» Материалы за 17.04.2018

Ветерандар һыу инә!17.04.2018

Ветерандар һыу инә!Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәр ветерандары көнө 2011 йылдан алып ун етенсе апрелдә билдәләнә.
Бөгөнгө көндә Рәсәйҙә 650 мең тирәһе кеше был категорияға инә икән.
Учалы буйынса эске эштәр бүлеге ветерандарының беренсел ойошмаһында 201 пенсионер теркәлгән. Шул иҫәптән, 60 эске эштәр бүлеге ветераны (60-ты үт-кәндәр), ә отставкалағы милиция полковнигы Дамин Сафа улы Яппаров - Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ла. Үкенес, һуғышта ҡатнашҡан ветерандарыбыҙ йылдан-йылға кәмей бара...
(№ 30)

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте17.04.2018

Хеҙмәтенә күрә хөрмәтеАғасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй, ти халыҡ мәҡәле. Эйе. Ысынлап та, шулай. Һәр кем үҙе күрһәткән хеҙмәт менән иғтибар ҙа, ихтирам да, дан да яулай ала.
Бары тик теләк һәм тырышлыҡ ҡына кәрәк. Беҙҙең Рысай ауылында ла хеҙмәте менән дан алған кешеләр күп. Шуларҙың береһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рауил Фәйзуллин.
Механизатор, «Башҡортостан» колхозы Рысай бүлексәһе бригадиры, агроном, Сәфәр ауылы кооперация йәмғиәте рәйесе хөрмәтенә Рысай ауылы ки-тапханаһында Гөлшат Нәсибуллина матур осрашыу кисәһе уҙғарҙы.
Был кисәгә Рауил ағай үҙе, коллегаһы, «Башҡортостан» колхозының ул йылдарҙағы рәйесе Вәкиф Ғәйфуллин, Рауил Фәйзуллинға арнап китап сығарған яҙыусы Рәүеф Шаһиев һәм бергә эшләгән иптәштәре, ауылдаштар килде. Рауил Кәлимулла улына арналған осрашыу үҙе тураһында әңгәмә менән башланды.
(№ 30)

Япон егете Юто саф башҡортса һөйләшә17.04.2018

Япон егете Юто саф башҡортса һөйләшәКүптән түгел «Бәйләнештә» селтәрендә башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеүсе япон егете Юто Һишияма менән таныштым.
Токиола йәшәп, телебеҙҙе һыу кеүек эсеүе, саф башҡортса һөйләшеүе, яҙа белеүе хайран итте. Йәштәребеҙ-ҙең күбеһе әсә теленән ситләшкән заманда, донъяның бөтөнләй икенсе мөйөшөндә сеп-сей япон кешеһе башҡортса һөйләшеп ятһын әле! Ғәжәп!
Диуарында татар һәм башҡорт телендә постар яҙа, фотоларҙа япраҡ ярыр алдынан уҡ шау сәскәгә төрөнгән сакуралар, Японияның тәбиғәтенән тыш, мәсет, үҙебеҙҙең милли матбуғаттан яҙмаларҙы күрергә була.
Шулай уҡ милли аш-һыу оҫталығы серҙәре менән дә даими бүлешә. Билмән, ваҡ бәлеш, ҡыҫтыбый, сәк-сәкте нисек әҙерләгәнен фотоға төшөрөп һалған. Ошо арала «ваҡ бәлеш, сәк-сәк бешереп ҡараным» тигән яҙыу менән фото ҡуйған ине. Ютоға үҙе менән интервью эшләргә теләүемде әйттем. Уның телебеҙҙе нисек өйрәнә башлауы тураһында һораштым. Күп тә үтмәй, ризалығын белдереп, башҡорт хәрефтәре менән, өтөрөнә тиклем дөрөҫ ҡуйып яҙылған хат килеп төштө. Уның менән әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.
- Мәктәптә уҡыған саҡта сит илдәр, сит телдәр менән ҡыҙыҡһына инем. Башта төрөк телен өйрәнә башланым.
(№ 30)

Ҡурҡманыҡ, үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡ17.04.2018

Ҡурҡманыҡ, үҙебеҙҙе һынап ҡараныҡБашта аныҡ әйтергә кәрәктер: башҡорт телен йүнләп белмәү рус телен белеүҙе аңлатмай! Ғәҙәттә, тап киреһе була торған: туған телен ихтирам иткәндәр башҡа телдәрҙе лә күпкә яҡшыраҡ өйрәнә ала.
14 апрель көнө рус теле буйынса «Тоталь диктант -2018» тип аталған халыҡ-ара акция хәҙер инде 15-се тапҡыр ойошторолдо. Ябай әйткәндә - рус теле буйынса грамоталығыңды тикшереү сараһы инде. Мәктәптә имтихан биргән кеүек, әммә ирекле рәүештә.
Ҡаланың 1-се башҡорт лицейының башланғыс кластар корпусына йөҙ иллеләп кеше йыйылдыҡ: уҡытыусылар, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, предприятие вәкилдәре, пенсионерҙар һәм студенттар, башлыса ҡатын-ҡыҙҙар.
(№ 30)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.