүзәл зат һәр саҡ
гүзәл булып ҡалһын

31-37 йәшлек биш гүзәл затыбыҙ «перезагрузка» үтте, йәғни уларҙың ҡиәфәтен тулыһынса үҙгәрттеләр.
- Был проект күп балалы әсәләрҙең образын матур, бөхтә ҡатын-ҡыҙ итеүгә йүнәлтелгән. Нисә бала тәрбиәләүҙәренә ҡарамаҫтан, гүзәл зат һәр ваҡыт гүзәл булып ҡалырға тейеш. Иң мөһиме, балаларыбыҙ иҫән-һау булһын. Әсәләре шат икән, улар ҙа бәхетле, - тине районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы тәбрикләп.
Ләйсән Ибраһимова Миндәк ауылынан, алты бала әсәһе. Өлкән улына - 17, бәләкәсенә 4 йәш.
- Байрамдарға биҙәнеп-төҙәнеп йөрөргә тырышам. Күберәк тәбиғи матурлыҡҡа өҫтөнлөк бирәм,- тип фекерҙәре менән уртаҡлашты ханым.
Динара Тимерғәлинаның дүрт балаһы бар, тағы ла бәләкәй ҡустыһын опекунлыҡҡа алған. Бөйҙө ауылында йәшәйҙәр, уңған ҡатын «Уралташ» йәмғиәтендә эш-ләп тә өлгөрә.
Ҡунаҡбайҙан Әлфиә Ғәйнуллина Аҡҡужа балалар музыка мәктәбендә хореографиянан уҡыта, алты балаға ғүмер бүләк иткән.
(№ 97)

Учалыға хөрмәт күрһәтелде05.12.2017

Учалыға хөрмәт күрһәтелдеБашҡортостандың 100 йыллығына арналған «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортос-тан!» исемле халыҡ-ара фестиваль-марафон эстафетаһы старт алды.
Был мөһим мәҙәни һәм сәйәси-социаль сараны асыу хөрмәте тәүгеләрҙән булып Учалы районына йөкмәтелде.
1 декабрҙә баш ҡалала районыбыҙҙан сыҡҡан яҡташтар осрашыуы үтте, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур концерт программаһы ойошторолдо. Тантанала Учалы яҡташтары ойошмаһы етәксеһе, БР Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин, район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әмир Ишемғолов һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашты. Әмир Минниәхмәт улы: «Ошо гүзәл фестиваль менән республикабыҙҙың йөҙ йыллыҡ юбилейын билдәләй башланыҡ. Сараны асыу буйынса хөрмәтле миссия Учалы районына тапшырылыуына шатмын!» - тип билдәләне.
Осрашыуға БДУ проректоры Юлай Янбаев эш сәфәре менән килгән Аньхой университеты Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге директоры Ши Хуншэн әфәндене лә саҡыра. Учалыларҙың һәләтен Ҡытай ғалимы ихлас күҙәтте, ти. Айырыуса кескәй Ләйсән Золотарева һәм На­жия Аллаярова менән танышыу һоҡладырған. Һуңынан, «Учалыла нисә кеше йәшәй?» - тип һорап ҡуя. Етмеш мең тирәһе икәнлекте белгәс, аптырауын йәшермәй: «Мин йәшәгән Хэфэй ҡалаһында 5 миллион кеше, беҙҙә 70 мең ни бары бер микрорайонға ғына тура килә. Халыҡ самалы булып та, шул тиклем таланттар күплеге иҫте китерерлек!»
Эйе, концерт бик матур һәм күңелле үтә. «Уралтау» бейеү ансамбле, Илнур Юламанов, Вилдан Яруллин, Ләйсән Золотарева, Дилара Иҙрисова, Илнур Лоҡманов һәм башҡа «йондоҙҙар» биҙәй бит сәхнәне.
(№ 97)

Социаль үҙенсәлеккә эйә05.12.2017

Социаль үҙенсәлеккә эйәБашҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә аныҡ комментарий бирҙе:
«2017 йылдың Мөрәжәғәтнамәһе сағыу социаль үҙенсәлеккә эйә. Төбәк тормошоноң төрлө яҡтарын - ҡануниәт базаһы, иҡтисад, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы торошон үҙ эсенә алыуға ҡарамаҫтан, был юлы төбәк башлығы үҙенең сығышында мәғарифты, һаулыҡ һаҡлауҙы, фәнде үҫтереүгә, ғаилә институтына булышлыҡ итеүгә баҫым яһаны. Республикалағы һәр кеше көн һайын тап ошо өлкәләр менән осраша. Был тармаҡтарҙағы эштәр граждандарыбыҙҙа айырым ҡыҙыҡһыныу уятыуы ғәжәп түгел. Һуңғы йылдарҙа республикалағы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф системаларында етди яңылыҡтар булды, әммә был йүнәлештә башҡараһы эштәр байтаҡ әле».
(№ 97)

