» Материалы за 03.04.2018

Был донъяла ниҙәр бар?03.04.2018

Был донъяла ниҙәр бар?Телевизорҙан патриотлыҡ, Ватанды һөйөү тураһында һөйләргә яратҡан әфәнделәрҙең байтағының ғаиләләре сит илдәрҙә йәшәй. Әйтәйек, Бөйөк Британияла 300 мең Рәсәй гражданы ваҡытлыса йә даими тамырланған, тип хәбәр ителә. Юҡҡа ғына «Лондонград» атамаһы килеп сыҡмаған инде. Ошо килмешәктәр 180 миллиард долларлыҡ активтарға эйә булыуҙары мөмкин тип тә фаразлана. Тик бына элеккесә хөрриәт тормош улар өсөн дә тамамлана буғай: Англияла «Енәйәтсел финанстар тураһында»ғы закон ҡабул ителде. Бында төпләнгән сит ил гражданы 70 мең долларҙан ашҡан аҡсаһын ҡайҙан алыуын раҫлай алмай икән, харам байлыҡ суд ҡарары менән тартып алыныуы мөмкин. Беҙҙә лә шундай закон күптән кәрәк! Ришүәтселектән төшкән, урланған байлыҡтың ғына ҡайҙан килеүен аңлатыуы ҡыйын бит ул.

Франция президенты Эммануэль Макрон иғлан итте: киләһе йылдан 3 йәштәре тулған бөтә сабыйҙар мотлаҡ рәүештә балалар баҡсаларына йөрөтөлөргә тейеш. Элек һәр баланың бындай хоҡуғы булһа, хәҙер иһә йөкләмәгә әйләндерелә. Ә берәйһе ғаиләлә генә тәрбиәләргә теләһә? Бына һиңә азатлыҡ һәм демократия! Макрон әфәнде яҡындан бәләкәстәрҙе күргәне лә юҡтыр, буғай. Үҙенән 24 йәшкә ҡартыраҡ уҡытыусыһына өйләнгәс, балалары юҡ бит.
(№ 26)

Бер ай алданыраҡ хәстәрләргә кәрәк03.04.2018

Бер ай алданыраҡ хәстәрләргә кәрәк«Ҡорал тураһында»ғы РФ законы талаптарын үтәү өсөн ут ҡоралы хужаларына рөхсәт (лицензия) ниндәй ваҡытҡа тиклем бирелгәненә иғтибарлы булырға кәрәк.
РФ Юғары Суды ҡарарына ярашлы (01.12.2016 йыл), рөхсәт ваҡыты тамамланыу менән, ҡоралды артабан һаҡлау законһыҙ ҡылмыш тип баһалана, сөнки имен шарттарҙа һаҡланыуы һәм файҙаланыуы тураһында дәлилдәр ҙә тулыһынса ғәмәлдән сыҡҡан була.
Рөхсәт ваҡыты тамамланған көйөнсә ут ҡоралы һаҡлаған өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.8-се статьяһының 6-сы өлөшө буйынса граждандарға 3-5 мең һум штраф һалына, ҡорал һәм патрондары конфискациялана йә ғәйепле 5-15 тәүлеккә ҡулға алына.
Ошондай хәлгә ҡалмаҫ өсөн рөхсәт ғәмәлдән сығыуҙан бер ай алда уны оҙайтыуҙы хәстәрләргә кәрәк.
(№ 26)

Ситтә тороп ҡалмағыҙ!03.04.2018

Ситтә тороп ҡалмағыҙ!1 апрелдән июнь аҙағына тиклем һәр йылдағыса республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә лә 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы уҙғарыла. Мөһим сара!
Был хаҡта Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр иттеләр. Ваҡытлы матбуғатҡа онлайн режимында podpiska.pochta.ru сайтында ла яҙылырға мөмкин.
Шуныһы ҡыуаныслы, Рәсәй почтаһы ағымдағы йылдың икенсе яртыһына ла гәзит-журналдарҙы килтереп биреү хаҡын, магистраль ташыу һәм яҙылыу тарифтарын күтәрмәне, элекке кимәлдә ҡалдырҙы. Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ҡарамағындағы төбәк киң мәғлүмәт саралары буйынса эксперт советы исемлеге баҫмаларына 20-25 процент ташлама бирелеүе тураһында хәбәр итәләр.
(№ 26)

Фатир асҡыстары тапшырылды03.04.2018

Фатир асҡыстары тапшырылды Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙа тағы бер социаль йорттоң ас-ҡыстары тапшырылды. 
Федераль һәм республика бюджеттары ярҙамы менән биш ҡатлы бер подъезлы йортта бер һәм ике бүлмәле утыҙ фатир иҫәпләнә.
Майҙаны 32 кв. метрҙан 50 кв. метрға тиклем. Ун дүрт фатир етем ҡалған балаларға тәғәйенләнгән. Уларҙың барыһы ла балалар йортонда тәрбиәләнмәгән, әлбиттә. Ҡайһы берәүҙәре ғаиләлә - яҡын туғандарында үҫкән. Шулай уҡ фатир алыусылар араһында физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар үҫтереүсе ғаиләләр, район хакимиәтенең торлаҡ бүлегендә, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған граждандар, «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһында ҡат-нашыусылар бар.
(№ 26)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.