» Материалы за Ғинуар 2018 года

Тәфтишселәргә йыл ҡәҙимгесә булдыКисә, 09:38

Тәфтишселәргә йыл ҡәҙимгесә булдыРәсәй Тәфтиш комитеты 2011 йылдың 15 ғинуарынан эшмәкәрлек алып бара. Улар тураһында бигүк ишетелеп бармаһа ла, тап был структура кеше үлтереү, сәләмәтлегенә ауыр зыян килтереү, көсләү, террорсылыҡ, экстремизм, коррупция кеүек иң ҡырҡыу енәйәттәрҙе тикшерә - барлығы РФ Енәйәт кодексының 140-тан ашыу статьялары буйынса эш итәләр.
Тик Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре генә айырым хоҡуҡ статусындағы шәхестәрҙе (депутаттар, прокурорҙар, судьялар һәм башҡа) яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы юллай ала.
БР буйынса Тәфтиш комитеты идаралығының Учалы бүлегендә биш кеше хеҙмәт итә. Ойошторолғандан алып, бөгөнгө көнгә тиклем бүлекте әлеге мәлдә юстиция полковнигы дәрәжәһенә еткән Руслан Мансуров етәкләй.
Былтыр алтмыш дүрт енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлайҙар. Республика идаралығы кимәлендә беҙҙең бүлек яҡшы эшләгәндәр иҫәбендә.
Кеше үлеме һәр саҡ аяныс, криминаль сәбәптәр менән икән - яҡындары өсөн икеләтә ҡыйын була торғандыр. 2017 йылда районда ун ике кеше харап ителә: 7 осраҡта 105-се статья - яуыз ниәттә үлтереү һәм 5 осраҡта 111.4-се статья - яуыз ниәттә кеше сәләмәтлегенә ауыр зыян килтереүҙең үлем менән тамамланыуы.
(№ 4)

Был донъяла ниҙәр бар?Кисә, 09:28

Был донъяла ниҙәр бар?- РФ-тың Генераль прокуратураһы бәйән итте: Рәсәйҙә иң йыш ҡылынған енәйәт - яуыз ниәттә мутлашыу, 2017 йылдың ун бер айында 204 870 осраҡ теркәлгән. Аҡыллыға ишара: дөйөм алғанда енәйәттәрҙе асыҡлау 54 процентҡа етһә, алдап байыусыларҙың дүрттән бер өлөшө генә язаға тарттырыла. Ҡыҫҡаһы, сабыйҙарса хәйләһеҙ булмағыҙ, уяулыҡты юғалтмағыҙ - тишек кәмәгә ултыртырға ниәтләнеүселәр сикһеҙ үрсене.

- Эт саба, тип бет саба. Ғәрәп Әмирлектәрендә таралған моданы Мәскәү байҙары отоп алған: бер-береһенә юлбарыҫ, арыҫлан һәм башҡа йыртҡыс балаларын бүләк итешәләр. Баш ҡала янында йәшәгән С.Княгиничев шәхси зоопаркында тиҫтәләп хайуан аҫрай.
Нисек килеп сыҡҡандыр, ҡаплан (леопард) ситлеге эсенә ир инә. Бер версия буйынса - миллионерҙың ялсыһы, йәнлекте тәрбиәләү менән шөғөлләнә, икенсе фаразға ҡарағанда - ялсыға ҡунаҡҡа килгән бабаһы ят хайуанды ҡарарға инә. Нисек кенә булмаһын, йыртҡыс ирҙе үлтергәнсе талай. Иң аянысы, кеше башына еткән хайуан язаһыҙ ҡаласаҡ, ти, йәнәһе лә, бер ғәйебе юҡ!
(№ 4)

Ҡултамғалар йыйылаКисә, 09:25

Ҡултамғалар йыйылаВладимир Путин былтыр 6 декабрҙә Рәсәй президентына кандидатураһын күрһәтеү тураһында уйы барлығын белдергәйне. 14 декабрь көнө матбуғат конференцияһы барышында 2018 йылдың 18 мартында үтәсәк һайлауҙа үҙен үҙе тәҡдим итәсәге хаҡында әйтте.
Владимир Путин дүртенсе президент һайлауҙарында үҙен үҙе тәҡдим итә. Бынан алда Владимир Владимирович «Берҙәм Рәсәй» партияһынан күрһәтелгәйне.
Был юлы ла партия Путинға бар яҡлап ярҙам күрһәтеүе һәм уның өсөн һайлаусыларҙың өс йөҙ мең ҡултамғаһын йыйыуҙа ҡатнашыуы хаҡында аныҡ белдерҙе.
Ниһайәт, Рәсәй буйынса ил башлығы өсөн ҡултамғалар йыйыу башланды. Төбәктәргә кәмендә 7,5 мең ярым ҡултамға тура килә. Был сараға Башҡортостаныбыҙ ҙа әүҙем ҡушылды. Әлеге ваҡытта республикала ун биш ҡултамға йыйыу пункты ойошторолған, уларҙың береһе - Учалы ҡалаһында - «Евразия» сауҙә үҙәгенең беренсе ҡатында урынлашҡан. Был сара 9 ғинуарҙа башланып китте.
(№ 4)

Был донъяла ниҙәр бар?09.01.2018

Был донъяла ниҙәр бар?РФ Хөкүмәте министрҙарының былтырғы эш хаҡтары тураһында хәбәр ителде. Иң күбе финанстар министры Антон Силуанов алған - айына 1,73 миллион, йылына - 20,7 миллион һум. Һәм ошо аҡса йыл әйләнәһенә министр алған бар килемдең биштән бер генә өлөшө, ти! Кемдең ҡулында, шуның ауыҙында инде... «Көмөш» һәм «бронза» миҙалдарға иҡтисади үҫеш һәм энергетика министрҙары лайыҡ булған - айына 1,27 һәм 1,16 миллион һум.