Имен ғаилә - ил терәге05.12.2017

Имен ғаилә - ил терәге«Йәш ғаилә» ҡала-район конкурсын уҙғарыу күптән инде изге йолаға әйләнгән.
Йыл һайын был ярыш йәш парҙарҙы күмәк халыҡ алдында баҙап ҡалмайынса бер бөтөн булып сығыш яһарға өйрәтә. Быйыл да конкурста иң креатив, иң ҡыйыу алты ғаилә көс һынашты: Амановтар, Абзаловтар, Усмановтар, Ғәлимырҙиндар, Хәжиәхмәтовтар һәм Нуретдиновтар. Уларҙың һәр ҡайһыһында, ике йәки өс бала тәрбиәләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәштәрҙең ваҡыт һәм теләк табып, ошо ярышҡа килеүҙәре маҡтауға лайыҡ.
Ярыш биш этаптан торҙо. «Ижади» тип аталған тәүге һынауҙа конкурсанттар үҙҙәренең ғаилә тарихы менән таныштырҙы.
Икенсе этапта «Татлы» конкурсын тамаша ҡылдыҡ. Бында өҫтәлдәр һый-ниғмәттән һығылып торҙо.
(№ 97)

Быуат эпидемияһына әйләнгән сир05.12.2017

Быуат эпидемияһына әйләнгән сирҠыҙғанысҡа ҡаршы, ВИЧ-инфекцияһы бөгөнгө көндә быуат афәтенә әйләнде.
Учалыла 2000 йылда бер генә пациент теркәлгән булһа, хәҙер уларҙың һаны 117-гә еткән. Улар етди диспансер күҙәтеү аҫтына алынған. 59-ы - ир-ат, ҡатын-ҡыҙҙар - 58, бер ҡатын ауырлы. Шуныһы күңелде йылыта, балалар араһында ВИЧ-инфекциялылар әлегә теркәлмәгән. 31 сирле анти-ретровирус терапияһы ала, улар араһында бер йөклө ҡатын бар. Сирле менән бәйләнешкә кереүселәр - 38, уларҙың 26-һы тикшерелгән, бер кеше тикшереү үтеүҙән баш тартҡан. Ҡалғандарын әлегә эҙләйҙәр, таба алмайҙар.

Хәл киҫкен
ҡала

2014 йылда 89 бәләгә тарыған кеше иҫәптә торһа, 2015 йылда - 102, ә былтыр уларҙың һаны 109 кешегә еткән. Күреүебеҙсә, хәл киҫкен ҡала. Районыбыҙҙа хәлде күпме генә контролдә тоторға тырышһалар ҙа, сир сигенергә уйламай. Быйылғы йылдың 10 айы эсендә ҡала-районыбыҙҙа 8756 кеше, йәғни халыҡтың 12,24 проценты ВИЧ тикшереү үткән, 450-һе хәүеф төркөмөнән. Былтыр иһә төбәгебеҙҙә йәшәүселәрҙең ни бары 6 проценты ғына (4618) тикшереү үткән булған. 2016 йылда - 18, быйыл 9 ай эсендә - 29 (20 - ир, 9 - ҡатын-ҡыҙ) ВИЧ-инфекциялы кеше иҫәпкә алынған. Сирлеләр араһында ирҙәр ҡатындарға ҡарағанда күберәк. 2016 йылда ВИЧ-тан 12 кеше үлгән, быйыл 9 ай эсендә ун бер кеше (4 ҡатын, 7 ир) сир арҡаһында яҡты донъя менән хушлашҡан.
Ҡала-район халҡының ВИЧ-инфекцияға анализ биреүгә етди ҡарамауы борсоуға һала. Ни бары 12 процент ҡына тикшереү үткән, ә ҡалған 88 процент яҡташтарыбыҙ араһында нисә кешенең ҡурҡыныс инфекция йөрөтөүен беҙ белмәйбеҙ ҙә.
Республикабыҙҙа йыл башынан 2501 кешелә ВИЧ асыҡланған, шуларҙың 1575-е ир-егет, 926-һы ҡатын-ҡыҙ. Рәсәй Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы учреждениеларында 329 сирле кеше иҫәпләнә.
2017 йылда ВИЧ-инфекциялы 689 кеше үлгән. ВИЧ-инфекциялы 337 йөклө ҡатын-ҡыҙ теркәлгән, ауырыу әсәләрҙән 300-гә яҡын сабый тыуған.
(№ 96)

