» Материалы за 20.03.2018

Йәнә бер форсат20.03.2018

Йәнә бер форсатУчалы район судынан гәзитебеҙгә бер аяныслы хәл тураһында хәбәр иттеләр.
Былтыр көҙ бер көндә Учалы ҡалаһы йорттары подъездарынан бер-бер артлы ете велосипед юҡ була. Бурҙар шул уҡ көндө тотола.
«Сос ҡуллы» 11 һәм 12 йәшлек малайҙар полицияның бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлегенә профилактик иҫәпкә ҡуйыла, ә бына 14 йәше тулып өлгөргән үҫмергә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатыла.
Был үҫмер тәүләп закон сиген ашаҡлап үтә, әммә осраҡлы ғына рәүештә тип әйтеүе ҡыйындыр. Иң яҡын кешенең иғтибары һәм хәстәрлеге эләкмәй бит уға, сөнки әсәһе әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә.
(№ 22)

Эй туған тел, эй матур тел...20.03.2018

Эй туған тел,  эй матур тел...«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышы үтте.
Унда район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, мәғариф, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары мөдирҙәре, район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары актив ҡатнашты.
Береһенә лә сер түгел, һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа туған һәм дәүләт телдәрен өйрәнеүгә бәйле килеп тыуған хәл йәмәғәтселектә, халыҡ араһында етди борсолоу тыуҙырҙы.
Был проблема төбәгебеҙҙе лә урап үтмәне.
- 2017/2018 уҡыу йылындағы яңы талаптарға ярашлы, һәр ата-әсә балаһы өсөн туған телде билдәләргә - рус, башҡорт, татар телеме һәм уны өйрәнеүгә ғариза яҙырға тейеш ине. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыу ҙа ата-әсәләрҙең ризалығы буйынса эшләнә, - тине мәғариф бүлеге етәксеһе Нурзидә Абдрахманова.
(№ 22)

Сәләм биреү - именлек, тыныслыҡ юрау20.03.2018

Сәләм биреү - именлек, тыныслыҡ юрауПәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, әйткән: «Иман килтермәй тороп, һеҙ Йәннәткә инә алмаҫһығыҙ, бер-берегеҙҙе һөйә белмәй тороп, иманлы була алмаҫһығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата һөйөүгә алып бара торған юлды күрһәтәйемме? Үҙ-ара «сәләм» һүҙен таратығыҙ!» - тигән. Бында хаҡлыҡ бар!
«Сәләм» һүҙен таратыуҙың файҙаһы күп. Шуға ла Ислам мөьмин-мосолманды сәләм һүҙенән айырылмаҫҡа өндәп кенә тора.
«Әй, иман килтергән кешеләр! - тип нәсихәт бирә Ҡөрьән. - Сит-ят кешеләрҙең өйөнә ингәндә рөхсәт һорамай, сәләм бирмәй инмәгеҙ. Был - үҙегеҙ өсөн хәйерле». «Дин ҡәрҙәштәрегеҙҙең өйҙәренә ингәндә Аллаһ тарафынан бирелгән мөбәрәк һүҙҙәр менән яҡшы тормош, именлек теләп, бер-берегеҙгә сәләм бирегеҙ». Иншаллаһ!
(№ 22)

Ышаныслы еңеү20.03.2018

Ышаныслы еңеүҠала-районыбыҙҙың 65 һайлау участкаһында ла тауыш биреү ихлас башланып китте.
Беренселәрҙән иртәнге 6.00 сәғәттә филармонияла урынлашҡан 2147-се һайлау участкаһы асылды. Ул республикала берҙән-бер ике сәғәт алдан тауыш бирергә мөмкин булған участка.

Учалы районының төбәк һайлау комиссияһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге мөрәжәғәтенән һуң Үҙәк һайлау комиссияһы аша шундай ҡарар ҡабул итә. Сөнки комбинат эшселәренең эш ваҡыты һайлау башланған мәлгә тура килә, ошо маҡсаттан уларға тауыш биреү хоҡуғы менән файҙаланыу өсөн тейешле шарттар булдырылды.
(№ 22)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Март 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728293031 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.