Халыҡ өсөн бик кәрәк19.12.2017

Илсеғол участка дауаханаһында физиотерапия бүлмәһенең ябылыуы (бынан 10 йыл элек) халыҡтың бәкәленә ифрат ныҡ һуҡты.
Депутат булып һайланғас, өҫтәүенә социаль-гуманитар комиссия рәйесе булараҡ, ошо бүлмәне тергеҙеү, халыҡҡа файҙа килтереү уйы тынғылыҡ бирмәне.
Беҙҙең дауаханаға ун ике ауыл халҡы беркетелгән. Ололарҙың, инвалидтарҙың Туңғатар амбулаторияһының физиотерапия бүлмәһенә йөрөй алмаясаҡтары көн кеүек асыҡ ине.
2016-20-17 йылдарҙа йыйылыштарҙа физиотерапия бүлмәһен яңынан асырға кәрәклеге тураһында сығыш яһаным. Үҙәк ҡала дауаханаһына йөкмәткеле хат менән мөрәжәғәт иттем. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенкоға ла хат яҙҙым. «Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина килә, уға мөрәжәғәт итергә теләйһегеҙме?» - тигәс, шатландым, мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә ышанысым бермә-бер артты.
(№ 101)

Ауылым тормошон йәмләй улар17.11.2017

Ураҙ китапханаһы һәм мәҙәниәт йортонда үткәрелгән саралар гөрләп тора.
Китапхана мөдире Нәркизә Шәйәхмәтова - байрамдарҙы ойоштороусы ғына түгел, шулай уҡ йырсы, «Оҫта ҡулдар» бәйләм түңәрәге етәксеһе лә. Һәр кисәлә әүҙем ҡатнашыусы ошо түңәрәк ағзалары - ауылыбыҙҙың ҡотон, рухын һаҡлаусылар, милләтебеҙгә битараф булмаусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ. Бәйләм түңәрәгенә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн шулай уҡ йәш быуынды тәрбиәләү, ололарҙы хөрмәтләү, ғөмүмән, донъя ҡотон һаҡлау - йәшәү рәүеше ул. Кәрәк икән, тәнҡитләп, вайымһыҙҙарҙы тормош асылына ҡайтарырға ла ярҙам итерҙәр.
Донъяларын да күркәм итеп көткән, репетицияларға ла йөрөргә ваҡыт тапҡан иҫ киткес егәрле һәм мәрхәмәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мәҙәни сараларҙа ла иң әүҙемдәре.
Ошоға дәлил булып күптән түгел Ынйы һәм Риф Шәриповтар тарафынан тергеҙелгән «Ураҡсы ҡыҙ» фольклор ансамбле тора.
Октябрь башында «Һуң түгелдер...» исемле кисәне Нәркизә Шәйәхмәтова ауыл хакимиәтендә, китапханала, почтала һәм мәҙәниәт йортонда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ололарға арнап үткәрҙе. Күңелдәре күтәрелеп, күҙҙәре осҡонланып, дәртләнеп киткән ағай-апайҙарға ҡарап йәштәр ҙә үҙҙәренә сәм, ҡот, нур алғандай булдылар.
(№ 92)

Йыр - ул үлемһеҙ тарих15.11.2017

Учалы район китапханаһы район мәҙәниәт йорто менән берлектә «Башҡорт музыкаһы - бөйөк сәнғәт» исемле мәҙәни сара үткәрҙе.
Башҡорт йыры, башҡорт моңо… Ул башҡа һис бер нәмә менән тиңе булмаған айырым бер күренеш. Унда ысынында яҡты нур, саф мөхәббәт балҡышы. Башҡорт үҙенең бар булмышын йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моңға һалған һәм был моң, әйтерһең, йәйғор булып балҡып, барыр юлдарын быуаттарҙан-быуаттарға ол-ғаштырып тора.
Беҙҙең маҡсат башҡорт халҡының йыр-моңдарының тарихын халыҡҡа еткереү, йәш быуынға аңлатыу, йырҙар нисек яҙылыуын, ҡайҙан алып композиторҙар уны ижад итеүен һәм тарихын һөйләп китеү ине.
(№ 91)

