» Материалы за 10.04.2018

Тарихыбыҙҙың хәтер йорто - музей10.04.2018

Тарихыбыҙҙың хәтер йорто - музейҺәр милләт үҙенең үткәненә ҙур иғтибар бирә, уны өйрәнә, тарихҡа нигеҙләнеп, киләсәген күҙаллай. Йәш быуындың алдағыһын уйлаған халыҡ музейҙар төҙөй.
Быуаттарҙы быуаттарға бәйләүсе ошондай тарихи урын районыбыҙҙың Ахун ауылында ла бар. Былтыр ахундар ауыл музейының 50 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләгән. Уға нигеҙҙе Вәли Солтанов һалған.
Вәли Ситдыҡ улы бик уҡымышлы, грамоталы кеше була. Ауыл тарихы тураһында байтаҡ материалдар туплай, төрлө китапханаларҙа эҙләнеү эштәре алып бара.
Ул ваҡытта ундай кешене «культурник» тип йөрөткәндәр. «Крокодил» исемле гәзит тә сығарырға, китапханала эшләргә лә өлгөрә ул. 1936 йылда Бөтә Рәсәй буйынса үткәрелгән семинарҙа ҡатнашып, яҡшы эшләгәне өсөн ҡул сәғәте менән дә бүләкләнә. Музейҙа уның Н. Крупская менән Мәскәүҙә төшкән фотоһы әле лә һаҡлана.
(№ 28)

Фотофакт10.04.2018

ФотофактБайыҡ Айҙар сәсән иҫтәлегенә балалар һәм үҫмерҙәр араһында «Уғатар»тип аталған милли йәйәнән атыу буйынса турнир үткәрелә килә. Республикабыҙҙың олпат юбилейы осоронда айырыуса әһәмиәткә эйә сарала ике беренсе урынды ла тап учалылар яуланы!
Егеттәр араһында еңеүсе һәм абсолют чемпион исеменә Таһир Танатов лайыҡ булды (фотола тренеры Рөстәм Тләүбирҙин менән). Ул сәнғәт колледжының 1-се курс студенты, ҡурайсы. Унан ни бары өс мәрәйгә ҡалышып, ҡыҙҙар араһында иң мәргән булып Лилиә Хужәхмәтова таныла. Лилиә ҡаланың 5-се мәктәбендә 11-се класта белем ала.
Икенсе урынға егеттәр араһында Илмир Абдрахманов сыға (1-се Башҡорт лицейының 8-се класс уҡыусыһы). Ә Милена Янсапова (3-сө лицейҙың 9-сы класс уҡыусыһы) махсус призға лайыҡ булды.
- Ҡалғандар ҙа һынатманы. Ярышта ҡатнашыу өсөн булышлыҡ иткән Балалар ижад һарайы, спорт мәктәбе етәкселектәренә, мәғариф бүлегенә рәхмәт белдерәбеҙ, - ти тренер Илдар Исхаҡов.
(№ 28)

Һабанда һайрашыр мәл етте10.04.2018

Һабанда һайрашыр мәл етте«Урал аръяғы-Агро МТС»-ының Учалы филиалының 3277 гектар һөрөнтө ере бар. Ярауайҙар 2544 гектарҙы быйыл биләйәсәк.
Хужалыҡ быйыл тулыһынса сәсеүлек майҙандары структураһын үҙгәртергә йыйына. Агроном Илшат Мирзин әйтеүенсә, 887 гектарҙа техник культуралар сәсәсәктәр. Быға тиклем уларҙың ҡайһы берҙәрен бөтөнләй үҫтергәндәре юҡ.
- Рапсты, исмаһам, элек мал аҙығына сәсә торғайныҡ. Етен һәм гәрсис менән беренсегә танышасаҡбыҙ, - ти директор Ғ. Хилажев.
Гәрсис - 263, етен 431 гектар майҙанды биләйәсәк. Былтырғы 146 гектарҙағы ужым шипкәненең торошо ла яҡшы. Ғөмүмән, май культуаралары һыуыҡҡа бирешеп бармай. Беҙҙең төбәктең тотороҡһоҙ һауа шарттары өсөн иң ҡулайы. Орлоғоноң хаҡы, әлбиттә, бөртөклөләргә ҡарағанда ике тапҡырға ҡиммәт. Әммә файҙаһы ла бар, уңышын юғары хаҡ менән һатырға була. Килограмы уртаса 15-18 һум. Икенсенән, бер гектар ергә 200 килограмм бойҙай талап ителһә, етен орлоғо ни бары илле килограмм ғына китә. Техник культураларҙы һатыу ҙа мәшәҡәт тыуҙырмаясаҡ, Учалы элеваторы быйылдан да ҡалмай эшләй башларға йыйына, май һығасаҡтары мәғлүм. Шуға ла сеймалды тәү сиратта үҙебеҙҙең хужалыҡтарҙан ҡабул итеп алырҙар, тип өмөтләнәбеҙ.
(№ 28)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.