» Материалы за 12.12.2017

Хәмер иҫертмәй - тилертә12.12.2017

Айнығас ни ҡылғандарынан үҙҙәре лә ояла, яуаплылыҡтан ҡурҡып, теҙ быуын-дары ҡалтырай, тик һуң була.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә: Илтабан ауылында 78 йәшлек әбейҙең йортона бер иҫерек кеше килеп инә. Сәбәпһеҙгә хужабикәгә килтереп һуға, 500 һум аҡсаһын һәм кеҫә телефонын тартып ала. Әллә ас булған, әллә хәмерҙән башы тамам тилергән - әбейҙән табын ҡорҙороп, тамаҡ ялғарға ла ултыра.
Хәҙер ни, бик оҙаҡ ваҡыт тик дәүләт иҫәбенә туҡланырға тура киләсәк - 46 йәшлек ауыл кешеһе ҡулға алынды, РФ Енәйәт кодексының 162-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был статья буйынса («Юлбаҫарлыҡ») тиҫтәләп йылға төрмәгә ултыртыуҙары ла мөмкин. Талап алынған телефон юлбаҫарҙың өйөндә табыла, ә аҡсаны тотоп өлгөргән була. Ниндәй маҡсатта икәнлеген аныҡлап торорға ла кәрәкмәйҙер: алкоголизм - бер ваҡытта ла ҡандырып булмаған сарсау...
(№ 99)

«Яр аҫтынан яу»12.12.2017

«Яр аҫтынан яу»Быйыл ноябрь айында бер райондашыбыҙ РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.29-сы статьяһы буйынса («Экстремистик материалдар етештереү һәм таратыу») яуапҡа тарттырылды, ике мең һум штраф түләне.
Тикшерә башлағас, бик аптырай - үҙендә бер ниндәй ҙә ғәйеп тоймаған була бит. Аңлаталар: «Бәйләнештә» («В Контакте») социаль селтәрендә «Ҡөрьәндең ғилми мөғжизәләре» видеофильмын күреп, үҙенең шәхси битенә лә күсереп урынлаштырған була.
Баҡһаң, исеме бик күркәм яңғыраһа ла, был таҫма РФ Юстиция министрлығында «Экстремистик материалдарҙың федераль исемлеге»нә индерелгән икән.
Бына шулай, хәҙер күптәребеҙ байтаҡ ваҡыт интернетта ултыра. Ниндәйҙер текст, видео-аудиоматериалды үҙебеҙҙең шәхси биткә урынлаштырғанда тегеһен-быныһын уйлап бармайбыҙ. Шуға ла иренмәгеҙ, РФ Юстиция министрлығындағы «Экстремистик материалдарҙың федераль исемлеге» бүлегенә инегеҙ, электрон адресы - minjust.ru/ru/extremist-materials. Бик уңайлы сервис: видеоматериал, йыр йә китаптың исемен эҙләү «тәҙрәһенә» яҙһаң, тыйылғанмы-юҡмы, тыйылған икән - ниндәй ҡарар нигеҙендә тыйылыуы аныҡ күрһәтелә. Юғиһә һис уйламағанда «яр аҫтынан яу сығыуы» мөмкин. Телгә алған 20.29-сы статья менән түбәндәге яуаплылыҡ ҡаралған:
- граждандарға - 1-3 мең һум штраф, йәки был материалдарҙы һәм уларҙы етештереү өсөн ҡулланылған ҡорамалдарҙы конфискациялап, ғәйеплене ун биш тәүлеккә тиклем ҡулға алыу;
(№ 99)

Был донъяла ниҙәр бар?12.12.2017

Был донъяла ниҙәр бар?Шулай итеп, 2018 йылдың февралендә Кореяла үтәсәк XXIII Ҡышҡы Олимпия уйындарына Рәсәй командаһы индерелмәйәсәк. Спортсыларыбыҙ допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнә. «Бойкот иғлан итергә йыйынмайбыҙ, айырым спортсылар шәхсән рәүештә ҡатнаша ала», - тип белдереү яһаны РФ Президенты В. Путин. ...ошо форсат менән файҙаланып, «ҙур спорт»тан бөтөнләй баш тартыу ҙа насар булмаҫ ине, буғай. Уйлап ҡараһаң, бер-ике донъя чемпионы әҙерләүгә киткән ҡаҙна аҡсаһына нисек кенә масса спортын йәйелдереп булмаҫ ине! Күреп торабыҙ бит, үҙебеҙҙең төбәктәге йәш спортсылар ярышҡа йыйынһа, тренерҙары бағыусы эҙләп ҡаңғыра торған.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы Америка вәкиле Ники Хейли сығыш яһаны: «Олимпиадала АҠШ йыйылма командаһы ҡатнашыу-ҡатнашмау мәсьәләһе лә әлегә хәл ителмәгән». Бында сәбәп икенсе: йәнәш кенә урынлашҡан Төньяҡ Корея менән эт һәм бесәй кеүек талашҡас, граждандарының именлеге өсөн борсолалар. Нигеҙһеҙ ҡурҡмайҙарҙыр. Төньяҡ Кореяның Сит ил эштәре министрлығы рәсми белдереү яһаны: «Сиктәребеҙ янында АҠШ һәм Көньяҡ Корея ҙур хәрби күнекмәләр үткәреүҙәре икеләнергә урын ҡалдырманы - һуғыш ҡотолғоһоҙ. Ҡасан башланыуы ғына әлегә билдәһеҙ». Хоҙай һаҡлаһын!
(№ 99)

Кемгә ит, кемгә бал?12.12.2017

Кемгә ит, кемгә бал?Йәйен-көҙөн йәшелсә, бал үтемле булһа, ҡышын иһә - «ит осоро». Уҙған шәмбелә йәрминкәгә юл төштө.
Көн һалҡын ғына, етмәһә бер туҡтауһыҙ ҡар яуа, юлдарҙы көрт баҫҡан, атларлыҡ та түгел. Шуға ҡарамаҫтан, сауҙа майҙансығы һатыусылар һәм һатып алыусылар менән шығырым тулғайны. Ай башында ойошма-предприятиеларҙа эш хаҡы бирелә. Шуға ла был юлы кеше күп. Икенсенән, Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды, халыҡ аҙыҡ-түлек менән запасланып ҡалырға тырыша.
Сауҙа рәтендәге өҫтәлдәр йылҡы, һыйыр итенән һығылып тора. Ҡаҙ-өйрәк, тауыҡ, күркә, һарыҡ, ҡуян түшкәләре лә күренә. Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, күрше Үрге Урал районынан да ит һатыусылар килгән. Иттең хаҡы өс йыл элек нисек күтәрелде, әле лә шул уҡ кимәлдә. Һум ит 380 һум, ҡабырға - 250-260, умыртҡа буйы ите һөйәге менән - 270-280, муйын - 280-300, һыйыр теле - 380-400, башы - 200, бауырҙың килограмы 250 һум, тояҡтың берәүһе генә 150 һум тора. Итте күмәртәләп алырға ла була, артҡы бото - 280-300, ҡулы 270-280 һум. Әйткәндәй, йылҡы менән һыйыр итенең хаҡы бер үк. Ҡаҙылыҡтың килограмы - 450, ҡарындыҡы - 50 һум.
(№ 99)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Декабрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.