Көрсөк, көрсөк, тигәндәренә ышаныуы ла ҡыйын. Кемгә көрсөк һәм оптимизация, кемгәлер - йән рәхәте. Былытыр донъяның иң бай 500 кешеһе 4,4 триллион долларлыҡ милеккә эйә булһа, быйыл - 5,3 триллион.

Һиндостанда бирнәләре, туй үткәрергә аҡсалары бул-мағас, байтаҡ ҡыҙҙар кейәүгә сыға алмай. Ярай ҙа каньядаан тигән йолалары бар: хәлле кеше кәләштең атаһы ролен башҡара ала. Махеш Савани атлы миллиардер быйыл 251 ҡыҙға бирнә әҙерләй, бергә йыйып, оло мәжлес итеп туй үткәрә. Был лайыҡлы әфәнде барлығы ике меңдән ашыу ҡыҙға «атай» булған.
(№ 1-2)

Йәмәғәтсе - шул уҡ ирекмән ул09.01.2018

Йәмәғәтсе - шул уҡ ирекмән улУчалы ҡалаһында «ТОС: кисә, бөгөн, иртәгә» тип аталған республика форумы үтте. ТОС (территориальное общественное самоуправление) - территориаль йәмәғәт үҙидаралығы.
Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов түбәндәге фекерҙәре менән уртаҡлашты:
- Торлаҡ-коммуналь секторҙы нығытыуҙа, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә, ғөмүмән, йәшәйеш сифатын яҡшыртыуҙа территориаль йәмәғәт үҙидаралығы әһәмиәтле роль уйнай. Учалыла «Булышлыҡ» («Содействие») комитеты хәҙер инде ун алты йыл уңышлы эшләй, уның аша халыҡ һәм урындағы властарҙың хеҙмәттәшлеге яйға һалынды, был йүнәлештә байтаҡ тәжрибә тупланды. Йәмәғәт үҙидарылығы эшендә йәштәр күберәк ҡатнашһын ине, тигән теләктә ҡалам - бик яҡшы үрнәк бирерлек оло быуын вәкилдәре етерлек беҙҙә!
Торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында региональ йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, республикала тәүләп бындай форум үткәреү өсөн Учалы осраҡлы рәүештә һайланманы, ҡасан килһәң дә, ҡала матур һәм йыйнаҡ, тип билдәләй. Тимәк, таҙалыҡ властарҙы ғына борсомай, халыҡ та был мәсьәләгә битараф түгел.
(№ 1-2)

Дауаханаға ике машина килде09.01.2018

Дауаханаға ике машина килдеҮҙәк ҡала дауаханаһы Яңы йыл алдынан бүләкле булды, учреждениеның автомобиль паркы өр-яңы ике «УАЗ» маркалы тиҙ ярҙам машиналары менән тулыландырылды.
Автомобилдәр моноҡалаларҙы махсус техника менән тәьмин итеү маҡсатында федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Учалылар менән бер рәттән РФ-тың, БР-ҙың төрлө төбәктәренә 27 берәмек машина ҡайтарылған. Ҡайһыларына берәр техника эләкһә, Нефтекама, Благовещенск, Белорет, Бәләбәй ҡалаларына һәм беҙҙең Учалыға ике-өс автомашина бүленде. Медицина хеҙмәткәрҙәренә бынан һуң кәрәкле урындарына барып етеү бер ни тормаясаҡ. Иң мөһиме һаулыҡ өлкәһенең дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмауы. Мәҫәлән, киләһе йылға бушлай дауаланыуға ла аҡсаны күберәк бүлеүҙәре Хөкүмәт етәкселегенең кеше һаулығына битараф түгеллеген күрһәтә.
(№ 1-2)

Мөхәббәткә таянып09.01.2018

Мөхәббәткә таяныпТөбәгебеҙҙә тырыш, уңған ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе Ҡунаҡбай ауылынан Айгөл һәм Самат Ғатауллиндар.
Мәҡәлә геройҙарыбыҙ шау-шыулы ҡалаға ҡарғанда, ауылды хуп күргән. Самат Булат улы - Илтабандыҡы, ә Айгөл Рәис ҡыҙы ҡалабыҙҙа үҫкән. Ҡала ҡыҙы булһа ла, тормош иптәшенең Ҡунаҡбайға күсеү теләгенә бер ҙә ҡаршы килмәй. Өс бала тәрбиәләйҙәр, өлкәндәре Тимурға ун туғыҙ йәш. Үҫмер Учалы ауыл хужалығы колледжында уҡый, ҡыҙҙары Альбинаға - 16, кинйәләре Салауатҡа 4 йәш. Тимур киләсәккә пландарын аныҡ билдәләмәгән, шулай ҙа Себер тарафтарына барып, эшләп ҡайтырға ниәте бар. Альбина иһә кинолог булырға хыяллана, эттәр тураһында байтаҡ мәғлүмәт туплаған. Йорт дуҫтары Динго менән Борханды күнектереү менән мәшғүл. Салауат балалар баҡсаһына йөрөй. Һөйкөмлө, тиктормаҫ малай. Ғатауллиндар ҙур, күркәм йорт һалалар. Төҙөлөш эштәрен тамамлап, киләһе йылда өй туйларға йыйыналар.
(№ 1-2)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.