» Материалы за 13.04.2018

Диспансеризация үтергә килегеҙ!13.04.2018

Диспансеризация үтергә килегеҙ!Бушлай комплекслы медицина тикшереүе 18 йәштән өлкән граждандар өсөн ойошторола. Кешенең эшләү-эшләмәүе (уҡыуы) мөһим түгел.
Әлеге хеҙмәттең маҡсаты - сирҙәрҙе йәки ил халҡының инвалидлығына һәм ваҡытынан алда вафат булыуына килтергән хәүеф факторҙарын иртә стадияларҙа асыҡлау, иҫкәртеү.
Быйыл 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1964, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1997 йылдарҙа тыуған Рәсәй граждандары диспансеризация үтергә тейеш.
Өс йылға бер тапҡыр үткәрелгән тикшереүҙе теркәлеү урыны буйынса поликлиникала үтергә мөмкин. Бының өсөн паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн беҙ үҙәк ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Жанна Балясоваға мөрәжәғәт иттек.
- Баҡса эштәре башланғанға тиклем махсус бригада менән ауылдарға йөрөп ҡалырға тырышабыҙ. Ҡайһы бер биләмәләрҙә халыҡ диспансеризация үтеүҙә бик актив ҡатнаша. Был урындағы фельдшерҙарҙың халыҡҡа аныҡ аңлатма биреп, үҙ эштәрен еренә еткереп эшләйҙәр тигән һүҙ.
(№ 29)

Гонаһы ни тора...13.04.2018

Гонаһы ни тора... Яҙ етә, яңынан тау биттәре төтәй башламаһын инде, тип теләргә генә ҡала!
«Учалы урман хужалығы» учреждениеһы барыһының да иҫенә төшөрә: 2015 йылда РФ Хөкүмәте ҡарары менән рөхсәтһеҙ рәүештә ауыл хужалығы ерҙәрендә ҡау үртәү, баҫыуҙарҙа усаҡ яндырыу тыйылды. Шулай уҡ автомобиль, тимер юлы һыҙаттарында, үткәргес торбалар буйында ҡоро үҫемлектәрҙе, башҡа материалдарҙы яндырырға ярамай. Был талаптарҙы инҡар итеүселәр РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 20.4-се статьяһы буйынса яуапҡа тарттырыла: граждандарға 1-1,5 мең, вазифалы кешеләргә - 6-15 мең, юридик берәмектәргә 150-200 мең һум штраф һалына.
Янғындарға ҡаршы, айырыуса режим иғлан ителгән мәлдә, яуаплылыҡ арта: граждандарға 2-4 мең, вазифалы кешеләргә - 15-30 мең, юридик берәмектәргә 400-500 мең һум штраф һалыныуы ихтимал.
(№ 29)

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте13.04.2018

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үттеҠала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән «Киләсәккә белем - 2018» форумы шау-гөр килеп уҙҙы.
Был көндәрҙә бөтө мәктәптәрҙә лә класс сәғәттәре, «түңәрәк өҫтәл»дәр, төрлө һөнәр вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте.
Мәктәп уҡыусылары «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына иншалар һәм эсселар яҙҙы, «Бөтә һөнәрҙәр ҙә кәрәкле» исемле конкурста актив ҡатнаштылар.
6 апрель көнө туғыҙынсы класс уҡыусылары өсөн Учалы тау сәнәғәте колледжында «Киләсәккә белем» исемле йомғаҡлау форумы ойошторолдо.
(№ 29)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.