Ауылыбыҙ таланттарға бай10.11.2017

Рәсүл ауылы клубында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған матур кисә уҙҙы.
Бөтәһен дә байрам менән ҡотлап тәүҙә балалар концерт күрһәттеләр. Руфина менән Зарина Камалетдиновалар шиғыр менән кисәне асып ебәрҙеләр. Динә Динмөхәмәтова менән Миләүшә Мусина «Беҙҙең Рәсәй» йырын башҡарҙылар. Балалар ансамбль менән «Башҡортостан - тыуған ерем» йырын йырланылар. Башланғыс класта уҡыған Зәлиә Ибраһимова, Гөлназ Динисламова, Руфина һәм Зарина Камалетдиновалар «Хан ҡыҙы», «Беләҙегем-йөҙөгөм» бейеүҙәрен оҫта итеп башҡарҙылар.
(№ 90)

Дуҫлыҡ ептәре нығый10.11.2017

Ошо көндәрҙә Ишкен ауылы мәҙәниәт йортонда Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған «Дуҫлыҡ-2017» исемле ҙур концерт үтте.
Был сарала Наурыҙ ауылы һәүәҫкәрҙәре Ғиләжева Фатима, Хөснуллина Әҙилә, Әхмәтханова Сәғиҙә һәм Ғабдрахманова Динара тамашасыларға моңло йырҙарын бүләк итһәләр, Ишкен ауылы һәүәҫкәрҙәре Фәсхетдинова Гүзәл төрлө милләттәр (татар, мари, башҡорт) бейеүҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы, тамашасыларҙың һөйөүен яуланы, ә иң бләкәй бейеүсе ете йәшлек Зарипова Илнара «Бөрлөгән» бейеүсе менән үҙенең бейеүсе буласағын иҫбатланы. Бапанин Рәүеф өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, Фәттәхов Фәнил үҙе гармунда уйнап
(№ 90)

Муллыҡ байрамы үтте31.10.2017

Ахун ауылы мәҙәниәт йортонда алтын көҙҙө ҡаршылап «Көҙгө муллыҡ» тип исемләнгән байрам йәрминкәһе уҙғарылды.
Матур сарала ауыл халҡы, ойошма-учреждение хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Үҙешмәкәр коллективтарҙың сығышы тантанаға айырыуса йәм өҫтәне. Йәрминкәлә барлыҡ коллективтар һыйлы өҫтәл әҙерләгәйне. Күргәҙмәгә ҡуйылған табындар йәшелсә-емештән, төрлө аш-һыуҙан һығылып торҙо.
Балалар баҡсаһы учреждениелары айырыуса ныҡ әҙерләнгәндәр. Үҙҙәренә исем дә тапҡандар - «Көҙгө фантазиялар». Табындарында татлы ризыҡтар, салаттар, йәшелсәләрҙән эшләнгән сувенирҙар һәм башҡаһы күренә. Флүзә Хажиева, Рәүфә Абдрахманова, Финзилә Хәбирова, Алһыу Сөнәғәтуллина, Рәсимә Хажиева, Сулпан Ғайсина коллективтары менән таныштырып үтте, матур итеп йыр башҡарҙылар.
(№ 87)

Ололарға күп кәрәкмәй бит!06.10.2017

Яңы Байрамғол ауылында ла Халыҡ-ара ололар көнө гөрләп үтте. Саҡырылған ҡунаҡтар балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, мәктәп уҡыусыларының сығыштарын ҡараны. Бигерәк тә ауылыбыҙҙың йәш йондоҙсоғо Ләйсән Золотареваның сығышы барыһын да хайран ҡалдырҙы.
Яңы Байрамғол ауыл хакимиәте башлығы Сажидә Шәрипова, ветерандар Советы рәйесе Лерман Фәтҡуллин ололарҙы байрам менән тәбрикләп телмәр тотолар.
Беҙгә хөрмәт күрһәткәндәре өсөн барыһының да исеменән ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ололарҙың күңелен күрер өсөн күп кәрәкмәй бит!
(№ 80)

Кисә гөрләп үтте06.10.2017

Халыҡ-ара ололар көнө айҡанлы Ҡолош ауылының мәҙәниәт йортонда «Аулаҡ өй» тип аталған кисә үтте. Байрамға тыл ветерандары, ололар һәм пенсионерҙар саҡырылғайны.
Ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йорто коллективы ҡотлағандан һуң, һүҙ 40 йыл педагогик стажы булған, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, бөгөнгө көндә ауылдаштарын дингә өйрәткән абыстай Мөслимә Мөхәмәтйәроваға бирелде.
(№ 80)

