» Материалы за 06.04.2018

Ишан иҫтәлегенә06.04.2018

Ишан иҫтәлегенәМәшһүр яҡташыбыҙ Зәйнулла ишан Рәсүлевтың донъяға килеүенә 185 йыл тулыуға бағышлап, Учалы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә дзюдо буйынса турнир ойошторолдо.
Мейәс, Белорет, Троицк, Магнитогорск ҡалаларынан, Ҡонашаҡ һәм Уйск ҡасабаларынан да көс һынашырға килделәр, барлығы 106 йәш спортсы йыйыла.
Командалар араһында беренсе урынға учалылар сыҡты, «көмөш» миҙалға - Магнитогорск, «бронза»ға - Мейәс вәкилдәре лайыҡ булды. Ярыш сәмле үтә.
Шәхси беренселектә үҙ ауырлыҡ һәм йәш категорияларында түбәндәге яҡташтарыбыҙ район өсөн үтә әһәмиәтле турнир чемпиондары булдылар: Вадим Дауытов, Әлфинә Фәхретдинова, Камилла Баязитова, Дарья Халтурина, Эльвина Астанова, Карина Апсатыева, Йософ Хәсәнов һәм Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташыбыҙ, алты тапҡыр Башҡортостан чемпионы Азалина Сафина.
(№ 27)

Йәш һәм актив янғын һүндереүселәр06.04.2018

Йәш һәм актив янғын һүндереүселәрРеспубликабыҙ үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләһә, ҡалабыҙ әлегә 55 йыллыҡ датаһын туйлаясаҡ.
Улар менән бергә ҡаланың 24-се янғын-ҡотҡарыу часына ла 25 «йәш» тула.
Балалар ижады һарайында уҙғарылған «Иң яҡшы йәш янғын һүндереүселәр дружинаһы агитбригадаһы» муниципаль конкурсының һайланма этабы тап ошо юбилей даталарына арналды. Был юлы ауыл мәктәптәренән ете команда көс һынашты, ихлас ярышты.
- Сара өс этаптан тора. Беренсеһе - һүрәттәр конкурсы булды. Икенсеһендә уҡыусыларға өйгә эш бирелгәйне. Улар янғын хәүефһеҙлеге темаһына ви-деороликтар әҙерләне. Һәр команда тырышҡан. Был юлы ауыл мәктәптәрендәге агитбригадаларҙың сығышын ҡараясаҡбыҙ. Иң һуңында, ҡала-райондың 26 мәктәбе араһынан еңеүселәр билдәләнәсәк, - ти мәғариф бүлегенең тәрбиә буйынса баш белгесе Мира Арыҫлан ҡыҙы Ғимаева.
(№ 27)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.