» » Артистар ҡыуандырҙы

Артистар ҡыуандырҙы27.03.2014

Яңы Байрамғол ауылы мәҙәниәт йорто янындағы үҙешмәкәр коллектив Мәҙәниәт йылы айҡанлы Наил Ғәйетбайҙың «Аты барҙың - дәрте бар» комедияһын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы.

Коллективтың төп ағзаларын йыр-моңға маһир, талантлы һәм һәр ваҡытта ла йәш күңелле булып ҡала белгән хаҡлы ялдағы ололар тәшкил итә. Был юлы ла улар һынатманы, уйындарын ауылдаштары йылы ҡабул итте. Айырыуса мәңге ҡартаймаҫ сәхнә ветераны, моңло тауышлы Фәйзулла Хәйруллин, сәхнә күрке Нәсимә Абдразаҡова, Ғәлимйән Шәрипов, Сәйҙә Нәбиуллинаның сығыштары барыбыҙҙы ла әсир итте. Ҡойоп ҡуйған артистар тиерһең! Йәштәрҙән Сәмиғулла Лоҡманов, Римма Заһиҙуллина ла өлкәндәрҙән ҡалышмай, оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Әйткәндәй, был спектаклде әле районыбыҙҙа барған «Театр яҙы» фестиваленең жюри ағзалары ла күҙәтте. Улар артистарыбыҙға тейешле баһаны бирер, тип ышанабыҙ.
Һәүәҫкәр коллектив киләсәктә лә халыҡты үҙенең яңынан-яңы тамашалары менән ҡыуандырһын.
 
  • Оҡшаш яңылыҡтар
  • Комментарийҙар
Матурлайыҡ донъяныМатурлайыҡ донъяны
Ҡобағош ауылының мәҙәниәт йортонда Мәҙәниәт йылы башланыу айҡанлы күркәм байрам уҙҙы. Башҡорт милли кейемдәре күргәҙмәһен ойошторҙоҡ. Уны 1930-1944... Тотош уҡырға
Бөтә йөрәктәнБөтә йөрәктән
Ғүмерҙәре буйы колхозда эшләгән һауынсы, быҙау ҡараусы апайҙарҙың, пенисионер уҡытыусы, һатыусы һәм башҡа һөнәр эйәләренең йылы һүҙгә, иғтибарға... Тотош уҡырға
Яҙҙы ҡаршылапЯҙҙы ҡаршылап
Балалар театр коллективтарының «Ҡыңғырауҙар сыңы» исемле республика фестивале иғлан ителде. Уның беренсе этабы Учалы филармонияһында үтәсәк. 13... Тотош уҡырға
Батыр разведчиктарБатыр разведчиктар
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Өргөн һәм Илсе мәҙәниәт йорттарының бергәләп «Йәгеҙ әле, егеттәр!» ярыштары үткәреүҙәре инде 10 йылға яҡын дауам... Тотош уҡырға
Дәртле башланғыстарДәртле башланғыстар
Районыбыҙҙа төрлө төркөмдәр, ғаилә, үҙешмәкәр ансамблдәре барлыҡҡа килеүе - шатлыҡлы күренеш. Илтабан ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Хафиза Вәлиуллина... Тотош уҡырға


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Апрель 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
30 

Популяр яңылыҡтар


Башҡорт матрешкалары - милли кейемдәБашҡорт матрешкалары - милли кейемдә
Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр«Халыҡ» исеменә тап төшөрмәнеләр
Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

Был донъяла ниҙәр бар?Был донъяла ниҙәр бар?
РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте«Киләсәккә белем - 2018» форумы үтте
Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Иң тәмле икмәк -  ПоляковкалаИң тәмле икмәк - Поляковкала
Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.