Оло юлға һуҡмаҡ һалыусы06.10.2017

Оло юлға һуҡмаҡ һалыусыУҡытыусы - үҙе абруйлы, үҙе мауыҡтырғыс һәм шул уҡ ваҡытта ауыр һөнәрҙәрҙең береһе, сөнки шәхес тәрбиәләү үтә лә яуаплы бурыс. Уҡытыусы белем дә бирә, йәшәргә лә өйрәтә. Оло тормошҡа һуҡмаҡ барыбыҙ өсөн дә мәктәп ишеге төбөнән башлана. Һәр ҡайһыбыҙҙың аң-даирәһе формалашыуында, дөрөҫ йүнәлеш алыуында ла уҡытыусының хеҙмәте ята. Бәлки, шуғалыр ҙа уларҙың яҡты образы күңел түрендә генә йәшәй.
Бына тағы сираттағы уҡыу йылы етте. Йәй буйы ял иткән, көс йыйған уҡыусылар менән бер рәттән, уҡытыусылар ҙа мәктәпкә ашыҡты. Хөрмәтле коллегам, 38 йыл ғүмерен балаларға рус теле һәм әҙәбиәте-нең серҙәрен асыуға арнаған Резида Әхәт ҡыҙы Шәрәфетдинова ла, белем усағына юл алды.
1961 йылдың ғинуар айында Ураҙ ауылында донъяға килгән ул. Татыу, берҙәм, эшсән ғаиләлә үҫә. Атаһы - «Урал» кол-хозының иретеп-йә-бештереүсеһе, әсәһе - шәфҡәт туташы. Өс малай эргәһендә бер бөртөк кенә ҡыҙ булһа ла, иркә түгел, киреһенсә, әсәһенең беренсе ярҙамсыһы була. Ауыл мәктәбен тамамлап, Өфө ҡала-һында Башҡорт дәү-ләт педагогия универ-ситетының филология факультетына уҡырға инә. Юғары белемгә эйә булып, Ураҙ урта мәктәбенә эшкә ҡай-та. Йәш кенә көйө директорҙың ойоштороу эштәре буйынса урынбаҫары вазифа-һын башҡара. Күҙҙәре осҡонланып, көс-дәрте ташып торған, балалар өсөн барыһын да эшләргә әҙер, мәктәбем тип янып-көйгән педагог барыһына ла өлгөрә: уҡытырға ла, мәктәптән тыш сара-ларҙы ойошторорға ла, ата-әсәләр менән аралашырға ла, депутат булараҡ, ауыл халҡы менән тығыҙ бәйлә-неш булдырырға ла һ.б. Уның эш сәғәтенең сиге юҡ ине, шикелле.
(№ 78)

Шәрифә тауы08.09.2017

Беҙҙең Учалы районы тарихҡа бай. Һәр бер ауылда тау-йылға атамалары ҙур хәтер һаҡлай. Тик уларҙың сығышы һәм тәрән мәғәнәһе онотола бара. Ә бит атамаларҙа йәш быуын фәһем алырлыҡ ата-бабаларҙың тормош ваҡиғалары сағылған.
Учалы-Белорет юлында йәйрәп ятҡан Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылын ғына алайыҡ. Башта зауряд-есаул Зәйнәкәй Бикбавов (1766-1838 йылдар) хөрмәтенә Зәйнәкәй тип атала. Кантон заманында халыҡ тирә-яҡтан күсенгәс (күберәге Ҡаҙаҡҡол ауылынан), рәсми рәүештә Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол исеме тағыла. Аҙағынан ошолай тип тә һамаҡлап мәрәкәләйҙәр: «Зәйнәкәй, минең Зәйнәкәй! Ни өсөн һин бәләкәй? Ә шуға һин бәләкәй - Ҡаҙаҡҡол бит Бәләкәй!».
Ауылдың бер яғында Миндәк йылғаһы аға, икенсе яғында - Яланғас тауы. Алыҫ ҡына, көнсығышта, Йүкәле тауы ҡалҡҡан. Ә бына мәсет артында ғына башланған тауҙың исеме онотола бара. Тауҙың төп исеме - Шәрифә. Аяныс хәл, карталарҙа күп атамалар йә алмаша, йә боҙоп яҙыла. Ярар ҙа, Шәрифә тауы дөрөҫ теркәлгән.
(№ 72)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.