Фотофакт05.12.2017

ФотофактСираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында бәхет Туңғатар ауылынан Зөһрә Ирғәлинаға йылмайҙы. Уға бүләккә сәйнүк эләкте.
Квитанция күсермәһенә ҡушып, Зөһрә Әсғәт ҡыҙы хат та яҙып ебәргән: «32 йыл почта тараттым. Әсәйем дә 25 йылдан ашыу почтальон булып эшләне. Тормош иптәшем менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙек. Өс ейәнебеҙ, бер ейәнсәребеҙ бар».
Бүләкте үҙе килеп алырға форсаты сыҡмағас, сәйнүкте Зөһрә Әсғәт ҡыҙының ҡалала йәшәгән туғаны Елена Хажиеваға тапшырҙыҡ.
(№ 96)

Тотороҡло субъект05.12.2017

Тотороҡло субъект30 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.
Үҙ сығышында төбәк етәксеһе Башҡортостандың төп социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәрен атаны.

«Бөгөнгө Башҡортостан - Рәсәй Федерацияһының иҡтисады тотороҡло һәм бюджеты балансланған ныҡлы һәм уңышлы субъекты. Һуңғы йылдарҙа республика төп күр-һәткестәр буйынса уртаса Рәсәй кимәленән уҙып китә, бурыс йөкләмәләре, инвестиция хәүефе иң түбән булған төбәктәр төркөмөнә инә. Бөтә социаль йөкләмәләр ҙә тулы күләмдә үтәлә, йыл һайын тулайым төбәк продукты, сәнәғәт, ауыл хужалығы артым менән сыға», -  тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Төбәк етәксеһе республиканың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, уның иҡтисадын нығытыу буйынса төп бурыстарҙы атаны. Был хаҡта тулыраҡ күләмдә - гә-зиттең киләһе һандарында.
(№ 96)

Иҫке «яңы» тепловоз05.12.2017

Иҫке «яңы» тепловозУчалы тау-байыҡтырыу комбинатының тимер юлы цехы паркы яңы тепловоз менән тулыланыуын ишеткәс, шундуҡ локомотивты үҙ күҙебеҙ менән күрергә ашыҡтыҡ.
Бына, ниһайәт, депо ишегенән гудогын биреп ҡыҙғылт һары төҫтәге тепловоз күренде.
Тимер юлы цехында әлеге ваҡытта ТЭМ2, ТЭМ18, ТЭМ2 УГМК сериялы 10 локомотив һәм дүрт ҙур тепловоз иҫәпләнә. Иҫкеләренең эксплу-атациялау ваҡыты үтеп бара, шуға ла уларҙы яңыртыу талап ителә.
Әлеге машина иҫәп буйынса өсөнсөһө, ағымдағы йылдың апрель айында «күпте күргән» ТЭМ2 тепловозын Шадринск автоагрегат заводына оҙатҡандар. Урал тау-металлургияһы компанияһы структураһына ингән йәмғиәт уларҙы Венгрияның Woodward Mega проекты буйынса модернизациялау менән 2014 йылдан бирле шөғөлләнә. Заводта машинаның арбаһын, багын һәм рамын ғына ҡалдырып тулыһынса һүтәләр. Йәғни, һөлдәһен генә ҡалдыралар. Багын ремонтлайҙар, кәрәк тип тапһалар, рамын да төҙөкләндерәләр, көсәйттереп эшләйҙәр. Һуңынан иһә «ит» ҡундырыуға тотоналар, йәғни заманса итеп ҡоралар. Яңы двигатель, кузов ҡуялар, машинист ултырған салонды заманса ҡорамалдар менән йыһазландыралар.
(№ 96)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»«Биш ҡыҙым - биш шатлығым»
Яҙмышына мең рәхмәтле Айгөл Фәттәхова. Янында...

Ләйсән өсөн тауыш бирәйекЛәйсән өсөн тауыш бирәйек
Яңы Байрамғол ауылында йәшәүсе туғыҙ йәшлек...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...

Урамдар яҡтырып ҡалдыУрамдар яҡтырып ҡалды
Ике йыл элек район хакимиәте башлығы Фәрит...

Йәшлек саялығы һағындыраЙәшлек саялығы һағындыра
Рәйхана Байдәүләтова менән осраҡлы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.